«Йәшлек» гәзите » Махсус биттәр » “Йәшлек” менән ҡартлыҡ сигендә



26.12.2017 “Йәшлек” менән ҡартлыҡ сигендә

“Йәшлек” менән ҡартлыҡ сигендәОло йәштә булһаҡ та, “Йәшлек” гәзитен яратып уҡыйбыҙ. Ҡатыным Зифа Айытбай ҡыҙы Илдар Ғәбитовтың кроссвордтарын көтөп ала. Беҙгә бигерәк тә “Тормош һабаҡтары”, “Сәйәсәт”, “Хәтер”, “Сәләмәтлек” рубрикалары оҡшай.
Матбуғат менән мәктәп йылдарынан дуҫмын. Сермән урта мәктәбендә уҡығанда “Йәш хәбәрселәр” түңәрәгендә Сафуан Әлибаев, Тайфур Сәғитов менән бергә булдым. 1951 – 1952 йылдар­ҙан “Ленинсы” гәзитен алдырып киләм. Шуныһы иҫемдә: йәш хәбәрселәргә ниндәй темаға мәҡәләләр яҙырға исемлек бирелә торғайны. 10-сы синыфты тамамлағас, әсәй-атайым оло булыу сәбәпле, ауылда тороп ҡалдым. Төрлө урында эшләгәс, 1982 – 1999 йылдарҙа ауыл советы рәйесе, аҙаҡтан хакимиәт башлығы булып эшләнем. Ике тапҡыр V – VI Республика ауыл хәбәрселәре съезында ҡатнаштым. Шул ваҡытта республикабыҙҙың юғары наградаһы – Почет грамотаһы менән бүләкләндем. Хаҡлы ялға сыҡҡас, ветерандар ойошмаһын етәкләнем. Әле лә уға ярҙам итәм.
Бөгөн райондың “Урал” гәзитенең иң оло хәбәрсеһемен. Китапхана хеҙмәткәрҙәре менән яҙыусыларҙың юбилейҙарын мәктәп уҡыусылары менән берлектә үткәреп торабыҙ. Мәҫәлән, ошо көндәрҙә яҡташыбыҙ, шағир Әхмәҙин Әфтәхтең юбилейы айҡанлы кисә үткәр­ҙек.
Ғаилә хәленә килгәндә, хәләлем менән бергә йәшәүебеҙгә 60 йыл тулды. Тормош иптәшем мәктәп китапханаһында эшләп, хаҡлы ялға сыҡты. “Хәтирә” фольклор ансамбле ағзаһы. Парижға барып, Эйфель башняһын күреп ҡайтты. Яҡшылыҡҡа шатланабыҙ, эскелеккә, эш юҡ, тиеүселәргә зарланабыҙ. Донъялар имен торһон!
“Йәшлек”тең тиражы 10 меңгә етеүен теләп ҡалам.

Солтан СИРАЖЕТДИНОВ.
Белорет районы,
Сермән ауылы.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға