«Йәшлек» гәзите » Махсус биттәр » Йондоҙнамә (13-19 февраль)



13.02.2017 Йондоҙнамә (13-19 февраль)

Йондоҙнамә (13-19 февраль)
Ылаҡ (22.12 – 20.01)
Рәсми ойошмалар менән бәйле эштәрегеҙ яҡшы барыр. Был арала аралашыуҙар күбәйер. Яңы танышыуҙарығыҙ бик өмөтлө барырға оҡшай. Шаршамбыла ихлас күңелдән күрһәткән ярҙамығыҙҙың сауабы бик ҙур булыр

һыуғояр (21.01 – 19.02)
Осор шәхси һәм ғаилә эштәре менән шөғөлләнеү өсөн уңайлы. Шаршамбыла өйөгөҙҙә ҡыуаныслы ваҡиға көтөгөҙ. Йомалағы хәлдәр ҙә күңелегеҙҙе күтәрер. Шәмбегә төҙөгән маҡсаттарығыҙҙың ғәмәлгә ашмауы ла ихтимал.

Балыҡ (20.02 – 20.03)
Был арала аҡса һеҙҙе урап үтер. Алда һиҙелерлек сығымдар көтә. Мөмкин тиклем аҡсағыҙҙы һаҡсыл тотоноғоҙ. Яҡын туғандарығыҙҙан ярҙам һорарға ла тура килер, бәлки. Йомала алыҫтан яҡшы хәбәр килер.

Ҡуҙы (21.03 – 20.04)
Башығыҙға аҡыллы уй-фекерҙәр килеп торор. Шуларҙың бәғзеләре бик өмөтлө генә күренер. Әүҙемлегегеҙ, ныҡышмалылыҡ күрһәтеүегеҙ файҙалы булыр. Күпселек осраҡта үҙ аллы эш итергә тырышығыҙ.

Буға (21.04 – 21.05)
Һеҙҙең өсөн ыңғай үҙгәрештәр осоро башланыр. Үҙегеҙгә нимәлер һатып алырға, бурыстарығыҙҙы ҡайтарырға яй сығыр. Был арала өй-хужалыҡҡа ҡағылған ниндәйҙер күптәнге мәсьәләне лә хәл итерһегеҙ.

Игеҙәктәр (22.05 – 21.06)
Аҙна тыныс үтергә оҡшай. Бөтә урынға ла өлгөрөрһөгөҙ, күпселек эштәрегеҙ еңел генә хәл ителер. Шаршамбыла ғына ҡайһы бер ваҡиғалар һеҙ уйлағанса бармаҫ. Туғандарығыҙ менән бәйле мәшәҡәттәр ҙә килеп сығыр.

Ҡыҫала (22.06 – 23.07)
Был арала үҙ мәнфәғәттәрегеҙҙе ҡаты ғына яҡларһығыҙ. Һәр саҡ һүҙегеҙҙә тороғоҙ. Шаршамбынан һуң күптән көткән хәбәр килер һымаҡ. Йомала өмөтлө осрашыу көтә. Яңы кешеләр менән аралашыу файҙаға булыр.

Арыҫлан (24.07 – 23.08)
Осор ҡәҙимгенән күпкә уңышлыраҡ үтер. Шуға күрә элек барып сыҡмаған эштәр менән булышырға кәңәш ителә. Бәғзеләргә яңы эш тәҡдим итеүҙәре лә ихтимал. Йондоҙҙар уға ризалыҡ бирергә ашыҡмаҫҡа кәңәш итә.

Ҡыҙ (24.08 – 23.09)
Был арала кешеләр менән уртаҡ тел табыу күпкә еңеләйер. Бәғзеләр рәсми ойошмалар менән бәйле ҡатмарлы мәсьәләне хәл итә алыр, бәлки. Мәл элек боҙолған мөнәсәбәттәрҙе ялғар өсөн бик уңайлы. Кесе йомала ярҙам алырһығыҙ.

Үлсәү (24.09 – 23.10)
Аҙна яңы тәьҫораттарға, өмөтлө осрашыуҙарға бай булыр. Шаршамбыла ниндәйҙер кеше менән ара асыҡлау ихтыяжы тыуыр. Кесе йомала матди килеп алыуығыҙ бик ихтимал. Аҡса мәсьәләләре даими борсоп торор.

Саян (24.10 – 22.11)
Әүҙемлегегеҙҙе кәметегеҙ. Юғиһә өҫтәмә мәшәҡәттәр тыуыр. Шаршамбынан һуң яңы мөмкинлектәр асылыр. Ҡайһы бер мөһим мәсьәләләргә тулыһынса асыҡлыҡ индерә алырһығыҙ. Бәғзеләрҙең яңы һәләттәре асылыр.

Уҡсы (23.11 – 21.12)
Бар эшегеҙҙә көсөргәнешлек асыҡ һиҙелеп торор. Яҡындағы аҙымығыҙ тураһында артығын һөйләмәҫкә тырышығыҙ. Шишәмбеләге ваҡиғалар­ҙан ары тороуығыҙ хәйерлерәк. Әлегә кемгәлер ҡаты бәрелеүҙән бер ниндәй файҙа булмаҫ. Уңайлы мәлдәр булыр әле.








Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға