«Йәшлек» гәзите » Махсус биттәр » Йондоҙнамә (30 ғинуар - 5 февраль)



30.01.2017 Йондоҙнамә (30 ғинуар - 5 февраль)

Йондоҙнамә (30 ғинуар - 5 февраль)
Ылаҡ (22.12 – 20.01)
Был арала төп иғтибарығыҙҙы ғаиләгеҙгә йүнәлтергә кәңәш ителә. Өйҙәгеләрҙең һәр саҡ ярҙамығыҙға мохтаж икәнен онотмағыҙ. Шаршамбыла килеп сыҡҡан ҡыйынлыҡтар оҙаҡҡа бармаҫ, артыҡ борсолмағыҙ.

һыуғояр (21.01 – 19.02)
Аҙна башында ниндәйҙер хәбәр ишетеүегеҙ ихтимал. Ул бигүк яҡшы булмаһа ла, тыныс ҡабул итергә тырышығыҙ. Йондоҙҙар өйрәнелгән көн тәртибен һаҡларға ҡуша. Ашау-эсеүгә айырым иғтибар биреүегеҙ дөрөҫ булыр.

Балыҡ (20.02 – 20.03)
Матди хәлегеҙ тотороҡло булыр: хәҙерге килемегеҙ сығымдар менән тигеҙләнер һымаҡ. Артабан был өлкәгә иғтибарҙы күберәк бүлергә тура килер, моғайын. Был арала ниндәйҙер етди ҡағыҙҙар менән бәйле оҙайлы мәшәҡәттәр килеп сығыр.

Ҡуҙы (21.03 – 20.04)
Шәхси тормошоғоҙға яңы ваҡиғалар, тойғолар инер, бәлки. Бәғзеләр һеҙҙең менән мөнәсәбәт асыҡларға маташыр. Шаршамбыла һиҙелерлек уңыш көтөгөҙ, кеше алдында маҡтанып алырға етди сәбәп булыр. Оло кешенән ярҙам да алырһығыҙ.

Буға (21.04 – 21.05)
Аҡса эшләү өсөн өҫтәмә мөмкинлектәр сығып торор. Тик был тырыш кешеләргә генә ҡағыла, ялҡауҙар, ғәҙәттәгесә, ваҡытын бушҡа уҙғарыр. Бәғзеләр йәмәғәт эштәрендә уңыр.

Игеҙәктәр (22.05 – 21.06)
Осор яҡшы булырға оҡшай. Һуңғы ваҡыттағы ниндәйҙер ҙур эште тамамларһығыҙ. Икенсе яҡтан, көсөргәнешлек тә артыр, ҡайһы саҡ баш күтәрмәйенсә лә эшләргә тура килер. Көнләшкән кешеләр ҙә күбәйер.

Ҡыҫала (22.06 – 23.07)
Һеҙҙең өсөн мөһим аҙна. Ниндәйҙер етди аҙым яһарға мәжбүр булырһығыҙ. Бер нәмәне һайлап, икенсенән баш тартырға тура килер һымаҡ. Дөрөҫ юлды һайлай алһағыҙ, артабан һеҙҙе оҙайлы, өмөтлө осор көтә.

Арыҫлан (24.07 – 23.08)
Матди хәлегеҙ тотороҡло ғына булырға оҡшай. Шишәмбелә ишеткән яңылыҡты башҡаларға таратырға ашыҡмағыҙ, уның буш хәбәр булып сығыуы ла мөмкин. Шаршамбы һәм йома уңышлы үтер.

Ҡыҙ (24.08 – 23.09)
Мотлаҡ тормошҡа ҡарашығыҙҙы үҙгәртергә тейешһегеҙ. Шунһыҙ алға китеү ауырлашыр. Ҡайһы бер өмөт, мөнәсәбәт кеүек нәмәләр менән йәлләмәйенсә бөтөнләйгә хушлашырға ла тура килер, бәлки. Йомалағы хәлдәргә тыныс ҡарағыҙ, уларҙан зыян күрмәҫһегеҙ.

Үлсәү (24.09 – 23.10)
Ҡайһы бер ваҡиғаларҙы әлегә аңлауы еңел булмаҫ. Уларҙың асылына ваҡыт үткәс кенә төшөнөр­һөгөҙ. Ғөмүмән, эштәрегеҙҙә бер аҙ буталсыҡ күҙәтелер. Шулай ҙа аҙнаны артыҡ юғалтыуһыҙ үткәрерһегеҙ.

Саян (24.10 – 22.11)
Аҡса табыу өлкәһендә әүҙемлегегеҙ артыр. Ниндәйҙер өмөтлө тәҡдим дә ишетерһегеҙ. Күмәк эштәр күпкә уңышлыраҡ барыр. Осор һеҙҙән күп кенә хәл-көс талап итер. Күптәр өсөн ял көндәре бигерәк тә көсөргәнешле көтөлә.

Уҡсы (23.11 – 21.12)
Осор барышында бәғзеләр йыш алдашырға һәм юхаланырға мәжбүр булыр. Хәйер, күпселек осраҡта быға ҡаршы торорға хәлегеҙҙән килмәҫ, түҙергә генә ҡала. Мөмкин тиклем янығыҙҙағы кешеләргә зыян килтермәҫкә тырышығыҙ.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға