18.12.2010 «Күрер күҙгә матур, йәшәү өсөн уңайлы булһын», –
тип һәр төҙөлөшкә ҡул һәм күңел йылыһын һала «Вал» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте төҙөүселәре
Биографик белешмә:
Фәнәүи Солтанов Саҡмағош районының ҡарайерек ауылында тыуып үҫкән. Мәктәптән һуң техникум тамамлап, Тобольск ҡалаһында юл төҙөлөштәрендә тәүге хеҙмәт сынығыуын ала – мастерҙан участка начальнигы вазифаһына күтәрелә. Аҙаҡ Тымыҡ океан хәрби-диңгеҙ флотында хеҙмәт итә. Хеҙмәттән һуң ситтән тороп Новосибирск автомобиль юл төҙөлөшө институтына уҡырға инә һәм тыуған Башҡортостанына ҡайта. 23 йыл дауамында «Башгражданстрой» тресында төрлө вазифаларҙа эшләй. 1993 йылда «Вал» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтен ойоштора.
Бөгөнгө төҙөлөш тармағы эшмәкәрлегендә торлаҡ төҙөлөшө өҫтөнлөклө йүнәлеш булып тора. Сөнки фатир, үҙ йортоң – кеше өсөн матди байлыҡ ҡына түгел, ә йәшәү кимәле һәм, ахыр сиктә, ул йәмғиәттең йөҙөн билдәләй. Шул күҙлектән сығып баһалағанда, төҙөүселәр йәмғиәт өсөн бик тә әһәмиәтле бурысты башҡара. «Вал» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте директоры Фәнәүи Солтанов менән әңгәмәбеҙ ошо хаҡта һөйләшеүҙән башланды. Ғүмерен төҙөлөшкә бағышлаған Фәнәүи Мөхәмәтзыя улының һүҙҙәрендә тормошто яңыртыу ҡөҙрәтенә эйә булған төҙөүсе хеҙмәтенә ҡарата ғорурлыҡ һәм заман алдында яуаплылыҡ, үҙе етәкләгән коллективтың көсөнә ышаныс та сағыла.
Әйтергә кәрәк, «Вал» йәмғиәтенең республиканың төҙөлөш индустрияһында лайыҡлы урыны һәм телгә алып һөйләрлек эштәре бар. Предприятиеның ойошторолоуына – 17 йыл. Ә бит шул осорҙа барлыҡҡа килгән төҙөлөш предприятиелары араһында бик аҙҙар ғына баҙар имтиханын уңышлы үтә алды. «Вал» йәмғиәте шундайҙар рәтендә. Ул ойошторолған көндән башлап заказсыларҙы юғары оҫталыҡ, сифатлы эш, яуаплылыҡ, теүәллек менән йәлеп итә һәм бөгөн дә уларҙың ышаныслы партнеры булып ҡала. Ә заказсылар иҫәбендә БР буйынса Эске эштәр министрлығының капиталь төҙөлөш бүлеге, Өфө ҡалаһы йылылыҡ селтәрҙәре, «Өфөводоканал», «Башинвестдом», Аҙ ҡатлы йорттар төҙөү идаралығы кеүек абруйлы предприятиелар бар.
«Вал» төрлө йүнәлештәге төҙөлөш эштәрен башҡара. Ә төҙөгәндәре заманса күркәмлеге һәм ныҡлығы менән айырыла. Баш ҡаланың Октябрь проспектында һәм Эшсе хәбәрселәр урамындағы торлаҡ йорттар, йылылыҡ селтәрҙәре идаралығы һәм башҡа административ биналар, таҙартыу ҡоролмалары, социаль-мәҙәни объекттарҙы нәҡ шундайҙар тиергә кәрәк.
Төҙөлөштө тотош республикала һәм күрше төбәктәрҙә лә алып баралар. Үткән йылда, мәҫәлән, республика Советының күсмә ултырышына әҙерлек сиктәрендә Миәкә үҙәк район дауаханаһына, шулай уҡ баш ҡалалағы 126-сы мәктәпкә реконструкция яһанылар. Күрше Силәбе өлкәһендә иһә социаль объекттарҙы төҙөкләндереү буйынса күләмле эш башҡарылған. Сочи ҡалаһында Олимпия объекттарын төҙөүҙә лә ҡатнашасаҡтар.
«Вал» йәмғиәте төҙөлөш буйынса мөһим республика һәм федераль программаларҙы ғәмәлгә ашырыуға лайыҡлы өлөш индерә. Билдәле булыуынса, һуңғы ваҡытта республика етәкселеге аҙ ҡатлы торлаҡ төҙөлөшөнә ҙур иғтибар һәм финанс сығымдары йүнәлтә. Был төҙөлөштәргә бөтә яҡлап та ышаныслы һәм үҙен аҡлаған предприятиелар ғына йәлеп ителә. Улар иҫәбендә «Вал»дың булыуы бик тә ҡыуаныслы.
– Тәү башлап аҙ ҡатлы йорттар төҙөлөшөн Шамонин ауылында башлағайныҡ. Унда алты йорт төҙөп, файҙаланыуға тапшырҙыҡ, – тип һөйләй Фәнәүи Мөхәмәтзыя улы. – Дорогин, Жуков ауылдарындағы төҙөлөштә лә ҡатнаштыҡ. Аҙаҡ беҙҙең предприятиеға «Үҙ йортом» федераль программаһы буйынса Йоматау – Алкино – 2 ҡасабаһында аҙ ҡатлы йорттар төҙөү бурысы йөкмәтелде. Йыл аҙағына тиклем 50 йортто өлгөртөргә тейеш булһаҡ, һүҙҙе эш менән иҫбатланыҡ. Беҙ төҙөгән йорттарҙа инде гөрләп өй туйҙары уҙа башланы.
Яңы йорттарҙа, нигеҙҙә, йәш ғаиләләр йәшәйәсәк. Йорттар экологик яҡтан таҙа материалдан – бүрәнә һәм брустан һалынған. Хаҡы ла сағыштырмаса арзан.
Киләһе йылда «Вал» төҙөүселәре әлеге ҡасабала балалар баҡсаһы менән мәктәп төҙөйәсәк. Артабан Мармылев һәм Баланов ҡасабаларында комплекслы аҙ ҡатлы торлаҡ төҙөлөшө проекттарын тормошҡа ашырыуҙа ҡатнашасаҡтар.
Предприятие етәксеһе Фәнәүи Солтановты борсоған мәсьәләләр ҙә бар. Бәхәсһеҙ, аҙ ҡатлы йорттар төҙөлөшө – бик тә ваҡытлы һәм әһәмиәтле социаль программа. Шулай ҙа уның үтәлешен тиҙләтеү өсөн коммуникациялар һалыуҙы алдан һәм тейешенсә ғәмәлгә ашырырға кәрәк. Шул саҡта төҙөлөштә тотҡарлыҡтар булмаясаҡ. Әйткәндәй, был мәсьәләне республика Хөкүмәтенең төбәктә төҙөлөш комплексын үҫтереү перспективаларына һәм төп йүнәлештәренә арнап күптән түгел үткәрелгән кәңәшмәһендә Президент Р. Хәмитов айырып билдәләне.
Фәнәүи Мөхәмәтзыя улы әйтеүенсә, коллективтың иң ҙур байлығы – һайлаған һөнәренә тоғро, юғары оҫталыҡҡа эйә алтын ҡуллы төҙөүселәр. Уларҙың күбеһе бында предприятие ойошторолғандан башлап эшләй һәм алмаш һөнәрҙәргә эйә. Эшселәр лайыҡлы хеҙмәт хаҡы ала, мохтаждарға льготалы шарттарҙа торлаҡ менән тәьмин итеүҙә ярҙам күрһәтелә.
Предприятиеның матди-техник базаһы ҡеүәтле һәм йылдан-йыл яңыртыла, үҙҙәренең заманса офисы бар.
– Беҙгә, төҙөүселәргә, яуаплы ла, ҡатмарлы ла бурыс йөкмәтелгән. Әммә коллективтың оҫталығы, тәжрибәһе һәм фиҙакәр хеҙмәте иң ҡатмарлы бурыстарҙы ла хәл итергә юл аса. Һәр хәлдә, иртәгәгә ышаныс менән ҡарайбыҙ, – ти Фәнәүи Солтанов.
Земфира ХӘКИМОВА.
Өфө ҡалаһы.
Рәсимә ҒӘЛИЕВА фотоһы.