«Йәшлек» гәзите » Махсус биттәр » Йондоҙнамә (7-13 август)



07.08.2017 Йондоҙнамә (7-13 август)

Йондоҙнамә (7-13 август)
Ылаҡ (22.12 – 20.01)

Был аралағы аралашыуҙар өмөтлө буласаҡ. Элек боҙолған мөнәсәбәттәр еңел ялғаныр. Шаршамбылағы осрашыу мотлаҡ ҡәнәғәтлек килтерер. Аҙна барышында һатып алған кейем бәрәкәтле буласаҡ. Эшегеҙҙе бер аҙ тәртипкә килтерә алырһығыҙ.

һыуғояр (21.01 – 19.02)
Һуңғы ваҡыттағы иң уңышлы аҙналарҙың береһе. Ләкин быны баштан уҡ аңламаҫһығыҙ, буғай. Был арала элек хәлегеҙҙән килмәгән ниндәйҙер эштәрҙе еңел генә тамамлап ҡуйыр­һығыҙ, бәлки. Ижади һәләттәр ҙә асылып китер.

Балыҡ (20.02 – 20.03)
Аҙнаның тәүге яртыһы яҡшы кәйеф менән айырылып торор. Күптәр ижади эш менән булышыр, моғайын. Яҡындағылар менән аралар йылы һәм ышаныслы булыр. Кемдер һеҙҙең ярҙамығыҙға мохтажлыҡ кисерер һымаҡ. Изге эшегеҙҙең сауабы ҙур буласаҡ.

Ҡуҙы (21.03 – 20.04)
Осор башы көсөргәнешле көтөлә. Был хәлдәр шәхси мөнәсәбәткә лә кире йоғонто яһауы ихтимал. Шаршамбынан һуң төп эштәге ваҡиғалар ҡәҙимгесә китер кеүек. Алда һеҙҙе ыңғай үҙгәрештәр көтә. Йома көнө кәрәкле кешене еңел таба алырһығыҙ, моғайын.

Буға (21.04 – 21.05)
Күпләп килгән яңылыҡтар башығыҙҙы бер аҙ бутауы ла мөмкин. Был арала күп һәм көсөргәнешле эшләргә тура килер, ләкин бынан тейешле файҙа күрмәҫһегеҙ шикелле. Аҡса менән бәйле ҡыйынлыҡтар дауам итер әле.

Игеҙәктәр (22.05 – 21.06)
Аҙнаның төрлө мәшәҡәттәр менән башланып китеүе бар. Артыҡ борсолорға сәбәп юҡ, хәлегеҙ бик тиҙ ыңғай яҡҡа үҙгәрер һымаҡ. Ваҡыт наҡыҫ булһа ла, яҡындарығыҙға иғтибарлыраҡ булығыҙ. Бәғзеләрҙең шәхси тормошонда етди үҙгәрештәр төҫмөрләнә башлар.

Ҡыҫала (22.06 – 23.07)
Алдан төҙөгән маҡсаттарығыҙҙың төрлө сәбәптәр арҡаһында йыш боҙолоуы мөмкин. Ҡаршылыҡтар ҙа күбәйеп китер кеүек. Алға барырға ҡамасаулап торған бөтә нәмәнән йәлләмәйенсә ҡотолорға кәңәш ителә. Матди юғалтыуҙар булыуы ихтимал.

Арыҫлан (24.07 – 23.08)
Аҙна файҙалы осрашыуҙар, өмөтлө аралашыу вәғәҙә итә. Күптәрҙең тормошҡа ниндәйҙер яңылыҡ индереү теләге көсәйер. Был арала сығымдар ҙа күбәйеп китер, бәлки, ләкин улар файҙаға булыр. Йомала яҡшы яңылыҡ килер, буғай.

Ҡыҙ (24.08 – 23.09)
Һуңғы ваҡыттағы хәл-ваҡиғалар ҡайһы бер ҡараштарығыҙҙы үҙгәртергә мәжбүр итер, моғайын. Төрлө яҡтан килеп торған хәбәрҙәр бер аҙ борсолоулы булыуы ла мөмкин. Күп осраҡта үҙ аллы, яуаплылыҡты үҙегеҙгә алып, эш итергә тура килер.

Үлсәү (24.09 – 23.10)
Осор башы бик үк уңайлы башланмаҫ та һымаҡ. Үҙгәреүсән кәйефегеҙ ҙә йыш ҡына ҡамасаулап торор, буғай. Башҡарған эшегеҙҙең йомғаҡтары ла көткәндән күпкә әҙерәк булыр. Шаршамбынан һуң дөйөм хәл ҡырҡа ыңғай яҡҡа мотлаҡ үҙгәрер.

Саян (24.10 – 22.11)
Ғаилә менән бәйле сығымдарҙың һиҙелерлек күбәйеп китеүе бар. Аҡсаны уйланҡырап тотонорға тура килер. Шаршамбыла тағы ла уйламаған юғалтыу кисерерһегеҙ, бәлки. Аҙна барышында ҡәҙимгенән күберәк эшләрһегеҙ, ләкин бының файҙаһы күп булмаҫ.

Уҡсы (23.11 – 21.12)
Осор бер аҙ көтөлмәгән, ләкин уңышлы ваҡиғаларға бай булмаҡсы. Ниндәйҙер күптән эсегеҙҙе бошороп торған мәсьәлә ыңғай хәл ителер. Бының өсөн артыҡ тырышлыҡ-көс һалырға ла кәрәк булмаҫ һымаҡ. Кесе йомала ниндәйҙер уйламаған бүләк алырһығыҙ шикелле.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға