10.03.2017 Апайым – ынйы бөртөгө
Ул беҙгә, кесе туғандарына, бала саҡтан алып ошо көнгәсә оло ихтирамға лайыҡ, абруйлы кеше булып ҡала
Беҙ бит бер ҡарында яралғанбыҙ,
Бер әсәнең һөтөн имгәнбеҙ,
Бер икмәкте бүлеп ашағанбыҙ,
Бергә илап, бергә көлгәнбеҙ.
Фирүзә Абдуллина.
Мәләүез районының Ҡотлобулат ауылында йәшәүсе Далира һәм Фәрит Ҡунаҡбаевтар икенсе бала булып донъяға килгән ҡыҙҙарына, күҙгә бәрелеп тормаһа ла, үтә ҡиммәтле таш – ынйы бөртөгө – Фәриҙә исемен ҡуша. Тулыһынса аҡлай был исемде апайым. Эйе, ул минең апайым, берҙән-бер ҡыҙ туғаным, кәңәшсем, серҙәшем, иң яҡын кешем. Үҙемде белгәндән алып Фәриҙә апайым – бәлә-ҡазаларҙан ҡурсалаусы, маяҡ кеүек юлды яҡтыртып, алға әйҙәүсе, шатлыҡ-ҡыуаныстарымды уртаҡлашыусы яҡын кеше. Йәш айырмабыҙ бары ике генә йыл булһа ла, ул минең өсөн бала саҡтан алып ошо көнгәсә оло ихтирамға лайыҡ, абруйлы, өлкән кеше. Бәләкәй сағыбыҙҙа сәсемде тарап үреү, кейемемдең бөхтәлеген ҡарап йөрөү ҙә апайыма йөкмәтелгәйне. Ул үҙенән кесе туғандарына ғына түгел, ә ағайыбыҙға, хатта атайыбыҙға ла «апай» булды (яуаплы, үҙ аллы булғанына атайыбыҙ, шаяртып, уға: «Фәриҙә апай», – тип өндәшер ине). Бер нисә йыл элек үткән ваҡиғаларҙы иҫләйем дә, апайым ул ваҡытта минән дә йәшерәк булған, ә ҡайһылай фәһемле кәңәштәр биргән, тип уйлап ҡуям. Бер шулай: «Апай булыуы ауырмы?» – тип һораным. «Элек ауырлығын һиҙмәнем дә, шулай булырға тейеш, тип уйланым, хәҙер, туғандарым ҙурайғас, апай булыуы еп-еңел», – тип яуапланы.
Бәләкәйҙән эшкә теремек ул, сөнки әсәйебеҙ талапсан, ғәҙеллеккә, маҡсатлы йәшәргә, эште ваҡытында башҡарырға өйрәтте. Фәриҙә апайым йөкмәтелгән һәр эште еренә еткереп, әсәйебеҙ ҡайтҡансы тамамлатыр ине. «Эште әйтеп эшләтһәм, мин үҙем дә эшләйем, үҙегеҙ белеп эшләгеҙ», – ти торғайны әсәйебеҙ. Ә атайыбыҙҙан беҙгә сабырлыҡ, барына риза булып йәшәү сифаты күскәндер. «Бар бит, юҡ түгел!» – тиер ине. Уның тағы бер холҡо беҙгә йоҡҡан: нимәгә тотонһаҡ та, кешенән алда тамамларға тырыштыҡ, шуға эште иртәрәк тороп башлай торғайныҡ.
Фәриҙә апайым ул ваҡытта етенсе класта уҡығандыр. Апайым, атайым менән өсәүләп утын әҙерләнек. Улар ҡул бысҡыһы менән ҡоро ағасты быса, ботаҡтарын бер өйөмгә өйә, ә мин һыбай әҙер утынды арҡан менән һөйрәтеп, урмандан сығарып, бер ергә ташыйым.
– Ике ҡыҙым менән дүрт машина утын әҙерләнек, – тип атайым ҡыуанып һөйләп йөрөгәйне...
Бер шулай хәтирәләргә бирелеп ултырғанда апайым: «Ә беләһеңме, мине бит атайым бесән сабырға өйрәтте, үҙемә бишле салғыны ла һаплап биргәйне», – тип һөйләне. Ғаиләбеҙ менән күмәкләп еләккә, муйыл, баланға йөрөнөк. Фәриҙә апайым: «Ҡайҙа, биҙрәңде күрһәт әле, күпме еләк йыйғаныңды ҡарайым», – тип мине тикшереп кенә торор ине. Йәй айҙарында иптәш ҡыҙҙары Нәфисә, Таңһылыу апайҙар менән ҡулалмаш өй йыуҙылар. «Араларында иң бәләкәйе булһам да, иң яуаплы ерҙәрҙе минән йыуҙырҙылар, Нәфисә мейестәрен минән аҡлатты», – тип хәтерләй ул.
Уҡырға ла иртә өйрәнә апайым. «Фәнир ағайыбыҙҙы әсәйебеҙ «Әлифба»нан уҡырға өйрәткәнендә, эргәләрендә тыңлап тороп өйрәндем», – ти ул. Ә инде үҙе лә мәктәптә уҡый башлағас, апайымдың ҡайтҡанын тышта һағынып көтөп йөрөгәнем әле лә күңелем һандығында һаҡлана. Ғаиләбеҙ менән ул ваҡытҡа Иштуған ауылына күскәйнек. Апайым Иштуған һигеҙ йыллыҡ мәктәбендә гел «бишле» билдәләренә генә уҡыны. Немец телен яҡшы белгәнгә күрә Германия уҡыусылары менән хат алышты. Бер көндө почта ташыусы апай ҡулыма хат килтереп тотторҙо. «Апай-апай, һиңә Симоне Бомдан хат килде!» – тип өйгә ингәнсе шатлығымдан ҡысҡырғаным бөгөнгөләй хәтеремдә. Уҡыуҙа өлгәшкән уңыштары, олимпиадаларҙа ҡатнашып, гел алдынғылар рәтендә булғаны өсөн апайымды Симферополь ҡалаһындағы «Орлёнок» пионер лагерына путевка менән бүләкләнеләр.
Бәләкәй сағынан ул уҡытыусы булырға теләне. Һигеҙенсене тамамлағас, Салауат педагогия училищеһына уҡырға инде. Минең өсөн тағы һағышлы көндәр башланды. Һәр ваҡыт апайым эргәлә булһын да, ҡайҙалыр алыҫҡа сығып китһен әле! Әлбиттә, һағына инем, хатта, әсәйемдәр күрмәһен тип, мунсаға инеп илап та ала торғайным (бәлки, апайым менән бергә булыу теләге көслө булғанға ла мин дә уҡытыусы һөнәрен һайланым). Салауат ҡалаһынан аҙна һайын ҡайтып, бер-бер артлы яңы тыуған мырҙаларыбыҙҙы ҡараша, өҫтәрен йыуыша ине.
«Балаларҙы яратыуым, уҡытыусыларым Ғәйшә Йәнбирҙина, Тулай Рәхимов, Софья Байрамғолова һәм Асия Латипованы тәрән ихтирам итеүем уҡытыусы һөнәрен һайлатты. Башланғыс синыфтар уҡытыусыһы һөнәрен һайламаһам, немец теле уҡытыусыһы булыр инем», – ти апайым.
Училищены тамамлағас, Фәриҙә апайым Һарыш урта мәктәбенә эшкә урынлашты. Ошо уҡ ауыл егете Юнир Итәшевҡа кейәүгә сығып, бер-бер артлы ике балаға ғүмер бирҙеләр. Ситтән тороп Стәрлетамаҡ педагогия институтында юғары белем алды. Кемдер кейәүгә сығып, бала ҡарау өсөн академик ял юллаһа, апайым, сессияға балаларын үҙе менән алып, курсташтары менән бергә уҡыуын тамамланы. Еҙнәм менән өй һалып сыҡтылар. Донъялары матур, күркәм уларҙың. Районда ике тапҡыр «Өлгөлө йорт» номинацияһында призлы урын алдылар.
Фәриҙә апайым 30 йылдан ашыу бер генә мәктәптә башланғыс синыфтарҙы уҡыта. Юғары категориялы тәжрибәле педагог, үҙ эшенең оҫтаһы. Башҡортостан белем биреү порталында уның сәхифәһе иң алдынғыларҙан һанала. Ижади һәләтле уҡытыусының эш һөҙөмтәләре лайыҡлы баһаланған. Балаларға белем биреү өлкәһендә юғары уңыштарға өлгәшкәне өсөн апайыма «Рәсәй Федерацияһының почётлы дөйөм белем биреү хеҙмәткәре» исеме бирелгән.
Эшендә дә, шәхси тормошонда ла уңған, бар йәһәттән дә уңыш ҡаҙанған, ауылдаштары, уҡыусылары, коллегалары араһында абруй яулаған апайымдан:
– Бәхетлеме һин? – тип һораным.
– Бәхет төшөнсәһе йәшәй-йәшәй үҙгәреп тора. Йәш саҡта уға бер мәғәнә һалаһың, ә өлкәнәйә килә икенсе ҡиммәттәрҙе баһалайһың. Һәм үткәндәрҙе барлап, бөгөнгөнө һанлап, йәшәү дәүеремдең һәр миҙгеле бәхетле икәненә инанам, – тип яуап бирҙе.
Бына шундай һоҡланғыс кеше минең апайым. Барыһы өсөн дә уға, рәхмәт, тим. Киләсәктә ижади уңыштар, ныҡлы һаулыҡ, бәхетле оҙон ғүмер теләйем, Фәриҙә апай, һиңә, нисек барһың, шулай булып ҡал!
Фәнилә КИЛСЕНБАЕВА.
Күгәрсен районы,
Йомағужа ауылы.