21.11.2016 Үҙ тамашасыһы бар
Заманса технологиялар, интернет тормошобоҙға нығыраҡ үтеп ингән заманда телевидение менән халыҡты аптыратып булмай. Йөҙләгән канал араһында үҙеңдең аудиторияңды булдырам тиһәң, телевизор ҡараусыларҙың зауығына тура килгән, уларҙың талабын ҡәнәғәтләндергән тапшырыуҙар эшләргә, яңылыҡтар әҙерләгәндә үҙеңде дөрөҫ һәм оператив мәғлүмәт еткергән телеканал итеп танытыу маҡсатын ҡуйырға, үҙ йөҙөңдө табырға тура килә. Был милли тапшырыуҙарға ҡағылмаған да кеүек. Әммә ҙур көс талап иткән медиапродукт йөкмәткеле һәм сифатлы булырға тейеш.
«Рәсәй 1 – Башҡортостан», «Культура», «Рәсәй – 24 Башҡортостан», «Рәсәй – Башҡортостан» телеканалдарын, Вести ҒM, «Башҡортостан», «Маяҡ Өфө» радиоһын берләштергән республиканың ҙур мәғлүмәт медиахолдингы – «Башҡортостан» дәүләт телерадиокомпанияһында, башҡа федераль, төбәк телерадиокомпанияларынан айырмалы рәүештә, милли контентҡа ҙур урын бирелә (милли тапшырыуҙар Чечняның «Вайнах», Югория телерадиокомпанияларында ғына бар). Милли, этник тематиканы яҡтыртыу маҡсатында башҡорт телендә яңылыҡтар, тапшырыуҙар әҙерләү ихтыяжы тыуғас, федераль телеканал етәкселеге беҙҙең журналистарҙың үтенесенә ҡаршы килмәй. 2015 йылдың майында тәүге тапҡыр башҡортса «Хәбәрҙәр» тапшырыуы эфирға сыға. Халыҡҡа был оҡшай, хатта тапшырыуҙың рейтингы ҡайһы берҙә яңылыҡтарҙың рус телендәге федераль сығарылыштарыныҡын да уҙып китә. Медиахолдинг яңы коллектив тупламай, ҡәләмдәре шымарған, репортаждар, яңылыҡтар эшләй белгән тәжрибәле йәш егет-ҡыҙҙар ошо телерадиокомпанияға ҡараған «Башҡортостан» радиоһынан килә.
Уға тиклем эфирға аҙнаһына өс тапҡыр сығып килгән «Ауаз» иртәнге мәғлүмәт-музыка тапшырыуын тамашасылар йылы ҡабул иткәйне. Студияға ҡунаҡтар саҡырып, төрлө көнүҙәк темаға йәнле әңгәмә ҡороу, файҙалы кәңәштәр биреү телевизор ҡараусыларҙың күңеленә хуш килде. әле иртәнге «Хәйерле иртә, республика!» тапшырыуы көн һайын эфирға сыға.
Телерадиокомпанияның милли тапшырыуҙар бүлеге етәксеһе Уйылдан Ғәлин әйтеүенсә, был, бер яҡтан, ҙур ҡыуаныс булһа, икенсе яҡтан, ҙур яуаплылыҡ. Һәр көн иртән беҙҙе алып барыусылар Сәлимә Исламова, Ғәлимйән Ибәтуллин, Рәсүл Ҡарабулатов, Гүзәл Ишкинина, Фирҙәт Ғәлиев, Урал Байбулатов, Ләйсән Тимербулатова, Ришат Миндияров, Лилиә Чембарисова сәләмләйәсәк. Хәбәрҙәрҙе Гөлнара Ҡаҙаҡбаева алып барасаҡ. Тапшырыуҙы ойоштороу, яңылыҡтарҙы әҙерләүселәрҙән тыш, кадр артындағыларҙың хеҙмәте лә ҙур әһәмиәткә эйә. Режиссерҙар Зарема Хисмәтуллина, Зилә Ихсанова, Розалия Рамазанова, һүрәттәр теҙмәһе өҫтөндә эшләүсе Салауат Фәтхетдинов – үҙ эшенең оҫталары.
Милли тапшырыуҙар бүлеге хеҙмәткәрҙәре үҙ ҡаҙанында ғына ҡайнамай, төрлө акциялар ҙа үткәрә. Республика райондарында төҙөк, үрнәк булырҙай ауылдарҙы күрһәтеү маҡсатында «Алтын бишек» бәйгеһе ойошторғандар. Унда йөҙләгән ауылдан заявка килгән. Хәбәрселәр туғыҙ ауыл, уларҙағы күркәм ғаиләләр, өлгө булырҙай кешеләр тураһында сюжеттар әҙерләгән. Иң һуңынан еңеүсе ауылда концерт ҡуйылған, мәҙәниәт йорттарына акустик система ҡорамалы, телевизорҙар бүләк ителгән.
Былтыр апрелдә «Башҡортостан» телерадиокомпанияһы цифрлы форматҡа күскән. Был телевизион һүрәтте тамашасыларға сифатлы, сағыу итеп күрһәтеү мөмкинлеге бирә. Яңы «Dalet» аппарат-студия комплексында алыҫ аралар менән бер ниндәй өҙлөкһөҙ «тура бәйләнеш»тәр үткәрергә, интерактив тапшырыуҙар, оператив репортаждар әҙерләргә була. Компанияла һөнәри оҫталыҡты камиллаштырыу йәһәтенән дә ҙур эш алып барыла. Күптәр федераль каналдарҙа тәжрибәһен арттыра.
«Беҙ матди-техник база йәһәтенән телерадиокомпаниялар араһында лидерҙар рәтендә. Хатта бөгөн мультиплексҡа инергә лә әҙербеҙ. Етәксебеҙ – «Башҡортостан» телерадиокомпанияһының генераль директоры Азамат Сәлихов, федераль каналда эшләп киткән хәбәрсе булараҡ, бөгөн тамашасыға нимә кәрәклеген, журналистарға эшләү өсөн ниндәй шарттар булдырылырға тейешлеген, дәғүәселек шарттарында телевидение тапшырыуҙарын йөкмәткеле итеп әҙерләү зарурлығын яҡшы аңлай. Идеялары ла күп, милли тапшырыуҙарға бәйле тәҡдимдәрҙе хуплап ҡабул итә», – ти Уйылдан Ғәлин. Тамашасының ышанысын яулаған заманса телевидение шулай булырға тейеш тә.
З. ЙӘҺҮҘИНА.