«Йәшлек» гәзите » Махсус биттәр » Йондоҙнамә (28 август - 3 сентябрь)



28.08.2017 Йондоҙнамә (28 август - 3 сентябрь)

Йондоҙнамә (28 август - 3 сентябрь)
Ылаҡ (22.12 – 20.01)
Элегерәк иң ауыр күренгән мәсьәләләр ҙә хәл ителә башлар кеүек. Үткән ваҡиғалар ҙа яйлап онотолор. Яҡын киләсәккә маҡсаттар ҡорорға мөмкин. Шаршамбыла ниндәйҙер юғалтыу кисереүегеҙ ихтимал, ләкин ул яҡшыға булыр.

һыуғояр (21.01 – 19.02)
Аҙна башынан уҡ йондоҙҙарҙың ыңғай йоғонтоһон асыҡ тойомларһығыҙ. Бөтә көндәр ҙә әүҙем һәм файҙалы үтер. Йомала ғына күңелегеҙгә һис ятмаған эш менән булышырға тура килер. Шулай ҙа бынан артыҡ зыян күрмәҫһегеҙ.

Балыҡ (20.02 – 20.03)
Мәл аралашыу өсөн уңайлы. Бәғзеләр ышаныслы кешеләр менән осрашыр. Киләсәктә уларҙың ярҙамы тейер. Шаршамбынан һуң өҫтәмә матди ҡыйынлыҡтар килеп сығыр. Сығымдарығыҙға ҡарата иғтибарлыраҡ булығыҙ.

Ҡуҙы (21.03 – 20.04)
Осор уртаса килер. Шулай ҙа ҡайһы саҡ донъя мәшәҡәттәре кәйефегеҙҙе төшөрөр. Ҡайһы бер маҡсатығыҙ ҙа аҡланмаҫ. Шуға ҡарамаҫтан, киләсәккә өмөтөгөҙҙө өҙмәгеҙ. Бик тиҙҙән һәйбәт яңылыҡтар килергә тейеш. Бер аҙ түҙегеҙ.

Буға (21.04 – 21.05)
Һаулығығыҙ нығына башлар. Элегерәк борсоған сирҙәр ҙә бер аҙға онотолор. Ярҙам һорап мөрәжәғәт итеүселәрҙе ситкә типмәгеҙ. Был аралағы изге эштәрегеҙҙең сауабы ҙур булмаҡсы. Яҡшы хәбәрҙәр даими килеп торор.

Игеҙәктәр (22.05 – 21.06)
Был арала ял итеү, күңел асыу тураһында ҡәҙимгенән күберәк уйланырһығыҙ. Хәйер, уныһы ла әҙерәк кәрәк. Шаршамбылағы осрашыу һәйбәт тәьҫораттар ҡалдырыр. Аҙна барышында өйрәнелгән эш-көн тәртибен боҙмаҫҡа ҡушыла.

Ҡыҫала (22.06 – 23.07)
Был көндәрҙә өй-йорт буйынса бер нисә файҙалы эште башҡара алырһығыҙ. Күмәк эш бигерәк тә яҡшы барыр. Ғөмүмән, күберәк өйөгөҙҙә булығыҙ. Таныш булмаған урындарҙан һәм кешеләрҙән мөмкин тиклем арыраҡ йөрөгөҙ.

Арыҫлан (24.07 – 23.08)
Алдығыҙҙа ниндәйҙер етди мәсьәлә тора һымаҡ. Ваҡытығыҙҙы әрәм итмәйенсә, уға ныҡлап тотоноғоҙ. Шаршамбынан һуң эштәрегеҙҙең һеҙ уйламағанса китеүе лә ихтимал. Яҡындарығыҙ ҙа мәшәҡәт өҫтәр.

Ҡыҙ (24.08 – 23.09)
Өй-йорт эштәре күп ваҡытығыҙҙы алыр, моғайын. Шулай ҙа өйөгөҙҙә ҙур үҙгәрештәр яһамағыҙ. Был арала бурысҡа инмәҫкә тырышығыҙ, үҙегеҙ алғанды ла ҡайтарығыҙ. Кесе йомала һиҙгерлегегеҙ икеле хәлдән ҡотолорға ярҙам итер.

Үлсәү (24.09 – 23.10)
Һәйбәт аҙна. Шишәмбелә ниндәйҙер мөһим һөйләшеү булыр. Кесе йомала кемдеңдер һеҙгә дәғүә менән мөрәжәғәт итеүе бар. Был хәлгә тыныс ҡарағыҙ. Уны еңел юғалтыуһыҙ сисә алырһығыҙ кеүек. Киләсәккә маҡсатығыҙ бер аҙ асыҡланыр, моғайын.

Саян (24.10 – 22.11)
Һеҙҙә байтаҡ йәшерен һәләт һаҡлана, буғай. Шуларҙың бик аҙын ғына ошо арала күрһәтә алырһығыҙ. Үҙегеҙ һәм башҡалар өсөн дә был ниндәйҙер кимәлдә асыш булыр. Аҙна барышында файҙалы аралашыуҙар көтөлә. Булған бәйләнештәр нығыр, элекке үпкәләшеүҙәр онотолор.

Уҡсы (23.11 – 21.12)
Осор бер аҙ көсөргәнешле башланыр. Эш-мәшәҡәттәр ҡапыл күбәйгәндәй тойолор. Төрлө хәбәр-яңылыҡ та килеп торор. Уларҙың күпселеге ыңғай булыр. Аралашыуҙар күбәйер, ләкин ошо аралағы танышыуҙар оҙаҡҡа һуҙылмаҫ, моғайын.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға