26.07.2017 “Хыялымда мин – атай фамилияһында”
– Мин атайһыҙ үҫкәнем өсөн ғүмер буйы әсәйемде ғәйепләп йәшәнем, – тине Йәмил*, утыҙ өс йәшлек ир, һыу һаҡлағыстың аҡ бүрекле тулҡындарынан күҙен дә алмай. – Һис ҡасан әсәйем менән әллә ни яҡынлыҡ тойманым. Уға мөнәсәбәтемде үтә һалҡын тип кенә түгел, хатта дошмандарса тип атарға булыр ине. Сөнки әсәйемә гелән үпкә призмаһы аша ҡараным. Атайлы малайҙарға ҡарап нисек көнләшеүемде белһәгеҙ! Күршелә Мансур йәшәне, ул да атайһыҙ үҫте, әммә олатаһы бар ине. Олатаһы менән ат һыуларға ла, ҡуянға тоҙаҡ ҡорорға ла бергә йөрөнөләр, сыйырсыҡ ояһын да икәүләп эшләнеләр. Ә мин бер үҙем тағараҡ эшләп аҙапландым, эт ояһын йүнәтеп хитландым. Атайлыларҙың бөтә нәмәһе лә бар һымаҡ ине: сүкеш кәрәк икән – бына ул, ҡул бысҡыһы талап ителде икән – уныһы ла эш ҡоралдары йәшнигендә табыла, ә беҙҙең үтмәҫ бысаҡтар менән балтанан һәм тапауы бөткән ике салғынан башҡа бер ни юҡ. Бесән сабыр мәле етһә, әсәйем салғы тапарға кеше эҙләп бер була. Тәүҙә мине йөрөтөргә уйлағайны ла, инәлеүҙе, кемгәлер йөҙ һыуын түгеүҙе күрә алмағанға ҡырҡа баш тарттым. Шуға салғы йөкмәп, күршенән-күршегә үҙе йөрөнө.
– Ә беҙҙең атайыбыҙ мәрхүм булғас, кешегә инәлмәҫ өсөн, салғыларҙы үҙебеҙ тапарға өйрәндек, – сабынлығыбыҙ, күмәкләп бесән сабыуыбыҙ иҫкә төштө. – Мин ашығып тапап, йыш ҡына салғының йөҙөн үтә тишә торғайным, ә Иркә апайым балғаны бик оҫта, бер тигеҙ текелдәтте. Тапағандан һуң янып та ебәрһәң, ҡылыс кеүек үткергә әйләнгән салғы, әйтерһең дә, үҙенән-үҙе сабырға тотонғандай ине... Бысаҡтарҙы булһа ла үҙегеҙ, исмаһам, үткерләр инегеҙ.
– Ҙурая биргәс, үткерләнем инде шунда, хәлдән килгәнсә, тик яҡшылап өйрәтеүсеһе булмағас, йүнләп рәтен-сиратын һаманғаса төшөнмәйем. Уға ла бит белдеклелек кәрәк.
– Һис бер ҡыйынлығы юҡ уның, – кешене өйрәтергә тиһәң, мине ҡуш, бушлай кәңәштәрҙе уңлы-һуллы таратырға әҙермен. – Ҡайраҡты һыулайһың да, уны тубыҡҡа һалып, ҡыя тотолған бысаҡтың үткер яғын үҙеңдән “выжт”, шунан бысаҡты үҙеңә табан бороп, тағы – “выжт”...
Йәмил көлөп ҡуйҙы:
– Һеҙ уны ҡайҙан беләһегеҙ?
– Белмәй әллә, – ҡупырайҙым, – атай ҡыҙы бит мин. Бәләкәй саҡта уның аяғы аҫтында буталып йөрөп, нисек эшләгәнен күреп үҫкәнмен.
– Һеҙ бәхетле. Ә минең бала саҡта бер генә көн булһа ла атайлы булғым килде. Их-х... Әсәйем ун биш йәшемә ауыр, ләкин ышаныслы “Урал” велосипеды бүләк иткәйне, бер аҙҙан минән оҫтараҡ йөрөгән кеше ҡалманы. Хәҙерге заман үҫмерҙәре кескәй тәгәрмәсле махсус велосипедтарҙа төрлө трюк яһай, ә мин ябай “Урал”да пируэттар эшләп, барыһын да шаҡ ҡатыра торғайным. Елдереп йөрөгәнемде атайым күрһен, минең менән ғорурланһын ине, тип теләгәйнем дә, булманы.
– Ә ниңә атайһыҙ үҫтегеҙ һуң? Атай-әсәйегеҙ айырылышҡайнымы әллә атайығыҙ иртә гүргә индеме?
– Айырылышҡайнылар. Мин тыумаҫ борон уҡ. Дөрөҫөрәге, улар өйләнешмәгән дә. Телем сығып, иҫ ингәс тә, бер көн, балалар баҡсаһынан ҡайтҡас, атайым ҡайҙа, тип әсәйҙән һораным. Ул бер ни ҙә яуапламай, һүҙҙе икенсегә борҙо. Үҫә биргәс, тағы шул уҡ һорауҙы ҡабатланым. Ул алыҫ йәшәй, мин уның менән айырылыштым, тине. Әгәр ҙә “айырылыштыҡ” тиһә, икеһенең ҡарары буйынса мин шулай атайһыҙ үҫәм, тип уйлар инем. “Айырылыштым” тиеүе, яңғыҙы еңел генә өс кешенең яҙмышын хәл итеүе йөрәгемә таш булып ятты. Шул һүҙе арабыҙҙа упҡын хасил итте. Мине атайһыҙ ҡалдырғаны өсөн әсәйҙе хатта бер аҙ күрә алмай башланым, тиһәм, бөтә ҡатын-ҡыҙ заты миңә, изге төшөнсәгә теймә, тейергә хоҡуғың юҡ, тип ябырылырмы икән?
– Ни эшләһәләр ҙә һеҙгә барыбер түгелме ни?
– Түгел шул, – Йәмил көлөмһөрәне. – Кеше араһында йәшәйбеҙ бит, шуға башҡаларҙың фекере менән иҫәпләшмәй сара юҡ. Ҡараңғы урманда йәшәһәм, бер хәл.
– Һеҙ миңә былай ҙа, әсәйегеҙҙән йомолоп, ҡабырсаҡҡа бикләнгәнгә, ахыры, ҡара урмандың уртаһында йәшәгән яңғыҙаҡ кеүекһегеҙ ул...
– Һы... Шулайыраҡ килеп сыҡты шул. Ләкин иң үкенеслеһе шунда: әсәйем яман сирҙән үлгәс тә, уның бер туған һеңлеһе илай-илай мине битәрләне, һинең өсөн өҙөлөп торған әсәйеңдең тамсы ла ҡәҙерен белмәнең, уны һаҡламаның, яралы йөрәгенә услап тоҙ һиптең, тигән һүҙҙәре менән мине түңкәрә һуҡты. Баҡтиһәң, айырылышыуҙарының инициаторы әсәйем түгел, ә атайым булған. Атай кеше, әсәйем ауырға ҡалғас, уны тәүҙә абортҡа барырға күндерергә маташҡан, ниәте килеп сыҡмағас, мин әле бала ҡарарға әҙер түгелмен, үҙем өсөн йәшәгем килә, тигән дә, беҙҙе ташлап ҡасҡан икән. Шуға мин әсәйемдең фамилияһында йөрөйөм, имеш. Ә әсәйем мине бала саҡта, атайыңдың фамилияһы оҙон, шуға үҙемдекенә яҙҙырҙым, тип алданы... Әсәйем әллә нисә йыл буйына атайыма инәлеп хаттар яҙған. Баланы килеп күр, хәлен бел, атаһы барлығын белеп, арҡаһын ныҡҡа терәп йәшәһен, тип үтенгән. Ул йәшәгән ергә барып, зинһар, баланы ташлама, мине күргең килмәһә, күҙеңә күренмәм, тик бала менән әҙ генә уйнап ҡайтһаң да, ғүмер буйы рәхмәтле булырмын, тип ялбарған. Әммә кәкүк атай килмәгән, күрмәгән, минең менән уйнарға теләмәгән.
– Әсәйегеҙҙең шулайтып йөрөгәнен һеҙ белмәнегеҙме ни?
– Ҡайҙан беләйем. Ләм-мим өндәшмәне. Мин, атай яғына тартҡанмындыр инде, үтә ҡатымын, ә әсәйем йомшаҡ күңелле, үтә хисле, саҡ ҡына хыялыйыраҡ та һымаҡ ине. “Йөрөп бала тапҡан” мөһөрөн тағып, ир-аттан, бисә-сәсәнән йәберләнеп йәшәүе еңел булмағандыр уға. Мин дә уны рәнйетәм, ә ул һис тә үпкәләмәй, күҙҙәрен мөлдөрәтеп миңә тултырып ҡарай ҙа, һис бер ни булмағандай, артабан һүҙен, эшен дауам итә. Тәүге тапҡыр уға тауыш күтәргәнемдә осорғансы елгәрһә йә ауыҙҙы ҡайырып әрләһә, бәлки, тыйылыр ҙа, башҡаса улай итергә йөрьәт итмәҫ инем. Ә ул ауыр һүҙҙәремде күтәргәс, бигерәк бәйһеҙләндем, ни әйтһәм дә, хоҡуғым бар, сөнки уның арҡаһында зыян күрәм, тип уйлап, йүнһеҙлегемде аҡланым. Ҡай ваҡыт, шәхси тормошом уңмағас, әллә әсәйемдең рәнйеше төштөмө, тип ҡуям. Минең дә бит балалар атайһыҙ үҫә. Айырылышҡас, ҡатыным улар менән күрешергә ирек бирмәй. Һин уларға кире йоғонто яһайһың, балаларҙың психикаһын боҙаһың, ти ҙә тора. Имеш тә, мин килеп ҡайтҡандан һуң балалар тыңлауһыҙға әйләнә, илай. Миңә ҡалһа, элекке бисәм ни бары яуызлығына баш була алмай. Балалар менән осрашырға рөхсәт итмәй, мине язалайым тип уйлай. Ысынында иһә балаларҙы ла язалағанын аңламай. Килен ҡәйнә усағынан ярала, тиеүҙәре бик үк дөрөҫкә сыҡмай. Ҡатыным әсәйемдең хас киреһе ине, холҡо менән нисектер миңә күберәк тартым булды: уҫаллығы ла хаттин ашҡан, хис-тойғоларға бирелеп бармай, ҡаты, йомоҡ. Оҙон толомдарын һүтеп таратырға яратҡанымды белгәс, асыуланышҡандан һуң сәсен ҡып-ҡыҫҡа итеп ҡырҡтырып ҡайтты. Ирҙәрҙең күҙен аҙҙырып, боттарыңды ялтыратып йөрөмә, тип әйтеүем булды, оҙон итәкле бөтә күлдәктәрен мунса мейесенә тултырып яҡты ла, ҡыҫҡа итәкле, асыҡ иҙеүле күлдәктәр һатып алып килде. Иҙеүеңдән кендегең күренә бит, тигәйнем, күренһен, билгә тиклем – мирҙыҡы, тип кенә ауыҙымды япты. Балаларға мине һәр саҡ яманлап һөйләй. Уларҙы – минән, мине уларҙан һыуындырып бөтә инде. Был юлы барғанымда өлкән ҡыҙым менән саҡ ҡына һөйләшеп өлгөрҙөм. Беҙ тиҙҙән Йәмилевна түгел, Булатовна булабыҙ, ти. Кем улай тине, тим. Әсәй әйтте, ти. Булат исемле берәйһенә кейәүгә сығырға йөрөйҙөр инде. Минән тыш балаларымды уның исем-фамилияһына күсерә алмайҙарҙыр ул?
– Юҡ. Мотлаҡ рөхсәтегеҙ кәрәк. Һеҙҙе атай хоҡуғынан мәхрүм итмәгәндәрҙер бит?
– Мине атай хоҡуғынан мәхрүм итеүҙәре лә бармы ни?
– Эйе, ваҡытында алимент түләмәүселәрҙе, баланы тәрбиәләүҙән ситләшеүселәрҙе, алкоголиктарҙы, наркомандарҙы, балаға (уның әсәһенә) ҡарата енәйәт ҡылыусыларҙы атай хоҡуғынан мәхрүм итеүҙәре мөмкин.
– Мин ундай түгел, – Йәмил еңел тын алды. – Шулай ҙа балалар янына йышыраҡ барырға кәрәктер. Барлығымды оноттормайым мин уларға. Һы, Булатовна, ти икән... Шиш.
Бер ни ҙә өндәшмәнем. Балыҡсылар көнөнә мәҡәлә әҙерләү маҡсатында һыу һаҡлағысҡа килеп, ошо Йәмилгә юлығылды. Кинәт кенә ел сығып, тулҡындарҙы ҡуҙғытмаһа, балыҡ ҡармаҡлаған ирҙең миндә эше лә булмаҫ ине, моғайын. Атмосфера баҫымы түбән булһа, балыҡ яҡшы ҡабамы әллә, киреһенсә, юғары баҫым яҡшы табыш вәғәҙә итәме, тип һүҙ ҡушып, аңғармаҫтан балыҡсының күңеленә асҡыс яратылды. Бындай ваҡытта Балыҡсылар көнө ҡайғыһымы? Йәмилдән бер тотам ҡалмай, үксәһенә баҫырҙай булып, артынан эйәреп йөрөйөм.
– Мәктәптә уҡығанда дәфтәр артына атайымдың фамилияһы янына үҙемдең исемде йәнәш яҙып, шуны эстән әйтеп ҡарайым да, ныҡ матур, йәтеш яңғыраған һымаҡ тойола торғайны. Хыялымдағыса ул мине үҙенең фамилияһына күсерә ҡалһа, тип, ҡултамға ла ҡуйырға өйрәнгәйнем. Бик ҡупшы ҡултамға уйлап сығарғайным. Ә ул мине килеп, күреп тә китмәне.
– Үҙегеҙ барып танышыр инегеҙ...
– Армиянан ҡайтҡас, юллап барҙым мин, – Йәмил көрһөндө, – юрамал исемемде әйтмәй, танышмай, һаулыҡ ҡына һораштым. О-о, йөрәк туланы. Хәҙер ул мине таныр, ҡаны тартыр, бәлки, ҡосаҡлап алыр, тигән уйҙар башымда ҡайнашты. Ә ул миңә битараф ҡына ҡараш ташланы ла, һаулығымды ла алмай, нәмә кәрәк, тип һораны. Юғалып ҡалдым. Ни әйтергә белмәй, бер нимә лә, тинем дә, киттем дә барҙым. Шул мәлдә һалҡын ҡарашы арҡамды яндырып үткәндәй тойолдо.
Йәмил спиннинг лескаһын ҡабаттан һыуға һелтәне.
– Әсәйемде йәлләйем. Мин уның алдында кисергеһеҙ ғәйеплемен...
Ә мин телен арҡыры тешләп, тырышып-тырышып атаһының исем-шәрифен ҡағыҙҙа сыймаҡлаған, хыялында шул фамилияны йөрөткән ир баланы йәлләнем...
Баныу ҠАҺАРМАНОВА.
* Бөтә исем-шәрифтәр үҙгәртелде.