«Йәшлек» гәзите » Махсус биттәр » Уйындан – уймаҡ



02.08.2017 Уйындан – уймаҡ

Уйындан – уймаҡ
Бөгөн Илгиз менән Илһөйәрҙең туйы. Улар һәм ҡунаҡтар тәғәйенләнгән ваҡытҡа, ҡиммәтле машиналарға тейәлешеп, ЗАГС алдына килеп туҡтаны. Барыһы ла шат, бөтәһе лә бәхетле.
Ошо мәлдә ЗАГС бинаһы эргәһендә туғыҙ-ун йәшлек ике малай ҙа уйнап йөрөй ине. Шуларҙың шуғырағы дуҫына:
– Ҡара әле анауҙарҙы, шундай шат, ауыҙҙарын йыйып ала алмайҙар. Ҡурҡытайыммы барып? – тине.
Самат, көлөбөрәк:
– Һи-и, Кәрим, һинән дә ҡурҡмағас! – тип ҡуйҙы.
Кәрим сәмләнде.
– Әйҙә, бәхәсләшәбеҙ. Әгәр ҙә мәгәр шуларҙы ҡурҡыта алһам, һин миңә туңдырма алып бирәһең.
– Килештек! Бир ҡулыңды!
Малай ҡаса-боҫа залға инде. Йәштәр ҙә бында ине. Ҡунаҡтарҙы этә-төртә, Кәрим улар алдына барып баҫты. Һәм бар көсөнә:
– Атай, атаҡайым, бына ҡайҙа икәнһең! Тиҙ ҡайтам, тинең дә, юғалдың. Хәҙер мин һине бер ҡайҙа ла ебәрмәйем!
Илгиз менән Илһөйәр, ҡоттары осоп, бер-береһенә ҡарашты. Умарта күсе кеүек шау-гөр килеп торған ҡунаҡтар ҙа тынып ҡалды. Кейәү тәүҙәрәк иҫенә килде:
– Кем ебәрҙе һине бында, малай аҡтығы?
Кәримде дер һелкетте ул. Малай ҡурҡышынан дуҫы менән бәхәсләшеүен һөйләп бирҙе.
– Мә, һиңә туңдырмалыҡ аҡса, – тип, кейәү тиҙ генә уны ситкәрәк ебәрмәксе булды.
Малай, усындағы 1000 һумлыҡты күреп:
– Ун йыл буйына алименттан ҡасып йөрөп, шуның менән генә ҡотолмаҡсыһыңмы? – тип ҡысҡырҙы ла, йүгереп, дуҫы менән бейек йорттар араһына инеп юғалды.
Флүрә ХАЖИЕВА.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға