«Йәшлек» гәзите » Махсус биттәр » Мең йәшә, әсәй-әсәкәйем!



27.11.2016 Мең йәшә, әсәй-әсәкәйем!

Мең йәшә, әсәй-әсәкәйем!Әсәй! Ошо һүҙгә күпме мәғәнә һалын­ған... Һәр бала өсөн дә иң ҡәҙерлеһе һәм иң яҡыны ул – әсә. Беҙ шатлыҡлы минуттарыбыҙҙы ла иң беренсе уның менән уртаҡлашабыҙ, ҡайғырған саҡтарыбыҙҙа ла кәңәш һорап янына барабыҙ. Сөнки әсә кеше бер ваҡытта ла, бер ҡасан да балаһына насарлыҡ теләмәй, ә киреһенсә, тик ярҙамсы һәм серҙәш булып ҡала.

"әсәй" һүҙе ни бары дүрт хәрефтән тора, ә үҙе күпме мәғәнәгә эйә...
Минең әсәйем Зимфира Фазлиәхмәт ҡыҙы Ғүмәрова 1965 йылдың йәмле йәйендә донъяға килгән. Бәләкәй саҡтан тырыш, үҙ маҡсатына ирешеүсән булып үҫә. Башҡорт дәүләт университетының башҡорт филологияһы һәм журналистика факультетын ситтән тороп тамамлай. Әлеге көндә Баймаҡ районының Билал урта мәктәбендә башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы булып эшләй. Әсәйем менән сикһеҙ ғорурланам. Ни өсөн тиһегеҙме? Сөнки ул яңғыҙы өс ул тәрбиәләп үҫтереп, аяҡҡа баҫтырҙы. Өлкән ағайым Илшат хәҙерге көндә ғаилә ҡороп, “Ирән­дек” халыҡ бейеүҙәре ансамблендә эш­ләй. Ә уртансы Ай­булат ағайым, Си­бай сәнғәт училищеһын тамамлап, хәҙер Заһир Исмә­ғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институтының 4-се курсында белем ала. Ә мин, әсәйемдең юлын һайлап, Башҡорт дәүләт университетының 2-се курсында, башҡорт филологияһы һәм журналис­тика факультетында уҡыйым. Беҙҙең белемгә ынтылыуыбыҙҙа әсәйемдең роле баһалап бөткөһөҙ. Әсәй ... Әсә... Шул уҡ ваҡытта көслө, бөйөк ул. Ә ғаиләлә инде ул ҡояш менән тиң. Әсәй йылмайһа, бөтә донъя яҡтылыҡҡа күмелә. Ул өйҙә булмаған саҡта өй бер аҙ моңһоуланып, күңелһеҙ булып ҡалған төҫлө. Ауырыған саҡта әсәйемдең бер йылмайып ҡарауы була, шунда уҡ еңел булып китә. Ә ниҙәр генә эшләмәй һуң әсә ҡулдары! Хуш еҫле икмәк бешерә, тәмле итеп аш-һыу ҙа әҙерләй. Ул ғына ла түгел, йылы ойоҡбаштар, бейәләйҙәр бәйләй...
Әсәйебеҙ алдында беҙ һәр саҡ бурыслы. Ҡәҙерле әсәкәйем! Һине ошо матур Әсә көнө менән ҡотлап, йөрәк түренән сыҡҡан иң изге теләктәремде еткерәм! Һиңә ҡоростай ныҡлы һаулыҡ, ҡурай моңондай оҙон ғүмер, муйыл сәскәһендәй аҡ бәхеттәр, изге, ярат­ҡан эшеңдә уңыштар теләйем. Дуҫтарыңдың терәген, туғандарыңдың йылыһын тойоп, бәхеттә-шатлыҡта оҙон-оҙаҡ ғүмер итергә яҙһын. Уйҙарың яҡты, эшләгән эштәрең уң булһын, теләгән уй-ниәттәрең һәр ваҡыт тормошҡа ашһын! Киләсәк көндәрең өмөт менән тулы булып, ғүмер йомғағың шатлыҡ-һөйөнөстәргә генә тулып тәгәрәһен. Тормош ауырлыҡтарына бирешмәй, сабыр булып, һәр атҡан таңға, яуған ҡарға, килгән яҙға, аҡҡан һыуға һоҡланып, үткән ғүмергә үкенмәй, балаларыңдың изгелеген күреп, әлегеләй изге күңелле, алсаҡ йөҙлө булып, оҙон-оҙаҡ бәхетле ғүмер кисерергә яҙһын. Һин булғанға донъябыҙ йәмле, йәнле, һинең фатихаң менән аҙымдарыбыҙ ышаныслы, бәхетебеҙ тулы, уйҙарыбыҙ яҡты. Хоҙай үҙеңде сәләмәтлектән, бәхеттән, күңел тыныслығынан айырмаһын, әсәй! Мең йәшә, әсәй-әсәкәйем.

Заһит ҒҮМӘРОВ,
БДУ студенты.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға