«Йәшлек» гәзите » Махсус биттәр » Хужабикәгә кәңәш



23.10.2017 Хужабикәгә кәңәш

Хужабикәгә кәңәш
- Манный ярмаһын һалҡын һыуҙа ебеткәндән һуң ҡайнар һөткә һалһаң, бутҡаның төйөр­ҙәре таралып, йомшаҡ булып бешер.
- Дөгө ярмаһын бешергәндә шәкәр ҡушырға ярамай, ул ҡата.
- Ҡарабойҙайҙы бешергәндә – 1:2, дөгөгә 2:3 иҫәбенән һыу һалалар. Болғатырға, һауыттың ҡапҡасын асырға ярамай. Бутҡа үҙ парында тәмле булып бешә.
- Фасоль бешергәндә һыуға бер ҡалаҡ көнбағыш майы һалһағыҙ, йомшаҡ булыр.
- Сәскәле кәбеҫтәне тоҙло һыуҙа һауыттың ҡапҡасын япмайынса бешерәләр. Шунда ғына ул аҡһыл төҫөн һаҡлап ҡала.
- Лимондың һуты күберәк бүленеп сыҡһын өсөн, уны бер нисә минутҡа ҡайнар һыуға һалып торалар.
- Помидорҙы ҡайнар һыу менән бешекләһәгеҙ, ҡабығы тиҙерәк әрселер.
- Балыҡты үҫемлек майында ҡыҙҙырып алғандан һуң, өҫтөнә аҡ май һалһағыҙ, тәмле була.
- Бәлешкә әҙерләнгән алма ҡарайма­һын тиһәгеҙ, аш һеркәһе һеңдерелгән салфеткаға төрөгөҙ.
- Тоҙло ҡыярҙың һыуына аҙ ғына горчица һалһағыҙ, ул оҙағыраҡ һаҡланыр.
- Фарш ҡулға йәбешмәһен өсөн уға әҙ генә үҫемлек майы ҡушығыҙ.
- Картуф хуш еҫле булып бешһен өсөн һыуға лавр япрағы, һарымһаҡ, аҙ ғына укроп һалығыҙ. Аҡ май өҫтәһәгеҙ, тиҙерәк бешер.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға