«Йәшлек» гәзите » Махсус биттәр » Хужабикәгә кәңәш (15.12.2017)



18.12.2017 Хужабикәгә кәңәш (15.12.2017)

Хужабикәгә кәңәш (15.12.2017)
- Табаны сәй төпрәһе менән һөртһәң, ундағы балыҡ һәм һуған еҫе тиҙ бөтә.

- Боҙола башлаған итте һуған менән ҡыҙҙыралар. Ул иттең еҫен бөтөрә һәм тәмләндерә.

- Теләһә ниндәй бутҡаны тиҙ һәм еңел генә бешереп алырға теләһәгеҙ, кистән ҡайнар һөткә һалып ҡалдырығыҙ, һыуға һалһағыҙ ҙа ярай. Ә иртән «ярымфабрикатты», тоҙ һәм тәменә ҡарап шәкәр өҫтәп, ҡайнатырға ғына ҡала.
- Һөттө 20 минут самаһы йоҡа кәстрүлдә ҡайнатһаң, ул ҡыҙыл төҫкә инә. Унан шулай ряженка яһарға мөмкин.

- Һепертке сыҙамыраҡ булһын өсөн, уның конуслы өлөшөнә эластик бинт кейҙерәләр. Ошолай эшләгәндә сыбыҡтары һынмаясаҡ.

- Кер йыуа торған автомат машинаның стеналарына юшҡын ултырһа, уны һеркә ҡушылған һыу менән йыуалар йәки лимон кислотаһы һалып әйләндереп алалар.

- Аш бүлмәһендәге таҫтамалдарҙы таҙартыу өсөн тәүҙә уларға кер һабыны һөртөгөҙ ҙә, бе­лизна ҡушыл­ған эҫе һыуға ебетергә һалығыҙ. 10 – 15 минуттан йыуып алыр­ға ла бу­ла. Ныҡ бысранғандарын, өс ҡалаҡ водород перекисен биш литр һыу­ға өҫтәп, ошо иретмәлә 30 – 40 минут ебетегеҙ. Һуңынан кер һабыны менән ышҡып йыуығыҙ.

- Бүлмәлә төтөн еҫен бөтөрөү өсөн губка элеп ҡуйырға кәрәк.

- Яңы һатып алынған келәмде 1,5 – 2 ай саң һурғыс менән таҙартырға ярамай. Уны еүеш сепрәк уралған һепертке менән һеперегеҙ.

- Аш бешергәндә һурпаға һуған һалһаң, ул үтә күренмәле була.

- Асыҡ һауала йоҡлағанда әйләнә-тирәгә нишатыр спиртында сылатылған ҡағыҙ ҡуйып ятһағыҙ, янығыҙға бер бөжәк тә килмәҫ.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға