«Йәшлек» гәзите » Махсус биттәр » Минең карьерам



01.04.2017 Минең карьерам

Минең карьерамйәки Нисек кенә булһа ла, иремде ир итә алдым

Ҡатын-ҡыҙ тормошо, яҙмышы, холоҡ-фиғеле тураһында мәғлүмәттән күп нәмә юҡтыр гәзит-журналда ла, “зәңгәр экран”да ла, интернет киңлегендә лә. Һәр төрлөһө, ҡолаҡҡа ятҡаны, ятмағаны, бәхәс, ҡапма-ҡаршылыҡлы фекер тыуҙырғаны ла етерлек. Ә тормошҡа сығып, һәүетемсә йәшәп ятҡандары тураһында башлыса “ирҙән уңды”, “һөт өҫтөндәге ҡаймаҡ кеүек йәшәй” йәки “бер тинтәккә сығып әрәм булды”, “ир урынына ла үҙе, ҡатын урынына ла” тигәнерәк һүҙҙәр менән йәлләп, күп осраҡта өлгө (ниндәй өлгө булһын инде?!) итеп телгә алалар. Ә минең булмышым телгә алын­ған ике осраҡҡа ла тап килмәй. Әлбиттә, ундай ҡатын-ҡыҙҙар бар беҙҙең арала. Тик белеп еткермәйбеҙ. Әлеге лә баяғы, ундайҙар бит асыла һалып бармай. Уларҙың тормошо ете ҡат бик аҫтында. Шуға ла үҙ ғаилә тарихымдың бер мөйөшөн аса биреп ҡуйҙым. Исемемде үҙгәртеп алдым.

Кейәүгә сығыуыма сирек быуат ваҡыт үтеп тә киткән. Зарланмайым, яратып сыҡтым. Аллаға шөкөр, балаларыбыҙға матур тәрбиә бирҙек, үҫеп, инде буй еткереп таралыштылар. Һөт өҫтөндәге ҡаймаҡ кеүек йәшәргә тура килмәне. Ир­ҙең алдына сығып, ир-ат эшенә лә егелмәнем. Бөтә көсөмдө тормош иптәшемде көслө рухлы ир, абруйлы етәксе, балалар­ға хәстәрлекле атай, туғандарға арҡа терәрлек туған итеп күрһәтергә тырыштым. Дөрөҫөн генә әйткәндә, иремдең ысын холҡон минән башҡа берәү ҙә белмәй, хатта ата-әсәһе лә, балалар ҙа. Иң ҡыйыны – уның эскелек ал­дында көсһөҙлөгө. Ҡунаҡмы, байраммы – мин һәр ваҡыт һаҡта. Артыҡ рюмканы эсермәҫ, шул ваҡытта кеше алдында абруйын төшөрмәҫ өсөн ниндәй генә хәйләләргә бармайым. Сөнки беләм, араҡы еңеп алһа, был тотҡондан тиҙ генә сыға алмаҫын. Төндәр буйы дауалап, кәрәк булғанда системаһын да ҡуйып, иртәнсәк эшкә айныҡ хәлдә оҙатам. Был хаҡта бер кеше лә белергә тейеш түгел, туғандар ҙа, балалар ҙа, коллегалар ҙа. Ә бит үҙемә лә эшкә барырға кәрәк. Ә инде иремде “йәшел йылан” еңһә, эштән 2 – 3 көнгә отгул алып, кеше ҡиәфәтенә индергәнсе, эргәһенән бер аҙым да китмәйем.
Йорт араһында ла ҡыл да ҡыбырлата һалмай, тиһәм дә, хата булмаҫ. Ҡош-ҡорттоң еме бөтәме, миндек бәйләргә ва­ҡыт еткәнме, картуф ҡаҙыр­ға кәрәкме – алдан йүгергеләмәйем. Былар – ир-ат эше. Нисек булһа ла үҙенән эшләтергә тырышам. Ни эшләһен, тауыҡтары бер көн ас торһа, емен таба. Бик булмаһа, ҡайһы бер йомоштарын кеше ҡушып эшләтә. Ә мин, ирем эшләне, тип ҡуям кеше алдында.
Бер мәл эшһеҙ ҡалды. Ир-ат күңел төшөнкөлөгөнә тиҙ бирешә бит инде. Үҙ-үҙен тотошо үҙгәрҙе, яурындары төшөп, бәләкәсәйеп, депрессияға бирелеп китте. Был осор беҙҙең ғаилә өсөн ысын мәғәнәһендә һынау осоро булды. Иң тәүҙә, ҡурҡыныс бер нәмә лә булманы, ваҡытлыса ғына был, тип иремә йән өрөргә тырыштым. Кеше араһына алып сыҡтым, хатта яурындарын киреп, башты юғары тотоп яңынан йөрөргә өйрәтергә лә тура килде. Туғандарҙан да йышыраҡ килеп йөрөүҙәрен үтендем. Ба­лаларға ла, атайығыҙ менән күберәк аралашығыҙ, кәңәш һорағыҙ, тип кенә торҙом. Ҡыҫҡаһы, үҙен беҙҙең өсөн иң кәрәк кеше итеп тойһон өсөн барыһын да эшләнем. Бушҡа булманы тырышыуым. Бер аҙҙан ул үҙ эшен асып, күңеленә ятҡан шөғөлөн тапты, аяҡҡа баҫты.
Бөтәһе лә яйланғандай булһа ла, “йәшел йылан” әле лә эргәлә йөрөй. Мин уяулыҡты ташламайым. Яҡын­дары, дуҫтары әле лә уны эскелеккә бирешеүсән икәнен белмәй.
Бер мәл класташым миңә: “Беҙҙең арала иң үткере, иң дыуамалы һин була торғайның. Иң ҙур карьераны һин яһар­һың ул ти торғайныҡ. Ә һин кейәүгә сыҡтың да ирең артына йәшерендең. Иреңде кеше итәм тип, эй тырышаһың, һөҙөмтә бармы-юҡмы – уны ла уйла­май­һың. Үҙеңде ҡайғыртһаң, бөгөн әллә ниндәй түрә булыр инең инде”, – тине. Бәлки, ул хаҡлылыр ҙа.
Тик мин үкенмәйем. Нисек кенә булһа ла, иремде ир итә алдым. Уға ҡул һелтәп, сепрәк итә йә юҡҡа сығара ала инем. Бөгөн тормош иптәшемде районда абруйлы уҙаман, донъя тотҡаһы булған көслө зат тип беләләр, уның менән балалары, туғандары ғорурлана. Ошо ҡатын-ҡыҙ өсөн үҙенә күрә карьера түгелме ни?!
Гөлиә Ғ.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға