«Йәшлек» гәзите » Махсус биттәр » Йондоҙнамә (12-18 июнь)



13.06.2017 Йондоҙнамә (12-18 июнь)

Йондоҙнамә (12-18 июнь)
Ылаҡ (22.12 – 20.01)
Йондоҙҙар етәкселәрҙән мөмкин тиклем ары торорға ҡуша. Был бигерәк тә йомаға ҡағыла. Бәғзеләргә рәсми ойошмаларҙан ниндәйҙер мәшәҡәттәр янай һымаҡ. Матди яҡтан ыңғай үҙгәрештәр көтөлә.

һыуғояр (21.01 – 19.02)
Һәйбәт аҙна. Шаршамбыла ниндәйҙер ҙур эште осларһығыҙ. Ошо арала кемдер һеҙгә күптәнге бурысын да ҡайтарыр. Иң өмөтлө һәм файҙалы көндәрегеҙ – кесе йома һәм йома.

Балыҡ (20.02 – 20.03)
Аҙна барышында һаулығығыҙға ҡарата иғтибарлыраҡ булығыҙ. Бәләкәй генә сәбәп менән дә табиптарға күренергә кәңәш ителә. Күптән күрмәгән кешеләрҙең хәлен белһәгеҙ, яҡшы булыр ине. Йомала бәғзеләр файҙалы һәм өмөтлө танышлыҡ булдырыр.

Ҡуҙы (21.03 – 20.04)
Осор тыныс ҡына үтер. Тик шишәмбелә генә төп эшегеҙҙә ниндәйҙер уйламаған ҡытыршылыҡтар килеп сығыуы ихтимал. Уларҙы еңел генә хәл итерһегеҙ кеүек. Кесе йомала юғалған әйберегеҙ тиҙ табылыр.

Буға (21.04 – 21.05)
Һайлаған юлығыҙҙан ситкә тайпылмай, алға табан барыуығыҙ мөһим. Шишәмбелә иғтибарлыраҡ булығыҙ, ваҡиғалар барышы һеҙ уйламағанса китер һымаҡ. Был арала кем менәндер мөнәсәбәтегеҙ бөтөнләй боҙолор.

Игеҙәктәр (22.05 – 21.06)
Аҙна барышында иғтибарығыҙҙы йорт һәм ғаилә мәсьәләләренә йүнәлтергә тура килер, моғайын. Бөтә көндәр ҙә тыныс һәм тигеҙ үтер. Кесе йомала әүҙемлегегеҙ артыр, ләкин хаталар ҙа күбәйеүе мөмкин. Ололар һүҙенән сыҡмаҫҡа тырышығыҙ.

Ҡыҫала (22.06 – 23.07)
Матди хәлегеҙ ыңғай яҡҡа үҙгәрә башлар һымаҡ. Яңы таныштарығыҙҙан да файҙа күрер­һегеҙ. Бар эшегеҙҙе лә ашыҡмай һәм еренә еткереп башҡарыу мөһим. Бәләкәй аҙымдар менән булһа ла һайлаған йүнәлештә барырға тырышығыҙ. Йомалағы һөйләшеү фәһемле булыр.

Арыҫлан (24.07 – 23.08)
Аҙна барышында ниндәйҙер туҡтап торған эште урынынан ҡуҙғата алырһығыҙ. Был хәл һеҙҙән өҫтәмә сығымдар ҙа талап итер. Кесе йомала мөнәсәбәт асыҡлау бер ниндәй ҙә файҙа бирмәҫ.

Ҡыҙ (24.08 – 23.09)
Аҙна барышында ишеткән хәбәр кәйефегеҙҙе мотлаҡ күтәрер. Бәғзеләр яңы танышлыҡ булдырыр, ул оҙайлы һәм файҙалы буласаҡ. Йондоҙҙар йомшаҡлыҡ күрһәтмәҫкә, үҙ фекерегеҙҙе яҡларға ҡуша. Кесе йомала килем алыуығыҙ бар.

Үлсәү (24.09 – 23.10)
Ҡәҙимге осор. Ошо арала күптән күрмәгән танышығыҙҙан хәбәр алырһығыҙ. Арағыҙҙы яңыртыу ике яҡ өсөн дә һәйбәт буласаҡ. Кесе йомала ишеткән хәбәргә ышанмағыҙ, уның дөрөҫ булмауы ла ихтимал.

Саян (24.10 – 22.11)
Аҙна барышында бер нисә көтөлмәгән ваҡиға килеп сығыр. Улар барыһы ла һеҙҙең өсөн ыңғай булмаясаҡ. Бәғзеләрҙең төп эштәрендә йәки өйөндә кем менәндер ваҡытлыса аралары һыуыныр. Йомала үҙегеҙгә ҡарата яҡшы һүҙҙәр ишетерһегеҙ.

Уҡсы (23.11 – 21.12)
Һәйбәт осор. Борсолоуҙар, көйөнөүҙәр әлегә артта ҡалды һымаҡ. Шаршамбыла ниндәйҙер табышҡа юлығырһығыҙ. Матди хәлегеҙ күҙгә күренеп яҡшыра башларға тейеш. Был арала кешеләр менән уртаҡ тел табыуы еңеләйер.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға