«Йәшлек» гәзите » Махсус биттәр » Йондоҙнамә (14-20 август)



13.08.2017 Йондоҙнамә (14-20 август)

Йондоҙнамә (14-20 август)
Ылаҡ (22.12 – 20.01)
Һәләттәрегеҙҙе күрһәтергә оялмағыҙ, ҡулығыҙҙан барыһы ла килерлек. Элек башлан­ған ҡайһы бер эштәрегеҙҙе ослар­һығыҙ. Ниндәйҙер бурысты ла бер юлы ҡайтарырһығыҙ һымаҡ.

һыуғояр (21.01 – 19.02)
Осор һәйбәт үтергә тейеш. Тик шәмбеләге хәл генә кеҫәгеҙгә һиҙелерлек зыян килтереүе ихтимал. Был арала үҙегеҙҙә көс-дәрт артҡанын, кәйефегеҙ яҡшырғанын асыҡ тойом­ларһығыҙ. Иң өмөтлө көндәрегеҙ – йома һәм шәмбе.

Балыҡ (20.02 – 20.03)
Аҙна башында аралашыуҙы кәметергә кәңәш ителә. Үҙгәреүсән кәйефегеҙ бәғзеләр менән мөнәсәбәтегеҙҙе боҙоуға килтереүе мөмкин. Шаршамбынан һуң дөйөм хәлегеҙ арыуланыр. Кесе йомала уйламағанда килем алыуығыҙ бар. Мәл һаулығығыҙҙы нығытыр өсөн уңайлы.

Ҡуҙы (21.03 – 20.04)
Осраған матди ҡыйынлыҡтар әллә ни оҙаҡҡа бармаҫ. Шулай ҙа ниндәйҙер мөһим мәсьәләне хәл итеү һаман да һуҙылыр. Мәл яңы танышлыҡ-бәйләнештәр булдырыу өсөн яҡшы. Йомала һәйбәт яңылыҡ ишетерһегеҙ.

Буға (21.04 – 21.05)
Аҙна башы әүҙем үтер. Бер юлы бер нисә мәсьәләне хәл итергә тырышырһығыҙ. Һәр саҡтағыса, ниндәйҙер эшегеҙ тамамланмай ҡалыр кеүек. Башҡа көндәр тыныс үтер. Осор һаулыҡты нығытыу өсөн һәйбәт.

Игеҙәктәр (22.05 – 21.06)
Ниндәйҙер ҡағыҙ менән бәйле мәшәҡәттәр тыуыр. Был эш менән күп кенә йөрөргә тура килер, бәлки. Тәүге аҙымдарығыҙ уңышлы булыр. Йомала йондоҙҙар шикле аҡсанан ары торорға ҡуша.

Ҡыҫала (22.06 – 23.07)
Йондоҙҙар күтәренке кәйеф вәғәҙә итә. Был арала күптәрҙең күңеле тормошона ниндәй­ҙер яңылыҡ индерергә әйҙәр. Аралашыуҙа иғтибарлыраҡ булығыҙ, ярҙам менән мөрәжәғәт иткәндәрҙе артыҡ өмөтләндермәгеҙ. Шаршамбы ниндәйҙер ҡыуаныс килтерер.

Арыҫлан (24.07 – 23.08)
Ҡәҙимге осор. Шишәмбелә ниндәйҙер хата ебәреүегеҙ бик ихтимал. Башта быға артыҡ иғтибар итмәҫһегеҙ, ләкин байтаҡ ваҡыт үткәс кенә был хәл иҫегеҙгә төшөр. Кесе йомалағы аңлайышһыҙ, бер аҙ сәйер ваҡиғаларҙы тыныс ҡабул итегеҙ.

Ҡыҙ (24.08 – 23.09)
Аҙна уйламағанса уңышлы килер. Элек хәл итмәҫлек мәсьәләләр ҙә еңел, ҡулығыҙҙан килерлек күренер. Аралашыу, яҡындарығыҙ менән булған мөнәсәбәтегеҙ ҡапыл һәйбәтләнер. Йомала ниндәйҙер ҡатын-ҡыҙҙан ярҙам алырһығыҙ.

Үлсәү (24.09 – 23.10)
Һуңғы ваҡиғалар һеҙгә абруй ғына түгел, оло ҡәнәғәтлек тә килтерер. Был арала таныштарығыҙ ҙа күбәйер. Тик улар араһында ыша­нысһыҙ кешеләр булыу ихтималлығы тураһында һис тә онотмағыҙ. Кемдеңдер һеҙҙең турала ғәйбәт таратҡаны ла беленер.

Саян (24.10 – 22.11)
Эшегеҙҙә ҡыйынлыҡтар һаман да дауам итер. Яҡындағылар менән уртаҡ тел табыу еңел булмаҫ, ләкин араны һаҡларға тырышығыҙ. Өҫтәмә эш йөкмәтеүҙәре ихтимал, бер аҙ түҙергә тура килер. Элекке бурыстарығыҙ тураһында ла иҫегеҙгә төшөрөрҙәр.

Уҡсы (23.11 – 21.12)
Матди ҡыйынлыҡтарҙың оҙаҡҡа һуҙылыуы ла мөмкин. Ярҙам һәм терәк эҙләргә лә тура килер, бәлки. Әйткәндәй, уларҙы табыу ауыр булмаҫ. Осорҙо өйөгөҙҙә бер аҙ тәртип урынлаштырыу өсөн файҙаланығыҙ. Йомала күптән күрмәгән кеше менән хәбәрләшерһегеҙ, буғай.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға