11.10.2017 Кис ултырып бәйләм бәйләй Әлиә
Кис ултырып ҡыҙҙар сигеү сигә,
Сиккәндәре, беләм, бирнәлек…
Был шиғыр юлдары, бер уйлап ҡараһаң, хәҙерге заман гүзәл затына тап килмәй ҙә кеүек. Билдәле булыуынса, әле ҡыҙҙар күп ваҡытын телевизор, компьютер артында ултырып үткәрә. Бәғзеләр өсөн сигеү, бәйләм бәйләү, ғөмүмән, ҡул эштәре “әсәй-өләсәйҙәр заманындағы эш” һанала. Ысынлап та, хәҙер магазиндарҙа йәнең ни теләй, шул бар: шәлдәр, кофталар, күлдәктәр, бейәләйҙәр… Әммә ҡул эштәре менән ултырыу ниндәйҙер әйберҙең етмәүенән түгел, ә күңел талабы, тип иҫәпләй мин белгән ҡайһы бер ҡул оҫталары. Шундай алтын ҡуллыларҙың береһе – Салауат ҡалаһынан Әлиә Ҡолтаева.
Отҡор ҡыҙ тәүге тапҡыр сигеүгә мәктәптә хеҙмәт дәрестәрендә өйрәнә. Әсәһе ырғаҡ менән бәйләгәндә унда ҡул эштәренә ҡыҙыҡһыныу уяна. Үҙе яңынан-яңы биҙәктәр менән бәйләй башлай.
– Ҡул эштәренә әсәйем маһир. Унан төрлө әйбер бәйләргә өйрәндем. Тәүге эшем эт һүрәте булды. Уны мәктәптә уҡығанда сиктем. Аҙаҡ Ҡазандағы Ҡол Шәриф мәсете лә яҡшы ғына килеп сыҡты. Был эш менән бер йыл тирәһе ултырырға тура килде. Һәр бер яңы нәмә – минең өсөн ҡыҙыҡ һәм оло шатлыҡ. Шуға күрә лә сигеү-бәйләүҙең яңы төрҙәрен үҙләштерергә тырышам. Аҙаҡ, интернеттан ҡарап, йомшаҡ уйынсыҡтар бәйләргә өйрәндем. Таныштарым эшемде күргәс, оҡшатты, заказ бирә башланы. Уйынсыҡтарҙы ваҡыт булғанда бер-ике көндә әҙерләп була, – ти оҫта.
Ул үҙенең эштәрендә һәр саҡ сағыу төҫтәр ҡулланыуҙы хуп күрә. Йәйғор төҫтәренән торған ҡул эштәре күҙҙең яуын алырлыҡ.
– Бәйләүҙән күңел тыныслығы табам. Яратҡан шөғөл кәйефкә лә ыңғай йоғонто яһай. Әйберҙәремде яҡындарыма, әхирәттәремә бүләк итеп бирәм. Үҙ ҡулдарың менән эшләнгән әйбер ҡәҙерлерәк тә тойола. Нисек теләйһең, шулай бәйләп, төрлө биҙәк менән нағышлаһаң, бына тигән картиналар, ҡурсаҡтар яһарға була. Тик буш ваҡытым ғына аҙыраҡ, сөнки эштән арып ҡайтам, бәйләү менән кисен, төндә ултырырға тура килә. Кемгә нисектер, әммә был шөғөл бик оҡшай. Улар минең өсөн гүзәллек өлгөһө булып тора, – ти ул, йылмайып.
Тырыш ҡыҙ, Салауат индустриаль колледжын уңышлы тамамлап, әле һатыусы булып эшләп йөрөй. Әлиәне эшендә лә ихтирам итәләр.
Ысынлап та, уның оҫталығын күреп, бына ниндәй күркәмлек булдыра ала үҙе үк наҙ, гүзәллек, йылылыҡ бөркөп торған ҡатын-ҡыҙ ҡулдары, тип уйлап ҡуяһың. Уға ҡарап һоҡланмау мөмкин түгел.
Гөлнора ЙӘМИЛЕВА.
Автор фотоһы.