«Йәшлек» гәзите » Махсус биттәр » Ҡеүәт – хәрәкәттән, ныҡлыҡ – моңдан



14.03.2017 Ҡеүәт – хәрәкәттән, ныҡлыҡ – моңдан

Ҡеүәт – хәрәкәттән, ныҡлыҡ – моңданйәки Бөрйән егете барығыҙҙы ла йәшнәп йәшәргә саҡыра

Ошо көндәрҙә Өфөлә дәүләт һәм муниципаль органдар хеҙмәткәрҙәре араһында республика фестивале үтте. Тәүге тапҡыр ойошторол­ған сараның гала-концертында ғына йөҙҙән ашыу коллектив ҡатнашты. Улар республиканың төрлө ауыл-ҡалаһынан килгәйне. Дәүләт хеҙмәткәрҙәре араһында ижади кешеләр күп икән: һайлап алыу турҙары ла, төп концерт та иҫ киткес шәп, үҙенсәлекле үтте. Йыр-бейеүгә маһир, музыка ҡоралдарында уйнарға оҫта чиновниктар “Ғорурланам һинең менән, Башҡортостан!” тип аталған концертта төрлө номинацияларҙа ярышты. Ошо сарала вокал жанры буйынса беренсе урын яулаусы Артур Әлибәков менән осрашып, спорт һәм йыр тураһында әңгәмә ҡорҙоҡ – ул Өфө ҡалаһының Киров район хакимиәтендә физкультура һәм спорт бүлеген етәкләй.

– Артур Айҙар улы, Һеҙҙе студент сағығыҙҙа шау-шыулы концерттар ойоштороусы, ә инде хәҙер етди хеҙмәткәр булараҡ таныйбыҙ. Бөгөн сәхнәгә башҡорт халыҡ йыры “Сибай” менән сығыуығыҙ, ниндәй­ҙер кимәлдә, аптырау ҙа уятты. Ни тиһәң дә, был бик ауыр жанр. “Сибай”ҙы һайлауығыҙ юғары амбицияларға һәм үҙ-үҙегеҙгә ышаныуығыҙға бәйлеме?

– Юҡ, башҡорт халыҡ йырҙарын яратыуыма һәм популярлаштырыр­ға тырышыуыма бәйле. Үҙемә ышанысым да көслө, әлбиттә, шунһыҙ лайыҡлы итеп йәшәп буламы ни? Бөтә эшкә лә етди ҡарау яҡлымын, шуға ла сәхнәгә сығырға ныҡлы әҙерләндем. Йырҙы ете ҡат үлсәп һайланым, белгестәр менән кәңәшләштем, репетицияларҙы ла ҡалдырманым. Башҡорт халыҡ йырҙарының тарихы менән һәр ваҡыт ҡыҙыҡһынам. Беҙҙең йырҙар – һоҡланғыс байлыҡ ул, был турала сәғәттәр буйы һөйләшеп ултырырға ла әҙермен. Киң таралмаған йырҙарҙы белеп ҡалһам, шундуҡ тарихын да һөйләтеп алам, эҙләнәм. Йыр-моң үҙе бер серле донъя кеүек.
Ләкин был темала күңелде ҡырған нәмәләр ҙә юҡ түгел. Бына Һеҙ ҙә һүҙҙе: “Нишләп халыҡ йырына үрелдегеҙ?” – тигән һорау менән башланығыҙ. Ниңәлер беҙҙә халыҡ йырҙарын боронғолоҡ менән генә бәйләп баралар. “Буранбай”, “Сибай” йәки башҡа мәшһүр йырҙарыбыҙ менән сәхнәгә сығыусылар мотлаҡ елән, ҡамсат бүрек кейгән булырға тейеш, тип ҡанға һеңдерелде инде хәҙер. Был хәл менән риза түгелмен, халыҡ йырҙары бөтә заманға ла тура килергә тейеш. Тейеш кенә түгел, тура килә лә. Улар табын артында ла, ябай сәхнәлә лә, хатта аш-һыу бүлмәһендә лә йырланырға тейеш. Кем теләй, ҡайҙа теләй – рәхәтләнеп йырлаһын, сик ҡуйырға кәрәкмәй. Башҡорттар – моңло халыҡ. Әлбиттә, һәр кем йырҙарҙы үҙ кимәлендә башҡара, профессиональ кимәлдә сәхнәгә сығыусылар тураһында әйтмәйем, был бөтөнләй икенсе тема. Йыр­ҙа­рыбыҙҙы тотош йәмғиәттә попу­лярлаштырыу тура­һында һүҙ алып барам. Халыҡ йырын шул тиклем ауыр, бер кемдең дә буйы етмәҫлек кеүек күҙ алдына килтерәбеҙ, уны кешеләр бер кем ишетмәгәндә лә йырлап ҡарарға йөрьәт итмәй. Теләгән һәр кем сәхнәгә сығып йырлаһын тип саҡырмайым, был милли байлығыбыҙҙың бәҫен генә төшөрөр ине. Ләкин йырҙарҙы ниндәйҙер кимәлдә заманлаштырып ҡараған йәштәргә кәртәләр ҡуйыуға ҡаршымын. Һәр кем йырлаһын, халыҡсанлыҡ шулай ярала. Юҡһа беҙҙә материал шул тиклем күп, ләкин халыҡ йырҙары популяр түгел. “Заман­лаш­тырыу”­ҙы йырҙарҙың көйөн, мәғәнәһен үҙгәртеү тип түгел, ә киң масса ҡабул итерлек итеп еткерә белеү тип аңларға кәрәк. Бына мин халыҡ йырҙарын төрлө сит илдәр­ҙең, милләттәрҙең музыкаль инструменттары менән йырлап ҡарарға хыялланам. Хыял ғына түгел, был юҫыҡта эш тә алып барам, төрлө ерҙә йәшәүсе һәүәҫкәр, профессиональ артистар менән аралашам. Был турала һүҙ ҡуйыртып тормайыҡ, эшемдең һөҙөмтәһен күрһәтерлек булғас, тағы ла бер осрашырбыҙ, булмаһа. Эш түгел инде ул, ә күңелем сағылышы.

– “Йырсы Артур” менән “рәйес Артур” үҙ-ара низағҡа инеп, күңелегеҙҙә ризаһыҙлыҡ тыуҙырмаймы?

– Ҡасандыр “Шау-шоу” төркөмөн ойоштороп, республика сәхнәләрендә йырлап йөрөһәм дә, юғары уҡыу йортон тамамлау менән дәүләт эшенә индем. Алдымда бер ниндәй ҙә һайлау торманы, дәүләт эшмәкәре буласағымды кескәй саҡтан уҡ белә инем. Атайым һәм олатайым Таштимер ҙә – районыбыҙҙа билдәле дәүләт эшмәкәрҙәре. Улар ҙа шулай уҡ мәҙәниәткә яҡын кешеләр, атайым баянда уйнаһа, һоҡланып тыңлайбыҙ. Бала саҡтан матур иҫтәлектәр һаҡлана: мәрхүм олатайымдың “уазигы”на ултырып баҫыу гиҙәбеҙ, ул йырлай. Бер тәбиғәт матурлығына, бер йыр шауҡымына бирелеп, тын да алырға ҡурҡып, машинала шым ғына ултырам. йырға һөйөү ҡайҙан һеңгәнен хәҙер аңлағанһығыҙҙыр инде. Емертеп эшләргә йыр ҡамасауламай ул. Быны мин ата-бабаларымдың йәшәйешендә күрҙем, үҙемдең миҫалымда ла иҫбатлайым.

– Халҡыбыҙ моңло ғына түгел, кәрәк саҡта уҫал да була белә, шулай бит? Вазифалы кешеләр йырлап ҡына йөрөһә, кем эшләр икән, тип тетмәне тетергә лә оҙаҡ һорап тормаҫтар...

– Ошондайыраҡ һорауҙы ишектән ингәс үк бирерһегеҙ тип көткәйнем (йылмая). Әлбиттә, төп эшем – Өфө ҡалаһының Киров район хакимиәтендә физкультура һәм спорт буйынса комитет рәйесе вазифаһын башҡарыу. Ҡәнәғәтмен – йөҙөп йөрөп эшләрлек мөмкинлек бар. Спорт системаһында 10 йыл эшләйем, ғорурланып телгә алырлыҡ һөҙөмтәләр ҙә, маҡсаттар ҙа күп. Киров районы – уҡыусылары, студенттары күп үҙәк. Башҡа йәштәр ҙә байтаҡ. Бөтә көстө һалып, йәмғиәтебеҙҙең төрлө категорияларына ҡараған кешеләргә лә ҡыҙыҡ булырлыҡ спартакиадалар һәм башҡа уйындар, саралар үткәрәбеҙ. Спорт сараларын бер көндә генә ойоштороп булмай, йылдар дауамында үҙ өҫтөндә эшләгән кеше­ләр­ҙең беҙ ойош­тор­ған сараларға килеп, үҙҙәрен күрһәтә алыуы һәр ваҡыт күңелгә йылылыҡ, дәрт өҫтәй. Студенттар спортҡа яҡыныраҡ, әлбиттә. Уларҙы йыйып алыу, төрлө сараларға саҡырыу ҙур ҡыйынлыҡ тыуҙырмай. Ә бына эшләүсе йәштәребеҙ донъя мәшәҡәттәренә сумған. Бәләкәй бала­лар­ҙы аяҡҡа баҫтырыу, аҡса, ипотека, эш кеүек проблемалар менән йонсоп, йәш саҡтың үткәнен һиҙмәй ҙә ҡалабыҙ. йәш­тәрҙең көнитмеше ниндәйҙер бер йырып сыҡҡыһыҙ ҡаҙан кеүек. Шуға ла беҙҙә тап ошо категорияға ҡараған кешеләрҙең тормошона ла сағыу төҫтәр, спортты индереү өсөн бик күп сара үтә. Һәр бер сара тураһында айырым һөйләп тормайым, ләкин форсаттан файҙаланып ҡалғы килә: сәләмәт тәндә – сәләмәт рух, тиңдәштәр! Баш ҡатҡан, тормош баҫҡан ваҡытта спорттан да яҡшыраҡ дауа тапмаҫһың. Юҡ, ысын: спорт йөҙләгән дарыуҙы алмаштыра ала, тик бына бер дарыу ҙа спортты алмаштыра алмай. Саралар күп ойошторола, уларҙы күҙәтеп, ҡатнашып барыу әллә күпме файҙа бирәсәк.

– Спорт сараларын ситтән күҙәтеүселәр иҫәбенән түгелһегеҙҙер?


– Әлбиттә, юҡ. Бөтә сарала ла әүҙем ҡатнашам. Бынан тыш, бергә уҡыған, эшләгән таныштар-дуҫтар араһында баскетбол, футбол, бильярд һәм башҡа спорт төрҙәре буйынса ярыштар ойоштороп, ҡатнашып йөрөйөм. Кешенең физик торошо тышҡы ҡиәфәтендә сағыла. Спорт менән шөғөлләнмәй, үҙ өҫтөңдә эшләмәй тороп агитация алып барып булмай. Был – көлкө.

– Өфө халҡы спорт ярата тип әйтеп буламы?

– һуңғы йылдарҙа спортҡа ылығыу­сылар артҡандан-арта. Даими рәүештә спорт менән шөғөлләнеүселәрҙең һанын арттырыу, сәләмәтлеккә иғтибарҙы күбәйтеү өсөн төрлө кимәлдәге программалар, стратегик йүнәлештәр бар. Ә рәсми мәғлүмәттәр буйынса, әлеге ваҡытта Өфө ҡалаһында даими рәүештә спорт менән шөғөлләнеүселәр һаны 30 проценттан да кәм түгел. Был күрһәткес артабан да артһын өсөн эшләйбеҙ. Рәсәй буйынса һүҙ йөрөткәндә, спортҡа төрлөсә ҡараған төбәктәр булыуы аңлашыла. Беҙҙән юғарыраҡ күрһәткестәргә өлгәшеүселәр ҙә юҡ түгел. Бер миҫал килтергем килә: сентябрь айы еттеме, кабинетҡа илебеҙҙең Кавказ төбәктәренән килеп уҡыусы студент егеттәр тула. Гел шул бер мәсьәлә – спорт менән шөғөлләнеү өсөн урын табыуҙа ярҙам һорайҙар. Ҡора­малдар һатып алыу өсөн үҙҙәренең аҡсаһын тотонорға ла әҙерҙәр. Студенттар ҡаласығындағы буш торған подвалды күреп ҡалһындармы, йә булмаһа, икенсе берәй би­намы. Улар араһында спорт менән шөғөлләнмәгәндәр бик һирәктер. Беҙҙең егеттәрҙең әүҙемлеген әллә ни күргән юҡ. Һығымталарҙы үҙегеҙ яһағыҙ инде.

– Ниндәй һығымта яһарға тейешмен? Милләттәштәребеҙҙең спорт­ҡа барымы юҡ типме?


– Юҡ! Мең тапҡыр юҡ! Бәхәскә урын ҡалмаһын өсөн икенсе миҫал килтерәм: баш ҡалабыҙҙағы башҡорт мәктәптәре һәм гимназиялары тураһында барыбыҙ ҙа беләбеҙ. Төрлө райондарҙан килеп уҡыған республика уҡыу учреждениелары тураһында түгел һүҙем, ауыл балалары физик яҡтан ҡаланыҡыларҙан ныҡлыраҡ. Ҡала башҡорттары уҡыған мәктәптәрҙә уҡыусы малай-ҡыҙҙарҙың да спорт йүнәлешендәге күрһәткестәре һәр ваҡыт башҡа мәктәптәрҙекенән юғарыраҡ булып сыға. Турникта күтәрелеү булһынмы, йүгереүме – улар алдараҡ. Шул уҡ ҡала һауаһын һулап, шул уҡ мөхиттә үҫкән малай-ҡыҙҙар бит инде, ләкин генофонд көслө булғас, һөҙөмтәләр көттөрмәй. дөйөм күрһәткестәрҙе барлағанда был асыҡ күренә. Ҡеүәт тә, сыҙамлыҡ та бар. Шахмат, шашка буйынса ярыштарҙа ла призлы урындарҙы беҙҙекеләр яулай.

– Ләкин ҙур ҡаҙаныштарға өлгәшкән спортсыларыбыҙ әллә ни күп түгел. Нимә етмәй икән беҙгә?


– Инициатива аҙыраҡ. Ялҡаулыҡ тип кенә әйтеп булмай уны. “Баҙнатһыҙлыҡ” тип билдәләргә кәрәктер. Вайымһыҙлыҡ та юҡ түгел. Ә бит ниндәй потенциал, тәбиғәттән бирелгән көс бар! Ҡаршымда журналист кеше ултыр­ғас, ошо хаҡта ла әйткем килә: үҙәк телевидениенан прайм-таймда күрһәтелгән программалар кешеләрҙә дөрөҫ булмаған ҡиммәттәр тәрбиәләй. Кешеләр көн һайын телевидение аша донъяның иң “бысраҡ”, аҫҡа тәгәрәгән кешеләре, ваҡиғалары менән таныша. Шул ваҡиғаларға баһа биреп маташа, аңларға тырыша. Ҡыҫҡаһы, башын сүп-сар менән тултырып, тормош шулай булырға тейеш икән, тип йәшәй башлауы ихтимал. Киң матбуғат саралары – йәмғиәтте тәрбиәләүҙәге иң ҡеүәтле көс. Мәҫәлән, уның аша көн һайын “Илебеҙ ауырый, беҙҙе сығып йүгереү генә ҡотҡара ала” тип тыҡып торһалар, ун кешенең туғыҙы, тышҡа сығып, йүгереп инер ине. Тик юҡ шул. Популяр спорт каналдары ла төрлө трансляция ваҡытында һыра рекламалай. Эйе, спиртһыҙ һыра тураһында һүҙ бара, ләкин һыра бит! Ил етәкселеге лә, республика башлығы ла спорт менән дуҫ булыуын халыҡҡа күрһәтте. Ошо факттар­ҙы ғына файҙаланып та әллә күпме программа, социаль реклама әҙерләп булыр ине.

– Артур Айҙар улы, әлбиттә, бер әңгәмәлә генә Һеҙҙең кеүек тормошта ҡайнап йәшәгән кешенең эштәрен барлап та бөтөп булмай. Шулай ҙа гәзитебеҙҙе уҡыусы йәштәргә әйтер иң мөһим һүҙҙәрегеҙҙе ишетке килә.

– Заман ығы-зығыһында үҙебеҙгә тейешле кимәлдә иғтибар итмәйбеҙ. Ҡайһы саҡ балаларға ла ваҡыт етмәй китә. һөҙөмтәлә кешеләрҙең тәне лә, рухы ла ауырый башлай, ни тиһәң дә, үҙебеҙҙе әхлаҡи яҡтан да, хәрәкәтләнеп тә үҫтереп, тәрбиәләп тороу етмәй. Тормошоғоҙ аҡса, карьера эшләү мәшәҡәттәренә генә ҡайтып ҡалмаһын. Күңе­легеҙҙә яралған моң, хистәр ойоп ятмаһын, сығарығыҙ уны, күкрәк киреп, иркен тын алып йәшәйек! Спорт тән сәләмәтлеген ҡайғыртһа, рух ныҡлығын тормошҡа ашҡан хыялдар, күңелдәге моң булдыра – ошоно онотмайыҡ.

Лилиә СИРАЕВА әңгәмәләште.
Эдуард ДИЛМӨХӘМӘТОВ
фотолары.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға