«Йәшлек» гәзите » Махсус биттәр » Йондоҙнамә (8 – 14 май)



10.05.2017 Йондоҙнамә (8 – 14 май)

Йондоҙнамә   (8 – 14 май)
Ылаҡ (22.12 – 20.01)
Элекке бурыстарығыҙ даими борсоп торор. Уларҙы ҡайтарыу буйынса күп уйланырға тура килер. Шаршамбыла кемдер үткән ваҡиғаны иҫегеҙгә төшөрөп, кәйефегеҙҙе боҙорға тырышыр. Быға тыныс ҡарағыҙ.

һыуғояр (21.01 – 19.02)
Осорҙоң бер аҙ сыбар килеүе ихтимал. Дүшәмбе-шишәмбе бер аҙ ҡатмарлыраҡ башланһа, артабан барыһы ла яйланыр. Кесе йомала матди хәлегеҙҙе нығыта алырһығыҙ.

Балыҡ (20.02 – 20.03)
Матди хәлегеҙ күҙгә күренеп яҡшырырға тейеш. Ниндәйҙер ҡиммәтле әйбер һатып алырһығыҙ кеүек. Бәғзеләргә кеше араһында йыш булырға кәрәк, был мотлаҡ файҙа килтерер. Йомала мөһим хәбәр ишетерһегеҙ һымаҡ.

Ҡуҙы (21.03 – 20.04)
Һеҙҙең өсөн ҡатмарлы осор килә. Юғалтыуҙар, әсенеүҙәр ҙә булыр. Был йәһәттән шишәмбе хәүефлерәк күренә. Электән тамамланмай ҡалған эштәрегеҙгә яңынан әйләнеп ҡайтыр­һығыҙ, ахырыһы.

Буға (21.04 – 21.05)
Был арала үҙ көсөгөҙгә генә ышанығыҙ. Әлегә яңы эштәрҙе башларға кәңәш ителмәй. Башлағандарҙы тамамлағандан һуң бер аҙ ял итеп алырһығыҙ. Йомала ниндәйҙер етди һөйләшеү көтөгөҙ.

Игеҙәктәр (22.05 – 21.06)
Аҙна башын әүҙем үткәрерһегеҙ һымаҡ. Күрһәткән тырышлығығыҙ тиҙ һөҙөмтә бирер һәм ҡәнәғәтлек килтерер. Яҡын кешеләрегеҙ менән йомшағыраҡ мөғәмәләлә булырға тырышығыҙ. Йомала икеле хәлгә юлығыуығыҙ бар.

Ҡыҫала (22.06 – 23.07)
Был аралағы үҙгәрештәр алдығыҙҙа яңы мөмкинлектәр асыр кеүек. Шаршамбыла көтөлмәгән матди килем кәйефегеҙҙе күтәрер. Йомалағы ваҡиғалар бик үҙгәреүсән булырға оҡшай, мөмкин тиклем ашыҡмай эш итегеҙ.

Арыҫлан (24.07 – 23.08)
Осор барышында көтөлмәгән сығымдар булыр, аҡсағыҙҙы самалап тотоноғоҙ. Оло йәштәге кешеләр һәм етәкселәр менән аралаш­ҡанда иғтибарлыҡ тураһында онотмағыҙ. Был бигерәк тә шаршамбыға ҡағыла. Йомала бер аҙ көтөлмәгән хәлдәр булыр.

Ҡыҙ (24.08 – 23.09)
Бөтә өлкәлә лә эштәрегеҙ һәйбәт барыр. Шаршамбыла ғына шәхси тормошоғоҙға ҡағыл­ған ҡайһы бер кире ваҡиғалар көтөлә. Йомалағы осрашыу бик өмөтлө булыр, унан ҡәнәғәт ҡалырһығыҙ.

Үлсәү (24.09 – 23.10)
Ваҡ-төйәк мәшәҡәттәр ҙур эштәр менән булыш­ҡанда даими ҡамасаулар. Төп эшегеҙҙә һәр саҡ уяу булығыҙ, кәйефегеҙҙе боҙорға теләүселәр табылып торор. Шишәмбелә үҙ фекерегеҙҙә ныҡ торорға тырышығыҙ.

Саян (24.10 – 22.11)
Һәйбәт аҙна. Элек бармаған эштәрегеҙҙе яңынан ҡуҙғатырға форсат булыр. Ҡайһы бер боҙолған мөнәсәбәттәр ҙә һәйбәтләнер һәм киренән ялғаныр. Осрашыуҙар, аралашыу, сәфәр­ҙәр мотлаҡ файҙалы үтер. Был арала имтихандарҙы ла еңел бирерһегеҙ.

Уҡсы (23.11 – 21.12)
Үҙегеҙҙе һәр саҡ тыныс һәм ышаныслы тотор­һоғоҙ. Шәхси мөнәсәбәттәр маҡтанырлыҡ булыр. Шаршамбыла килем алыуығыҙ бар. Кесе йомала, киреһенсә, ниндәйҙер юғалтыу кисерерһегеҙ, ахыры. Яңы һатып алған кейемегеҙ бәрәкәтле буласаҡ.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға