«Йәшлек» гәзите » Махсус биттәр » Кем ғәйепле? (Дауамы бар)



13.07.2017 Кем ғәйепле? (Дауамы бар)

Кем ғәйепле? (Дауамы бар)
Рәйлә менән магазинда эшләй башлағанда танышҡайныҡ. Беҙ­ҙе, бер төркөм йәштәрҙе, Ленин районының сауҙа үҙәгенә алып килделәр ҙә, магазиндарға таратып: «Һеҙ хәҙер ошо магазинда өс йыл, эш урынын алмаштырмай, үҙ аллы эшләргә тейешһегеҙ, йәғни отработка», – тинеләр. Беҙ, ике ҡыҙ, 49-сы магазинға юллама алдыҡ. Бына ошонда таныштыҡ та инде был ҡыҙ менән. Рәйлә – ябыҡ ҡына, алсаҡ ҡала ҡыҙы. Ә беҙ – ауыл ҡыҙҙары. Үҙенең ябайлығы, алсаҡлығы менән йәлеп итте ул. Тәжрибәле апайҙар ҙа гел шул йәш һатыусыны беҙгә, йәштәргә, өлгө итеп ҡуя ине: «Бына, ҡарағыҙ, йәш кенә булһа ла, сауҙа өлкәһендә бик уңышлы эшләп йөрөй. Һатыу серҙәрен бик яҡшы аңлап эш итә, тыңлаусан, аҡсаны дөрөҫ белеп ҡуллана. Ике аҙналыҡ курс тамамлаған тимәҫ­һең». Ә беҙ, бер йыл сауҙа училищеһы тамамлап килһәк тә, уға еткерә алмайбыҙ, йәнәһе.
Беҙҙең магазин, дежур булараҡ, төнгө сәғәт 12-гә тиклем эшләй ине. Бер аҙна эшләйбеҙ, бер аҙна ял итәбеҙ. Сменаны тапшырған көндә хатта төнгө сәғәт өс йәки дүрт булып китә ине. Бындай осраҡта берәй таныштар өйгә илтеп ҡуя, йә булмаһа, такси саҡырыла. Шулай бер көн бик һуңға ҡалып кителде лә, төнгө сәғәт өстә ҡайҙа барырға белмәй торғанда Рәйлә үҙенә саҡырҙы. «Иртән торор ҙа, бергә эшкә китербеҙ», – тине. Оҙаҡ уйлап тормай ризалаштым. Төнгө сәғәт өстә такси яллап, ултырып китеүе лә ҡурҡыта ҡыҙ баланы. Шулай итеп, беҙ, өс ҡыҙ, такси менән Пушкин урамының осона тиклем барҙыҡ. Фатирҙарына күтәрелдек. Инеү менән уларҙың өйө вокзалды хәтерләтә ине. Рәйлә, аяҡ кейемегеҙҙе һалығыҙ ҙа, тиҙ генә тегендә үтегеҙ, тип ымланы... Беҙ бәләкәй генә төпкө бүлмәгә уҙҙыҡ. Ишек төбөндә бик күп аяҡ кейеме теҙелеп киткән. Шулай уҡ сөйҙә лә бик күп өҫ кейеме эленгән. Өйҙә лә кешеләрҙең күплеге беленә. Бер нисә иҫерек ир-аттың мыңғыр-мыңғыр һөйләшкәне ишетелә. Хахылдашып ҡатын-ҡыҙҙар ҙа көлөшә.
Рәйлә, һуң булыуына ҡарамай, сәй ҡуйҙы. Өҫтәлгә сыр, колбаса, икмәк телеп ултыртты.
– Һуң бит инде, таң атырға ла күп ҡалмаған бит, әҙ генә ятып ял итәйек тә, сәй яһап борсолма инде, – тигән булдым. Тағы үҙе менән был бәләкәй бүлмәлә бишенсе синыфты тамамлаған һеңлеһе лә тора икән.
– Юҡ инде. Ни тиһәң дә, беҙ бит – эштән ҡайтҡан кешеләр, – тине Рәйлә, ныҡышып. Сәй артында Рәйлә үҙе тураһында ла һөйләп алды. Шәхси йорттарын һүтеп, хөкүмәт өс кенә бүлмәле фатир биргән. Алдағандар. Алты бала менән ҙурыраҡ майҙанлыға дәғүә иткәндәр. Рәйләнең ата-әсәһе лә, ағалары ла эсергә ярата икән. «Уларҙы нисек күрә алмағанымды белһәгеҙ икән...» – тине.
– Атай-әсәйҙе һайлап алмайҙар бит, тинем.
– Шулай шул, бөтә көс миңә төшә лә инде, әле бына һеңлем дә бәләкәй. Ашау, аҙыҡ табыу – бөтәһе минең ҡарамаҡта. Береһенә бер ни кәрәк түгел. Эсмә­һен­дәр тип күпме тырышһаҡ та, бер ни аңламайҙар, – тине, һуҡранып. Мин ундай ғаиләлә тәрбиәләнмәгәс, Рәйләнең хәленә инерлек бер һүҙ ҙә әйтә алманым. Шулай ҙа уны ысын күңелдән бик ныҡ йәлләнем. Иртә менән тороп эшкә йүгерҙек.
Рәйлә бик матур ғына эшләп йөрөй. беҙ ҙә cауҙа серҙәренә төшөнөргә тырышабыҙ. Әхи­рәтебеҙҙе, яҡшы эшләгәне өсөн, йәш булһа ла, Красин урамында яңы асыл­ған 14-се магазинға бүлек мөдире итеп үрләтеп ебәр­ҙеләр. Шулай булмай ни, һәләтле ҡыҙ иҫәп-хисапты яҡшы аңлай. Йәштәр үҫергә тейеш тә инде.
Айырылһаҡ та, йыйылыштарҙа күрешеп, бер-беребеҙгә ҡунаҡҡа йөрөшә инек. Ҡайһы саҡта байрамдарҙы ла бергә үткәрәбеҙ. Был Ленин урамындағы дежур магазин тыуған йорт кеүек яҡын. Бер аҙна эшләп алғас, һағынып торған тыуған йортҡа, ауылға ашҡынып ҡайтып китһәк, шулай уҡ эшкә лә ашҡынып килә инек. Был магазинда эшләгән осорҙа, күп ҡыҙ үҙенең ишен табып, төрлөһө төрлө яҡҡа таралышты. Йәзилә Мансур менән Мәсетле районына белгес булып киттеләр. Нуриҙә Зәбих менән Кушнаренкоға ҡайтып төпләнде. Гөлфиә менән Наил Өфөлә ҡалды, Гөлшат менән Риф – Зорге урамында, Наилә менән Шамил – Черниковкала, Нәсимә менән Мәх­мүт, Зөлфирә менән Әсҡәт Нижегородка биҫтәһендә нығынды. Хәтеремдә, бер ваҡыт Яңы йылды бергә үткәрергә булдыҡ. Рәйлә Рәмил исемле егет менән оҙаҡ дуҫлашып йөрөй ине. Бөтәһе лә парлы, матур. Йәштәр араһында шундай һүҙ сыҡты – кем, ҡасан туйға әҙерләнә? Бөтәһе лә туй көндәренең яҡынса булһа ла билдәле булыуын әйтте. Рәйләгә сират еткәс: «Ә һеҙҙең туйығыҙ ҡасан була?» – тип һораным.
– Бер ниндәй ҙә туй булмаясаҡ, киреһенсә, беҙ бөгөн Рәмил менән айырылышыу кисәһен үткәрәбеҙ, – тине. Өс йыл күрешеп йөрөп, был ниндәй сюрприз, тиеште йәштәр. Кемдер, бер нәмә булмағандай, йәштәр ни, хәҙер үпкәләшә, бөгөн яраша, иртәгә ҡауыша, тине. Рәмил ауыҙына һыу уртлағандай бер һүҙ ҙә әйтмәне. Беҙ ҙә төпсөнөп торманыҡ. Ысынлап та, Рәйләне Рәмил башҡаса ҡаршы алманы, оҙатырға ла килмәне. Һуңғараҡ, икенсе ҡыҙға өйләнгән, тип ишеттек. Рәйлә шулай уҡ магазинда бүлек мөдире булып, тырышып эшләп йөрөй. Сауҙа өлкәһендә инде бик шәп белгес.
Бер көн шулай магазинға машина менән икмәк ташыусы Азат исемле егет Рәйләгә киноға барырға тәҡдим итте.
– Минең күптән инде һиңә күҙем төшөп йөрөй ине. Әлдә ризалаштың, – тип һүҙ башланы Азат.
Күп уйлап тормай, Рәйлә Азат менән осраша башланы. Рәмил менән ташлашҡан­ға ла бер йылдан ашыу булып килә. Йәшлек тә үтеп бара. Рәйләнең атай-әсәй йортонан тиҙерәк ҡасҡыһы килә, уларҙы һис кенә лә күргеһе килмәй ине. Күрмәҫ өсөн алыҫ Себергә китергә лә риза ине ул. Рәмилдең теге ваҡытта әйткән һүҙенән былай ҙа йөрәге әрнеп тора: «Әсәйҙе һайлап алаларҙыр шул. Мин бит уны ысын күңелдән яратҡайным. Матур тормош тураһында хыялланмай инемме ни? Әсәй өсөн балаһы яуаплымы ни?»
Ул бит үҙе балаһына аҡыл өйрәтеп ултырырға тейеш. Рәйлә шулай уйына сумды. Рәмилдең әйткән һүҙҙәренә берсә ғәрләнде, берсә, уның һүҙҙәрендә хаҡлыҡ юҡ, тип уйланы.
– Рәйлә, һине яратҡайным, ләкин һиңә өйләнә алмайым, сөнки атай-әсәйем һинең атай-әсәйеңде өнәп бөтмәй. Ғәфү ит! Әсәйемде хөрмәт итәм һәм уларҙың кәңәшенә ҡаршы бара алмайым.
– Мин ғәйеплеме? Ә минең ни ғәйебем бар, атай-әсәйем хәмер ҡоло булғанғамы? Мин һине яратам. Атай-әсәйҙе һайлап булһасы... Миңә нимә эшләргә? – тип үкһеп-үкһеп илаһа ла Рәмил әйткән һүҙенән кире сигенмәне.
– Аңлайым, һинең ғәйебең юҡ. Ләкин яҡындарымды тыңламай ҙа булдыра алмайым. Уларҙың фекерен һанға һуҡмаған кеүек була бит. Уларҙы яратам һәм хөрмәт итәм! – Был Рәмилдең һуңғы ҡәтғи ҡарары ине.
Рәйлә матур тормош тураһында хыялланһа ла, тормошонда шундай ҡырҡа үҙгәрештәр килеп сығыуына ата-әсәһен ғәйепләне. Шулай ҙа яҙмышына буйһонор­ға тура килде.
– Рәмил дөрөҫ эшләй, сөнки уның хөрмәткә лайыҡ ата-әсәһе бар. Уҡытыу­сылар... Ә минең... Минеке кемдәр? Алкаштар!.. Күрә алмайым!.. Беҙҙең бәхетле бала сағыбыҙҙы ла боҙҙолар, – тип һөйләнә-һөйләнә өйгә табан атланы.
Азат менән оҙаҡ осрашып йөрөмәнеләр. Күп уйлап тормай, егет Рәйләгә тәҡдим яһаны. Ҡыҙ тиҙ генә ризалашты. Әллә ни ҙур туй яһалмаһа ла, матур ғына табын ҡоролдо. Азаттың өләсәһенең фатиры буш тора ине. Фатир булғас, унда яҡшы итеп ремонт яһап алғас, шунда тура ҡайтып, матур ғына йәшәп киттеләр. Тиҙҙән, тормоштарын тағы ла нурландырып, ҡыҙҙары Алина донъяға килде. Һеңлеһе Рәйсә лә үҫеп буйға етте. Ул да апаһы һымаҡ һатыусы һөнәрен һайланы.
Рәйлә бала менән ултырғанда һәр саҡ ярҙам итергә тырышты апаһына. Сабый менән ултырһынмы, иҙән йыуып алһынмы, баланың керҙәрен йыуып ҡуйһынмы, ҡайһы саҡ йәштәрҙе кино, театрға ебәр­һенме... Рәхмәт инде уға. Их, был тормош тигәнең, шулай ыңғай ғына, матур ғына барһасы?!
Ҡатынға эшкә сығырға ваҡыт етте. Сыҡмаҫ та ине, өйҙә аҡса етмәй башланы. Рәйлә ата-әсәһенең йортон оноторға, үҙенең бәхетһеҙ бала-сағын иҫенә төшөрөргә лә теләмәне. Үҙенсә бәхетле йәшәй, донъяһы бөтөн, тамағы туҡ. Тик тормош һин теләгәнсә генә бармай шулң, алдыңа шундай көтөлмәгән һынауҙар ҡуя. Шул һынауҙарҙы хатаһыҙ үтеп сыға алһаң, Хоҙай тағы ла муллыҡ бирер, шул байлыҡты юҡҡа әләф-тәләф итмәй тотона белһәң, ғүмер буйы рәхәттә йәшәрһең, тиелгән бер китапта. Декрет ялынан һуң эшенә сығып матур ғына эшләй башланы Рәйлә. Элеккесә йүгереп йөрөп эшләне.
Шулай һәүетемсә генә йәшәп ятҡан саҡта илдә үҙгәртеп-ҡороу осоро башланды. Беренсе уңышһыҙлыҡтың башы – Азатты эштән ҡыуҙылар, йәнәһе, эсеп килгән. Улай эсеп тә йөрөгән әҙәм дә түгел, нимәгәлер сәбәп кенә булған. Сауҙа өлкәһендә әллә ни үҙгәрештәр күренмәһә лә, эшләүе ауырлашты. Аҙыҡ-түлеккә хаҡ артты. Ҡайһы бер әйберҙәр бөтөнләй һатыуға сығарылманы. Теге йәки был әйберҙе складтан алып ҡайтыу өсөн, алмаш икенсе бер тауарға алмаштырыу йә булмаһа аҡсаға һатып алырға кәрәк ине, «бартер» тип атала, имеш. Донъяның ҡайҙа китеп барғанын аңлап та булмай. Көн артынан көндәр уҙҙы. Бергә-бергә үҫерҙәр әле, тип Алинаға ҡусты алып ҡайтырға булдылар. Матур тормоштарына йәм өҫтәп, улдары Артур тыуҙы. Тормош ауыр ҙа, ҡыҙыҡ та, ҡыҙғаныс та тигәндәй. Был үҙгәрештәр, үҙгәртеп ҡороуҙар ҡайҙа алып барыр бер кем белмәй.

(Дауамы бар)

Әлфиә КАМАЛЕТДИНОВА.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға