27.12.2017 Шыршы энәләре ҡойолмаһын тиһәгеҙ…
Шыршыһыҙ Яңы йыл буламы инде? Бигерәк тә балалар был байрамды түҙемһеҙләнеп көтә. Ысынлап та, шыршыһыҙ нисектер байрам байрамға ла оҡшамай.
Әлбиттә, күптәр яһалмаһын да ала. Байрам яҡынлашыуға уны тиҙ генә һаҡланған урынынан сығара һалып, ҡупшы итеп биҙәп ултыртып та ҡуялар. Әммә йәшел ҡупшыҡайҙы урмандан ҡырҡып алып ҡайтыусылар ҙа юҡ түгел. Урмандыҡы үҙенең хуш еҫе, матурлығы менән һушты алһа, бер аҙна үтеүгә энәләрен ҡоя ла башлай. Яңы йыл символын нисегерәк оҙағыраҡ һаҡларға?
Шыршы биҙәр алдынан уны бер аҙ тоҙ, шәкәр, бер-ике аспирин төймәһе һалынған һыулы биҙрәгә ултыртығыҙ.
Шыршы ултыртырға ағас крестовинаны ҡулланығыҙ. Ағасты глицерин иҙмәһендә тотоп алығыҙ. Шунан һуң ҡырҡылған урынына иретелгән парафин ҡойоғоҙ. Әгәр ҙә шыршығыҙҙың өйөгөҙҙө оҙағыраҡ йәмләүен теләһәгеҙ, олонон бер аҙ урталай ҡырҡып, һыулы йөн сепрәк тығығыҙ. Уны һыу менән сылатып торорға онотмағыҙ.