«Йәшлек» гәзите » Махсус биттәр » Нужа ҡайҙа илтә?



18.01.2018 Нужа ҡайҙа илтә?

Нужа ҡайҙа илтә?
йәки беҙ нисек Мәскәүҙе яуларға маташтыҡ?

Эшһеҙ ҡалып, бер аҙ аптырап, шулай ҙа төрлө ҡыҙыҡлы нәмәләр уйлап сығара яҙып, әммә уларының төбөнә төшөп етә алмай, урынына еткерә алмаҫтай булып, хатта бер аҙ төшөнкөлөккә бирелә яҙыбыраҡ йөрөй инем, әхирәтем Светлана ойотҡотоп ебәрҙе: «Әйҙә, эшкә Мәскәүгә барайыҡ. Унда минең таныштар күп. Һәйбәт эшкә урынлашҡандар». Ә миңә шул хәбәр етә ҡалды. Бер нәмә тураһында ла асыҡламай, төпсөнмәй, хатта ниндәйерәк эш икәнен дә һорашмайынса, Светланаға эйәреп, эре мегаполисҡа барырға әҙерләнә башланым. Ысынлап та, әллә кемдәр әллә ҡайҙа барып, фәләнсә аҡса эшләп ҡайтҡан осор ҙа баһа. Ҡайһы бер ҡатындарҙың Себергә, сит илгә сығып олаҡҡаны иҫкә төштө. Бер кем дә хур булмаған әле. Туңғандарын белмәйем, хатта уңып, тормошон көйләп ебәреүселәр хаҡында ишетеп тә, күреп тә күҙем ҡыҙғаны бар. Гелән кабинетта компьютер алдында итәк туҙҙырып, тырнаҡ буяп ҡына ултырған наҙлыҡай түгелмен әле, ваҡыты менән сауҙала ла, дөйөм туҡланыу урындарында ла көн оҙоно бил бөгөп сыныҡҡан, йүгереп йөрөгән шәп ҡатынмын. Мәскәүгә икән, Мәскәүгә...

Ә бына баш ҡала тарафтарына тәүге китеп барыуым ине. Вагон тулы башҡорттар тиһәм дә, хаталанмам. Күренеп тора, күбеһе эш артынандыр. Купелағы юлдашыбыҙ Люциә Баулынан. Ул инде күптән Мәскәүҙә Ҡазан татары асҡан «Бәхетле» супермаркетында товаровед булып эшләй икән. Сәй эсә-эсә оҙаҡ һөйләшеп барҙыҡ. Ниндәй маҡсат менән китеп барыуыбыҙҙы белгәс, йә булмаһа, мин эшләгән урынға ла килеп сығығыҙ, тип, адресын, хатта телефон номерын яҙып бирҙе. Шулай уҡ тағы бер яңы танышыбыҙҙы телгә алмау яҙыҡ булыр. Ольга исемле ҡатын беҙҙең купеға Мордовиянан ултырҙы. Килеп инеү менән: «Ҡыҙҙар, сәй эсәбеҙ!» – тип, өҫтәлдең уртаһына үҙенең кәнфит тултырылған ҡапсығын ҡуйҙы ла йүгертеп тигәндәй сәй ташый башланы. Мәскәүҙә биш йылдан ашыу эшләйем, тине шикелле, бына хәҙер иҫләмәйем. Урыны ла бит ниндәйерәк?! Ул бик бай ғаиләгә бала ҡараусы булып урынлашҡан. Әле ошо ялында өр-яңы «Мазда» маркалы ҡыҙыл төҫтә машина һатып алған да ҡыуанысынан осоп йөрөй икән. Беҙ барыбыҙ ҙа иғтибарыбыҙҙы Ольгаға йүнәлттек. Шундай асыҡ бит әле. Бар тормошон һөйләп бирҙе. 2000 йылдар­ҙа «Мөғжизәләр яланы» телевизион уйынынан «Лада» машинаһы алып ҡайта һәм, үҙе эшләп йөрөгән совхоз бөтөрөлгәс, таксист булып кәсеп итә башлай. Ҡасабалары Саранск ҡалаһына яҡын икән, ә унда көн дә тиерлек барыусылар була. Кәсебен гөрләтеп алып китә ул. Шулай бер ваҡыт пассажирҙар булып ике милиция хеҙмәткәре ултыра. Һәм аварияға осрайҙар. Теге милиционер егеттәрҙең икеһе лә фажиғә урынында һәләк була. Өс балаһы булыуға ҡарамаҫтан, ҡатынды дүрт йылға иркенән мәхрүм итәләр. Ултырып сыға. Әммә уға үҙенең йәшәгән урынында бер ҡайҙа ла эшкә урынлашыу мөмкинлеге булмай. Һәм шулай итеп, ул Мәскәүгә сығып олаға. Тәүҙә оҙаҡ ҡына автосалонда машиналар йыуа, урам һеперә. Уйламағанда бер яҡшы ҡатын аша бай кешеләргә – йорт, аҙаҡ бала ҡараусы булып урынлаша. Билдәле актерҙар Дмитрий Певцов менән Ольга Дроздованың улдарын ҡарай. Әммә актерҙар тормошон да иҡтисади көрсөк урап үтмәй, уларҙан китергә мәжбүр була. Һәм бер йәһүд ғаиләһенә килеп эләгә лә инде. «Ҡыҙҙар, тәүҙә ҡыйын булыр, әммә төшөнкөлөккә бирелмәгеҙ, тиҙ генә бер кем дә уңып китмәй ул», – тине хушлашҡанда яңы танышыбыҙ. Эйе, тип уның һүҙен йөпләне Люциә. Ольга ла беҙгә үҙенең телефон номерын бирҙе...
Таңға Мәскәүгә килеп еттек. Беҙгә «Кожуховская» метроһына барырға һәм унан һуң Южно-Портовая урамындағы 5-се йортто табырға кәрәк ине. Беҙҙәге һымаҡ та түгел, адрестарында «строение» тигән бер әтнәкәһе бар икән, шул 15-се строениелағы 1-се ҡаттың 1-се кабинетында Марта Геннадьевна ҡар­шылар­ға тейеш, тигәйне беҙҙе Сибайҙан ебәреүсе Катя. Таптыҡ. Барып инһәк, сират. Ҙур сумкалар тотҡан ҡатын-ҡыҙҙар, ир-егеттәр, йәштәр ҙә байтаҡ. Бына беҙгә лә инергә ваҡыт етте. Мин иң беренсе ыңғайланым. Инһәм, бер ниндәй ҙә Марта юҡ, Ирина исемле һалҡын ҡарашлы мәрйә ҡабул итә. «2500 һум түләйһегеҙ, шунан беҙ һеҙгә адресты әйтәбеҙ, бына килешеү», – тине ул. Әллә оҙайлы юл йон­соттор­ған, бындағы хәлгә, ҡағыҙҙа тасуирланған ҡайһы бер тәртипкә төшөнә алмай аҙапландым, ҡайһы бер пункт­тары аңлашылманы. Шулай икеләнеп, былар­ға ышанмайыраҡ ултыра бирҙем әле килешеүгә ҡул ҡуймайынса. Бер ваҡыт офис­тағы бер хеҙмәткәр ҡабаландыра башланы. Йәнәһе, ваҡытты һуҙмағыҙ, башҡалар көтә. Ҡулымды ҡуйҙым да, эш биреүсегә 2500 һум аҡсамды сығарып һалдым. Исем өсөн бер ҡағыҙ киҫәге тотторҙолар. Унда адрес яҙылғайны. Эшкә кәрәкле әйберҙәр һанал­ған. Минән һуң әхирәтем сығыу менән күрһәтелгән адрес буйынса юлландыҡ.
Ә ул урынды табыуы артыҡ ҡыйын булманы. Ниндәйҙер бер тарихи ҡомартҡыны хәтерләткән йортҡа барып индек. Тағы бер офис. Унда беҙҙе оҙон сәсле, ҡалын иренле гламур ғына йәш ҡыҙ ҡаршы алды. Ҡағыҙ киҫәген алды ла:
– Һеҙҙе бында нимә тип ебәрҙеләр инде тегеләр?
– Һеҙҙе ошо адреста эшкә аласаҡтар, ятаҡҡа урынлаштырасаҡтар... Эш хаҡы көнөндә түләнеп барасаҡ, ашау, йәшәү урыны бушлай...



– М-м-м...
– Нимә «ммм»? Әллә беҙҙе алданылар?
– М-м-м...
– Ниңә ҡатып ҡалдығыҙ?
– Беҙ һеҙгә конкрет эш бирмәйбеҙ, әммә һеҙгә Мәскәү эргәһендәге ҙур типографияла вакансиялар тәҡдим итәбеҙ, эш хаҡы – 30 мең һум, ашау үҙегеҙҙән, ә бына ҡайҙа тороуҙы урында хәл итерҙәр. Тик беҙгә мәғлүмәт биргәнебеҙ өсөн бер аҙ түләргә тура киләсәк.
– Ммм... туҡта, һылыуҡай, хәҙер беҙ һеҙ атаған урынға юлландыҡ, ти, ә унда ла беҙҙе ошондай офиста ҡаршы алырҙар ҙа тағы аҡса талап итмәҫтәрме?
– М-м-м... беҙ инде унда кешеләр ебәреп торабыҙ, гарантия бар...
– Әллә, әммә мин әхирәтем менән унда барыуҙан баш тартабыҙ. Рәхмәт, хуш!
Сыҡһаҡ, коридорҙа теге офис­тағы кешеләр­ҙең бер нисәүһе беҙҙең арттан килеп еткәйне. Елле генә кәүҙәле ике ҡатынға өндәшә һалдым:
– Аферистарға эләктек бит, тегендә лә, бында ла аҡса һурып, артабан әллә ҡайҙа ебәреп ултыр­ған жуликтар бит былар. Нүжәле һеҙ артабан әллә ниндәйҙер билдәһеҙ урынға барырға әҙерһегеҙ?
– Беҙ Белоруссиянан килдек. Улар әйткән эш хаҡына ризабыҙ, беҙ шунда барабыҙ.
Артабан, ныҡ йонсолһа ла, мегаполис буйлап тағы бер нисә урынды байҡарға булдыҡ. Юлдашыбыҙ Ольганың әйткәндәре лә иҫкә төшөп кенә торҙо. Үҙе менән һөйләшеп тә алдыҡ. «Авито» аша эҙләгеҙ әле, тиҙ арала аныҡ эш таба алыр­һығыҙ», – тине. Шулай ҙа Люциәнең кәңәше буйынса «Бәхетле» супермаркетына юл алдыҡ. Унда барып ингәс, Мәскәүҙә, мо­ғайын, ул иң ма­тур, иң бай сауҙа үҙәгелер, тигән фе­кер башыбыҙҙан үт­те. Хаҡтар ҙа бит бында, ой-ой, хәтәр! Ҡыҫҡаһы, аҡсаһыҙҙар йөрөй торған урын түгел. Һәм ошо затлы заманса кибеттең үҙендә эшләү үҙе бер бәхеттер әле, тигән уй ме­нән кадрҙар бүлегенә үттек. Беҙҙе бында татар ҡатыны ҡаршы алды. Беҙгә татарса өндәшкәс, иреп киттек хатта. Анкета тултырыр­ға ҡушты. Яҙып бөткәс, ҡаршыһында һөйләшеү булып алды.
– Анкеталарығыҙҙы ҡалдырығыҙ, һеҙгә ошо арала шылтыратырҙар.
– Ә һеҙҙә хеҙмәткәрҙәр өсөн йәшәү урыны хәстәрләнмәйме?
– Һеҙҙе тулыһынса эшкә алыр алдынан биш көн стажировка тора әле. Шунан ғына менеджер һеҙҙе эшкә аласаҡ, рәсми теркәлгәс кенә корпоратив фатирҙа тороу хоҡуғы аласаҡһығыҙ... әлегә шылтыра­тыуҙы көтөгөҙ.
Артабан «Ашан» тигән ҙур магазинға иғтибар иттек. Белешмәләр өҫтәле хеҙмәткәре татар ҡатыны булып сыҡты. Беҙ – башҡортса, ул үҙенсә яуап бирә. Тик бына вакансиялар булһа ла, эш хаҡы 18 мең һум тирәһе булып сыҡты. Мәскәү өсөн был көлкөлө сумма бит, уның өсөн ваҡыт уҙғарып йөрөп булмаҫ, тинек тә сығыу яғын ҡараныҡ. Тағы ла бер нисә урынды байҡаныҡ. Ахырыһы, арып-асығып, бер ҙур ғына күңел асыу-сауҙа комплексындағы кафела туҡтаныҡ.
Юҡ, һис кенә лә күңелемә ятмай был Мәскәү тигәндәре. Әллә шул тиклем арығанмын, әллә бөгөнгө уңышһыҙлыҡтарым хәлемде алды, шулай төшөнкөлөккә бирелеберәк ултырғас, үҙебеҙҙең тыуған яғыбыҙҙы һағына ла башланым. Улымды, ҡыҙымды иҫемә төшөрөп, кит инде, балаларыңды ҡалдырып, ситтә йәшәү, йөрөү әсә кеше өсөн ниндәй мәғәнәһеҙлек, был хәл башҡа һыймаҫлыҡ бит, тип үҙемде әрләргә тотондом...
Шулай ҙа уйламағанда эш килеп сыҡты. Үзбәктәр менән таныштыҡ. Уларҙың таныш дуҫтары кафе тота икән, беҙҙе үҙҙәре шунда алып барҙы. Хасият исемле ҡатын беҙҙе бер күреүҙән әллә оҡшатты, әллә шул тиклем эшләргә кеше кәрәк булды инде, иртәгәнән кухняла эшләй башларға тәҡдим итте. Аҡсаһын көнөнә ҡулыбыҙға тотторасаҡ, тигәс, эсебеҙгә йылы йүгер­ҙе. Улар ҙур фатирҙы ҡуртымға алғандар икән, унда беҙгә лә урын табылды. Түләүен килешкәс, уларға фатирҙаш булып индек.
Иртәгәһенә эшкә сыҡтыҡ. Бындағы эш – үҙе бер производство. Хасият кафе хужабикәһемен тип тормай, баш күтәрмәй эшләй. Мантыһын да яһай, самсаһын да. Тиҙ арала әллә ниндәй ризыҡтар әҙерләп теҙә. Беҙ иһә картуф, кишерен, һуғанын таҙартып өлгөртөп кенә торорға, шул арала таҙалыҡты ла ҡайғыртырға тейешбеҙ. Хасияттың бында ике ҡыҙы, кейәүе эшләй булып сыҡты. Уларҙың йылғырлығына, етеҙлегенә, оҫталығына хайран ҡалырлыҡ. Мин үзбәктәрҙең шундай егәрле халыҡ икәнен күреп һоҡландым. Уларҙан күп нәмәгә, мәҫәлән, ҡайһы бер аш-һыу серҙәренә лә төшөндөм, тәжрибә алдым.
Һүҙендә торҙо Хасият, эш көнө тамамланғас, икебеҙгә 1000-әр һум тотторҙо...
Ә беҙ бер айҙан саҡ ҡына ашыуыраҡ эшләнек тә ҡайтырға булдыҡ. Юҡ, бирешмәнек тә, арыманыҡ та. Башҡа юғары эш хаҡы булған эш тә ҡарай башлағайныҡ. Мәҫәлән, ҙур комплекста колбаса изделиелары бүлегендәге эш ҡыҙыҡтырғайны. Эш хаҡы ла юғары, айына 60 000 һум. Әммә унда славян ҡиәфәтле ҡатын-ҡыҙҙар талап ителә булып сыҡты. Шулай, билет алып, ҡайтыр­ға әҙерләнеп йөрөгәндә Ольга шылтырата:
– Һеҙҙең берегеҙгә эш бар. Бер ҡарсыҡты ҡарарға кәрәк. Мәскәү үҙәгендә фатирҙа йәшәй. 40 000 һум түләйәсәктәр.
– Оля, ҙур рәхмәт, әммә миңә тыуған ҡалама юлланырға кәрәк. Улымды балалар баҡсаһына алып килергә ҡушалар, юғиһә урыныбыҙҙы юғалтабыҙ...
– Света ҡалмаймы? Әйҙә, ул эшләһен.
Светаға әйтһәм, шул ғына ҡалған хәҙер, юҡ, бер мыжыҡ әбей ҡарап ултырмам инде, тип кенә ҡуйҙы...
Был хәлгә байтаҡ ваҡыт үтте. Ҡырға эшкә ынтылыусылар, барыу­сылар һәр ваҡыт буласаҡ. Әле күпләп Себергә, Сабетаға эшкә баралар. Эйе, хәҙерге заман талабы, нужа йөрөтә. Был осраҡта уяулыҡ, сослоҡ бик кәрәк. Гелән генә уңыштар ҙа булып тормаҫ. Мәҫәлән, шул уҡ Мәскәү кеүек эре мегаполиста ҙур аҡса уралһа ла, лайыҡлы эш хаҡы түләнгән урынды табыуы бик ҡатмарлы, икеле. Етмәһә, мутлашыусылар күп.
Бына шулай бер аҙ ситтә эшләп йөрөүселәрҙең яҙмышын күреп, ситтәге тормоштоң әсеһен-сөсөһөн татып алынды. Ул миңә хәҙер төштө генә хәтерләтә...
Земфира ҒИРФАНОВА.
Сибай ҡалаһы.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға