«Йәшлек» гәзите » Махсус биттәр » Петардалар менән һаҡ булығыҙ!



29.12.2017 Петардалар менән һаҡ булығыҙ!

Петардалар менән  һаҡ булығыҙ!Бенгал уттары һәм башҡа шартлатҡыстар Яңы йылдың мотлаҡ бер өлөшөнә әйләнде. Бына бөгөн дә магазин кәштәләре «утлы» уйынсыҡтарҙан һығылып тора. Әммә бәләкәй генә «бомба»ның ҙур бәләгә килтереү ихтималлығын оноторға ярамай.

Шуныһын хәтерҙә то­тоғоҙ: пиротехник тауарҙы сауҙа селтәренең һатыу лицензияһына эйә булған махсус магазиндарҙан ғына һатып алырға кәрәк. Урам киосктарына, ғәҙәттә, ялған тауар килеп эләгә. Үҙебеҙҙә етештерелгәнен һатып алыу яҡшыраҡ. Сит илдән килтерелгән тауарға рус телендә инструкция бирелергә тейеш. Унда изделиены ҡулланыу алымдары, һаҡлау шарттары, әҙерләнгән ваҡыты, ҡулланырға мөмкин булған ваҡыты, етештереүсенең реквизиттары һәм сертификатланыуы тураһындағы мәғлүмәттең мотлаҡ күрһәтелеүе шарт. 16 йәше тулмаған ба­лалар­ға закон буйынса пиротехник тауарҙарҙы һатыу тыйыла.
Фатир эсендә петардалар шартлатыу йәки фе­йер­верктар ойоштороу үтә ҡурҡыныс. Фейерверктар өсөн 100 квадрат метрҙан да кәм булмаған майҙандан да яҡшыһы юҡ. Эргә - тирәлә ағастар, йорттар, аҫылынып торған сымдар булмаһын. Петарданы ҡулланыр алдынан мотлаҡ инструкцияһы менән танышып сығығыҙ. Балалар үҙҙәре генә булғанда, бенгал уттарын ҡабыҙыу һәм петардалар шартлатыу тыйыла. Күмәк саралар үткәрелгән урын янғын һүндереү өсөн кәрәк- яраҡ менән тәьмин ителергә тейеш.
Яңы йыл – барыбыҙҙың да яратҡан байрамы. Әммә барлыҡ хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен һаҡлағанда ғына ул күңелле иҫтәлектәр ҡалдырасаҡ.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға