«Йәшлек» гәзите » Махсус биттәр » Беренсе мөхәббәт юҡ ул!



27.04.2017 Беренсе мөхәббәт юҡ ул!

Беренсе  мөхәббәт  юҡ ул!
Бәҙретдин ағай менән Әлфирә апай йәштәре алтмыш биште уҙғандан һуң ғына өйләнешкән. Икеһе лә тәүге хәләлдәренән тол ҡалғас, яҙмыштарын бергә бәйләргә ҡарар иткәндәр. Тик бында бер әтнәкә бар – улар йәшлек йылдарында бер-береһен үлеп яратҡан, осрашҡан булған. Класташтар, бер ауылда, күрше тиерлек үҫкәндәр. Ғүмер буйы бер-береһен һағынған, көткән кешеләр булып сыға бит! Уларҙы һөйләндереп, яҙмыштары менән ҡыҙыҡһынмай нисек сыҙайһың инде! Таптым сараһын, сыҡты форсаты – бына мин Әлфирә апай менән диванда рәхәтләнеп ултырып, мөхәббәт тарихын тыңлайым. Тик ишеткәндәрем нисектер күңел ҡайтарғысыраҡ булды:
– Беҙҙең бала саҡ һуғыш йылдарына уҡ тап килмәһә лә, еңелдән дә булманы. Ләкин йәшлегебеҙ гөрләп үтте. Бәҙретдинде бала саҡтан уҡ яҡын күрә инем. Ул да мине башҡа малайҙарҙан яҡлашып, һаҡлап ҡына йөрөттө. Үҙемде белә-белгәндән уның кәләше кеүек хис иттем. Әйтерһең, башҡа бер кем дә юҡ был донъяла, ул иң сибәре, талантлыһы кеүек ине. Тәүҙә, балалығыбыҙға барып, бер-беребеҙгә тағылып йөрөнөк. Шунан үҫмер саҡта иркенләп һөйләшергә лә ояла башланыҡ. Аҙаҡ дәртле мөхәббәт килде. Әсәйҙән әрләнә-әрләнә таңға тиклем ҡапҡа төбөндә ултыра инек. Бына әле уйлап ҡуям да, ҡыҙыҡ булып китә – бер йүнле план ҡоролмаған, бер ниәт тә булмаған да ул. Хыялыйҙар шикелле бер-беребеҙгә һыйынабыҙ ҙа, шым ғына тик ултырабыҙ. Хәҙерге йәштәр сәпсим икенсе бит, улар ерҙә ныҡлы баҫып тора. Ә беҙ һауала оса инек шикелле. Әллә шуғамы икән, беренсе мөхәббәттәребеҙҙе юғалтып та бөттөк…
Ул замандағы башҡа ауыл егеттәре кеүек үк, Бәҙретдин дә уҡыуға әллә ни илтифат бирмәне. Ә мин тик ҡалала уҡырға, йәшәргә тип ынтылдым. Туғыҙҙы бөткәс, уҡыуымды дауам итергә тип, ҡалаға юлландым. Ә инде егетем район үҙәгендә ҡалды, махсус белем алып, тиҙ арала эшләй ҙә башланы. Айына бер күрешә инек, уныһы ла мин ауылға ҡайтҡанда инде. Ситтә уҡып йөрөһәм дә, бер генә тапҡыр ҙа башҡа егеттәр менән осрашып та ҡараманым. Киноға ла барманым, урам да ҡыҙырманым. Сер итеп кенә әйтәм – иҫәр булғанмындыр тип уйлайым. Шул да булдымы йәшлек?! Киноға барыу, рәхәтләнеп студенттар менән аралашыу менән һөйгәнеңә хыянат итеү араһында ниндәй уртаҡлыҡ бар инде? Шул саҡтағы ҡыланыштарым өсөн үҙемде әрләп бөтә алмайым. Ә Бәҙретдин тиҙ генә үҙгәрҙе лә китте. Уҡыуымды ташлап, ауылға ҡайтыуымды талап итә башланы. Етмәһә, үҙе ҡыҙыу ғына холоҡло кешегә әйләнде. Көн аралаш хат яҙа. Ҡайҙан ваҡыт тапҡандыр. Ә мин яуап яҙырға ла өлгөрә алмайым, уның кеүек сурыта ла белмәйем. Ҡайтҡан һайын көнләшеп, йәнде көйҙөрә. Беҙҙең аралашыуға әсәйем дә ҡаршы төшә башланы, мин уның берҙән-бер генә ҡыҙы. Үҙе гел генә ауыр эштә йонсоно, миңә еңелерәк яҙмыш теләүе аңлашыла. Табип булырға тип тырышып уҡып йөрөйөм. Уҡып бөтәм дә, районға ҡайтам, йәнәһе. Ошо арала Бәҙретдинде әрмегә лә саҡырҙылар. Мин, башҡа ҡыҙҙар кеүек үк, көтөргә вәғәҙә биреп, ер-һыу илап оҙатып ҡалдым.
Һөйгәнемдең хаттары тағы ла йышайҙы, мин дә яуабын яҙырға тырышам. Шул арала атайым мәрхүм булып ҡалды. Уның ҡырҡын үткәрергә тип ҡайтҡанымда, ҡаршыма Бәҙретдиндең әсәһе осраны. Мин, оялыңҡырап булһа ла, матур итеп һөйләшеп алырбыҙ, тип ҡыуанып киткәйнем дә ул. Тик… Ул апайҙың уйҙары икенсерәк булып сыҡты – нахаҡ һүҙҙәр менән рәйнетеп, хатта һүгенеп тороп мине ҡаты итеп әрләне. Йәнәһе, улының башын ҡатырам, ә үҙемдең икенсе егетем бар. Күргәндәр, беләләр, имеш. Урам уртаһында аптырап баҫтым да ҡалдым. Нисек ҡайтҡанымды ла, әсәйемә илап һөйләгәнемде лә хәтерләмәйем. Шунан әсәйем хәлде тағы ла ҡатмарлаштырып ебәргән: “буласаҡ ҡоҙағыйының” өйөнә барып, ғауға ойоштороп, хатта Бәҙретдиндең атаһының башына утын ағасы менән тондороп уҡ ташлаған. Берҙән-бер балаһының рәнйетелеүенә кем сыҙаһын инде?!
Шул көндән һуң арабыҙҙа хаттар өҙөлдө. Әлеге аҡылым булһа, һөйгәнем менән аңлашыр­ға тырышыр инем. Ләкин йәш саҡ бит – барыбыҙ ҙа яндырай. Ул да яҙмай, мин дә. Бәҙретдин әрменән ҡайтҡас, ҡапыл ғына ауыл урамында осраштыҡ. Шуныһына иҫем китә – ул да, мин дә бер һүҙ өндәшмәнек. Ғәйепләү, үпкәләү һүҙҙәре лә булманы. Шул минуттарҙа тамағыма торған төйөрҙө әле булһа ла хәтерләйем, ауыр, бик ауыр ине. Ә уның күҙҙәрендә – йәш... Ауылдаштар булғас, унан һуң да йыш ҡына осрашып торҙоҡ, әлбиттә. Ләкин сәләм дә бирмәнек, күҙҙәргә лә ҡараманыҡ. Уны минең хыянат итеүемә шул тиклем ышандырғандар ине. Мин дә аңлашырға кәрәк тип тапманым, нахаҡ һүҙҙәр­ҙе күтәрә алманым. Их, йәш саҡ, их, башһыҙ саҡ. Шунда бер ултыр ҙа һөйләш, аңлаш бит инде. Ғорурлыҡ көслө шул. Ә олоғая килә ғорур булыуҙы түгел, бәхетле булыуҙы һайлай башлайһың. Быныһын һүҙ ыңғайында ғына әйтәм.
“Хыянат итә” тип мине һөйләһәләр ҙә, егетем минән дә алда өйләнде. Ҡатыны менән икенсе ергә күсеп киткәс, ауылда осрашыуҙарыбыҙ һирәгәйҙе – ялдарыбыҙ тура килмәгәндер инде. Уның туйы көнөндә ни тиклем илағанымды үҙем генә беләм. Анттар әйтеп бөттөм, имеш, бер ваҡытта ла кейәүгә сыҡмайым, үҙемде медицинаға бағышлайым, әсәйемде генә ҡарайым… Антыма тоғро уҡ ҡалмаһам да, кейәүгә, ысынлап та, утыҙымды тултыра яҙып ҡына сыҡтым. Бәҙретдиндең әсәһе мине тағы ла ауыл тултырып һөйләп йөрөнө. “Ҡулдан-ҡулға йөрөгәс, берәү ҙә кәләш итеп алмай”, – тигән хәбәр таратып, әсәйем менән дошманлашып бөттөләр. Ул ҡатындың мине ни өсөн күрә алмауын аҙаҡ ҡына белдем. Белдем дә, шаҡ ҡаттым. Исмаһам, әсәйем дә бер ни аңлатмаған бит әле. Баҡтиһәң, уның ире әлеге лә баяғы шул йәш сағында әсәйемә ғашиҡ булып йөрөгән. Тик уның мөхәббәте яуапһыҙ булған. Ул бешер-бешмәҫ “мөхәббәт тарихы”н ире әллә йүнләп хәтерләгән, әллә юҡ инде. Ә ҡатын-ҡыҙ ҡуйыртырға ярата бит. Атайым үлгәс, беҙҙең ғаилә менән ҡоҙалашыуҙы ҡот осҡос хәл тип күҙ алдына килтергәндер инде. Минең турала насар һүҙҙәрҙе тик ул ғына уйлап сығарып һөйләүенә иманым камил. Шул ҡатындың мәғәнәһеҙ көнләшеүе арҡаһында донъям түңкәрелде. Әле күптән гүр эйәһе инде, ләкин ғәфү итә алмайым. Йәш кенә ҡыҙҙы шул тиклем ҡан илатты. Аллаһы Тәғәлә ғәфү итһен, ә миндә ул тиклем ҡөҙрәт юҡ.
Ирем менән насар йәшәмәнек. “Ултырып” ҡына сыҡһам да, үҙемде яратҡан, эшсән, аҡыллы һәм сабыр кешегә тура килдем. Ике балабыҙ бар, ейәндәр ҙә сыр-сыу килә, донъя ла бөтөн. Табип булып районға ҡайтып торманым, ҡала ерендә яҡшы ғына итеп эшләнем. Бәҙретдин дә ғаиләһе менән ҡалаға күсенгән булып сыҡты. Бик һирәкләп урамда күрешеп ала инек. Аралашыу бер-беребеҙгә сәләм биреүҙән артманы. Үкенескә күрә, ирем иртә вафат булды. Балалар ҙа айырым донъя ҡорҙо. Биш йыл яңғыҙ йәшәнем. Ауылдаштар осрашыуында Бәҙретдин менән тәүге тапҡыр тиерлек ысын күңелдән ултырып бер һөйләшеп алдыҡ. Ул да тол ҡалған икән. Өҙмәне лә ҡуйманы бит, бергә йәшәргә тәҡдим итә башланы. Ҡартайып бөтһәк тә, әхирәттәр менән йыш аралашып торабыҙ. Улар ҙа: “Тәүге мөхәббәтең бит, сыҡ та ҡуй!” – тип дәртләндерҙе. Өс йыл бергә йәшәйбеҙ инде. Уның балалары беҙҙең никахты ҡабул итмәне. Бөтөнләй килмәйҙәр. Аталарын ғына үҙҙәренә саҡыралар. Мин был турала уйламайым да, ҡайғырмайым да, ярарға ла тырышмайым. Өләсәләренә оҡшағандарҙыр, моғайын.
Һин минең турала: “Ниһайәт, был ҡатын бәхетен тапҡан, мөхәббәте менән ҡауыш­ҡан”, – тип уйлап йылмайып ултыраһың, шулай бит? Мин дә шундай уҡ матур хыялдар менән икенсе тапҡыр никахҡа индем. Ләкин… Хәҙер үҙемде бер хыянатсы кеүек тоям. Тәүге иремдең хәтере алдында, балаларым алдында оят. Бер тапҡыр ҙа ризаһыҙлыҡ белдергәндәре юҡ та ул. Сабыр, аҡыллы шул балаҡайҙарым. Ләкин иремдең рухы рәнйемәнеме икән, тип уйламаған көнөм юҡ. Ә иң мөһиме – Бәҙретдинде яратмайым икән. Яратмағанмын да. Йәшлектең бер матур хәтирәһе генә булып ҡалырға тейеш ине ул. Тик мин уны ғүмерлек үкенесем итеп күргәнмен дә ҡуйғанмын. Ирем менән йәшәгәндә лә беренсе мөхәббәтемде уйлап, һағына торғайным. Бер тапҡыр шул турала иремә лә әйткәнем булды, ул сабыр ғына барыһын да күтәрҙе, мине ташламаны. Аллаға шөкөр, ғүмерем ошо Бәҙретдин менән үтмәгән, бигерәк пар килмәйбеҙ ҙә ул. Үҙенең генә фекерен яҡлаған, кешене тыңлай белмәгән бер әҙәм дә баһа! Ни тиһәң дә, атаһының вафатына ҡырҡ көн дә булмаған ҡыҙ баланы нахаҡҡа рән­йетерлек кимәлдә йүнһеҙ булған кешенең улы бит! Сәғәттәр буйы яманларға әҙермен уны, тыйылып ҡына торам. Ирем кеүек сабыр аҡыллы булһа, ваҡытында ташлашмаған да булыр инек. Ҡыуып ҡына сығарғы килә үҙен. Тик нисектер ҡыймайым. Бәлки, ул үҙе лә бәхетле түгелдер, минең кеүек өндәшмәй генәлер – кем белә.
Бына шулай, ҡатын-ҡыҙға васыят итеп әйтәм: йәшлектә һөйгән йәрҙәрегеҙҙе уйлап, тормошоғоҙҙоң йәмен ебәрмәгеҙ. Пар булһағыҙ, ташлашмаҫ, аңлашыр инегеҙ. Беренсе мөхәббәт юҡ ул, ысын мөхәббәт кенә бар. Яратҡандар ҡаршылыҡтарҙы үтеп сыға ул, ташлашып ҡуймай…

Лилиә СИРАЕВА.








Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға