«Йәшлек» гәзите » Махсус биттәр » Интернетта тыйнаҡ һәм йыйнаҡ бул



14.08.2017 Интернетта тыйнаҡ һәм йыйнаҡ бул

Интернетта тыйнаҡ һәм йыйнаҡ булҮҙенең барлыҡҡа килгәненән алып интернет бар донъяны берләштергән селтәр кеүек үҫеште. Бындағы һәр кеше үҙен-үҙе тыймай, бәйеле аҙа: мине бер кем дә күрмәй, тип социаль селтәрҙәр­ҙә комментарийҙар яҙа, башҡалар менән һүҙ көрәштерә, пират сайттарҙан төрлө нәмә яҙҙыра. Интернет аша террорсылар хәбәрләшә, мутлашыусылар ҡорбандарын “һауа”.
Ошо хәүефте күҙ уңында тотоп, яҙҙан һәм йәй башынан бирле Рәсәй виртуаль селтәрендә – рунетта яңы ҡағиҙәләр булдырылды.

Ғәмәлдәге яңы ҡағиҙәләр буйынса
Социаль селтәрҙәр һәм мес­сенджер­ҙар мәғлүмәт таратыуҙы ойоштороусылар тип һанала. Уларға Рәсәйҙә теркәлеү мотлаҡ – тыйылған сайттар тупланған махсус реестрға үҙе тураһында мәғлүмәт бирергә һәм шуның менән “ҡап­ҡаһын шар асып ҡуйырға” тейеш. Был үтәлмәһә, “Роскомнадзор” ре­сурстың эшен туҡтата ала. Реестрҙа теркәлгән осраҡта, хоҡуҡ һаҡлаусыларҙың теләгән ваҡытта селтәргә инеп, кемдең нимә тураһында аралашҡанын тикшереү мөмкинлеге бар.
Кинофильмдар тәҡдим иткән сайттар хәҙер порнография, ҡанһыҙлыҡ культы, һүгенеүҙәре булған видеояҙмаларҙы ҡуймай башланы. Балаларҙың һаулығына зыян килтергән, экстремизмды хуплаған, илдә теркәлмәгән телеканалдарҙың роликтарын күрһәтеү ҙә тыйыла. Быны инҡар иткәндә, етди штраф һалыу ҡаралған.
Торренттар аша фильм, йыр, программалар яҙҙырыу ауырлашты. Май айында “Роскомнадзор” анонсерҙар­ҙы – башҡа компьютерҙарға яҙҙырыл­ған файлдарҙы эҙләүсе програм­малар­ҙың эшен тыйҙы. Һөҙөмтәлә ҡайһы бер торренттарҙың эш тиҙлеге һүлпә­нәйҙе.

Киләһе ярты йылда ғәмәлгә инәсәк тыйыуҙар, ҡағиҙәләр
2017 йылдың 1 октябренән, пират музыкаһы, программалары, фильмдары тупланған сайттарҙың төп нөсхәһе менән бер рәттән, уларҙың күсермәһе – “көҙгө”ләрҙең эше тиҙерәк туҡтатыласаҡ. Әгәр ҙә авторлыҡ хоҡуҡлы кеше йәки компания “көҙгө”нө тапһа, ул “Роскомнадзор”ға ғариза бирә ала – пират сайты бер нисә көндә, судһыҙ-ниһеҙ ябыласаҡ.
“Яндекс”, “Гугл” кеүек эҙләүсе ҡулайламаларға пират сайттарын рекламалау тыйыласаҡ. Был йәһәттән “Яндекс.Директ”ты айырыуса ныҡ күҙәтеү ҡаралған.

* * *
2017 йылдың 1 ноябренән интернет­ҡа шым ғына инеү тыйыласаҡ. Һәр компьютер йәки мобиль ҡорамалдың үҙенең генә IP адресы бар ерҙә лә күренергә тейеш. VPN, анонимайзер кеүек ялған IP яһаусы сервистарҙың эше тыйыла. Порнография, экстремизм, наркотиктар һатыу-һатып алыу, әҙерләү кеүек Рәсәйҙә тыйылған мәғлүмәт тупланған сайттарҙы тамам ябыу көтөлә.
Эҙләп табып биреү сервистары тыйылған сайттарға һылтанма күрһәтеүҙән туҡтаясаҡ.

* * *
2018 йылдың 1 ғинуарынан кеҫә телефондарындағы аралашыу программалары – мессенджерҙарҙы тәүгә ҡуллана башлағанда телефон номерын күрһәтеү мотлаҡ буласаҡ. “Скайп” видеобәйләнеше менән дә шул хәл.
Мессенджерҙар тыйылған әйбер йәки төшөнсә тураһындағы хәбәр­ҙәрҙе ебәрә алмаясаҡ. “Бомба, теракт, шартлау” кеүек асҡыс һүҙҙәр “тотолоп” ҡаласаҡ. Хоҡуҡ һаҡлаусылар үҙҙәренә кәрәккәндә, кешенең яҙышҡанын уҡып, тикшерә ала.

* * *
Табиптарға алыҫтан тороп дауалау мөмкинлеге – телемедицина рөхсәт ителеүе көтөлә. Әлегә өлөшләтә генә: ауырыу кеше үҙенең аһ-зарын телефондағы ҡушымта аша ебәрә, табип ниндәй дарыу-фәлән кәрәклеген, ҡулланыу ваҡытын әйтә. Диагноз ҡуйыу өсөн барыбер дауаханаға барырға кәрәк буласаҡ.

* * *
2018 йылдың 1 июненән “Яровая пакеты”ның ғәмәлгә инеүе көтөлә. Уның буйынса элемтә операторҙары һәм социаль селтәрҙәр беҙ нимә яҙыш­ҡанды-һөйләшкәнде һаҡлап барасаҡ. Һөйләшеүҙәр һәм СМС-хәбәр­ҙәр – ярты йыл, кемдең, ҡайҙа, ҡасан шылтыратыуы – өс йыл, Рәсәйҙә теркәлгән социаль селтәрҙәр хәбәрләшеүҙе йыл дауамында “хәтерендә” тотасаҡ. Был бик ҙур күләмдәге мәғлүмәтте ҡайҙалыр һаҡлап тороу кәрәк – тимәк, интернет-телефон элемтәһе өсөн хаҡтар ныҡ артасаҡ.

* * *
СИМ-карталарҙы паспорт буйынса ғына һатыу күҙаллана. Аҙаҡ оператор­ҙар абоненттың исем-шәрифен, паспорт номерын, теркәлеү урыны тураһындағы яҙмаларын тикшерәсәк. Әгәр ҙә ялған мәғлүмәт асыҡланһа, карта эшләүҙән туҡтаясаҡ. Кәрәҙ операторҙары шулай уҡ, хоҡуҡ һаҡлаусыларҙың талабына ярашлы, СИМ-картаны блокировкаларға тейеш.

Тағы ла үҙгәрештәр булырмы?
Яңы закондар башлыса социаль селтәрҙәргә ҡағыласаҡ. Улар кеше­ләр­ҙең исеменә яҙылған ялған йәки мәсхәрәләгән яҙмаларҙы юйып ташлау мөмкинлеге булдырасаҡ. Һуғышты пропагандалауға, башҡа милләттәргә, расаларға, диндәргә ҡарата нәфрәт уятыуға, ялғанға һәм яла яғыуға ҡаршы шулай ҡәтғи көрәшергә ниәтләйҙәр.
Теркәлгән социаль селтәрҙәр илебеҙҙә вәкиллек асырға, өс ай һайын юйҙырылған хәбәрләшеү тураһында отчет төҙөргә һәм тапшырырға тейеш, тип баралар.
Ҡыҫҡаса әйткәндә, виртуаль донъя­ла власть һәм халыҡ араһында өҙөш-тартыш тауам итә. Яңы закон сыҡһа, тыйыу булһа – аҡыллы кешеләр яңы программа уйлап сығара, ярамағанды урап үтә. Иң мөһиме – Төньяҡ Корея йәки Ҡытайҙағы һымаҡ булмаһын.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға