«Йәшлек» гәзите » Махсус биттәр » Йондоҙнамә (5-11декабрь)



07.12.2016 Йондоҙнамә (5-11декабрь)

Йондоҙнамә (5-11декабрь)
Ылаҡ (22.12 – 20.01)
Уйламаған ерҙән төрлө ҡыйынлыҡ сығып торор. Шаршамбыла кемдер һеҙгә ниндәйҙер дәғүә белдереүе ихтимал. Ҡыйын булһа ла, өйрәнелгән көн һәм эш тәртибенән сыҡмағыҙ. Ҙур эштәрегеҙҙе ваҡытлыса туҡтатып тороуығыҙ хәйерле.

һыуғояр (21.01 – 19.02)
Йыш ҡына аҡсаға ҡытлыҡ кисерерһегеҙ. Шулай ҙа ғаиләгеҙҙә һәм шәхси тормошоғоҙҙа барыһы ла һәйбәт буласаҡ. Аралашыу һәр саҡ ҡәнәғәтлек килтерер. Кесе йомала йондоҙҙарға ышанығыҙ, улар дөрөҫ юл күрһәтер.

Балыҡ (20.02 – 20.03)
Яңы эштәрегеҙ яҡшы барыр. Ғөмүмән, тормошоғоҙҙағы үҙгәрештәр ыңғай булыр. Шаршамбыла ниндәйҙер матди ярҙам алыуығыҙ ихтимал. Үҙегеҙ ҙә һеҙгә мөрәжәғәт иткәндәрҙе ярҙамһыҙ ҡалдырмағыҙ.

Ҡуҙы (21.03 – 20.04)
Аҙна барышында ваҡиғалар барышы икенсе, һеҙ уйламаған йүнәлеш алыуы мөмкин. Уларҙы тейешле яҡҡа бороу күп көс-ваҡыт талап итер һымаҡ. Кесе йомала һис уйламағанда ниндәйҙер бүләк алыуығыҙ бар.

Буға (21.04 – 21.05)
Осор артыҡ ҙур булмаған мәшәҡәттәр килтерер. Был арала йондоҙҙар етди осрашыу-һөйләшеүҙәр тәғәйенләргә ҡушмай, уларҙан барыбер файҙа булмаясаҡ. Төп иғтибарығыҙҙы ваҡ эштәрегеҙҙе тамамлауға йүнәлтегеҙ.

Игеҙәктәр (22.05 – 21.06)
Тормош алдығыҙҙа яңы мөһим бурыстар ҡуйыр, моғайын. Уларҙы хәл итеү өсөн үҙегеҙҙең генә тәжрибәгеҙ етмәҫ. Бәғзеләр ярҙам эҙләргә мәжбүр булыр. Шаршамбыла ҡәҙимге көн тәртибе ҡапыл боҙолоп китер.

Ҡыҫала (22.06 – 23.07)
Аҙна тыныс һәм еңел үтер. Һуңғы танышыуҙар өмөтлө һәм оҙайлы булырға оҡшай. Аралашыу ваҡытында үҙегеҙ өсөн файҙалы мәғлүмәт белер­һегеҙ. Йондоҙҙар был арала кеше йомоштары менән артыҡ булышмаҫҡа кәңәш итә.

Арыҫлан (24.07 – 23.08)
Йәшерәктәрҙең уй-хыялдарын күберәк мөхәббәт мәсьәләләре биләр. Үҙегеҙҙең кисерештәрегеҙ тураһында артыҡ һөйләмәүегеҙ хәйерле. Кесе йомала артыҡ мәшәҡәттәрҙән ҡасырға тырышығыҙ.

Ҡыҙ (24.08 – 23.09)
Һәйбәт осор. Йыш ҡына иғтибар үҙәгендә булырға тура килер. Бәғзеләр уңышлы сығыш яһар. Шишәмбеләге хәлдәр кәйефегеҙҙе тағы ла күтәрер. Йомала иҫке бурысты ла ҡайтарырҙар.

Үлсәү (24.09 – 23.10)
Көндәр ыңғай булыуы менән айырылып торор. Ауыр мәсьәләләрҙе ҡәҙимгенән еңелерәк хәл итерһегеҙ. Ҡаршы енес вәкилдәре менән арағыҙ мотлаҡ яҡшырырға тейеш. Кеше аҡсаһы менән генә һағыраҡ булығыҙ.

Саян (24.10 – 22.11)
Күтәренке кәйефегеҙ бар эштә лә булышлыҡ итер. Кеше араһында һүҙегеҙ үтемле булыр. Кәрәкле мәғлүмәттәр ваҡытында килеп торор. Мәл матди мәсьәләләрҙе тәртипкә килтереү өсөн уңайлы. Йомаға тәғәйенләнгән эште күсерергә тура килер.

Уҡсы (23.11 – 21.12)
Осорҙоң һәйбәт килеүе башта һиҙелмәҫ тә һымаҡ. Ләкин шаршамбынан һуң быны асыҡ күрерһегеҙ. Кесе йомала эштәрегеҙ бер аҙ туҡтағандай тойолор. Йондоҙҙар ашыҡмаҫҡа, саҡ ҡына түҙемлерәк булырға ҡуша.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға