«Йәшлек» гәзите » Махсус биттәр » Йондоҙнамә (19-25 июнь)



19.06.2017 Йондоҙнамә (19-25 июнь)

Йондоҙнамә (19-25 июнь)
Ылаҡ (22.12 – 20.01)
Аҙна уңышлы башланыр. Ҡайһы бер борсоған мәсьәләләрҙе асыҡлай алырһығыҙ, бәлки. Ниндәйҙер эште лә һәйбәт кенә тамамлар­һығыҙ. Артабан өҫтөгөҙгә уйламаған йөкләмә алырға тура килер һымаҡ, хәлегеҙ бер аҙ ҡатмарлашыр.

һыуғояр (21.01 – 19.02)
Көндәр көсөргәнешлеге менән айырылып торор. Күңелегеҙҙе иң борсоғаны аҡса мәсьәләһе булыр. Бәғзеләргә баш эйеп, ярҙам эҙләргә лә тура килер, бәлки. Шишәмбеләге уй-фекерҙәрегеҙ өмөтлө булмаҡсы.

Балыҡ (20.02 – 20.03)
Был арала үҙ көсөгөҙгә генә ышанығыҙ. Яҡын араға ҡорған маҡсаттарығыҙ хаҡында башҡаларға мөмкин тиклем белдермәҫкә тырышығыҙ. Шаршамбынан һуң аралашыуҙар күбәйер, ләкин уларҙың күпселеге файҙаһыҙ булыр.

Ҡуҙы (21.03 – 20.04)
Был арала күптәрҙең дәрте ташып торор. Тура бәрелеп, кемделер рәнйетеүегеҙ ҙә ихтимал. Аҙна барышындағы сәфәрҙәрегеҙ мотлаҡ уңышлы булырға тейеш. Ләкин бик алыҫҡа китергә ҡушылмай.

Буға (21.04 – 21.05)
Аралашыуҙа ҡыйынлыҡтар күҙәтелер. Ҡайһы бер элекке дошмандарығыҙ “тештәрен” асыҡтан-асыҡ күрһәтер, бәлки. Кәрәкмәгән кешеләр менән арағыҙҙы бөтөнләй боҙорға ла тура килер. Тиҙҙән аралашыу даирәгеҙгә яңы кешеләр инер.

Игеҙәктәр (22.05 – 21.06)
Был арала йондоҙҙар ял итер кеүек. Шуға күрә уларҙың ярҙамына артыҡ өмөт итмәгеҙ. Күберәк шәхси тормошоғоҙ уйландырыр, моғайын. Әйткәндәй, һуңғы танышлыҡтың өмөтлө генә дауамы ла булыр. Осор ижадсылар өсөн үтә уңышлы.

Ҡыҫала (22.06 – 23.07)
Аҙна барышында борсолоу өсөн сәбәптәр табылып торор. Бер-ике көн түҙергә кәңәш ителә, артабан хәлегеҙ һәйбәтләнер. Был аҙнала сығымдарығыҙға ҡарата иғтибарлыраҡ булығыҙ. Бурысҡа алмағыҙ, үҙегеҙ ҙә бирмәгеҙ.

Арыҫлан (24.07 – 23.08)
Был көндәрҙә күптәр ҡағыҙҙар менән бәйле ниндәйҙер мөһим эште башҡарыр һымаҡ. Ҡыйынлыҡтар булһа ла, аҙағы һеҙҙең өсөн уңышлы бөтөр. Осор аҙағы күпкә тынысыраҡ үтер. Йомала килем көтөгөҙ.

Ҡыҙ (24.08 – 23.09)
Буш мәшәҡәттәр, уйламаған ваҡ-төйәк ҡаршылыҡтар күбәйер. Кәрәккәнде кәрәкмәгәндән айырырға тырышығыҙ. Йәмәғәт эштәрендә әүҙемерәк ҡатнашығыҙ. Һүҙегеҙ үтемле булыр, фекерҙәрегеҙ ыңғай ҡараш табыр.

Үлсәү (24.09 – 23.10)
Аҙна барышында мөмкинлектәрегеҙҙе дөрөҫ баһалауығыҙ мөһим. Ярҙам һорағандарҙы артыҡ өмөтләндермәгеҙ, аҙаҡ уңайһыҙ хәлгә ҡалыуығыҙ бар. Был арала йыш ҡына күңелегеҙгә ятмаған эш менән дә шөғөлләнерһегеҙ.

Саян (24.10 – 22.11)
Ваҡиғаларҙың барышы һеҙ уйлағанса булыр. Осорҙоң тәүге яртыһы бигерәк тә өмөтлө көтөлә, ниндәйҙер кәрәкле эште тамамларһығыҙ. Төп эшегеҙҙәге үҙгәрештәр һеҙҙең өсөн яҡшы булыр һымаҡ. Йомала элек юғалтҡан әйберегеҙҙе табырһығыҙ.

Уҡсы (23.11 – 21.12)
Был арала үҙегеҙ тураһында ҡайғыртырға тура килер. Эш урынығыҙҙа хәл бик үк тыныс булмаҫтыр, моғайын. Аҙна араһында етәкселәрегеҙ күҙенә артыҡ салынмауығыҙ хәйерле. Төрлө юҡ-бар хәбәргә ышанырға ашыҡмағыҙ.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға