«Йәшлек» гәзите » Махсус биттәр » Һәр ихатала – йөҙөм ағасы, табында – ҡусҡар



18.12.2010 Һәр ихатала – йөҙөм ағасы, табында – ҡусҡар

Һәр ихатала – йөҙөм ағасы, табында – ҡусҡарБургундия – Францияның көньяғында урынлашҡан имән урманы, виноград баҡсалары, урта быуаттар замоктары, билдәле шарап мөгәрәптәре менән танылған төбәк. Ҙур түгел ул, майҙаны 31,6 мең кв. км, халҡы 1,61 млн (1999 йыл буйынса). Сена, Луара, Сона йылғалары ер уңдырышлылығына булышлыҡ итә. Бургундияның баш ҡалаһы – Дижон.
Халыҡ Бургундияны ике өлөшкә бүлә: урман һәм виноград райондары. Һуңғыһы ниңә үҫтерелгәне аңлашылғандыр, бында донъяға билдәле шараптар әҙерләнә. Ғөмүмән алғанда, һәр йорт виноград баҡсаһына күмелеп ултыра. Тарихҡа күҙ һалһаҡ, был төбәктә борон кельт ҡәбиләләре йәшәгән. Унан римдар хужа булған, ә VI быуат башында герман-бургунд ырыуҙары килеп, ошо ерҙәргә үҙ атамаларын биргән. Тәүҙәрәк короллек булһа, һуңынан герцогтар хакимлыҡ иткән. Бургундтар бик яугир, ҡыйыу булған, тип яҙа тарихсылар. Улар ҙур майҙандарҙы биләп ултырған. Тарихи Бургундия хәҙерге Бенилюксҡа, Швейцарияғаса һуҙылған. Ил баштарында үҙенсәлекле исем-ҡушаматлы кешеләр торған: Ныҡыш Филипп, ҡурҡыу белмәҫ Жан, Һаҡһыҙ Шарль... Бургундия 1477 йылда ғына Францияның бер өлөшөнә әүерелә. Хәҙерге Бургундия дүрт департаментҡа бүленгән: Кот-д’Ор, Ньевр, Сона һәм Лаура, Йонна.
Әйткәндәй, бер илһөйәр тарихсыбыҙ Бургундия атамаһын үҙебеҙҙең бөрйәндәр менән дә бәйләй. Алыҫ быуаттар төпкөлөндә Уралдан күсенеп киткән башҡорт ырыуының бер осмото шунда барып урынлашҡан, тип фаразлай ул. Венгрияға ғына барып еткәнде, ниңә артабан да китмәҫкә, ә?! Бәлки, ысынлап та, дөрөҫтөр.

Шарап йылға булып аға
Һәр ихатала – йөҙөм ағасы, табында – ҡусҡар
Бургундияның визит карточкаһы – уның шараптары. Был хаҡта яҙырға китап биттәре лә етмәҫ, тип ебәрә урындағы халыҡ. Туристар өсөн махсус «шарап юлы» төҙөлгән: Бон – Нюи-Сен Жорж – Дижон – Макон – Мерсоль – Поили. Бөтә провинцияла 100-ләгән шарап яһау хужалығы бар. Улар «домен» тип атала.
Кот- д’Орҙағы («Алтын тау битләүе» тигәнде аңлата) киңлеге – өс, оҙонлоғо 50 саҡрымға һуҙылған виноград баҡсалары шарап етештереүгә иң әһәмиәтле өлөш индерә.
Йыл һайын ғинуар аҙағында төбәктә шарап эшләүсе һәм виноград үҫтереүселәрҙең яҡлаусыһы – Изге Винсент хөрмәтенә байрам ойошторола. Ул Бургундияның төрлө ҡалаларында уҙа. Ике көнгә һуҙылған байрамда шарап «йылға булып аға».
Бургундия ҡалаларынан Бон (халҡы 23 меңдән саҡ ҡына ашыу) төп шарап ҡалаһы һанала. Староприимский йортонда (госпиталь) 1859 йылдан алып йыл һайын шарап тәмләп ҡарау һәм һатыу буйынса хәйриә күргәҙмәһе үтә. Бында эләгеү ҡатмарлы, сөнки дегустация «йондоҙҙар», танылған кешеләр өсөн модалы ваҡиғаға әйләнгән.
Билдәле «Шансон» йорто 250 йыл самаһы элек төҙөлгән. Был шарап һаҡлау урыны тураһында һөйләгәндә «баҙға төштөм» тимәйҙәр, ә, киреһенсә, «мендем» тиҙәр. Эш шунда: шарап XVI быуатта төҙөлгән ҡала бастионының таш стенаһында һаҡлана. Бында бер юлы 1,5 миллион шешә эсемлек «әсей». Ошоға бәйле бер көләмәс тә бар: ҡытай кешеһе бер юлы 50 мең шешә шарап һатып алырға теләй. Тик уға был тиклем эсемлек булмауын әйтәләр. «Нисек инде ул, күп итеп эшләй алмайһығыҙмы ни?!» – тип ихлас аптырай теге бай. Бургундтар, шуға ғәрләнеңкерәптер инде, хәҙер шарапты миллион шешәләп әҙерләйҙәр. ҡаланың Герцог һарайында шарапҡа арналған музей ҙа бар.
Бургунд шарабын яһаусылар әйтеүенсә, бөтә уңыш устрица ҡалдыҡтары ҡатыш (бында борон диңгеҙ булған) балсыҡлы-эзбизле тупраҡҡа бәйле. Етмәһә, үҙенсәлекле рельеф ҡояш нурына тулы төшөргә мөмкинлек бирә. Башлыса, виноградтың ике сорты – ҡара пино-нуар һәм аҡ шардоне ҡулланыла.

Милли аштары... ҡусҡар?!
Һәр ихатала – йөҙөм ағасы, табында – ҡусҡар
Бургундия халҡы һәр ваҡыт тәмле ашарға яратҡан. Әллә ни ҡатмарлы ризыҡ әҙерләмәгән улар, ҡул аҫтындағы аҙыҡ-түлекте тотонғандар. Уның ҡарауы, һәр блюдоға ижади ҡарағандар. Гурмандар ҡулына «brassica negra» тигән үҫемлек килеп эләккән. Унан гәрсис (горчица) эшләгәндәр. Ябай ғына тәмләткестән шундай мөғжизә яһалған, хатта уны рәсми бүләк исемлегенә индереп, күрше илдәр батшаларына ебәргәндәр. Тарихҡа «Дижон гәрсисе» исеме менән ингән был аҙыҡ. Нимәһе менән телде йоторлоҡ һуң ул? Әлбиттә, урында эшләнгән шарап ҡушылыуы уны шулай итә. Урман еләге, ваниль, сәтләүек, әнис кеүек тәмләткестәр ҡушып та ебәрһә-әң! Туристарҙың байтағы нәҡ шул горчицаны тәмләү маҡсаты менән килә икән бында. Бер ашаһаң, ашағы килеп тик тора, имеш.
Тағы бер үҙенсәлекле ризыҡ бар: виноград ҡусҡары. Был йән эйәләрен виноград үҫтерә башлаған саҡта уҡ, ике мең самаһы йыл элек, ашай башлағандар. Кеше ҡусҡарҙы туҡлыҡтан ашамай инде, мохтажлыҡ булғандыр. Ә һөҙөмтәлә уның бик тәмле икәнен асыҡлағандар ҙа... бөгөн дә ҡулланалар. Әммә бер «әтнәкәһе» бар: ҡусҡарҙы ашар алдынан өс аҙна самаһы ас тоторға кәрәк, шунан ҡабырсағынан алып, һарымһаҡлы, үләнле майҙа ҡыҙҙырырға. Артабан тағы ҡабырсағына һалып, йылытып, табын­ға бирергә икән. Бына шундай тәмле «нәмә» (беҙҙең яҡтарҙа ҡусҡар ашау ғәҙәте булмағас, аҙыҡ тип әйтергә тел әйләнмәйерәк тора) килеп сыға. Мөмкинлек булып, Бургундияға юл төшһә, тәмләп ҡайтырһығыҙ ҙа беҙгә һөйләрһегеҙ, тибеҙ сәйәхәтселәргә. ҡусҡарға бәйле бер ваҡиға ла бар. Бер нисә йыл элек милләтселәр ҡоймаларға: «Франция – француздарға!» – тип яҙып йөрөгән. Шундай лозунгыларҙың аҫтына йыш ҡына: «Бургундия – ҡусҡарҙарға!» – тип тә өҫтәлгән, имеш.
Бургунд кухняһы сырҙары менән дә танылған. Бынан тыш, «шабли» сарделькаһы, ҡыҙыл шарапта бешерелгән себеш, трюфелдәрен, «шароле» тигән һыйыр итен һәр кем яратып ашай.

Өкө юл күрһәтә

Бургундияның баш ҡалаһы Дижон Уш йылғаһы буйында урынлашҡан һәм Францияның иң матур ҡалаларының береһе һанала. Ҙур түгел, тыныс, бик үҙенсәлекле ҡала, эре сәнәғәт үҙәге. Дижон университеты ла билдәле, унда 25 мең студент, 1600 аспирант белем ала. Шулай ҙа иң тәү сиратта баш ҡала – сәнғәт, архитектура, тарих ҡалаһы. Ул һигеҙ музейы менән дан тота: Бургунд герцогтары һарайында урынлаш­ҡан нәфис сәнғәт музейы, Сент-Этьен сиркәүендәге Франсуа Рюда музейы, XVII быуатҡа ҡараған биналарҙағы билдәле рәссамдар картиналары, бургунд тормошо һәм рухи сәнғәт музей­ҙары, тәбиғи тарих һәм архитектура тарихы музейы, Бернард монас­тыры һәм Изге Анна часовняһы, 3500 үҫемлек төрө күрһәтелгән ботаника баҡсалары. Был урын­дар­ға туристар ағыла ла ағыла.
XII быуаттан бирле «йәшәгән» Герцог һарайы төҙөлгән килеш тиерлек һаҡлан­ған. Унда ҡыйыу Филипп менән уның улы ҡурҡыу белмәҫ Иоанн кәшәнәһе бар. Ошонда уҡ илаусы ҡатын-ҡыҙҙар­ҙың скульптур һындарын күрергә мөмкин. Әйткәндәй, һарай 400 йыл буйына төҙөлгән. XIV – XV быуаттар­ҙа бында империя менән идара иткән дүрт бөйөк герцог йәшәгән. Һәйбәт Филипп «Алтын руна ордены» барлыҡҡа килеү хаҡында хәбәр иткән часовня ла тарихҡа алып ҡайта. Нотр-Дам сиркәүе готика стилендә төҙөлгән. Унда бәләкәй кеше һыны, сүкеш менән һуғып, сәғәтте һанай. Монастырь ҡалдыҡтары урынлашҡан психиатрия дауаханаһы биләмәһендә «Бәйғәмбәр ҡоҙоғо»н да күрергә мөмкин.
Сәйәхәтселәргә «Өкө эҙе буйлап» тигән маршрут тәҡдим итәләр. Ул 22 этапҡа бүленгән, иҫтәлекле урындар­ҙың береһенән икенсеһенә йәйәү йөрөйҙәр.
Йыл һайын ҡалала бик күп мәҙәни сара ойошторола. Шулар иҫәбендә – халыҡ-ара театр съезы, заманса бейеүҙәр фестивале, барокко һәм романтизм музыкаһы концерттары, виноград байрамы (халыҡ-ара фольклор фестивале), франк һәм латин телле фильмдар фестивале, халыҡ-ара гастрономия йәрминкәһе.

Йонна департаментына ҡа­раған Везле ҡалаһында ЮНЕСКО мираҫына ингән Магдалина базиликаһы менән танышырға мөмкин.
Ата-әсәләр балаларына бәләкәйҙән: «Бургундиянан булыуың менән ғорурлан!» – тип һеңдереп үҫтерә. Бындағы халыҡ артыҡ «эре» түгел, үҙ-үҙҙәренә ышаналар һәм тыуған төйәктәренең баһаһын беләләр. «Хатта Сена ла Бургундиянан башлана» тигән әйтемде лә ҡулланырға яраталар.
Францияның йәшәй белеү сәнғәте Бургундиянан башланғыс ала. «Француздар Бургундияһыҙ бөгөн дә өҫтәлгә терһәктәрен ҡуйып ашар ине», – ти урындағы халыҡ әйтеме. Нәҡ ошонда беренсе тапҡыр салфетка, ашхана приборҙары, шәхси бокалдар (уға тиклем шарапты кувшинға ҡойоп, ҡулдан-ҡулға йөрөтөп эскәндәр) ҡуллана башлағандар.
Бургундияла меңләгән саҡрым оҙонлоҡта йылға һәм канал бар. XVII быуатта уҡ Сена, Луара, Рона йылғаларын тоташтырған каналдар төҙөгәндәр.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға