«Йәшлек» гәзите » Махсус биттәр » Сәйер осрашыу (тулы вариант)



13.02.2017 Сәйер осрашыу (тулы вариант)

Сәйер осрашыу (тулы вариант)Анатолий һәм уның әсәһе Людмила әбей Ғәлиәләр­ҙән ике урам аша, артта йәшәй ине. Толя – утыҙ биш-ҡырҡ йәштәр самаһындағы уртаса буйлы, ябыҡ кәүҙәле, тыйнаҡ, шым ғына һөйләшкән бер Алла бәндәһе, ҡайһы саҡта Ғәлиәнең ире Хәнифкә бурысҡа аҡса һорарға килеп йөрөй торғайны. Әҙерәк эскеләп ала торған ғәҙәте бар уның. Элек Толя тимер юлында монтер булып эшләгән, тиҙәр. Ысынлап та, Ғәлиә уны бер нисә тапҡыр шундағы эшселәр араһында шәйләп ҡалғайны, аҙаҡ унан китте, ахыры, осратҡаны булманы. Ғәлиәнең ире Себергә эшкә юлланды,Толя ла күренмәй башланы. Күршеһе, ҡасабалағы бөтә яңылыҡтарҙы беренселәрҙән булып ишетеүсе, аҙаҡ уларҙы һәр өйгә тиерлек инеп йөрөп таратыусы Галяның әйтеүе буйынса, ул түшәккә йығылған сирле әсәһен ҡарай икән.
Бер йылдан Толяның яңғыҙ ҡалғаны мәғлүм булды. Әсәһе үлгәс, ул айырыуса ныҡ эскегә һалышҡан, тип һөйләнеләр. Тиҙҙән Ғәлиә быға үҙе лә инанды – һаҡал-мыйыҡ үҫеп бөткән, таушалған кейемле ир бер көндө уларға килеп инде һәм ҡалтыранған тауыш менән үтескә аҡса һораны. Ҡатын хәлде аңлап тора ине – меҫкенгә аҡса ғына түгел, бер пакет тултырып йәшелсә, икмәк, ярма, май кеүек аҙыҡ-түлек тейәп сығарҙы. Һуңыраҡ та улар­ҙың ҡапҡаһын шаҡығаны булды Толяның, ләкин аҡсаны барыбер спиртлы эсемлеккә тотонасағын белеп, Ғәлиә уға күберәк аҙыҡ-түлек бирергә тырышты.
Тормош ығы-зығыһы менән йыл артынан йыл үтте, Ғәлиәнең ҡыҙы, уның артынан улы ла мәктәпте тамамлап, һәр ҡайһыһы махсус белем алып, эшкә урынлашты. Ҡыҙы Ләлә район үҙәгендәге дауаханаға шәфҡәт туташы булып урынлашты. Алыҫ булһа ла, ятаҡҡа урынлашҡыһы килмәне – йөрөп эшләне.
Көҙҙөң ямғырлы, һыуыҡ, ҡараңғы бер кисендә Ләлә борсоулы йөҙ менән ҡайтып инде. Баҡтиһәң, ул өйҙәренән алыҫ түгел, юлда бысраҡта аунап ятҡан Толяны күреп ҡалған. Ҡурҡһа ла, барып өндәшкән, торғоҙор­ға тырышҡан, ләкин ул аңлайышһыҙ нимәлер һөйләнеп ята биргән, ә бер аҙҙан эсен тотоп, ныҡ итеп ыңғыраша башлаған. Ләлә йәһәт кенә “Тиҙ ярҙам” машинаһын саҡыртҡан һәм Толяны дауаханаға оҙатҡан.
Һуңғы ваҡытта ул Ғәлиәнән күҙҙәрен мөлдөрәтеп, ғәйепле төҫ менән йә аҡса, йә одеколон һымаҡ нәмәләр һорап йөрөгәйне бит. Әллә күпме әйтеп ҡараны инде уға, эсмә, Толя, һаулығыңды бөтөрәһең, туҡта, тип. Күрәһең, аңлаһа ла, “йәшел йылан”ға ҡаршы торорлоҡ көс тапмағандыр инде – тыңламаны. Йәл ине был кеше уларға, шул тиклем йәл ине. Эргәһендә яҡындары булһа, бәлки, шулай кешелектән сығып та йөрөмәҫ ине, бахыр, тип уфтанды Ғәлиә. Әлбиттә, изге эш эшләгәс, ҡыҙын маҡтаны. Толяның тиҙерәк һауығыуын теләнеләр...
Ярты айлап ваҡыт үткәндер. Бер көндө Ғәлиә шәмбе баҙарына барырға булды. Сәғәт иртәнге ундар тирәһендә тимер юлы аша ғына йәйәүләп юлға сыҡты. Нефтселәр урамына боролғас, ҡаршыһына килгән Толяны күрҙе. “Сыҡҡан икән дауахананан”, – тип уйланы. Толя Ғәлиәне танып, йөҙө яҡтырып китте, уның тәңгәленә яҡынлашҡас, йылмайып сәләм бирҙе:
– Һаумы, Ғәлиә! Магазинға юл тоттоңмо әллә? Хәлдәр нисек?
– Һаумы! Арыу ғына әле. Бына, баҙарға китеп барам, – тине лә, һүҙ ҡуйыртып тормай, ҡатын ары атланы. Һул яҡтағы өй янында утын ярып торған ҡарт ниңәлер иң тәүҙә ялп итеп Ғәлиәгә, һуңынан башын тирә-яҡҡа бороп урамды айҡап ҡарап сыҡты, артабан ғәжәпләнгән төҫ менән эшен дауам итте. Ғәлиә быға әһәмиәт биреп торманы. Уны иң аптыратҡаны шул булды – Толя тимер юлсылар кейә торған кейемдә, каскала ине. Нисек ошо ҡыҫҡа ғына арала һауығып, эшкә лә инеп өлгөргән ул?
Тағы аҙна-ун көн үткәс, уларға әлеге лә баяғы Галя килеп инде. Кис ултырырға иҫәбе бар, ахыры, һәр ваҡыттағыса, төплө әҙерләнгән: иң тәүҙә яйлап ҡына ишек төбөндә үҙе менән алып килгән тәпешкәләрен кейеп алды, һуңынан ирәйеп түргә үтте. Әҙерәк телевизор ҡарағас, аш бүлмәһенә сыҡтылар, Ғәлиә сәйнүген ҡабыҙҙы. Оҙаҡ ҡына һөйләшә-һөйләшә сәй эстеләр. Һүҙ артынан һүҙ ялғанып, ваҡыт үткәнен дә һиҙмәнеләр. Ишек төбөндә Галяны оҙатҡанда Ғәлиә:
– Мәйтәм, анау артҡы урамда йәшәгән Толя, ахыры, элекке урынына эшкә ингән. Әллә аҡылға ултырып, эсеүен ташланымы икән? – тип әйтеп ҡуйҙы.
Галя бөтөн кәүҙәһе менән Ғәлиәгә боролдо һәм сикһеҙ аптырау менән:
– Ҡасан күрҙең һин уны? – тип һораны.
– Аҙнанан ашыу ваҡыт үткәндер инде. Нефтселәр урамынан өйөнә ҡайтып бара ине, эшселәр кейемендә.
– Ҡуй, юҡты һөйләмә, ул бынан бер ай элек үлеп ҡалды бит.
Ғәлиә, үҙең юҡты һөйләйһең, тигән кеүек, Галяға ҡарап өнһөҙ ҡалды, ләкин күршеһе Толяны нисек һуңғы юлға оҙатҡандарын бәйнә-бәйнә һөйләгәс, битен ҡап­лап, лып итеп ултырғысҡа ултырҙы.
Ғәлиә шулай ҙа ышанып бөтмәне уға. Бәлки, икенсе кеше тураһында һүҙ барғандыр, тип уйланы. Галя, күҙеңә күренгәндер, тип тыҡый. Ул ҡайтып киткәс тә оҙаҡ йоҡлай алмай ятты. Иртән торғас, был турала икенсе кешеләрҙән һорашырға булды. Иң тәүҙә ҡаршыла йәшәгән күршеләре Сәриәгә барҙы.
– Эйй, бигерәк йәл инде бахырҙы – “Тиҙ ярҙам” машинаһындағы кешеләр, уның иҫерек икәнен белгәс, дауаханаға тиклем алып барып тормағандар бит, юлда ташлағандар ҙа киткәндәр. Шунда өшөп үлгән тинеләр, – тип көрһөндө Сәриә…
Үҙе менән булған был сәйер, кеше аҡылы аңлап етмәҫ хәлгә Ғәлиә бик оҙаҡ шаңҡып йөрөнө, уйҙары менән әйләнде лә Толяны һуңғы тапҡыр осратҡан көнгә әйләнеп ҡайтты. Юҡ, күҙенә генә күренергә ул бит иҫәрләнмәгән – һау-сәләмәт, аҡылы камил йәш ҡатын! Кеше танымаҫлыҡ хәлгә еткәнсе эскән кеше булһа, шуға япһарырға мөмкин булыр ине, – иҫерткес эсемлекте ауыҙына ла алғаны юҡ, күҙе лә яҡшы күрә. Теге утын ярып торған бабайҙың, аптырап, тирә-яғына ҡаран­ғаны иҫенә төштө. Тимәк, уға Толя күренмәгән булып сыға? Шуға ла ул Ғәлиәне үҙ алдына мығырлап китеп бара тип уйлағандыр инде.
Ошонан һуң ул өйҙә бер үҙе генә йоҡларға ҡурҡа башланы, хатта көндөҙ ҙә, бер үҙе ҡалырға тура килһә, бүлмәләр буйлап һағайып ҡына йөрөр булды. Яҡындары уның ошо сәйер хәлгә тарыуына ҙур ҡыйынлыҡ менән булһа ла ышанды, ә бына башҡалар шикләнде шулай ҙа. Кеше ышанмаҫ һүҙҙе дөрөҫ булһа ла һөйләмә, тип юҡҡа әйтмәгәндәр икән.
…Кешенең йәне үлгәндән һуң ҡырҡ көн ерҙә йөрөй, тиҙәр. Иҫәпләп ҡарағанда, Ғәлиә Толяны яҡынса шул арауыҡта күргән булып сыға. Уның тимер юлсылар кейемендә булыуы ла юҡҡа түгелдер. Сөнки ерҙә кеше ниндәй эшмәкәрлек алып барған, үлгәс тә шуға тап килгән ҡиәфәттә, кейемдә күренә икән. Был осраҡ шул турала һөйләмәйме ни? Ул бит тик эсеүе арҡаһында юлдан яҙып, эшенән киткән. Яратҡан һөнәренә кире ҡайтырға йөрөгәндер ҙә бит – көсө етмәгәндер инде. Тағы ла шул мәғлүм – йән үҙе яҡын күргән кешеләргә йышыраҡ күренә, имеш, тиҙәр. Ғәлиә уға мәрхәмәтле, йомарт булған, бәлки, шуға мәңгелек сәфәренә китер алдынан рәхмәт йөҙөнән шул рәүешле һау­буллашыр­ға уйлағандыр?

“Ниңә ярҙам итмәйһең?”

Ошоға оҡшашыраҡ хәл Башҡортостан райондарының бер ауылында, фельдшер-акушерлыҡ пунктында булған.
Төндә дауаханаға автоһәләкәткә осраған Таһир исемле ирҙе килтерәләр. Хәле бик ауыр була. Дежур табип тиҙ генә уға беренсе ярҙам күрһәтә, әлбиттә, яраларын бәйләй, система ҡуя, ләкин артабан бәләгә тарыусыға ашығыс рәүештә махсус медицина ярҙамы талап ителеүе асыҡлана. Табип һәм шәфҡәт туташы “Тиҙ ярҙам” машинаһы шоферы Саматты саҡырталар һәм район үҙәгенә алып барырға әҙерләнә башлайҙар. Юл алыҫ – ҡырҡ дүрт саҡрым үтергә кәрәк. Үс иткәндәй, машинаның бензины бөткән. Самат ауыл буйлап яғыулыҡ эҙләп китә, ләкин таба алмай, ә шул арала дауахана палатаһында Таһир йән бирә. Кәрәкле урынға хәбәр иткәс, таң атҡанын көтөп, барыһы ла кабинетҡа инеп ултыра. Ярты сәғәт самаһы үтә. Тегендә-бында йүгереп арыған Самат күрше палатаға инеп, ятып торорға була. Йоҡлап киттем тигәндә, коридорҙа кемдер йөрөгән кеүек була – аяҡ тауышын ишетә. Ул яҡынлашҡандан-яҡынлаша, һәм, күп тә үтмәй, ишекте асып берәү инә. Самат башын күтәреп ҡараһа, унда… Таһир баҫып тора.
– Ниңә миңә ярҙам итмәйһең? – ти ул, шаңҡып ҡалған Саматҡа туп-тура ҡарап. Ундай-бындай хөрәфәттәргә, ендәргә ышанмаған шофер, әлбиттә, иң беренсе уны “аңына килгән, терелгән” тип уйлай, ләкин тороп баҫҡас, Таһирҙың кәүҙәһе күҙ алдында ирегән кеүек юҡҡа сыға. Ул атылып табип эргәһенә йүгереп инә һәм әле генә булған хәлде һөйләй. Барыһы ла ашығып мәйет ятҡан палатаға баралар. Уны нисек һалған булһалар, шул килеш ята...
Скептиктар был күренеште тик фараз емеше генә булыуына һылтаһа ла, ошоға оҡшаш хәлдәрҙең һәм уларҙы дәлилләгән факттарҙың йыш осрауы сәбәпле, ғалимдар һәм теге донъяны өйрәнеүселәр был феноменды һис инҡар итә алмай һәм улар­ҙың нисек килеп сығыуын белергә тырыша. Шулай уҡ әруахтарҙың кешеләргә күп осраҡта кейенгән көйө күренеүе лә әле һаман асылмаған сер булып ҡала. Ошоға бәйле, паранормаль күренештәрҙе өйрәнеүселәр­ҙең ҡайһы бер гипотезаларына күҙ һалайыҡ.
“Яҡын кешеһен юғалтҡандар уны тик кейемдә килеш хәтерләү, уйлау сәбәпле, әруах та кейемдә килеш күренә, ә күп осраҡта уның һүрәтен кеше аңы үҙе эшләй...” – ти бе­рәүҙәр. Быны иҫбатлау өсөн төрлө фәнни эксперименттар үткәрелгән. Мәҫәлән, юғары кимәлдәге электромагнит энергияһының йоғонтоһо аҫтында йоҡлап киткән кеше сағыу төштәр күргән, баҫлыҡҡан, һаташҡан, галлюцинация кисергән, ә был юҡтан бар яһалыу тигәнде аңлата. “Йәндең шәхесе юҡ һәм ул видеояҙма кеүек бер туҡтауһыҙ күренеп торорға ла һәләтле”, – ти икенсе бер ғалим. Теге донъяла тыныслыҡ таба алмай йөҙәгән әруахтар тураһында төрлө фараз бар. Теге донъяны өйрәнеүселәр, йән кеше эсендәге электромагнит энергиянан тора, йәғни уны шул энергиянан барлыҡҡа килә, тип фаразлай. Икенсе төрлө әйткәндә, тән йән өсөн үҙенсәлекле контейнер булып хеҙмәт итә. Шуға таянып, улар, әгәр йән кешенең эсендә йәшәй ала икән, ниңә әле ул кеше үлгәс эшмәкәрлеген туҡтатырға тейеш, тигән һорау ҡуя, йәғни йән энергияны контролдә тотоу һәләтенә эйә икән, тимәк, ерҙә лә ниндәй сүрәттә күренергә теләһә, шулай күренергә һәләтле, тип һығымта яһай. Тимәк, шәхес юҡҡа сыҡһа ла һаҡланып ҡала һәм ул үҙен теләгән ҡиәфәттә визуалләштерә һәм кеше менән теләһә ниндәй манипуляция башҡара ала. Шуғалыр ҙа, бәлки, яланғас йән күреү осрағы бик һирәк. Ричард Синейт әйтеүенсә, әруахтарҙың кейемдә килеш күренеүе әлегәсә кешеләрҙе интригала тота, ҙур ҡыҙыҡһыныу тыуҙыра. Уның фекеренсә, бының төп сәбәбе: кейемде кеше үҙенең айырылғыһыҙ өлөшө тип ҡабул итә һәм үлгәс тә шулай дауам итә. Бының өсөн бәләкәй генә тәжрибә эшләп ҡарау ҙа етә: бер секундҡа ғына күҙегеҙҙе йомоп, үҙегеҙҙе күҙ алдына килтерегеҙ. Нисек күрәһегеҙ? Моғайын, һеҙ кейемдәлер? Стейси Джонс: “Күп осраҡта йән кешенең проекцияһы булып тора, һәм, әгәр һеҙ үҙегеҙҙе үҙегеҙ проекциялаһағыҙ, һис тә яланғас итеп күҙ алдына килтерергә теләмәҫ инегеҙ. Сөнки сыр яланғас кешенең үҙен яҡшы, комфортта тойоуына бик шикләнәм, ә ниңә әле йән үҙен шәрә килеш күрһәтергә тейеш?” – ти. Артабан тағы ла иғтибар­ға лайыҡ фекер яңғырай: йән үҙен нисә йәшендә бәхетле тойған, кешегә лә тап шул йәшендәге кеүек һәм шул ваҡытта йөрөткән кейемдә күренә.
Фән быларҙың дөрөҫлөгөн әлегә рәсми дәлилләй алмай, ләкин инҡар ҙа итмәй.
…Анатолий ҙа, моғайын, әсәһе иҫән саҡта тормоштан ҡәнәғәт булғандыр. Эске һаҙлығына батмаған саҡта, аҡса алып эшләп йөрөгәндә, бәлки, киләсәккә төрлө план ҡорғандыр, хыялланғандыр. Шуғалыр ҙа Ғәлиәгә үҙенә оҡшаған ҡиәфәттә күренеп киткәндер инде ул…
Икенсе осраҡта Таһир үҙенең үлгәнен аңламай ҡалған булһа кәрәк. Был турала ла төрлө фәнни яҙмалар күп. Философия фәндәре докторы Рэймонд Моуди фекеренсә, әгәр кеше тиҙ генә үлеп ҡалһа, уның ике донъя араһында аҙашып ҡалыуы һәм үҙен элеккесә тере тип ҡабул итеүе ихтимал икән.

Миңзилә ХӘКИМОВА.
Өфө ҡалаһы.

Сәйер осрашыу
(Дауамы)

Күбәләк кеүек еңел…
Кешенең йәне тәндән айырылып сыҡҡанда үтә күренмәле болот йә томан рәүешендә була, шуғалыр ҙа тиҙ хәрәкәт итә, секунд эсендә бер урындан икенсе урынға күсә, – тиҙ яҙалар.
Ләйлә әле һаман бала саҡта үҙе шаһит булған бер сәйер хәлде аптырап иҫенә төшөрә.
Уларҙың ауылында Балбикә исемле йөҙйәшәр әбей бар ине. Уның инде ҡыҙы үҙе әбей булып, баҡый донъяға күскәйне ул саҡта. Әбейҙең ҡарар кешеләре булмағас, һуңғы көндәрендә өйҙән-өйгә йөрөп тамаҡ туйҙырған. Уның ауыр кәүҙәһен алпан-толпан килтереп, таяғына таянып йөрөгәне һаман күҙ алдында тора Ләйләнең. Бер ваҡыт уларға ла килеп инде әбей.
– Сәй көҫәйем, сәй, – тип, мейес эргәһендәге эскәмйәгә килеп ултырҙы. Әсәһе әбейгә аш та һалып бирә, сәй ҙә яһай, риза булып, доғаларын уҡый-уҡый сығып китә шунан.
Нисектер Ләйләгә бер көндө ағаларының өйөндә ҡунырға тура килде. Ҡоҙасаһы ла унда ине. Буран ҡотора ине ул кисте, әллә шуға үҙҙәре яғына ҡайтып торманылармы икән, хәтерләмәй. Икеһенә бәләкәй бер бүлмәлә йоҡларға һалдылар.
Төн уртаһында әллә кем ишек шаҡыны. Еңгәһе тороп тәҙрәнән ҡараны. Ҡыҙыҡайҙар ҙа уяндылар.
Теге шаҡыу тағы ишетелде һәм буран олоуына ҡушылып, әллә кем һамаҡлап илай, һуңынан: “Асығыҙ!” – тип ҡысҡыра башланы. Был тауыштан Ләйләнең сәстәре үрә торорҙай булды – ул шул Балбикә әбейҙеке ине. Нисек ул күҙ асҡыһыҙ буранда был яҡҡа килеп сыҡҡан? Еңгәһе ҡурҡам, ти. Ағалары ла өйҙә юҡ исмаһам!.. Теге ҡысҡырыу тағы ҡабатланды:
– Асығыҙ!.. Асығыҙ!..
Еңгәһе аптырап, әллә индерергәме икән, тип, кейенә башлағайны ғына, әбейҙең тауышы ҡапыл уның карауаты торған тәҙрә тышында яңғыраны ла, бер-нисә секунд эсендә өйҙөң ҡаршы яғындағы тәҙрәгә күсте. Кеше шулай тиҙ генә бер ерҙән икенсе ергә күсеп йөрөй аламы һуң?! Әгәр ҡар баҫып бөткән баҡсаны, ыжғырып торған көслө буранды, әбейҙең таяҡ менән генә йөрөгәнен иҫәпкә алғанда был бөтөнләй башҡа һыймаҫлыҡ хәл ине. Ҡыҙыҡайҙар юрған аҫтына йәшеренеп, дер-дер ҡалтырай башланылар. Еңгәһенең күҙҙәре ҙур асылып китте, аһ, итеп, кире ятты.
Ә икенсе көндө улар Балбикә әбейҙең үлеп ҡалыуы хаҡында ишеттеләр.
Нимә һуң был? Ышанмаусылар, төн, буран уйнауы, өйҙәге ярым ҡараңғылыҡ йоҡонан ҡапыл уянған кешеләр аңында метаморфоза тыуҙырып, әбей тиҙ генә күсеп йөрөгән кеүек күренгән, тиер, моғайын. Бәлки, шулайҙыр: ғәҙәти генә хәл ҡурҡҡан кешеләр тарафынан ҡуйыртылып, гротесклы итеп ҡабул ителгәндер. Әллә ысынлап та тышта кемдер йә иһә нимәлер күбәләк кеүек еңел генә осоп йөрөгәнме?
Ләйлә бының Балбикә әбейҙең йәне булыуына тамсы ла шикләнмәй һәм шуны уйлап, тәне сымырҙап китә. “Шул тиклем ҡурҡтыҡ, таң атҡансы керпек тә ҡаҡманыҡ”, – тип хәтерләй ул шул төндө.

Кем илай?
Һуңғы ваҡыттарҙа Зөлфиә үҙе эргәһендә күҙгә күренмәҫ изге йән эйәләре йөрөүенә шикләнмәй башланы. Сөнки йыш ҡына кемдер уға үҙенең барлығын төрлөсә белгертергә, нимәнеләр иҫкәртергә тырышҡан кеүек. Ҡатын был сәйер күренештәрҙе донъянан ваҡытһыҙ киткән яҡындары менән бәйләй. Бәләкәй генә сағында иң тәүҙә әсәһе, аҙаҡ апаһы сирләп китеп гүр эйәһе булды. Бәлки, улар фәрештәгә әйләнгәндер ҙә, миңә төрлөсә ярҙам итергә теләйҙәрҙер, тип фараз ҡыла ул. Алда яҙыласаҡ өс ваҡиғала быны иҫбатлай кеүек…
Үҫеп еткәс, ике тапҡыр мөхәббәттә алданды ул. Шәхси тормошо уңманы. Шуғалыр, йән әрнеүен баҫырға теләп, бер осор шарап эсергә әүәҫләнеп алды. Был шөғөлдөң насар, тик һаҙлыҡҡа ғына алып барғанын бик яҡшы аңлап торһа ла, тик эсергә яратҡан бернисә әхирәтенә эйәреп, “иблис ҡотҡоһона” бирелә лә ҡуя ине. Аҙаҡ үҙе лә ял көндәрендә магазиндан сейә ҡыҙыл төҫ менән янып, ымһындырып торған иҫерткес һатып ала башланы һәм һәр йома һәм шәмбелә, эштәрен бөтөргәс, шуны яйлап ҡына эсеп, музыка ҡуйып, күңел асып ултырыуҙы шөғөл итеп алды.
Ярты йыл самаһы элек, бер йомала, һәр ваҡыттағыса, эштән ҡайтышлай уҡ тағы шарап һатып алды ла, табуреткаға ултырып, яңғыҙы ғына шуны эсергә тотондо. Ярты бокал һемергәс тәне буйлап йылылыҡ йүгерҙе, көтөп алынған таныш халәт – онотолоу килде. Тиҙҙән әллә нимәләр ҡыйратырҙай еңеллек, дәрт тойоп, тороп баҫты, магнитофонын ҡабыҙҙы. Әҙерәк тегендә-бында йөрөгәс, тағы өҫтәл янына барып ултырҙы һәм бокалына мөлдөрәмә итеп шарап ҡойҙо.
Бер заман яланғас тубығына өҫтән күҙ йәшенә оҡшаған тамсы килеп төштө. Нимә был? Өҫкә ҡараны – түбә ҡоп-ҡоро. Яурындарын ғына һикертте лә, күңел асыуын дауам итте. Шулай ҙа ныҡ аптыраны – нисек ҡоро түбәнән һыу тамыуы мөмкин?
Икенсе тапҡыр тамсы уның башына тамды. Ә бер аҙнанан шарап эҙҙәре ҡалған бокалдары кәштәләрҙән үҙҙәренән-үҙҙәре төшөп ватыла башланылар. Был юлы һағайҙы Зөлфиә. Аһ!.. Әллә әсәһенең йәнеме? Ул гел бәлә килер алдынан иҫкәртә бит балаларын!
…Әҡлимә апаһы йәй көнө ире менән бесән сабырға барған сағында, арып, ял итергә ултырған. Ире ситтәрәк салғы янаған. “Эше бөткәнсе әҙерәк ятып торайым әле”, – тип, үләнгә кофтаһын ғына түшәгән дә шунда һуҙылған апаһы һәм үҙе лә һиҙмәҫтән йоҡлап киткән. Шул саҡ ҡолаҡ төбөндә генә әсәһенең тауышын ишеткән:
– Тор, ҡыҙым, ауыҙыңа йылан инә бит!. – тигән ул. Апаһы күҙҙәрен асһа, ысынлап та эргәһендә генә йылан йөрөгәнен күргән.
Шуларҙы уйлап, Зөлфиә яйлап булһа ла шарап ҡоллоғонан ҡотолорға үҙендә көс тапты, башҡаса уға яҡын да бармай башланы. Тамсы тамыуы ла туҡтаны.
Ә бер йылдан Зөлфиәгә икенсе апаһы – Рәмилә шылтыратты. Ул да шуға оҡшашыраҡ мөғжизә тураһында һөйләне.
Ул көндө Рәмилә эштән арманһыҙ булып ҡайтып йығылған. Күңелһеҙ уйҙарға батып ятҡанда, ҡаршыла торған креслоға тып итеп өҫтән тамсы төшкән. Ямғыр яуһа, шуға һылтар инем, тик көн дә ҡояшлы, түшәм дә ҡоп-ҡоро ине, ти апаһы.
Шунан һуң күп тә үтмәй, Рәмилә аферистар ҡулына эләгә яҙҙы – өйҙәрен тышлатырға тип әллә күпме йыл йыйған йөҙ мең һумға яҡын аҡсаһынан саҡ ҡолаҡ ҡаҡманы. Илай-илай төрлө инстанцияға йөрөнө, прокуратураға ла барҙы. Ул аҡсаһын бер йылдан һуң ғына кире ҡайтарып алыуға иреште.
Бая әйткәнсә, төрлө паранормаль күренештәр, полтергейст феноменын тикшереүсе ғалимдар фекеренсә, ике донъя араһында тотолоп ҡалған йән үҙенең барлығын төрлөсә белдереүе бар, имеш. Мәҫәлән, ҡайһы саҡта ул телефон аша хәбәр бирә: СМС ебәрә, хатта, шылтырата, телевизор экраны аша күренгән осраҡтар ҙа була икән, ә кемгәлер вафат булған яҡындары өйҙәренә килеп йөрөй: уның аяҡ тауыштары ишетелә, әйберҙәр төшөп китә, урындарынан күсә һ.б. Ғәҙәттә, был осраҡта өйҙә доғалар уҡырға кәңәш итәләр һәм, йән тынысланып, тейешле ергә китеп, башҡаса борсомай.



Сәйер осрашыу
(Аҙағы)

Гоголдең “Үле йәндәр”еме әллә…
Мәктәптәрҙә Берҙәм дәүләт имтихандары башланған осор ине.
Зөлфиә эштән ҡайтты ла, һәр ваҡыттағыса компьютерҙан башын да күтәрмәй ултырған ҡыҙын шелтәләргә кереште:
– Ҡыҙым, икенсе имтиханың яҡынлаша бит, уҡый башла инде!.. Улай оҙаҡ кинолар ҡарап ҡына ултырма.
Ҡыҙы иркәләнеп кенә кирелде лә:
– Ну, әсәй, исемлектәге китаптар барыбер миндә юҡ, китапханаға барып алып киләм дә шунда уҡырмын.
– Ярай, ярай, тик һуҙма.
Ниндәйҙер сәбәп менән ҡыҙы Рания иртәгәһенә китапханаға бармаған. Был юлы ҡатыраҡ һөйләшергә тура килер, ахыры уның менән. Былай ҙа, яҡшы билдәһенә бирһә ярай ине, тип борсолаһың, имтихандарына шулай еңел генә ҡарағанына йәне көйөп китте.
– Улайһа ниндәй китабың бар, шуларҙы уҡый тор, исмаһам!
– Юҡ шул, юҡ!
Зөлфиә ишек төбөндә итектәрен систе лә, бүлмәгә үтергә йыйынды. Ҡапыл аяҡ аҫтына ғына эргәһендәге шкаф башынан шап итеп бер китап килеп төштө. Әсәле-ҡыҙлы шым ғына бер-береһенә ҡарашып алды һәм һағайҙылар.
Зөлфиә китапты ҡулына алды. Гоголдең “Үле йәндәр” романы ине был. Ҡыҙының ҡурҡыуы йөҙөнә сыҡты. Шыбырҙап ҡына:
– Уф, әсәй, юрый ҡарайым әле, шул китап бармы икән исемлектә…, – тип, портфеленә үрелде.
Бар ине ул китап. Аптыраһалар ҙа, был хәлгә әллә ни әһәмиәт биреп торманылар – китап ситтә генә торған да, шуға килеп төшкәндер, тигән фекергә килделәр. Аҙаҡ бөтөнләй оноттолар.
Зөлфиә дүрт көн үткәс, ҡыҙын имтиханға оҙатты ла үҙе эшкә китте. Бөгөн рус әҙәбиәтенән тапшырасаҡ. Алда тағы берәүһе бар. Былай тырышып әҙерләнгәйне инде, ҡыйын һорау эләкмәһә генә ярай ине, тип теләне. Сәғәт ун бер, ун ике тулды. Шулай оҙаҡ барамы икән ни имтихан? Уф, күпме ҡайғыраһың, борсолаһың ошо осорҙа...
Сәғәт берҙәр тирәһендә генә шылтыратты ҡыҙы. Телефонды ҡурҡып ҡына алған Зөлфиәнең, әлбиттә, беренсе һорауы: “Бирә алдыңмы-юҡмы?” – булды. Ранияның:
– Эйе, әсәй, мин тапшырҙым, – тигән тауышын ишеткәс, еңел һулап ҡуйҙы. Ул арала ҡыҙы ниндәйҙер сәйер тауыш менән:
– Әсәй… Ә беләһеңме, миңә ниндәй билет эләккәнен? – тип һораны.
– Юууҡ, – тине Зөлфиә аптырап.
– Мин алған билеттың бөтә һорауҙары тиерлек Гоголдең “Үле йәндәр” әҫәре буйынса ине!..
– Кит, булмаҫ! – Зөлфиәнең иҫе китте.
– Үҙем дә аптыраным, әсәй. Имтиханды шундай еңел бирҙем. Нимә булды һуң был?!
– Белмәйем…
Әлбиттә, быны тик осраҡлы хәл, ғәжәп рәүештә тап килеү генә, тип ҡарарға мөмкин. Әҙме ни донъяла шундай мөғжизәләр? Ә бәлки ысынлап та кемдер йәки нимәлер Ранияның киреләнеп әсәһен тыңламағанын ишеткәс: “Ниңә алдашаһың, бына бит бар китаптар!” тип әйтмәксе, “иманын уҡытмаҡсы” булғандыр? Кем һуң ул? Өй эйәһеме? Шуҡ полтергейстмы әллә яҡындарының йәнеме?
Ранияның бәләкәй саҡта юл фәжиғәһенә осрап иҫән ҡалыуы ла күптәр өсөн мөғжизә булғайны.
…Шаһиттарҙың әйтеүенсә, ҡыҙын бәрҙереп киткән машина бик юғары тиҙлектә килгән. Илай-илай йүгереп сыҡҡан Зөлфиә үҙе күрҙе – машинаның бөтә алғы тәҙрәһе сатнап, сыбарланып бөткәйне, ә аңын юғалтҡан балаҡайы “Тиҙ ярҙам” машинаһының эсендә, кушеткала ята ине инде. Бер аҙҙан ул иҫенә килде һәм, муйыным ауырта, тип илай башланы. Зөлфиәнең йөрәге ярыла яҙҙы: “Һынған!..” Табип уның баш тирәһен, арҡаһын ҡапшап ҡараны һәм: “Муйыны зарарланмаған, ҡалаҡ һөйәге һынған булһа кәрәк”, – тине. Ысынлап та дауаханаға килтергәс, флюорография быны раҫланы. Гипсты ла сифатлы, яҡшы итеп һалдылар. Дауаханала бер аҙна яттылар. Аҙаҡ күрше ҡатын осраған һайын туҡтай ҙа:
– Ҡышҡы ҡалын кейеме һаҡлағандыр уны. Үҙем күрҙем ул машинаның нисек елдергәнен, Ранияның һауаға тиклем күтәрелеп, тәгәрләп осоп барып төшкәне лә һаман күҙ алдында, – тип, ғәжәпләнеүен йәшерә алмай, ошо ваҡиғаны иҫенә төшөрөп һөйләй торған ине.
Ҡышҡы кейемме әллә фәрештәгә әйләнгән әсәһе һаҡланымы ҡыҙының ғүмерен – был бик бәхәсле һорау ине, әлбиттә. Ләкин шунан бирле Зөлфиә Ранияны “Алла бүләге” тип кенә йөрөй башланы.

Күл эйәһе нимә әйтергә теләгән?
Был сәйер хәлде Архангель районының бер ауылында йәшәгән Ишмөхәмәт тигән кеше күргән.
... Элек “Сибай – Өфө” поезы таң менән китә торғайны. Ишмөхәмәт ҡустыһын шул поезға оҙатып ҡуйырға булып ат еккән. Ҡыш аҙағы, яҙ башланып торған ваҡыттар, шулай ҙа иртән һалҡын – санаға турпыша ырғытҡан. Ауылдан сыҡҡас, юл ҙур ғына күл өҫтөнән дауам итә, шуға килеп еткәндәр. Сана юлы буйлап әкрен генә китеп барғанда ҡапыл ат ҡурҡып, туҡтап ҡалған. Ауыҙлығын сәйнәй биреп бер урында тыпырсынып тик тора икән. Ишмөхәмәт аптырап, сананан төшкән. Нимә булды икән, тип алғараҡ барып ҡарарға була. Шул саҡ юлға арҡыры ятҡан ҙур, балыҡ рәүешендәге ҡарасҡыны шәйләй. Һул яҡта бер ағас үҫеп ултырған. Ишмөхәмәт, әлбиттә, иң тәүҙә ныҡ ҡурҡҡан, ләкин аҙаҡ тиҙ генә сананан оҙонораҡ бер таяҡ кеүек нәмәне һәрмәп табып, шуны тотҡан да ҡысҡырып шәүләгә яҡынлашҡан. Ҡарасҡы быны күреп тиҙ генә теге ағас янына шыуышҡан һәм юҡ булған. Ҡустыһы бер нимә лә күрмәгән һәм ағаһынан көлгән, ләкин әҙ генә барғас, юлаусылар алда, ҙур урында һыу йыйылып ятҡанын күреп ҡалалар. Ишмөхәмәт теге шәүләнең уларҙы ҡурҡытырға түгел, ә шул турала киҫәтергә теләгәнен аңлай.
Бәлки күл эйәһе булғандыр ул тип фараз ҡыла Ишмөхәмәт шул хәлде иҫенә төшөрөп. Кем белә, бәлки, ысынлап та улдыр, ә бәлки, түгелдер...
Ниндәй асылмаған серҙәр һаҡлана ошо осһоҙ-ҡырыйһыҙ йыһан киңлектәрендә? Бәлки унда беҙҙең күҙгә күренмәгән, ишетелмәгән икенсе үлсәмдә йәшәгән йән эйәләре барҙыр һәм беҙ аңламаған сәйер күренештәр, осрашыуҙар, билдәләр тап улар тарафынан башҡарылалыр? Шул уҡ ғәжәп, серле өйрәнеүселәрҙең ҡайһы берҙәре параллель донъя булыуын инҡар итмәй бит. Кем белә, бәлки ысынлап та шулайҙыр, ләкин ошондай кеше аңына буйһонмаған сәйер хәлдәргә юлыҡҡан кешеләрҙең һөйләгәндәрен тыңлайһың да, донъяның хикмәттәре бихисап икәненә тағы бер тапҡыр инанып ҡуяһың.

Миңзилә ХӘКИМОВА,
Өфө ҡалаһы.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға