05.10.2017 “Минең дә улым булыр ине...”
– Минең дә шундай өлкән улым булыр ине, – тине эске һағыш менән Римма, бер-бер артлы аш бүлмәһенә инеп, уның менән һаулыҡ һорашҡан улдарыбыҙға ҡарап. – Бәлки, ошо ваҡытҡа ейәндәрем дә булыр ине...
Илле биш йәшлек юбилейын үҙенсәлекле – Рәсәй буйлап сәйәхәттә үткәргән Римма беҙгә лә һуғылды. Мин әле Мейәстә, Турғаяҡ күлендә, Троицкиға барышлай һеҙгә инеп сығырға мөмкинме, тип ҡыйыр-ҡыймаҫ шылтыратҡан ҡатынды ихлас күңел менән үҙебеҙгә саҡырҙым. Үҙен ошоғаса тик фотоларҙа ғына күргәнем бар ине, шуға күрешеүебеҙгә бик шатландым. Мәскәүгә күсеп киткән танышымдың сыбыҡ осо туғаны ул (шул танышымдан телефон номерымды алған). Биш-алты йыл элек социаль селтәрҙә үҙе миңә дуҫтарға өҫтәлһә лә, артыҡ хәбәрләшкәнебеҙ юҡ ине. Римма төньяҡ баш ҡалала йәшәй. Бер тапҡыр ҙа кейәүгә сыҡмаған техник фәндәр кандидаты юғары уҡыу йортонда уҡыта. Социаль селтәрҙәге сәхифәһенә ҡарағанда, нескә юморҙы, классик көйҙәрҙе, Чеховты үҙ иткән ҡатын һис тә эре түгел, тыйнаҡ, тотанаҡлы. Уңайһыҙланып ҡына тупһаны аша атлап үтһә лә, өсөнсө сынаяҡ үлән сәйен бушатҡас, тартыныуы күпкә кәмене:
– Миңә һеҙҙә шундай рәхәт, әйтерһең дә, туғандарыма ҡунаҡҡа килгәнмен! Әллә, ысынлап, ҡалырғамы икән бер-ике көнгә?!
– Әлбиттә, ҡалығыҙ! – тинем ысын күңелдән. – Килгәс-килгәс, ҡалабыҙҙың ҡупшылығын, күлдәребеҙҙең гүзәллеген иркенләп ҡарап күрмәйенсә, нисек ҡайтып китәһегеҙ?!
Ихласлығыма ҡояштай балҡығайны. Ләкин улдарыбыҙ менән танышҡас, Римманың кәйефе ҡырҡа үҙгәрҙе – күҙҙәренә йәш тулды:
– Их, минең дә өлкән улым булыр ине бит, – тип ҡат-ҡат ҡабатланы ла ҡабатланы. Уның әсенеүенә ни әйтергә белмәй, аш бүлмәһенең ишеген яптым.
– Әгәр абортҡа бармаған булһам... – Римма тороп, балкон ишеге яңағына һөйәлде. Үтенесле йылмайҙы. – Тәмәке тартырға мөмкинме?
– Юҡ, – тип, башымды һелктем. – Тәмәке еҫен яратмайбыҙ.
– Мин тәмәкесе түгел ул, – тип аҡланды Римма, – әммә ҡайһы саҡ шундай тартҡым килә... Яңылыш йәшәгәнмен мин. Шуға үҙемә толҡа тапмай, өйҙән сығып киттем. Бөтә тормошом хата булған.
Бер ни өндәшмәнем. Әллә майына сыҙай алмаймы, тигәнерәк уй башымдан үтеп китте. Һау-сәләмәт, атай-әсәйем иҫән, тине, эше бар, аҡсаһыҙ түгел, мул йәшәгәнгә оҡшаған. Тағы нимә етмәй уға? Хәйер, ҡасандан алып беҙ етешлекте, муллыҡты бәхеттең синонимына әйләндерергә өлгөрҙөк? Римма уйҙарымды һиҙгән кеүек көрһөндө:
– Зарланырлыҡ та түгел һымаҡ тормошом, күптәр көнләшерлек тә, әммә иң мөһименән мәхрүммен – ни ғаиләм, ни балаларым юҡ.
– Һеҙ һөйкөмлө генә, ни эшләп ваҡытында кейәүгә сыҡманығыҙ, бала тапманығыҙ һуң?
– Иҫәр булғанға. Ғүмер буйы бер ирҙе һөйгәнгә.
– Ә ул? Ул һеҙҙе яраттымы?
– Элек, ул да мине яраталыр, тип уйлай торғайным.
– Ә хәҙер?
– Ә хәҙер, ул мине бер ваҡытта ла яратмаған, тип уйлайым... Беҙ уның менән бер факультетта уҡыныҡ. Мин мәктәптән һуң уҡырға ингәйнем, ул – армиянан һуң. Әллә ни сибәр ҙә түгел, әммә шундай аҡыллы, арабыҙҙа унан да яҡшыраҡ математиканы белгән кеше юҡ ине. Һүҙсән дә түгел. Ғәҙәттә, егеттәр сафсата һатҡанда, ҡыҙҙар менән шиҡанлап уйнап-көлгәндә, ул шым ғына йылмайып торор ине. Тәү күреүҙән үк ғашиҡ та булманым, мәктәптән дуҫлашҡан егетем булғанғалыр, ахыры. Күпселектә уҡыу буйынса ғына аралаштыҡ. Ниндәйҙер теманы аңламаһаҡ, бөтәбеҙ ҙә уға барҙыҡ, тәфсирләп аңлата белде. Үҙ-ара уны “Торна” тип йөрөттөк, сөнки фамилияһы ла Журавлев, үҙе килеп тороп һонтор ҙа, боттары нәҙек, муйыны оҙон. Ҡушаматы менән өндәшһәләр ҙә, үпкәләмәй торғайны. Беренсе курсты тамамлағас, күмәкләп походҡа йыйындыҡ. Техникумда белем алған егетем, барма, ҡал, тип өгөтләһә лә, уны тыңламай, курсташтар менән сығып киттем. Бер кисеүгә еткәйнек, мин аяҡ кейемен сисергә эйелдем. Ә Торна, Римма, әйҙә, мин һине күтәреп алып сығам, тине. Әйҙә һуң, тинем шаярып. Рюкзактарыбыҙҙы икенсе ярға алып барып килде лә, нисектер уңайлы ғына итеп мине күтәреп алды. “Еп-еңелһең”, – тип йылмайҙы. “Һин көслө булғанға шулай еңел күренәм”, – тинем. Кисеүҙе сыҡҡанда, ул яҙа баҫып, саҡ ҡына янтайған мәлдә, һыуға сумыуҙан ҡурҡып, уны ныҡ итеп ҡосаҡланым да, ирендәрем менән муйынына тейҙем. Һәм нисек итеп муйынынан үпкәнемде үҙем дә аңғармай ҡалдым. Торнаның еҫенән башым әйләнде. Эй, рәхәт ине. Беҙ бит егетем менән ҡосаҡлашҡаныбыҙ ҙа юҡ ине, тик етәкләшеп кенә йөрөнөк. Ә бында өлкән егет мине һаҡ ҡына күкрәгенә ҡыҫып, күтәреп алып сығып килә, башың әйләнмәҫ ерҙән әйләнер. Ана шунан башланды ла инде минең һәләкәт. Походта беҙ уның менән бергә картуф әрсенек, ашарға бешерҙек, һуңынан бергәләп һауыт-һаба йыуҙыҡ. Ул мине ҡарап ҡына йөрөттө, бер туҡтауһыҙ минең турала хәстәрлек күрҙе: “Өшөмәйһеңме?”, “Сәй өҫтәйемме?”, “Көрөшкәң ҡулыңды бешермәйме?” Усаҡ тирәләй ултырғанда, иңбашы менән миңә терәлеп ултырҙы. Һуңынан ҡыҙҙар менән палатка эсенә инеп йоҡларға ятҡас, “Торна” килер, айлы төндә йөрөргә саҡырыр, тип көтәүелләнем. Әммә ул килмәне. Көтөүҙәрем аҡланмағанға, уға үпкәләгәндәй йөрөнөм. Егетең бар, нимә уға темеҫкенәһең, тип үҙемде-үҙем әрләйем дә, һаман Торнаға ылығам. Ул да миңә тартыла. Һуңынан, Торна менән йөрөп киткәс, ни эшләп шул ваҡытта һин мине йөрөргә саҡырманың, тип һорағайным, егетең барлығын белә инем, арағыҙға инергә теләмәнем, тип яуапланы. Әлеге аҡылым менән аңлайым – ул һис ҡасан минең менән ысындан яҡынларға теләмәгән, мин иҫәр менән файҙаланған ғына. Әйтемдәгесә, ни балыҡ түгел, ни ит түгел. Сөнки ысынлап яратҡан хәлдә, ир-егет һөйгәнен елкәһенән булһа эләктереп һөйрәп, ЗАГС-ҡа алып бара һала. Ләкин ул ваҡытта был турала уйламаным да, иҫем китеп ғашиҡ булғайным. Походтан йөрөп ҡайтҡас, егетем менән етди һөйләшеп, бик ауыр айырылыштыҡ. Һәйбәт егет ине ул, мине ысынлап яратты. Мәктәпте тамамлауға егерме йыл тигәндә, синыфташтар осрашыуында күрештек уның менән. Ҡатыны менән килһә лә, мине бейергә төшөрҙө. Һин мине шундай ныҡ рәнйеттең, хатта үҙемә ҡул һалырға әҙер инем, тине. Егеттәрҙең күҙ йәше төшә, тиҙәр, әллә уның рәнйеше мине бәхетһеҙ итте ул... Ысынлап та, йүнләп аңлашырға, кешесә айырылышырға ла мөмкин ине бит, әммә ул миңә сат йәбешкәс, әллә ниндәй алама һүҙҙәр менән уны ҡыуҙым, ирлек намыҫына тейҙем. Ярай ҙа, ул үҙендә артабан йәшәп китергә көс тапҡан, юғиһә, уның яҙмышы өсөн дә яуаплылыҡ тойоп, ғүмер буйы үҙемде талар инем. Мин – тәүге мөхәббәте – уның йөрәген яралаһам да, ҡатыны, балалары, ейәндәре менән бәхетле йәшәп ята. Мине иһә Торна бәхетһеҙ итте. Тәүге тапҡыр уның менән ҡауышҡас, ул миңә икенсе көндө үк өйләнешергә тәҡдим яһар, ата-әсәһе менән танышырға алып ҡайтыр, тип уйланым. Тик Торна был хаҡта ләм-мим өндәшмәне. Теләгән ваҡытында килде, теләмәһә, ваҡыты юҡлыҡҡа һылтанды. Артыҡ дәртле түгел ине, айына бер тапҡыр йоҡлаһаҡ, уға шул етә торғайны. Өйләнешеү тураһында үҙем һүҙ сығарырға оялдым. Ауырға ҡалһам, ул миңә барыбер өйләнәсәк, тип көттөм. Ләкин ул саҡта йөккә ҡалманым. Институтты тамамлағас, мине икенсе ҡалаға ебәрҙеләр. Былай ҙа үтә ҡайнап тормаған аралар бер аҙ һыуынғандай тойолдо. Арлы-бирле хатлаштыҡ. Ныҡ һағынып китһәм, ялҡауым килмәй, ялымда үҙем уның янына барҙым. Шулай ҡунаҡханаларҙа осрашып йөрөй торғас, ауырға ҡалдым. Һөйөнөсөмдөң сиге юҡ ине. Һөйгәнемә ошо хаҡта хәбәр иткәс, ул яңылыҡты тыныс ҡабул итте. Ярай, улай булғас, мин һине атай-әсәйем менән танышырға алып ҡайтырмын, тине, әйтерһең дә, ябай бер көндәлек эште хәл итте. Тулҡынланып, күстәнәстәр тейәп, һөйгәнемдең ата-әсәһенә мотлаҡ оҡшарға тырышасаҡмын, тип барҙым. Эйе, ул мине хатта килеп тә алманы, үҙемә барып ишектәрен шаҡырға тура килде. Атаһы мине яҡшы ҡаршы алды, итәғәтле, интеллигент кеше ине. Кейәүгә сыҡмаған утыҙ туғыҙ йәшлек апаһы ла яҡты йөҙ күрһәтте. Ә әсәһе мине тәү күреүҙән оҡшатманы. Танау буйынан ғына миңә уҫал ҡарап, тырт-мырт һөйләште. Үҙемде уның янында ситлектәге кескәй йәнлек итеп тойҙом, тиҙерәк был шыҡһыҙ фатирҙан сығып ҡасырға теләнем. Һөйгәнем өҫтәл артында өйләнешеү тураһында һүҙ башлағас, әсәһе шунда уҡ уның ауыҙын япты: “Янғын сыҡмағандыр?! Ашыҡмай тороғоҙ, йәшәгәс, күҙ күрер!” Әллә ниндәй насар танышыу булды. Ауыр уйҙар, тойғолар менән үҙем эшләгән ҡалаға ҡайтып киттем. Бер ваҡытта ла уларҙың өйҙәренә шылтыратҡаным юҡ ине, был юлы әллә ниңә йөрәкһеп, икенсе көнөнә кисен һөйләшеү пунктына барып, уларға шылтыраттым. Шунда ғаиләләренә фажиғә ауҙарылғанын ишеттем: һөйгәнемдең ата-әсәһе, апаһы иртән дачаға китеп барғанда, “Москвич”тарын йөк машинаһы төкөтөп, атаһы менән апаһы шунда уҡ юлда йән биргән, әсәһе дауаханаға эләккәйне. Һөйгәнемдең тауышын таныманым. Эштән ял һорап, таң менән һөйгәнем янына остом. Икәүләшеп дауаханаға барып, әсәһе эргәһенә ингәйнек, саҡ тын алып ятҡан ҡатын миңә ябырылмаһынмы! Һин беҙгә был бәләне килтерҙең, һинең ауыр аяғың арҡаһында иремде һәм ҡыҙымды юғалттым, күрә алмайым һине, тип ярһып иланы. Бындайҙы көтмәгәйнем, яҡты, изге хистәр менән килгәйнем, быуынһыҙ булдым. Һөйгәнем мине эткеләп-төрткөләп тигәндәй коридорға сығарып ебәрҙе. Шунда стенаға һөйәлеп илап торҙом. Аҙаҡ һөйгәнем сығып, күҙҙәрен минән йәшереп, үҙең дә аңлайһыңдыр, оло юғалтыу кисерҙек, әсәйем ауыр хәлдә, өйләнешеү тураһында әлегә һүҙҙең булыуы ла мөмкин түгел, абортҡа бар, тине. Мин – бәләкәй ҡаланан. Унда һәр кем бер-береһен белә. Ирһеҙ бала күтәреп ҡайтып төшһәм, ни әйтерҙәр, атай-әсәйем йөҙөнә ҡыҙыллыҡ килтерһәм, улар унда артабан нисек йәшәр, тип ике ут араһында ҡалдым. Сөнки баланы ла тапҡым килә ине. Әҙерәк ҡатыраҡ булһам, кеше һүҙенән ҡурҡмаһам, тормошом бөтөнләй икенсе юлдан китер ине лә бит... Ауырым ҙур ине, аборт уңышһыҙ эшләнде. Түлһеҙгә әйләнгәнемде бер нисә йыл үткәс кенә аңланым. Ә ул саҡта мине бала һөйөүҙән мәхрүм иткән Торнаға үпкәм юҡ ине, уны аңларға, хәленә инергә тырыштым. Ташлашманыҡ, һаман осрашып йөрөнөк. Фажиғәнән һуң ул да миңә килә башланы. Аҙаҡ мин ул йәшәгән ҡалаға күстем. Миндә ҡунырға ҡалған сағында, һин аҡыллы бит, аңлайһыңдыр, әсәйем фажиғәне һинең ғаиләбеҙгә килеүең менән бәйләне, шуға, тик минең мәйетем аша ғына, тип, өйләнешеүебеҙгә ҡырҡа ҡаршы, ә мин уның һүҙен тапап, аша атлап үтә алмайым, мин хәҙер уның берҙән-бер яҡын кешеһе, таянысы, тип сәсемдән һыйпап, әллә мине йыуатып, әллә алдап ята торғайны. Әсәһе иҫән саҡта бергә була алмаясағыбыҙҙы үҙем дә төшөнгәйнем инде. Шулай ҙа шайтан ғына өмөтһөҙ: нисектер тормошобоҙ яйланыр, ана-бына сәсте сәскә бәйләрбеҙ, тип көттөм. Ошо ваҡиғанан һуң тағы утыҙ йыл көттөм. Әсәһе быйыл ҡыш, туҡһан йәшендә гүргә инде. Һөйгәнемә яҡын кешеһен ерләргә ярҙам итеп, йүгереп йөрөнөм. Үҙемә оят, әммә еңел тын алдым шул мәлдә. Һөйөклө ир ҡуйынында йоҡлап китеп, уның ҡосағында иртән торормон, тигән хыялымдың тормошҡа ашырына бер ынтылыш ҡалғандай ине. Ләкин бер аҙна үтте, ике аҙна, ә Торна был турала һүҙ ҡуҙғатманы ла ҡуҙғатманы. Үҙем йөрьәт иттем. Һин миңә күсеп киләһеңме, әллә мин һиңә күсеп барайыммы, тинем. Һин ни һөйләйһең, мин әле генә шундай оло юғалтыу кисерҙем, ниндәй күсешеү ти, һине шундай ҡаты бәғерлелер тип уйламағайным, тип кинәт миңә асыуланды ла, ишекте шартлатып ябып сығып китте. Шаңҡып ултырып ҡалдым. Һуңынан шылтыратам – трубканы алмай, смс яҙам – яуап юҡ. Ярай, һүрел дә, килерһең, тип сабыр көтөргә булдым. Бер аҙна ваҡыт үтте, уның яғынан бер хат-хәбәр юҡ. Беҙ бер-беребеҙҙең фатирынан асҡыстар менән күптән алышып ҡуйғайныҡ (әсәһе санаторийға ял итергә киткәндә, гел уларҙа йәшәлде). Шуға асҡысын алдым да, шәмбе таң менән фатирына киттем. Үҙемә ҡалһа, ул йоҡлап ятҡан саҡта шым ғына инеп, сисенермен дә, янына менеп ятырмын, тип уйланым. Ҡосаҡлап иркәләрмен, күңелен күрермен, ыҡҡа килтерермен, тип өмөтләнеп, асҡысты шылтыратмаҫҡа тырышып үткелеккә килеп инеү менән йөрәгем “жыу” итеп китте – ҡатын-ҡыҙ итеген күрҙем. Һуңынан шәшке тун күҙгә салынды. Аяҡ кейемен һалмайынса, өҫкө кейемдә төпкә, һөйгәнемдең бүлмәһенә үттем. Торна утыҙ-утыҙ биш йәштәр самаһындағы бисә менән ҡосаҡлашып йоҡлап ята ине... Сығып барышлай үткелектәге тумба өҫтөнән вазаны бар көсөмә һелтәп осорҙом да, асҡысты бәреп, урамға ташландым. Ҡысҡырып илай-илай туңып ҡатҡансы паркта йөрөнөм. Әлдә бер әҙәм юҡ ине. Ниндәй хәлдә булғанымды күҙ алдына килтерәһегеҙҙер.
Дүшәмбелә ул минең эш урынына килде. Махсус шулай эшләгәндер, иреш-талаш, күҙ йәштәренән ҡурҡҡандыр, тим. Өҫтөнә йәбешеп, үсем ҡанғансы битен тырнарға теләһәм дә, кеше араһында үҙемде ҡулда тоторға тура килде. Бала һөйгөм килә, тип аҡланды. Әйтһәң, сабыйҙар йортонан алыр инек, тинем. Үҙемдекен һөйгөм килә, ти. Уны үлтерер, шартлап ярылыр хәлдә инем... Тетрәнеүем шундай көслө булды, ул ҡайтып киткәс, миңә хеҙмәттәштәрем “Тиҙ ярҙам” саҡырҙы. Дауаханала ятҡанымда, исмаһам, бер шылтыратһасы, хәлемде белешһәсе... Ул мине бер генә хәрәкәт менән ситкә шылдырып, тормошонан юйҙы ла ҡуйҙы. Ун туғыҙ йәшемдә уға ғашиҡ булып, утыҙ алты йыл мин уны тоғро һөйҙөм, көттөм. Ә һөҙөмтәлә нимә менән тороп ҡалдым? Яңғыҙлыҡ менән! Рөхсәт ит инде тәмәке һурырға! Йөрәк яныуына түҙеп булмай!
– Юҡ, әйҙә урамға сығып, йөрөп киләйек, – уны йәлләүемде йәшерә алманым.
– Метеорит төшкәндә лә “ыһ” та итмәгән силәбеләр генә түгел, учалылар ҙа ҡырыҫ икән, – тип күңелһеҙ көлөмһөрәне Римма. Һәм шунда уҡ юлын дауам итергә йыйынды. – Оҙаҡ бер урында ҡала алмайым, үҙегеҙҙең пландарығыҙ булғандыр, миңә такси ғына саҡыртһағыҙ...
Улдарымды ҡыҫып-ҡыҫып ҡосаҡлап, биттәренән алмаш-тилмәш үбеп, хушлашты Римма:
– Питерға юлығыҙ төшһә, мотлаҡ миңә килегеҙ! Һеҙҙең өсөн ишектәрем һәр ваҡыт асыҡ!
– Алсаҡ, ябай, әммә әҙерәк сәйерерәк, – тип тороп ҡалды балаларым.
– Сәйерерәк түгел, бәлки бәхетһеҙерәктер, – тип, улдарымдың арҡаларынан тупылдаттым.
Баныу ҠАҺАРМАНОВА.