«Йәшлек» гәзите » Махсус биттәр » Йондоҙнамә (20-26 февраль)



20.02.2017 Йондоҙнамә (20-26 февраль)

Йондоҙнамә (20-26 февраль)
Ылаҡ (22.12 – 20.01)
Көндәр ҡәҙимгесә килер. Төп эшегеҙҙә әүҙемлек күрһәткән һайын, ҡаршылыҡ та көсәйер һымаҡ. Бәғзеләргә кеше аҡсаһы менән эш итергә тура килер, бәлки. Был йәһәттән иғтибарлыраҡ булығыҙ. Иң яҡшы көнөгөҙ – шәмбе.

һыуғояр (21.01 – 19.02)
Төп эш урынында артабан үҫеү тураһында уйлар­һығыҙ. Бының өсөн яңы мөмкинлектәр тыуырға тейеш. Йәмәғәт эштәре менән дә булышырға форсат тейер, уларҙан баш тартмаҫҡа ҡушыла. Шаршамбыла яңылыш аҙым яһауығыҙ ихтимал. Уны тиҙ төҙәтә алырһығыҙ.

Балыҡ (20.02 – 20.03)
Яҡындарығыҙ менән аралашыуҙа ҡытыршылыҡ килеп сығыр. Аҙ ғына түҙегеҙ, хәлдәр тиҙҙән ыңғай яҡҡа үҙгәрер. Кесе йомала яҡшы хәбәр ишетерһегеҙ. Ҡатмарлы мәсьәләне хәл итеү юлын да еңел таба алырһығыҙ, моғайын. Мәл белем арттырыу өсөн уңайлы.

Ҡуҙы (21.03 – 20.04)
Тормошоғоҙ күптән инде ниндәйҙер яңырыуға мохтаж һымаҡ. Ысынлап та, аралашыу даирәһен яңыртырға ваҡыт еткәндер. Яҡын арала дуҫ булып йөрөгән бәғзе бәндәләрҙән ҡотолоу яҡшыға булыр. Тәбиғәттә күберәк булырға тырышығыҙ.

Буға (21.04 – 21.05)
Аҙна барышында аралашыу файҙалы булыр. Элек боҙолған мөнәсәбәттәрҙе ялғау өсөн мөмкинлек сығыр. Йондоҙҙар кеше араһында күберәк булырға кәңәш итә. Шаршамбынан һуң матди хәлегеҙ тотороҡланырға тейеш.

Игеҙәктәр (22.05 – 21.06)
Элек башлап ебәргән эштәрегеҙҙе артыҡ һуҙмай, аҙағынаса тамамлап ҡуйығыҙ. Артабан уларға ваҡытығыҙ булмаҫ. Был арала әллә ни икеләнмәгеҙ, шикләнмәгеҙ. Башҡаларға ла быны белдермәгеҙ.

Ҡыҫала (22.06 – 23.07)
Үҙегеҙгә күберәк иғтибар биреү дөрөҫ булыр. Быға аҡсағыҙҙы йәлләмәгеҙ. Мәл төп эшегеҙҙә тәртип урынлаштырыу өсөн уңайлы. Кесе йомала һиҙелерлек уңыштар көтөгөҙ. Ниндәйҙер серле эштәрҙә ҡатнашыуығыҙ ихтимал, һаҡ булығыҙ.

Арыҫлан (24.07 – 23.08)
Аҙна йыш ҡына буталсыҡ һәм икеле ваҡиғалар килтерер. Ҡайһы бер яңылыҡтарҙың бер аҙ кейефегеҙҙе боҙоуы ла мөмкин. Был арала кешеләргә күп ярҙам итергә тура килер. Иң өмөтлө көндәрегеҙ – йома һәм йәкшәмбе.

Ҡыҙ (24.08 – 23.09)
Аҙна башы бер аҙ көсөргәнешле көтөлә. Артабан хәлдәр ыңғай яҡҡа үҙгәрә башлар. Үҙегеҙҙе һәр саҡ тыныс һәм ышаныслы тойор­һоғоҙ. Тормош йыш ҡына ҡыуаныслы ваҡиғалар, төрлө бүләк килтереп торор. Буйҙаҡтарҙы өмөтлө осрашыуҙар көтә.

Үлсәү (24.09 – 23.10)
Шишәмбеләге хәлдәр эштәрегеҙгә бер аҙ асыҡлыҡ индерер һымаҡ. Шаршамбынан һуң эшкә һәләтегеҙ, әүҙемлегегеҙ мотлаҡ артыр. Шулай ҙа милек менән бәйле мәсьәләләр бер аҙ борсоп торор.

Саян (24.10 – 22.11)
Ғаилә ағзалары менән бәйле өҫтәмә мәшәҡәттәр килеп сығыуы ихтимал. Уларҙы хәл итеү өсөн булышлыҡ эҙләргә тура килер. Кесе йомала ниндәйҙер күптән эсегеҙҙе бошорған мәсьәләне тулыһынса хәл итерһегеҙ.

Уҡсы (23.11 – 21.12)
Был арала бәғзеләр тормошоғоҙға ҡыҫылырға тырышыр. Был хәл һеҙҙең өсөн бер ҙә көтөлмәгән булыр, ләкин унан файҙа ғына күрерһегеҙ. Шаршамбыла уйламаған сығымдар булыр. Йәмәғәт эштәрендә мотлаҡ уңырһығыҙ.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға