04.07.2017 Теркә һәм түлә!
Республикала теркәлмәгән күсемһеҙ милек объекттарын асыҡлау кампанияһы бара
Нимәгә кәрәк был?
“Беҙҙең хоҡуҡтарҙы теркәүҙән башҡаларға ни файҙа?” – тип аптырарға ярата халыҡ. Аңлашылмаған бер нәмә лә юҡ – теркәлгән ер өсөн һалым түләргә тура киләсәк. Йылдар буйы ер ресурстарын бушлай ғына ҡулланып ятыу рәхәттер ҙә ул, ләкин һалымдың беҙҙең бюджетты булдырыуын онотмайыҡ. Әлеге инвентаризацияның маҡсаты – ер ресурстарын файҙаланыуҙың һөҙөмтәлелеген күтәреү, шулай уҡ ер һәм капиталь төҙөлөш объекттарын файҙаланған өсөн түләүҙәр иҫәбенә тупланма бюджеттың килем өлөшөн байытыу. Яңыраҡ ошо темаға ҙур һөйләшеү булды – журналистарҙың һорауҙарына яуап бирер өсөн “Башинформ” мәғлүмәт агентлығына белгестәр саҡырылды, матбуғат конференцияһы уҙғарылды.
Осрашыуҙа Башҡортостандың ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министры урынбаҫары Илнур Әбсәләмов билдәләүенсә, халыҡты ерҙәрен теркәүгә быға тиклем дә төрлө юл менән этәреп ҡарағандар. Ләкин әлегә тиклем һайланған юлдарҙы камил тип әйтеп булмай.
– Бындай инвентаризация беҙҙә беренсе тапҡыр уҙғарыла. Күсемһеҙ милеккә хоҡуҡтарҙың берҙәм реестрында булған мәғлүмәттәрҙе тикшереү һәм Федераль һалым хеҙмәтенән алынған мәғлүмәттәр нигеҙендә артабан кадастр хаҡын, ҡуртым хаҡы ставкаларын арттырыу юлы менән барып булмаясағын аңланыҡ. Был мәсьәләләрҙе һан яғынан түгел, сифат яғынан сығып өйрәнергә кәрәк, – тип билдәләне министр урынбаҫары. Бик хуп. Сөнки һалымдың күләмен арттырыу тейешле сумманы былай ҙа ваҡытында тапшырып барыусыларҙың кеҫәһенә һуғыр ине. Хәҙер башҡалар ҙа әүҙемерәк ҡушылыр.
Күләмле инвентаризация нисегерәк ойошторола һуң? Әлеге ваҡытта республиканың бөтә ер участкаларында махсус белгестәр йөрөй. Улар бер ниндәй ҙә техника, ҡорамалдар ҡулланмай ғына, күҙ күреме ерҙәрҙең күләмен баһалай, ә инде хужаһы хоҡуғын теркәмәгән осраҡта, был эште еренә еткереп ҡуйырға кәрәклеге тураһында иҫкәртмә яһай. Ер хужаһы икенсе урында йәшәгән осраҡта уны эҙләп табып, һөйләшәсәктәр. Ҡасып ҡалырға тип хыялланырға ла түгел – участкаларҙы ҡарап йөрөүселәр төркөмө урындағы белгестәрҙән төҙөлә. Мәҫәлән, шул уҡ хакимиәт, федераль органдар хеҙмәткәрҙәренән тупланған ул эшсе төркөм. Әлеге ваҡытта эшсе төркөмдәр тулыһынса әҙер, уларҙың эш графигы ла билдәле.
Сара өс өлөшкә бүлеп алып барыла.
Әҙерлек барышы – белгестәр мәғлүмәт йыя, эш алып барылыуы тураһында халыҡҡа аңлата. Әҙерлек барышында шулай уҡ дәүләт акттары кеүек мөһим документтар ҙа ҡараласаҡ.
Контроль барышында инвентаризация үткәрелгән урындарҙа тикшереү алып барыласаҡ. Бер генә объектты ла иғтибарһыҙ ҡалдырмаясаҡтар. Ер участкалары ғына түгел, унда төҙөлгән капиталь биналар ҙа ҡарала. Уларҙың үлсәме документтарҙа күрһәтелгәнгә тура киләме-юҡмы икәнлеге лә тикшереләсәк. Шулай уҡ ерҙәрҙең үҙ тәғәйенләнеше буйынса ҡулланыламы-юҡмы икәнлеге лә билдәләнәсәк. Ә инде бөтөнләй ҡулланылмаған объекттарҙың хужалары асыҡланасаҡ.
Аналитик этапта йыйылған мәғлүмәттәрҙең “Росреестр”, ФИАС-та теркәлгәндәр менән тура киләме икәнлеге анализланасаҡ. Отчеттар әҙерләнәсәк.
Һуңғы өлөштә үткәрелгән саралар буйынса ныҡлы һығымталар яһаласаҡ. Тап шул саҡта эшсе төркөмдәр ерҙе рациональ һәм һөҙөмтәле файҙаланыу буйынса тәҡдимдәрен индерәсәк. Ер участкаларына һәм капиталь төҙөлөш объекттарына дөйөм инвентаризация үткәреүҙе йыл аҙағына тамамлау күҙаллана.
Күпме?
Шулай уҡ матбуғат конференцияһында сығыш яһаусы “Росреестр”ҙың Башҡортостан буйынса идаралығы етәксеһе урынбаҫары Марат Мирзаянов билдәләүенсә, яҡынса алғанда, 5,5 миллиондан ашыу ер участкаһына һәм капиталь төҙөлөш объектына дөйөм инвентаризация үткәреү талап ителә. Был бик күп. Шуға ла эш ҡыҙыу алып барыласаҡ.
Ә инде ергә хоҡуғын теркәмәй генә ҡулланылған объекттарҙың һанын аныҡ ҡына әйтеп булмай. Шулай ҙа бер күрһәткес бар: 2017 йылдың башында алынған мәғлүмәттәр буйынса, Күсемһеҙ милектең берҙәм дәүләт реестрында 625 мең самаһы теркәлмәгән ер участкаһы һәм 440 мең самаһы капиталь төҙөлөш объекты бар тип һанала ине. Аныҡ ҡына әйтеүе ҡыйын, сөнки кеше еренә булған хоҡуғын теркәй икән, барыһы ла аңлашыла, һанайһың да сығаһың, ә теркәлмәгәндәрҙең ҡайҙа һәм күпме икәнлеген әйтеүе ауыр. БТИ архивтарын цифрлы вариантҡа күсереү һәм инвентаризациялауҙан һуң ун йыл үткән. Был арауыҡта әллә күпме яңы участка барлыҡҡа килгән, биналар төҙөлгән.
Әлбиттә, белгестәр ауылдар буйлап халыҡты әрләп кенә йөрөмәйәсәк. Төп маҡсат – аңлатыуҙар ярҙамында хужаларҙы хоҡуғын теркәү эштәре менән шөғөлләндерә башлап, был эште еренә еткертеп ҡуйыу. Буклеттар ҙа әҙер. Ә иң мөһиме шул – күсемһеҙ милек объекттарын теркәү өсөн территориаль бүлектәр өҫтәмә көндәрҙә лә эшләйәсәк. Бынан тыш, кәрәк була ҡалһа, документтарҙы туплау өсөн ауылдарға һәм башҡа муниципалитеттарға килеп үк етәсәктәр. Әлбиттә, бындай осраҡта күп функциялы үҙәктәрһеҙ булмай, улар ҙа халыҡҡа ярҙамға киләсәк.
Инвентаризациялауҙы халыҡ дөрөҫ аңларға тейеш: берәү ҙә һеҙҙең милекте тартып алырға йыйынмай. Ул берәүгә лә кәрәкмәй, дәүләткә кире алыу кеүек процестар бик ауыр, сетерекле. Маҡсат бер генә – ерҙәрегеҙҙе теркәгеҙ һәм һалым түләгеҙ. Хатта шуны ла онотмағыҙ: әлеге сара барышында объекттарҙы теркәү тағы ла еңелгә төшәсәк, бөтә кабинеттар ҙа һеҙҙең өсөн ең һыҙғанып эшләй, урындағы белгестәр инвентаризациялау эштәрен имен-аман тамамлау өсөн төрлө ярҙам күрһәтергә әҙер тора.
Федераль һалым хеҙмәтенең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы урынбаҫары вазифаһын үтәүсе Гүзәл Вахитова билдәләүенсә, милекте теркәмәй генә (тимәк, һалым да түләмәй) ҡулланыусылар арҡаһында урындағы бюджеттар 20 – 40 процент һалымды туплай алмай йонсой. Әлбиттә, журналистар менән осрашыуға килеүсе һалым белгесе башлыса бюджет өсөн аҡса түләүгә ҡағылған мәсьәләләргә туҡталды:
– Күләмле инвентаризациялау тәү сиратта һәр бер муниципалитеттың килем потенциалын баһаларға ярҙам итәсәк. Яңы объекттарҙы, асыҡ ҡына түгел, фактик рәүештә файҙаланылған ерҙәр һәм биналар өсөн дә һалым түләтеү проблемаһы киҫкен тора. Был бит социаль характерҙағы эш. Намыҫлы һалым түләүселәр менән объекттарҙы ҡулланғаны өсөн бер тин дә түләмәүселәр бер үк йәмғиәттә йәшәй. Әлеге ваҡытта һалым нигилизмы күҙәтелә, һалым түләргә ашыҡмаусылар бихисап. Ә бит был бер ҙә дөрөҫ түгел: һалымды ҡайһы берәүҙәр генә тапшыра, ә бюджеттан аҡса барыһы өсөн дә бүленә. Ә урамдар, юлдар, балалар баҡсаһы, мәктәптәр, майҙансыҡтар бөтәһенә лә кәрәк. Яңы объекттарҙы ла теркәп, һалым күләмен арттырырға була. Былай ҙа тейешле сумманы дәүләткә ваҡытында тапшырып барған кешеләрҙән өҫтәмә һалым алғансы, түләүҙәрҙән ҡасыусыларҙы иғтибар үҙәгенә алырға кәрәк.
Нисек танырға?
Инвентаризация үткәреүселәрҙе таныуы ауыр булмаҫ – улар былай ҙа халыҡ араһында йыш йөрөгән белгестәр иҫәбенән. Ләкин белгестәр өсөн махсус форма ҡаралмаған. Шикләнгән осраҡта документтарын һорарға була. Улар махсус ҡарар тотоп йөрөйәсәк.
Әлбиттә, һалым түләргә тейешлеләрҙең бурысын ваҡытында түләп барасағына ышаныуы ауыр. Шуға ла яҡын киләсәктә кешеләрҙе был тармаҡта әүҙемерәк итеү өсөн өҫтәмә саралар буласаҡ. Мәҫәлән, йортон төҙөп бөтөп тә, һаман теркәмәй генә файҙаланыусылар күп. Ундай кешеләр бер нисә йылдан ергә һалынған һалымды икеләтә арттырып түләйәсәк, тип планлаштырыла.
Әлеге инвентаризация барышы күптәр өсөн этәргес көс булмаҡсы, хоҡуҡтарығыҙҙы теркәп ҡалығыҙ. Оҙон сираттарҙа торғансы, әлеге сара мәлендә тейешле бурысығыҙҙы еренә еткереп ҡуйыу тик һеҙҙең файҙаға ғына.
Лилиә СИРАЕВА.