«Йәшлек» гәзите » Махсус биттәр » Эй ҡыҫҡа ғүмерҙәр!



25.12.2010 Эй ҡыҫҡа ғүмерҙәр!

Ысындан да, ғүмерҙәрҙең ни ҡәҙәре тоҡослоғо! ҡыш әле уҫаллана ғына бара, ә инде ҡояш йөҙө менән яҙға ҡарай боролоп та өлгөрҙө. Шыршыларҙың әскелтем еҫе танау­ҙы ҡытыҡлай, ылыҫ тәлгәштәрендә, аҡ мамыҡ шикелле иҙрәп, селт-аҡ ҡар ята. Яңы йыл байрамдарының йыр-моңо, ҡыңғырау сыңдарына ҡушылып, йөрәктәрҙе хисләндерә.
Бәхет менән бәхетһеҙлек һәр ваҡыт ҡушарлап йөрөй. Йөрәгеңдә ҡайнаған уйҙарыңды аҡ ҡағыҙға һибеп, уҡыусыларың алдына һала алыу – яҙған кеше өсөн бәхет. Донъя ҡазаларын, һыҙланыу һәм бәләләрҙе күреп тә, шул бәлә-ҡазаларға дусар булған кешеләргә ярҙам ҡулы һуҙа алмау – бәхетһеҙлек. Сирлеләрҙе беҙҙең йәлләү генә һауыҡтыра алмаған кеүек, урамдағы теләнселәргә хәйер биреп кенә уларҙың кешелек дәрәжәһен ҡайтара алмабыҙҙыр.
Кеше үҙ яҙмышын, кәлтә йылан үҙ ҡойроғон өҙөп ҡалдырған шикелле, еңел генә ташлап китә алмай. Яңы йыл алдынан һәм байрам табындарында бер-беребеҙгә: «Һәммә насарлыҡтар иҫке йылда тороп ҡалһын, яңыһын сабый бала сафлығы менән башлайыҡ, күңелдәрҙе ҡаралатмай йәшәйек!» – тигәнерәк теләктәр әйтһәк тә, тормоштоң яҡшыһы ла, яманы ла, бер тотам да ҡалмай, яңы йылға ла эйәреп сығыр ул.
Тауҙар ҙа, шөкөр, әлеге йылғыса бейек һәм мәғрур ҡалыр, диңгеҙҙәр ҙә боронғоса бер дауыллы, бер һил булыр. Икмәк, тәбиғи, хакимға ла, хадимға ла кәрәк. Иртәнге һәм киске шәфәҡтәрҙең алһыулығы һаман да берсә һоҡландыра, берсә хафаға һала.
Баҡһаң, ике мең дә ун беренсе йылға йәнә һис үҙгәрешһеҙ, ҡото­рон­ған донъя, хаттин ашҡан ғәҙәттәр һәм тау хәтлем проблемаларыбыҙ менән аяҡ баҫабыҙ икән.
Рәсәйҙә бер ваҡытта ла халыҡ тыныс һәм мохтажлыҡһыҙ тормошта йәшәй алманы. Сираттағы кәртәне, Аллаға шөкөр, үттек, тигәндә генә юлбашсыларыбыҙ халыҡ алдына уның бейегерәген ҡороп ҡуя. Әле күптән түгел генә дефицит тауар һәм колбаса өсөн сираттарҙа йәнен ҡыйған ҡарт-ҡамҡы, чиновниктар менән депутаттарҙы ҡарғай-һүгә, бүтән, бюрократия тыуҙырған сираттарға теҙелә. Ғөмүмән, ил тормошо ябай халыҡтың йәшәү өсөн туҡтау белмәҫ көрәш аренаһына әйләнде. Ни өсөн тигәндә, ер мәсьәләһе лә, пенсия реформаһы ла, торлаҡҡа хаҡтар ҙа – дәүләт иғтибар иткән һәр нәмә тиерлек, һуңғы сиратта, халыҡтың тормошон еңеләйтмәй, бәлки йәнә бер проблема булып ҡына әүерелә.
Донъяла ҡоласлы ваҡиғалар бара һәм уларҙың күп өлөшө Рәсәйгә ҡағылмай үтмәй. Бер генә дәүләт һәм ҡәүем дә үҙ сиктәренә бикләнеп йәшәй алмай. Халыҡ-ара ойошмалар, йәмәғәтселек теләһә ҡайһы илдә лә ниндәй процестар барыуын күҙәтеп кенә тора. Йәмәғәтселек фекеренең дәүләттәр сәйәсәтенә йоғонтоһоноң йылдан-йыл көсәйә барыуын беҙ Көнбайыш миҫалында күрәбеҙ. Бүтәндәр фекеренә бигүк илтифат итеп бармаусы Америка ҡушма Штаттары ла ваҡыты-ваҡыты менән йәмәғәтселеккә әйләнеп ҡарарға мәжбүр. Шул уҡ мәлдә Рәсәйҙә ижтимағи фекерҙе ишетергә теләмәү, эшлекле оппозицияны формаль хәлгә ҡалдырыу һәм авторитар типтағы сәйәси ҡоролош булдырырға ынтылыу көсәйә бара.
Тәбиғи, американдар кеүек көслө һәм бай кешеләр, үҙебеҙгә бөтә нәмә лә рөхсәт ителә, тип һанарға өйрәнгән. Иҡтисади, хәрби һәм технологик йәһәттән ғәйәт алға киткән АҡШ дәүләттәр һәм халыҡтар араһында булырға тейешле ғәҙәти мөнәсәбәттәрҙе хәҙер һанламай. Ҙур һәм ғәйрәтле кеше, ҡағиҙә булараҡ, көсөн күрһәтмәҫкә, тыйнаҡ булырға тырыша. Америка иһә хәҙерге осорҙа вестерндарҙа һүрәтләнгән кольт наганлы һәм һәр саҡ һуҡмыш ковбойға оҡшап ҡалды – һүҙе түгел, килеш-килбәте күңеленә ятмаһа ла ул теләһә кемде атып йыға ала. Донъяның ҡайһы тарафында, ниндәй илдә, Америка ҡушма Штаттары етәкселәре фекеренсә, сәйәси ҡоролош «Көнбайыш стандарттарына» йәки «демократия ҡиммәттәренә» тура килмәй, шунда тәртипте мәкер йә көс менән урынлаштырырға мөмкин. Афғанстан, Ираҡ, ә унан алдараҡ Көнсығыш Европа илдәрендә, Югославияла булған ваҡиғалар – быға асыҡ миҫал.
Әммә, мәғлүм булыуынса, донъяла бер нәмә лә мәңгелек түгел. Террорлыҡҡа ҡаршы көрәш һылтауы менән бөтә Ер шарын шантажлау сәйәсәте Америкаға ҡарата нәфрәтте көсәйтә. Ә мосолман, бигерәк тә Ислам динен үҙ иткән халыҡтар йәбер-золомдо тиҙ онотмай, ҡондо быуындан-быуынға аманат итеп бирә. Ошо күҙлектән ҡарағанда, АҡШ-тың проблемалары алда әле.
Әлбиттә, Америка Обама йәки миллиардер­ҙарҙан ғына тормай. Уның ғәжәйеп тырыш һәм талантлы, американдарса ғына фекерләүсе, ләкин башҡалар менән дә ихлас аралаша алырлыҡ бөйөк халҡы бар. Мөлкәт, глобаль сәйәсәт менән күҙе томаланған етәкселәре булмаһа, Американың матди, интеллектуаль һәм технологик хазиналары бөтә донъя халыҡтарына ла хеҙмәт итә алыр ине. Ә хәҙергә... Егерменсе быуат ахырында Советтар Союзын бөтә донъяны коммунистик идеологияға буйһондорорға тырышыуҙа ғәйепләгән АҡШ етәкселеге бөгөн үҙе донъя менән яңғыҙы ғына идара итмәксе. Дөрөҫөрәге, был индустриаль дәүләткә, үҙенең сәнәғәт етештереүен һаҡлап ҡалыу өсөн арзан сеймал запастарын өҙ­лөк­һөҙ тулыландырыу кәрәк. Амери­каның тышҡы сәйәсәте, төрлө фразеология шаршауына ышыҡланып, ғәмәлдә шул маҡсатта эшләй. Бүтән халыҡтарҙың мөстәҡиллеге, демократик ҡиммәттәрҙең тантана итеүе – бер ҡатлы кешеләрҙе алдау өсөн әйтелгән һүҙ генә. Американы әлегә бер нәмә лә айыҡтыра алмай. Ираҡ дәүләтселеген емереү, халҡын ҡырыу ҙа был дәүләтте оялтманы. Хатта 2001 йылдың сентябрендә кисергән оло ҡаза ла һабаҡ булманы. Ғүмер булһа, «Айбағар» рубрикаһында халыҡ-ара мәсьәләләргә ҡабат-ҡабат әйләнеп ҡайтырбыҙ әле. Ә тышҡы сәйәсәт хаҡында һүҙ сыҡһа, АҡШ-ты урап үтеү мөмкин түгел.
Ошо мәлдә Рәсәйҙең урыны ҡайҙа? Ул – «һалҡын һуғыш» барышында еңелгән, киләсәге әллә ни төҫмөрләнмәгән һәм халҡы юҡҡа сыға барған ил. Дуҫтарыбыҙ ҙа аҙ, сөнки көсһөҙ дуҫтар бер кемгә лә кәрәкмәй. Арҡаҙаш булып йәшәргә тейешле Украина, Белоруссия менән дә мөнәсәбәттәр тотороҡло түгел. Беҙ ҡорал һатҡан Һиндостан, Иран менән ҡытайҙан башҡа Рәсәй ғәмәлдә бер кемде лә ҡыҙыҡһындырмай. Дуҫтар булмағас, дошмандар бихисаптыр, тип уйларға кәрәктер. Төп заманыбыҙ – глобаль «Көнбайыш проекты». Ул заманында Советтар Союзына ҡаршы торҙо һәм, ахыр килеп, уны емерҙе. «Көнбайыш проекты» үткән быуаттың аҙағында АҡШ-ты ғына түгел, бәлки Европаны, Японияны ла үҙ йоғонтоһо аҫтында тотто. ҡытай иһә, Көнбайыш иҡтисады моделен һайлаһа ла, сәйәси йәһәттән мөстәҡил булып ҡалды. Дөрөҫ, әлеге проект оҙаҡ йәшәй алманы, унан Евросоюз да, Америка үҙе лә тиҙерәк сығыу сараһын күрҙе. Америка, долларҙы осһоҙландырып һәм донъя иҡтисадына ярҙам итеү йөгөн үҙ өҫтөнән ташлап, иҡтисадын ҡотҡарып ҡалырға тырыша. Шулай ҙа Америка элекке ҡеүәтен ҡайтара алмаясаҡ һәм бер ни ҡәҙәр донъяла хәҙер Рәсәй уйнаған ролде башҡарасаҡ. Авианосецтары булһа ла, Вашингтон үҙенең «мин-мин»леген һәм иҡтисадын ҡәнәғәтләндерерлек ҡорбан таба алмаясаҡ. Афғанстан менән Ираҡ – үткән этап, ә Иранға Американың теше үтмәйәсәк. Иҡтисадын бер ни ҡәҙәр рәтләп тирә-яғына күҙ һалһа, Америка ҡытай, Европаның уға дошман икәнен күрәсәк. Ә Ислам донъяһы хаҡында әйтеп тораһы ла юҡ.
АҡШ-тың потенциаль союздашы... Рәсәй булыуы бик ихтимал. Сөнки 15 – 20 йылдан ҡаҙағстан нефтенә килеп етәсәк ҡытайҙы, Украинаны йотоп барған Евросоюзды һәм бөтә донъяны дер һелкетеүсе Исламды бер юлы тотоп торорлоҡ көс – Рәсәй генә. Барак Обама быны аңлай һәм Рәсәй менән уҙаҡташлыҡты һаҡларға тырыша.
Донъяла ҡытай факторы көсәйә бара, һәм был оҙайлы процесс. Ул әле ниндәй юлдан китәсәген аныҡ ҡына һайламаған. Шулай ҙа ҡытай милли империя идеяһына өҫтөнлөк бирә һәм үҙенең мәнфәғәттәре зонаһына ингән илдәргә әлегә хәүефле түгел. Үкенескә күрә, беҙҙең Амур йылғаһы ярҙары, Алыҫ Көнсығыш һәм ҡаҙағстан ҡытайҙың иғтибар үҙәгендә. Әммә был да уларҙы баҫып алыуҙы аңлатмай, ә ҡытайҙар ул ерҙәргә аҡрынлап күсеп ултырасаҡ.
Ислам мәсьәләһенә килгәндә, артабан үҫеү өсөн уға технология йәһәтенән алға киткән территорияларҙы баҫып алырға тура киләсәк, юғиһә Ислам донъяһы шул ҡәҙәр халҡын аҫрай алмаясаҡ. Ошондай ерҙәр икәү генә ҡалды – Рәсәй һәм Европа. Европала мосолмандар бик йылдам арта. Франция мәктәптәрендә уҡыусыларҙың яртыһы – мосолман балалары. Әгәр инде Төркиә Евросоюзға инеп алһа, Европаның, ысынлап та, «Европастан»ға әйләнеүе ихтимал.
Хәҙер инде бөгөнгө һүҙгә ҡыҫҡаса ғына йомғаҡ яһайыҡ.
Рәсәй Яңы йылды халҡының рухы ҡаҡшаған, алдағы көндәргә ышанысын ныҡ ҡына юғалтҡан хәлдә ҡаршылай. Халыҡ фекерен өйрәнеүҙә яуаптар өмөтһөҙлөк менән тулы, йә «ышаныс фәҡәт Президентҡа ғына ҡалды инде» тигәнерәк яңғырай. Әгәр оло дәүләттә бар өмөт бер кешегә генә терәлеп ҡала икән, был бик ҡурҡыныс. Ә хөкүмәт, парламент ҡайҙа? Ниңә оппозицияның, матбуғаттың тауышы ишетелмәй? Бәлки, эшлекле тәҡдимдәрҙе, объектив тәнҡитте ишетергә теләүселәр юҡтыр?
Башҡортостандың халыҡ шағиры Әнғәм Атнабаев: «Заман йөҙө тар балаҡта түгел. Тарайыр ҙа балаҡ, киңәйер», – тип яҙғайны. Шағир һүҙе кинәйәле була. Һүҙ, әлбиттә, ыштан тураһында ғына бармай. Ниндәй генә һынауҙарға дусар булһаҡ та, яҙмыш­ҡа ҡол булмайыҡ.

Марсель ҡОТЛОҒӘЛЛӘМОВ.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға