«Йәшлек» гәзите » Махсус биттәр » Йондоҙнамә (8-14 ғинуар)



09.01.2018 Йондоҙнамә (8-14 ғинуар)

Йондоҙнамә (8-14 ғинуар)
Ылаҡ (22.12 – 20.01)
Аҙнаны һәйбәт кәйеф менән үткәрерһегеҙ. Мәл тәнде һауыҡтырыу өсөн уңайлы. Үткән ваҡиғаларҙы барлап, уларҙан киләсәккә тейешле фәһем-тәжрибә туплаһағыҙ, бик яҡшы булыр ине. Кешегә артыҡ ышаныуығыҙ ҙа йыш зыян килтерер һымаҡ.

һыуғояр (21.01 – 19.02)
Шишәмбеләге ваҡиғаларҙан һуң хәлегеҙ ҡапыл үҙгәреп китер. Шулай ҙа һеҙҙең өсөн барыһы ла яҡшы тамамланыр. Ошо арала ниндәйҙер милеккә ҡағылған етди мәсьәлә менән булышырға тура килер.

Балыҡ (20.02 – 20.03)
Төп эшегеҙҙә абруйығыҙ мотлаҡ артыр. Үҙ көсөгөҙгә генә таянырға тырышығыҙ, икенсе кешеләрҙең ярҙамы ҡамасаулар ғына. Бәғзеләр элек боҙолған араларығыҙҙы яңынан яйлар, моғайын. Кесе йомала етди һәм файҙалы һөйләшеү булыуы ихтимал.

Ҡуҙы (21.03 – 20.04)
Аҙна өмөтлө булыр, унан мотлаҡ ҡәнәғәт ҡалырһығыҙ. Үҙегеҙгә оҡшамаған эш менән булышырһығыҙ. Барыһы ла һәйбәт барыр. Иң ҡатмарлы мәсьәләләр ҙә еңел сиселер. Йомала һәйбәт яңылыҡ ишетерһегеҙ.

Буға (21.04 – 21.05)
Был аралағы ваҡиғалар ҡайһы бер ҡараштарығыҙҙы үҙгәртергә мәжбүр итер. Алдығыҙҙа ниндәйҙер мөмкинлектәр асылыр, ләкин ниндәйҙер ҡаршылыҡтар улар менән файҙаланырға бирмәҫ. Иң өмөтлө көндәрегеҙ – шаршамбы һәм шәмбе.

Игеҙәктәр (22.05 – 21.06)
Был аҙнала шикле кешеләр менән аралашыуҙан, яҙыҡ эштәр менән булышыуҙан ары тороғоҙ. Был арала төшөгөҙҙә ҙур балыҡ күрһәгеҙ, мотлаҡ яҡын арала байып китерһегеҙ. Ҡайһы бер дуҫтарығыҙ үҙҙәренең ышанысһыҙлығын күрһәтер.

Ҡыҫала (22.06 – 23.07)
Аралашыуҙар күп булмаҡсы. Уларҙың ҡайһылары әллә ни ҡыуандырмаҫ кеүек. Ғөмүмән, бар эшегеҙ ҙә ҡыйынлыҡ менән барыр. Кәрәкле мәғлүмәттәрҙе табыу, тейешле кешеләр менән осрашыу ауыр булыр.

Арыҫлан (24.07 – 23.08)
Осор төрлө мәшәҡәт менән башланып китер. Шаршамбыла юҡ-бар сәбәптән кәйефегеҙ төшөр. Быға бирешмәҫкә тырышығыҙ. Йомала етди ҡағыҙҙар менән эш иткәндә үтә иғтибарлы булырға кәңәш ителә.

Ҡыҙ (24.08 – 23.09)
Был арала бәғзеләр ҡайһы бер мәсьәләләрҙе хәл итеү юлдарын аңлар. Ваҡытығыҙҙы әүҙем үткәрерһегеҙ. Аралашыуҙар ҙа файҙалы булмаҡсы. Элек боҙолған мөнәсәбәттәрҙе яңынан еңел ялғарһығыҙ. Күберәк ял итергә тырышығыҙ.

Үлсәү (24.09 – 23.10)
Шишәмбелә ниндәйҙер ашығыс эш килеп сығыр. Уны башҡарғанда үҙегеҙгә файҙалы булған күп нәмә хаҡында белерһегеҙ . Йондоҙҙар буйҙаҡтарға иғтибарлыраҡ һәм ҡыйыуыраҡ булырға ҡуша.

Саян (24.10 – 22.11)
Матди ҡыйынлыҡтар осрап торор. Улар ҡайһы бер мәсьәләләргә ҡарашығыҙҙы үҙгәртергә мәжбүр итер. Нисек кенә ауыр булмаһын, бурысҡа инмәҫкә тырышығыҙ. Шаршамбыла кемдер һеҙгә уйламағанда дәғүә белдерер.

Уҡсы (23.11 – 21.12)
Төп эшегеҙҙә ниндәйҙер ҡытыршылыҡтар килеп сығыр. Ныҡлап уйлағанда, был хәлдә үҙегеҙҙең дә байтаҡ ғәйебегеҙ бар һымаҡ. Быны танып, хәлдәрҙе ҡаршылыҡҡа еткермәүегеҙ дөрөҫ булыр. Дуҫығыҙ ваҡытлы һәм файҙалы кәңәш бирер.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға