«Йәшлек» гәзите » Махсус биттәр » Ҡамыр ризыҡтары уңһын өсөн



15.11.2017 Ҡамыр ризыҡтары уңһын өсөн

Ҡамыр ризыҡтары уңһын өсөн
Ҡамыр баҫҡан ваҡытта ондо шыйыҡса өҫтөнә һалырға түгел, киреһенсә, шыйыҡсаны әҙ-әҙләп кенә онға ҡушырға һәм яҡшылап болғарға кәрәк.

- 1 стакан шыйыҡсаға май ярты стакандан артыҡ һалынырға тейеш түгел. Юғиһә ҡамыр күпереп бешмәйәсәк.
- Маргарин ҡушып бешерелгән ризыҡ тиҙ генә иҫкермәй.
- Ҡулға йәбешеп торған йомшаҡ ҡамырҙы пергамент ҡағыҙы йәки целлофан менән ҡаплап йәйеү еңелерәк. һалҡын һыу тултырылған шешә менән дә йәйергә мөмкин.
- Кекс асыҡ һары төҫтә булһын өсөн йомортҡа һарыһына бер семтем тоҙ ҡушып туғырға һәм төнгөлөккә шулай ҡалдырырға.
- Әсе ҡамырҙан бешерелгән бәлеш өҫтөнә, әҙер булырға 5 – 10 минут ҡалғас, йомортҡа һылағыҙ һәм баллы һыу бөркөгөҙ. Йомортҡа ҡамырға алтынһыу төҫ өҫтәй.
- Бәлештең эслеген һалыр алдынан йәйелгән ҡамыр­ға бер аҙ крахмал һипһәгеҙ, эслек ағып сыҡмаясаҡ.
- Ҡамырҙы йәйгән таҡтаға он урынына үҫемлек майы һөртөргә лә була.
- Ҡамыр аштарын башта майларға, унан һуң шәкәр һибергә кәңәш ителә. Киреһенсә эшләһәң, шәкәр тиҙ генә иреп, майға һеңәсәк.
- Әҙер бәлеште мейестән алғас, дымлы салфетка йәйелгән таҡтаға ҡуялар һәм 15 минут дымлы таҫтамал менән ҡаплап торалар.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға