«Йәшлек» гәзите » Махсус биттәр » Бәхәс тыуҙырған мөхәббәт



12.08.2017 Бәхәс тыуҙырған мөхәббәт

Бәхәс тыуҙырған мөхәббәт
Мөхәббәт хисе бик ҡыҙыҡ икән ул, уның күңелдә нисек бөрөләнеүен кеше һиҙмәй ҙә ҡала. Күгәрсен һылыуы Лиана менән Ишембай егете Юлдаш араһында был тойғоноң уяныуына интернет селтәрендә барған оло бәхәс сәбәпсе булған.

– Ғәҙәттә, мин ҡыҫҡа итәкле күлдәк кейеп йөрөмәйем. Үҙ ғүмеремдә тәүге тапҡыр ҡыҫҡа итәктә төшкән фотомды “Класташтар” селтәрендәге сәхифәмә ҡуйғайным ғына башҡорт йәштәрен туплаған төркөмдә был темаға ҡағылышлы бәхәс ҡупты. Бер егет бик ҡәтғи фекерҙәре менән сығыш яһай, мин дә үҙ һүҙемде еткерәм. Икебеҙҙең арала биҡ ҡыҙыу бәхәс барлыҡҡа килде, – тип, ул мәлдәрҙе иҫенә төшөрҙө Лиана. – Бер нисә көн шулай яҙыша торғас, Юлдаш осрашырға тәҡдим итте. Аралашыуҙан холҡон яҡынса күҙаллағайным инде: ҡәтғи ҡарашлы, үҙ һүҙле, талапсан, тормошҡа етди ҡараған егет. Ә осрашыуға ихлас күңелле, йор һүҙле, мөләйем һәм һәр кем менән еңел аралашып киткән, күҙаллауыма бөтөнләй тап килмәгән кеше килде. Шуға күрә йәштәргә кәңәшем бар: виртуаль донъя ысынбарлыҡ түгел, ә томанлы донъя. Интернет селтәрендә аралашып ҡына кеше тураһында фекер тупларға ярамай.

Юлдаш менән Лиана ике йыл дуҫлашып йөрөгәндән һуң ғаилә ҡора. Йәш ғаилә, “Үҙ йортом” социаль программаһына ярашлы, Алкин ҡасабаһында йорт һалып сыҡҡан. Бөгөн Йосо­повтар Алтын-Мәргән һәм Ансар исемле ир балалар үҫтерә (шәжәрәһен ныҡлап өйрәнгән ғаилә башлығы нәҫелдәрендә Сураш-Мәргән, Әмин-Мәргән исемле шәхестәрҙең барлығын белгән була. Исемдәр китабында Алтын-Мәргән исемен күреүе була, улына шул исемде ҡуша. Ә кесе улдарына исемде әсәһе һайлай). Алтын-Мәргән йәш ярымда уҡ алфавитты өйрәнә башлай, бөгөн инде ул, дүрт йәш ярымлыҡ ҡына булыуына ҡарамаҫтан, башҡорт һәм рус телдәрендә ябай һөйләмдәрҙе уҡый ала. Энциклопедияларҙағы схемаларға ҡарап, һыу һәм йылытыу системаларының нисек эшләүен аңлай, ябайлаштырып башҡаларға ла аңлата белә. Һүрәт төшөрөүгә һәләтле, машиналарҙы маркаһына ҡарап таный, инглиз хәрефтәрен өйрәнә башлаған. Һәр һүҙен үлсәп һөйләүсе тыныс бала. Ә Ансарға әле ике генә йәш, һәләттәрен, холҡон аныҡ ҡына әйтеп булмай. Хәрәкәт ярата, бер урында ғына ултырып тынмай, бейеүҙе һәм спорт секцияларын үҙ итер, моғайын, ти ата-әсәһе. Теле һуң асыла башлауға ҡарамаҫтан, үҙенә кәрәкле бөтә нәмәне ым-ишара менән бик матур итеп аңлата белә.
Балаларҙың һәләтле булыуы юҡтан ғына түгел: олаталары ла, өләсәләре лә, ата-әсәһе лә – бик талантлы һәм булдыҡлы кешеләр. Юлдаштың атаһы Мөхәммәт ағай – алтын ҡуллы табип, әсәһе Хаят апай – билдәле журналист, оҙаҡ йылдар “Торатау” район гәзитенең баш мөхәррире булып эшләгән.
– 5-се класта уҡығанда “Буласаҡ һөнәрем” тигән темаға инша яҙҙыҡ. Мин шул саҡта уҡ ғалим буласағымды белә инем. Тиҙерәк уҡып бөтөргә, фән менән шөғөлләнергә теләнем. Төрлө асыштар тураһында гәзиттәрҙә уҡыһам йә телевизорҙан күрһәм, үҫеп етеүемә фәнни асыштар ҡалмаҫ, тип уйлай инем. Атайым, үҙенең юлын дауам итеүемде теләп, биология, химия фәндәренән ныҡлап шөғөлләнергә өгөтләне. Өлкән кластарҙа уҡығанда гуманитар фәндәргә тартылыуымды һиҙеп, әсәйем журналистикаға ҡыҙыҡһыныу уятырға тырышты. Бер нисә йыл рәттән йәйге ялда уның янында эшләп ҡараным. Ләкин миңә фәнни мәҡәләләр яҙыу күпкә ҡыҙыҡлыраҡ ине, – ти Юлдаш Мөхәммәт улы.
Ул мәктәп йылдарында спорт менән дә ныҡлап ҡыҙыҡһына, самбо, дзюдо секцияларына йөрөй. Профессиональ спорт юлынан китеүенә йәрәхәт алыуы ҡамасаулай. Мәктәптән һуң Башҡорт дәүләт университетының тарих факультетын, аҙаҡ аспирантура тамамлай. Тарих фәндәре кандидаты, әлеге ваҡытта БР Фәндәр академияһы Стратегик тикшеренеүҙәр институтының мәҙәни-социаль үҙәген етәкләй. Нимәһе ҡыҙыҡ, диссертацияһын яҡлағас, икенсе мөһим маҡсатын тормошҡа ашырып, аҡыллы, тәрбиәле, итәғәтле башҡорт ҡыҙы менән танышып, ғаилә ҡорорға ниәтләй. Икенсе көндө ул Лиана менән таныша.
Эш һәм ғаилә мәшәҡәттәренә ҡарамаҫтан, Юлдаш фәнгә ваҡыт йәлләмәй. Оҙайлы экспедициялар, командировкалар, эҙләнеүҙәр, фәнни журналдарға мәҡәләләр яҙыу, докторлыҡ диссертацияһын яҡларға әҙерләнеү – быларҙың барыһы ла уның тормошона йәм өҫтәй. Әйткәндәй, уның медицина йүнәлешен дә ныҡлы өйрәнеүе юҡҡа булмаған: хәҙерге ваҡытта башҡорт ырыуҙарын ҡан молекулалары һәм генетика буйынса тикшерә. Был өлкәне өйрәнгән ғалимдар Рәсәйҙә бармаҡ менән генә һанарлыҡ.
Лианаға 15 йәш тулғанда атаһы Фәнил ағай мәрхүм була. Китапханасы булып эшләгән Зөлфиә апай өс балаһын яңғыҙы аяҡҡа баҫтыр­ған. Лианала һүрәт төшөрөүгә һәләт бар, был уға ятаһы яҡлап бирелгән. Ул Ҡасим Дәүләткилдиев исемендәге художество гимназияһын тамамлаған. Немец теленә ҡарата ҡыҙыҡһыныуы көслө булғас, ҡыҙ Башҡорт дәүләт университетының сит телдәр бүлегенә уҡырға инә. Декрет ялына тиклем 7-се балалар стоматология дауаханаһының кадрҙар бүлегендә эшләгән. Шулай ҙа яратҡан шөғөлөн ташламай, “Шоңҡар” журналын биҙәү буйынса тәжрибәһе бар. Балалар баҡсаһын биҙәү өсөн дә уға мөрәжәғәт итәләр, хатта “Ультра” сауҙа үҙәгенең балалар бүлмәһе лә уның ҡулы менән биҙәлгән. Зөлфиә апай ҡул эшенә маһир, йортондағы бик күп әйберҙе үҙ ҡулы менән эшләгән. Лиана ла, уға оҡшап, бәйләмгә, сәйлән теҙеүгә, төрлө сувенирҙар эшләүгә ылыҡҡан.
– Донъяның йәмен, тәмен тойоп йәшәргә кәрәк. Меңдәр араһынан бер-беребеҙҙе тапҡанбыҙ, ҡауышҡанбыҙ, яйлап донъябыҙҙы ҡороп киләбеҙ, йорт төҙөнөк. Иң мөһиме – үҙебеҙ ҙә, балалар ҙа иҫән-һау. Яратҡан эшебеҙ бар, туғандар менән аралашып йәшәйбеҙ. Булғанына шөкөр итә белергә кәрәк, – ти Йосоповтар.
Гөлнур ЮЛДАШЕВА.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға