«Йәшлек» гәзите » Махсус биттәр » Йондоҙнамә (14-20 ноябрь)



14.11.2016 Йондоҙнамә (14-20 ноябрь)

Йондоҙнамә  (14-20 ноябрь)
Ылаҡ (22.12 – 20.01)

Тормош һеҙҙе һаман да һынап торор һымаҡ. Кемдер һеҙгә ҡарата үҙенең кире мөнәсәбәтен белдереүе лә ихтимал. Мөмкин тиклем дәғүәгә инмәҫкә тырышығыҙ. Шаршамбыла икеле хәлдәр һеҙҙең файҙаға тамамланыр.

һыуғояр (21.01 – 19.02)
Һәләтегеҙ, дәртегеҙ бик юғары кимәлдә буласаҡ. Шуға ҡарамаҫтан, йондоҙҙар һәр саҡ уяу булырға өндәй. Һеҙҙе йәшерен күрә алмаусылар ҙа күбәйер. Йомала көткән әйбер күпкә аҙыраҡ килер кеүек.

Балыҡ (20.02 – 20.03)
Төп эшегеҙҙә уңыштар яулауығыҙ ихтимал. Ҡатмарлы мәсьәләләр һеҙҙең өсөн бер ҙә ауыр булмаясаҡ. Бер аҙ абруйығыҙҙы күтәрә алһағыҙ, ыңғай үҙгәрештәрҙе көтөргә була. Был арала ижади кешеләр ҙә мотлаҡ уңыр.

Ҡуҙы (21.03 – 20.04)
Тормошоғоҙҙағы һуңғы үҙгәрештәр тотороҡлоҡҡа килтерер. Бар йүнәлештәрҙә лә хәлегеҙ яҡшы булыр. Бәғзеләр өр-яңы эш менән шөғөлләнер. Шаршамбыла өҫтәмә аҡсалата килем алырһығыҙ. Аҙна аҙағында күптән көткән хәбәр килер.

Буға (21.04 – 21.05)
Матди хәлегеҙ һаман да борсоп торор. Бәғзеләр ярҙам эҙләргә мәжбүр булыр. Сығымдарығыҙҙы мөмкин тиклем кәметергә кәңәш ителә. Бурысҡа берүк инмәҫкә тырышығыҙ.

Игеҙәктәр (22.05 – 21.06)
Осор тыныс ҡына башланыр. Ләкин хәлдәрҙең бик тиҙ үҙгәреүе лә мөмкин. Шаршамбынан һуң ҡатмарлы эштәр менән булышырға тура килер. Кесе йомала ишеткән яңылыҡ бигүк ҡыуандырмаҫ.

Ҡыҫала (22.06 – 23.07)
Төп эшегеҙҙә хәлегеҙ яйлана башлар, мөнәсәбәттәр һәйбәтләнер. Шулай ҙа шәхси эштәрегеҙ тураһында артыҡ һөйләмәгеҙ. Шаршамбыла кемдер үҙе тураһында иҫкә төшөрөр. Был һеҙҙе әллә ни һөйөндөрмәҫ.

Арыҫлан (24.07 – 23.08)
Был арала тормошҡа ҡарата мөнәсәбәтегеҙ бер аҙ йомшарыр, бәлки. Хатта бәғзеләрҙе ялҡаулыҡ, битарафлыҡ еңә башлар. Әгәр мөмкин булһа, бындай кәйефкә ҡаршылашмағыҙ, күңелегеҙ бер аҙ ял итһен.

Ҡыҙ (24.08 – 23.09)
Тырышлығығыҙ арҡаһында бик күп эште эшләй алырһығыҙ. Аҙнаның һөҙөмтәләре ҡәнәғәтлек килтерер. Шулай ҙа шишәмбелә аралашыуҙа ҡыйынлыҡтар килеп сығыуы ихтимал. Йыш ҡына үҙегеҙгә оҡшамаған кешеләр менән эш итергә тура килер.

Үлсәү (24.09 – 23.10)
Осорҙо яҡшы кәйеф менән үткәрерһегеҙ. Шулай ҙа хәл ителмәгән матди мәсьәләләр һәр саҡ эшегеҙҙе бошороп торор. Өйҙәге мәшәҡәттәр ҙә өҫтәмә сығымдар талап итер. Иң өмөтлө көндәрегеҙ – кесе йома һәм шәмбе.

Саян (24.10 – 22.11)
Ҡәҙимге аҙна. Тәжрибәгеҙ һәм һиҙгерлегегеҙ кире ваҡиғаларҙы урап үтергә ярҙам итер. Шаршамбыла йондоҙҙар етәкселәр күҙенә артыҡ салынмаҫҡа өндәй. Башҡа көндәр тыныс үтер.

Уҡсы (23.11 – 21.12)
Был арала артыҡ ашыҡмағыҙ, үҙегеҙҙе һәр саҡ тыныс һәм ышаныслы тотоғоҙ. Элек башлаған эштәрегеҙҙе тамамлауға күберәк иғтибар бирегеҙ. Өйрәнелгән көн һәм эш тәртибен тотоуығыҙ бик мөһим.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға