«Йәшлек» гәзите » Махсус биттәр » Мыжыҡтарға бында урын юҡ



27.02.2017 Мыжыҡтарға бында урын юҡ

Мыжыҡтарға бында урын юҡСибай ҡалаһы егете Ильяс Абҙаҡов – Санкт-Петербург ҡалаһында урынлашҡан Михайлов хәрби артиллерия академияһы курсанты. Билдәле булыуынса, был уҡыу йорто – илебеҙ өсөн иң шәп артиллерия офицерҙарын әҙерләүсе. Тарихы оҙон һәм бай, 1820 йылға уҡ барып тоташа. Аңлашыла – академияла белем алған егеттәр илебеҙ иңенә төшкән күпме һуғышта ҡатнашҡан, күпме ауырлыҡты еңеп сығыуҙа оҫталыҡ күрһәткән! Ильяс та бәләкәй саҡтан уҡ хәрби булырға хыялланған малайҙарҙың береһе. Ләкин, күптәрҙән айырмалы рәүештә, уның малай саҡтағы хыялы ныҡышмалылығы менән тормошҡа ашып килә. Бөгөн ул илебеҙҙең абруйлы юғары уҡыу йорттарының береһендә икенсе курста уҡый. Шәп егеттәр шулай булай шул – алдына маҡсат ҡуя һәм, бер нигә лә ҡарап тормай, ниәтенә ирешә!

– Артиллерияны “яҙмышым минең” тип әйтергә булалыр. Мәктәпте тамамлағандан һуң бер йыл Магнитогорск ҡалаһында уҡыным, “гражданка”лағы һөнәрем – инженер-электротехник. Әрме үҙенә тарта ине – шунда юлландым. Һарытау ҡалаһында, Кавказда хеҙмәт иттем. Унда ла шул уҡ ғәскәр төрөнә – артиллерияға, мотоуҡсылар бригадаһына эләктем. Әрме хеҙмәте еңелдән түгел, төрлө саҡ була, ләкин егетмен тигән һәр кеше өсөн бик яҡшы тормош мәктәбе. Хеҙмәт итеп ҡайт­ҡанда ныҡлы ҡарарға килгәйнем инде – артабан да Тыуған илебеҙҙе һаҡлаусы булырға тейешмен, – тине артиллерист.
Ильяс Абҙаҡов билдәләүенсә, академияла уҡыу өсөн бөтә шарттар ҙа булдырылған. Уҡыу-лаборатория, ғилми-тикшеренеү базалары яҡшы итеп ойошторолған. Офицерҙарҙы тәрбиәләгәндә физик әҙерлек тә юғары кимәлдә булырға тейеш. Әлбиттә, был юғары уҡыу йортонда уҡыусыларҙың бөтәһе лә – бәләкәйҙән спортты ла, белем алыуҙы ла үҙ итеүселәр. Ильяс та мәктәптә тик “дүртле” һәм “бишле” билдәләренә генә уҡыған, еңел атлетика менән шөғөлләнгән.
– Уҡыу еңел булырға тейеш тә түгел инде ул, юҡһа бушҡа ваҡыт уҙғарыу ғына була бит. Данлыҡлы Суворовтың “Уҡыуҙа ауыр – һуңышта еңел” тигән һүҙҙәрен оноторға ярамай. Ләкин бер ҙә арттырмай әйтә алам: беҙҙең академияла ысын ирҙәр үҫтерәләр, тәрбиәләйҙәр. Мыжыҡтар һәм көсһөҙҙәргә бында урын юҡ. Хәрби карьера эшләү өсөн яҡшы белем, техника һәм ҡоралды ҡуллана белеү мотлаҡ кәрәк, – тип билдәләй Ильяс.
Хәрби ир-егеттәр тыуған ояһынан бик иртә осоп сығып китә, гел тиерлек ситтә, ата-әсәһен, туғандарын һирәк кенә күреп йәшәй. Ә инде тыуған йортта ҡалғандар уларҙы ғорурлыҡ ҡатыш хәүеф менән һәр ваҡыт көтә, һағына. Ошо урында Ильястың әсәһе Рәйлә Абҙаҡованы телгә алғы килә. Ул уҡытыусы булып эшләй. Күҙ нуры кеүек үҫтергән улының игелеген бөгөндән үк күрә башлаған бәхетле әсә – Рәйлә Абҙаҡова исеменә яңыраҡ хәрби академия етәксеһе, генерал-майор Баканеевтан хат килеп төшкән. Унда улын лайыҡлы тәрбиәләгәне өсөн рәхмәт белдерелә.
Әлеге ваҡытта Ильяс Абҙаҡов – взвод командиры урынбаҫары, курсанттарҙың бүлексәләре менән командалыҡ итә. Бына шундай шәп егетебеҙ ул – буласаҡ офицер! Тик, ҡыҙҙар, күңелегеҙҙе төшөрһәк тә, быныһын да яҙырға тура килә инде – Ильястың һөйгән ҡыҙы бар.
Был тормошта һәр кемдең үҙ юлы. Ильяс Абҙаҡов үҙенә ошондай лайыҡлы, яуаплы юлды һайлаған. Ул – тыуған илебеҙҙең ныҡлы терәге буласаҡ замандашыбыҙ. Сержантҡа уңыштар ғына теләргә ҡала. Илебеҙ һинең кеүек ысын егеттәргә ышанып, таянып йәшәй!

Лилиә СИРАЕВА.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға