«Йәшлек» гәзите » Махсус биттәр » Йондоҙнамә (23-29 ғинуар)



22.01.2017 Йондоҙнамә (23-29 ғинуар)

Йондоҙнамә (23-29 ғинуар)
Ылаҡ (22.12 – 20.01)
Ижади кешеләр уңышлы осор кисерер. Элек туҡтап торған эштәрегеҙ яҡшы барыр. Матди мәсьәләләргә лә иғтибарҙы кәметмәгеҙ, был арала аҡса һеҙгә үҙе киләсәк. Аҙна аҙағында файҙалы бәйләнештәр булдырырһығыҙ.

һыуғояр (21.01 – 19.02)
Ауырлыҡтарҙан ҡотола алмаҫһығыҙ һымаҡ. Ундай ваҡытта ярҙамдан һис тә баш тартмағыҙ. Был мәсьәләлә кешеләрҙән һәр саҡ булышлыҡ тойорһоғоҙ. Берәй эшегеҙ бармаһа, ныҡышмағыҙ, уны ваҡытлыса кисектереп тороғоҙ.

Балыҡ (20.02 – 20.03)
Яҡшы көндәр. Иң ҡатмарлы хәлдәрҙән дә юғалтыуһыҙ сығып, дөрөҫ юл табырһығыҙ. Кеше аҡсаһы менән мәшәҡәттәр килеп сығыуы бар. Ахырҙа уның бер өлөшө һеҙгә лә эләгер, бәлки. Һаулыҡ яғынан борсолоу өсөн сәбәп юҡ. Йомала ярҙам алыуығыҙ ихтимал.

Ҡуҙы (21.03 – 20.04)
Үҙегеҙҙә дәрт һәм әүҙемлек артҡанын тойор­һоғоҙ. Уларҙы иң элек башланған эштәрегеҙҙе тамамлауға йүнәлтегеҙ. Аҡса артынан ҡыумағыҙ, ләкин тейешен алырға оялмағыҙ. Иң өмөтлө көндәрегеҙ – шишәмбе һәм шәмбе.

Буға (21.04 – 21.05)
Мәл киләсәккә маҡсаттар ҡороу өсөн уңайлы. Яңы эштәрегеҙ яҡшы барыр. Яңғыҙ кешеләр­ҙең шәхси тормошо йәнләнеп китер. Күптән күрмәгән кешеләр менән аралашыу файҙалы булыр. Кесе йомала бүләк көтөгөҙ.

Игеҙәктәр (22.05 – 21.06)
Көсөргәнешле, ләкин бер юлы өмөтлө осор кисерерһегеҙ. Был арала ҡәҙимге эшегеҙгә йәмәғәт мәшәҡәттәре лә өҫтәлеүе бик ихти-мал. Кесе йомала һәр аҙымығыҙҙы уйлап бағығыҙ, аҙаҡ үкенерлек булмаһын.

Ҡыҫала (22.06 – 23.07)
Матди хәлегеҙ даими иғтибар талап итер, моғайын. Өйҙәге сығымдарҙы үҙ ҡулығыҙға алырға кәңәш ителә. Янығыҙҙа эштәрегеҙгә ҡыҫылып йөрөүселәр ҙә күбәйеп китте шикелле. Ундайҙар менән арағыҙҙы йәлләмәйенсә өҙөгөҙ.

Арыҫлан (24.07 – 23.08)
Һеҙҙең өсөн яңырыу осоро башланасаҡ. Үҙгәрештәрҙән ҡурҡмағыҙ, ахырҙа улар һеҙҙең файҙаға булыр. Ҡайһы бер нәмәләр менән бөтөнләйгә хушлашырға ла тура килер, бәлки. Шаршамбыла етеҙерәк булығыҙ, эштәрегеҙҙе икенсе көнгә ҡалдырмағыҙ.

Ҡыҙ (24.08 – 23.09)
Йәшерен дошмандарығыҙҙы асыҡлай алырһығыҙ. Бынан һуң уларҙы еңеүе ауыр булмаҫ. Тейешле саҡта эске тауышығыҙ дөрөҫ кәңәш бирер. Кесе йомала бик файҙалы хәбәр ишетерһегеҙ.

Үлсәү (24.09 – 23.10)
Тормошоғоҙға ҡайһы бер яңылыҡтар инер. Уларҙың барыһы ла яҡшыға булыр. Аҙна барышында мөһим осрашыу-һөйләшеүҙәр көтөлә. Был арала йондоҙҙар ҡәҙимге өйрәнелгән көн тәртибен боҙмаҫҡа саҡыра.

Саян (24.10 – 22.11)
Ҡатмарлы осор. Уны мөмкин тиклем юғалтыу­һыҙ үткәрергә тырышығыҙ. Иң мөһиме – булған мөнәсәбәттәрҙе һаҡлап ҡалығыҙ. Был көндәрҙә тыныс, тормошоғоҙға бер ниндәй ҙә үҙгәреш индермәйенсә йәшәүегеҙ дөрөҫ булыр. Йомала яҡшы хәбәр ишетерһегеҙ.

Уҡсы (23.11 – 21.12)
Аҙна уңышлы башланыр. Шәхси тормошоғоҙға ҡағылған ҡыуаныслы ваҡиғалар булыр. Күптән осрашмаған кешене лә күрерһегеҙ. Кәрәк саҡта ярҙамдан һис тә баш тартмағыҙ.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға