«Йәшлек» гәзите » Махсус биттәр » Хыялдар тормошҡа аша!



08.03.2017 Хыялдар тормошҡа аша!

Хыялдар  тормошҡа аша!Мәскәүҙе яулаған Учалы ҡыҙы Алина Әһлиуллина, хыялға тырышлыҡты ҡушҡанда барыһы ла килеп сыға, ти

Был ҡыҙ йондоҙ булыр өсөн донъяға килгәндер ул. Яҡты, әммә һалҡын түгел: бар булмышынан нур сәселгән Алина Әһлиуллинаның күңеле иҫ киткес йомшаҡ һәм матур! Ләкин күңел йомшаҡлығына уның маҡсатҡа ынтылышлы булыуы, ныҡышлығы, сәмлелеге лә ҡуша үрелгән. Кешеләргә һәр ваҡыт мөләйем өндәшкән, йөҙөнән йылмайыу өҙөлмәгән һылыу, һәләтле яҡташыбыҙ – алдына маҡсаттар ҡуйып, шуларға өлгәшкән, хәләл көсө, даланы менән еңеү үрҙәрен яулаған тырыштар­ҙың, уңышлыларҙың береһе. Мәскәүҙәге URA-RECORDS продюсерлыҡ үҙәгенең эстрада вокалы уҡытыусыһы булып эшләүсе Алина Илдар ҡыҙы – халыҡ-ара һәм Бөтә Рәсәй конкурстары лауреаты, «Ғәжәп кешеләр» конкурсы еңеүсеһе, РФ президентының «Рәсәйҙең талантлы балалары» премияһы стипендиаты, халыҡ-ара һәм Рәсәй кимәлендә уҙғарыл­ған йыр конкурстарының жюри ағзаһы.

Алина үҫмер сағынан таныш, сөнки ул ҡала-районда үткәрелгән сара­лар­ҙа әүҙем ҡатнашты. Сәхнәгә сығып баҫҡан нәҙек кенә ҡыҙҙың йырлап ебәреүе була, барса халыҡ тауышының көсөнә, моңлолоғона хайран ҡала торғайны. Йылдан-йыл Алинаның тауышы нығынды, байыны, тәрәнәйҙе. Уның киләсәктә йырсы булырына бер кем дә шикләнмәне.
– Ә бит мин музыкаль ғаиләлә тыумағанмын, – тип көлә Алина. – Әсәйем – бухгалтер, атайым – тепловоз машинисы. Ләкин үҙемде белә-белгәндән алып, йырларға яратҡас, атай-әсәйем, туғандарым алдында гел дә концерттар ойоштороп күрһәттем, ҡайҙан был һиндә, тип, йырлауымды тыңлап бот сабалар...
Тормошҡа бик етди ҡараған ҡыҙ үҙе тураһында һөйләр алдынан, иң тәүҙә ата-бабалары тарихы менән таныштырып, олатай­ҙарын, өләсәйҙәрен дә телгә алды:
– Ҡарт олатайымдың атаһы Шаһиҙулла Ғәниев 1890 йылда Ҡазанда тыуған. Тирә-яҡта ул берҙән-бер мулла булған, аяттар уҡыған, никах, исем туйҙарын үткәрешкән. Бик динле һәм уҡымышлы кешенең алтын ҡуллы тегенсе даны ла әйләнә-тирәгә таралған. Коллектив­лаштырыу башланғас, үҙ ирке менән бар мөлкәтен колхозға тапшырған. Тормошо еңелдән булмаған, ҡатыны, балаһы менән ауылдан-ауылға йөрөп, кейем тегеп көн иткәндәр. Сыуалыштар ваҡытында тыуған яҡҡа ҡайта алмай, Балаҡатай районының Яңыбай ауылында төпләнгәндәр. Дүрт ҡыҙ үҫтергәндәр. Ҡыҙҙарының береһе башҡорт егетенә, Дәүләтхан Дәүләтшинға, кейәүгә сыҡҡан. Улар минең ҡарт өләсәйем менән ҡарт олатайым була инде. Дәүләтхан олатайым фин һәм Бөйөк Ватан һуғыштарында ҡатнашып, ауыр яралар алып ҡайтҡан. Ғәрипләнеп ҡайтһа ла, ҡул ҡаушарып ултырмаған, Балаҡатай районының Апут ауылында колхоз рәйесе булып эшләгән. Алтын ҡуллы оҫта Дәүләтхан кешеләргә йорттар һалған, йыһаз яһаған. Апут ауылында һаманғаса ул төҙөгән йорт тора, тиҙәр. Ҡарт өләсәйем Миңзифа Шаһиҙулла ҡыҙы – 1922 һәм 1941 йылдарҙағы аслыҡты кисергән кеше. Ауырлыҡтарҙы күп күрһә лә, күңеле ҡатмаған: һөйләүҙәренсә, ҡарт өләсәйем ғүмер буйы балаҫ туҡып, уларҙы күршеләренә, таныштарына бушлай таратҡан. Ғаиләләрендә үҫкән дүрт баланың береһе минең өләсәйем – Рәйлә Дәүләтхан ҡыҙы Дәүләтшина. Ул – хеҙмәт ветераны, совет сауҙаһы ударнигы. 1958 йылда өләсәйем, йәш кенә ҡыҙ, медикка уҡыр­ға тип, Учалы районына килә лә, паровоз машинисы ярҙамсыһы булып эшләгән Хәлит исемле егеткә кейәүгә сығып, Учалыла тора ла ҡала. 1961 йылда әсәйем Рима тыуа... Ә атайым, Илдар Вәкил улы, Учалы районының Юлдаш (Аҡҡужа) ауылында тыуған. Һуңынан уларҙың ғаиләһе ҡалаға күсә. Әсәйем атайымды армияға оҙатып ҡала, ике йыл буйына хат алышалар. Атайым Афғанстанға эләгеүен, унда барған һуғыш тураһында ләм-мин өндәшмәй. Һуңынан ғына уның ниндәй ут эсенән йөрөп ҡайтҡанын беләләр... Улар өйләнешкәс, мин тыуғанмын! Атайым менән әсәйем минең өсөн бар йәһәттән өлгө. Улар ябай кешеләр, әммә ябайлыҡтары менән дә миңә ҡәҙерле, ғәзиз. Уларҙы Мәскәүҙән ныҡ һағынып ҡайтам. Ҡайтам да, өйҙән дә сыҡҡым килмәй – атай-әсәйемдең һөйөүендә ҡойонам. Ә балаға тағы ни кәрәк?
Бәләкәй саҡта шуғыраҡ булһам да, тыңлаусан бала инем. Атай-әсәйемдең һүҙен һис ҡасан йыҡманым, уларҙың әйткәндәре, кәңәштәре минең файҙаға икәнен аңлап үҫтем. Мәктәпте тамамлағас, хыялдарымды тормошҡа ашырыу өсөн тәүге аҙымды яһаным. Мин бит электән дөрөҫ йырларға өйрәнергә теләнем, һуңынан белгәндәремде башҡаларға өйрәтергә хыялландым. Шуға ла ҡалабыҙҙағы колледждың хорға дирижер итеү бүлегенә уҡырға индем. Дипломды уңышлы яҡлағас, артабан Мәскәүҙә уҡырға ниәт ҡылғайным да, атайым мине алыҫҡа ебәрергә ризалашманы. Яҡында урынлашҡан Магнитогорскиҙағы дәүләт консерваторияһына документтарымды алып барҙыҡ. Инеү имтихандары еңелдән түгел ине, әммә ауырлыҡтарҙы еңеп, консерватория студенты булып киттем. Атай-әсәйемә шундай рәхмәтлемен: уларҙың ярҙамы менән гел дә төрлө конкурстарҙа ҡатнаштым, фестивалдәргә йөрөнөм. Ә бындай ижади бәйгеләр һине үҫтерә, сыныҡтыра, камиллыҡҡа әйҙәй. Учалы филармонияһында эшләүем дә практик йәһәттән оло әһәмиәткә эйә булғанын һуңынан аңланым – тормош мәктәбенең бик кәрәкле бер баҫҡысын шунда үткәнмен.
Консерватория дипломын алған өр-яңы ғына эстрада-джаз вокалы уҡытыусыһының ҡыуаныстан башы әйләнә. Уға бар ишектәр ҙә асыҡ кеүек тойола. Хыялдары уны һаман Мәскәүгә әйҙәй. Атай-әсәйем мине баш ҡалаға ебәрһә ярар ине, тип иртәле-кисле һорай торғас, яҙмыш үҙе килеп ҡыҫыла – дуҫы шылтыратып, Мәскәүҙә бер-ике көндән халыҡ-ара конкурс үтеүен хәбәр итә: “Тик заявканы бөгөн, хәҙер үк ебәрергә кәрәк!” Алина йәһәт кенә заявка тултырып ебәрә. Саҡырырҙар, тип өмөтләнмәй ҙә әле ул. Уны ғәжәпкә ҡалдырып, ойоштороусылар Учалы ҡыҙын конкурста ҡатнашырға саҡыра.
– Бәхетемдең сиге юҡ ине! – тип иҫләй Алина. – Шатлығымды күреп, атай-әсәйем яҡтылыҡ тиҙлеге менән мине юлға әҙерләне. Мәскәү... Күпме кешене ҡыҙыҡтырып, үҙенә ылыҡтырған ҡала... Баш ҡалаға барып төшкәс, минең урыным ошонда, тип уйланым. Һәм хаталанманым. Конкурс бик ҡатмарлы булды, сөнки илебеҙҙә һәләтле йәштәр бихисап. Өс көн дауамында көсөргәнешле көрәш барҙы. Ҡыуаныстары ла, күңелһеҙ мәлдәре лә етерлек ине. Мәҫәлән, потенциаль еңеүселәрҙең финал сығышы алдынан туфлиҙарымды урланылар. Шундай ваҡытта бының ниндәй стресс икәнен күҙ алдына килтерәһегеҙҙер? Ләкин юғалып ҡалманым. Сәхнәгә ялан аяҡ сыҡтым да, йырымды башҡарҙым. Жюри рәйесе, РФ-ның атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, компози­тор­ҙар һәм кинематографистар союздары ағзаһы Григорий Гладков менән композитор, аранжировкалаусы, Григорий Лепстың продюсеры Евгений Кобылянский ялан аяҡ сығыш яһауымды бик үҙенсәлекле тип тапты. Ҡыҫҡаһы, бер ниндәй ҙә аяҡ салыуҙар миңә конкурста еңеп, беренсе урынды алырға ҡамасауламаны. Бәйгенән һуң һөнәри үҫеш буйынса әллә күпме тәҡдим яңғыраны, уларҙың береһен һайлап, Мәскәүҙә эш башланым. URA-RECORDS продюсерлыҡ үҙәгендә, “йондоҙҙар”ҙан башҡа, балалар, ябай кешеләр менән дә эшләйем. Талантлы өлкәндәр ҙә, балалар ҙа беҙҙә бик күп бит ул! Әле башҡараһы эштәр, пландар туп-тулы, яуланғандар менән хушһынмай, гел алға барғы килә. “Йәшлек”те уҡыған йәштәргә, хыялланырға ҡурҡмағыҙ, барыһы ла килеп сығасаҡ, тим – тырышлығыңды ҡушҡанда, хыялдар мотлаҡ тормошҡа аша ул! Ышанығыҙ, үҙемдә һынал­ған, дуҫтар!

Баныу ҠАҺАРМАНОВА.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға