18.10.2017 Йондоҙнамә (16-22 октябрь)
Ылаҡ (22.12 – 20.01)
Ҡатмарлы осор. Дошмандарығыҙ һеҙҙең турала юҡ-бар хәбәр таратыр. Бәғзеләр асыҡ көрәш менән булышыр, бәлки. Бер аҙ түҙергә тура килер. Йомала ишеткән яңылыҡ мотлаҡ күңелегеҙҙе күтәрер.
һыуғояр (21.01 – 19.02)
Күптәрҙең кеше араһында булыуы, үҙҙәрен ыңғай яҡтан күрһәтеү теләге көсәйер. Был, әлбиттә, насар түгел, ләкин өҫтәмә сығым талап итер. Аралашҡанда һәр саҡ иғтибарлы булығыҙ. Һеҙҙең һүҙҙәрҙе боҙоп йәки арттырып күрһәтергә теләүселәр юҡ түгел.
Балыҡ (20.02 – 20.03)
Төп эшегеҙҙә ҡыйынлыҡтар һағалай һымаҡ. Бәғзеләр менән уртаҡ тел табыуы ауырлашыр. Иң ауыр хәлдә лә бурысҡа инергә кәңәш ителмәй. Үҙегеҙ ҙә бер кемгә лә аҡса бирмәҫкә тырышығыҙ. Аҙна аҙағы бик һәйбәт үтергә тейеш.
Ҡуҙы (21.03 – 20.04)
Осор уңышлы һәм тыныс килер кеүек. Артыҡ көтөлмәгән хәл-ваҡиғалар ҙа булмаҫ, моғайын. Бөтә аралашыу ҙа бик өмөтлө булырға оҡшай. Тап ошо арала яҡшы таныштарығыҙ ярҙамы менән ниндәйҙер мөһим эште башҡара алырһығыҙ.
Буға (21.04 – 21.05)
Күптәрҙе ҡатмарлы көндәр көтә. Бәғзеләр юҡ-бар артынан ҡыуып, аҡсаһын һәм ваҡытын әрәм итеүе ихтимал. Йондоҙҙар был арала ағымдағы эштәр менән булышырға кәңәш итә. Ҙур эштәр әлегә көтөп торһон.
Игеҙәктәр (22.05 – 21.06)
Барыһы ла һәйбәт барыр һымаҡ. Тик ҡайһы бер етди мәсьәләләрҙә яңылыш алданыуығыҙ мөмкин. Был йәһәттән шишәмбелә уяуыраҡ булығыҙ. Кесе йомала яҡын кешегеҙ менән юҡҡа һүҙгә килешеүегеҙ бар. Йомала ниндәйҙер уңыш кисерерһегеҙ.
Ҡыҫала (22.06 – 23.07)
Йәмәғәт эштәрендә мотлаҡ уңырһығыҙ. Бәғзеләрҙең был йүнәлештән юғары вазифала эшләп китеүе лә ихтимал. Элегерәк алған белемегеҙҙең бөгөн бик кәрәк булыуы бар. Ғөмүмән, төп эшегеҙҙә бөтәһе лә һәйбәт барыр.
Арыҫлан (24.07 – 23.08)
Был арала күберәк үтеп киткән ваҡиғаларҙы барларһығыҙ, моғайын. Ҡайһы бер тейешле йомғаҡтар ҙа яһарһығыҙ. Алған тәжрибәгеҙ киләсәктә ярҙам итер. Аҙна барышында етди һәм мөһим эштәргә тотонмауығыҙ хәйерле.
Ҡыҙ (24.08 – 23.09)
Был арала сығымдарығыҙға ҡарата иғтибарлыраҡ булығыҙ. Аҡса мәсьәләләрендә тәжрибәле кешеләрҙең һүҙенә ҡолаҡ һалығыҙ. Ваҡ-төйәк уңышһыҙлыҡтарҙан күңелегеҙ төшмәҫ, моғайын. Бик тиҙҙән яҡшы көндәр килер.
Үлсәү (24.09 – 23.10)
Осорҙоң тәүге яртыһы аралашыу, араларҙы яйға һалыу өсөн бик уңайлы. Әллә ни ҙур булмаған уңыштар, ыңғай ваҡиғалар ҙа булыр. Шаршамбынан һуң эштәрегеҙ күбәйер, үҙегеҙгә ял биреү тураһында онотмағыҙ.
Саян (24.10 – 22.11)
Һуңғы сығымдар кеҫәгеҙҙе һиҙелерлек таҡырайтты, буғай. Әйткәндәй, уларҙан әллә ни файҙа ла булманы һымаҡ. Аҙнаны тыныс ҡына, көс-хәл йыйып үткәрергә кәңәш ителә. Йомала кемдер һеҙгә ҡарата үҙенең ҡәнәғәтһеҙлеген белдерер, бәлки.
Уҡсы (23.11 – 21.12)
Осор барышында файҙаһыҙ һөйләшеүҙәр күбәйер. Һәр бер ишеткән яңылыҡҡа ышанырға ашыҡмағыҙ. Уның буш хәбәр булыуы ихтимал. Шаршамбыла ғына теге йәки был хәлгә бер аҙ асыҡлыҡ индерә алырһығыҙ. Ғаилә менән бәйле сығымдарығыҙ артыр.