«Йәшлек» гәзите » Махсус биттәр » Гөлөгөҙ һәйбәт үҫһен тиһәгеҙ…



11.01.2018 Гөлөгөҙ һәйбәт үҫһен тиһәгеҙ…

Гөлөгөҙ һәйбәт үҫһен тиһәгеҙ…Тәҙрә төбөндәге гөл йортобоҙҙо йәмләй, кәйефебеҙҙе күтәрә. Әммә уның да ауырыған, ял иткән сағы була. Беҙ һыуһыҙ тора алмаған кеүек, гөлдөң дә йәшәү сығанағы – һыу. Өйҙәге йәшеллек күпереп, матур булып үҫһен өсөн уға һыуҙы дөрөҫ һибергә, ашламалар менән даими туҡландырып торорға кәрәк.
Ҡала шарттарында крандан алынған хлорлы һыуҙы бер тәүлек ябылмаған һауытта тотҡандан һуң ғына һибергә ярай. Һыуҙың температураһы бүлмәнеке менән бер төрлө булырға тейеш. Һалҡын һыу гөлдөң тамырын зарарлай, сирләүенә, бөрөләрҙең ҡойолоуына сәбәпсе була.

❆ Йәйгеһен – ямғыр һыуы, ҡыш ҡар һыуы һибегеҙ.
❆ Эзбизле, йәғни артыҡ ҡаты һыу гөлдөң дошманы. Һыуҙы йомшартыу өсөн һибер алдынан бер нисә семтем лимон кислотаһы һалып болғатырға йәиһә бер би­ҙ­рә һыуға 100 г торф һалып тоторға кәрәк. Шулай уҡ минераль ашлама ҡушып та һибергә ярай. Тупраҡтың өҫтөн генә сылатып һыу һибеү зыянлы. Дым һауыттың төбөнә тиклем барып етмәйәсәк.
❆ Ҙур һауыттағыға ҡарағанда бәләкәйендә тупраҡ тиҙерәк кибә.
❆ Йәйге эҫе, ҡоро көндәрҙә бүлмә гөлдәренә һыуҙы иртәле-кисле һибегеҙ.
❆ Һыу әйләнеше яҡшы булһын өсөн тупраҡты даими йомшартып тороғоҙ.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға