«Йәшлек» гәзите » Махсус биттәр » Кеҫәһе буштан өмөт көтмә



15.10.2016 Кеҫәһе буштан өмөт көтмә

Кеҫәһе буштан өмөт көтмәБынан теүәл бер йыл элек, Рәсәйҙең иң яҡшы уҡытыусыларын тәбрикләгәндә, Рәсәй Президенты Владимир Путин: “Лайыҡлы эш хаҡы түләмәйсә уҡытыусы кешенең абруйын күтәреп булмай”, – тип әйткәйне. Ул, 2005 йылда уҡытыусы уртаса 6,5 мең һум алһа, 2015 йылда уларҙың уртаса эш хаҡы 35 мең һумға етте, йәғни ил буйынсағы эш хаҡын 8 процентҡа уҙып китте, тип хәбәр итте. Быйыл август айында хөкүмәт етәксеһе, быға тиклем билдәле тандемдың икенсе ағзаһы – Дмитрий Медведев – уҡытыусыларға яҡшы эш хаҡы артынан бизнесҡа барырға кәңәш итте.

Бында Борис Ельциндың 1992 йылда Рәсәй Президенты булам тип йөрөгәндә халыҡты үҙ яғына ауҙарыу маҡсатында вәғәҙә биргән беренсе указы иҫкә төшә: унда ул, мәктәп уҡытыусыларының эш хаҡын сәнәғәттәге уртаса кимәлгә еткерәсәкмен, ә вуз уҡытыусыларыныҡын унан ике тапҡырға арттырасаҡмын, тигәйне. Был вәғәҙәгә күптәр ышанды һәм Ельцин өсөн тауышын бирҙе. Ышан­маҫһыңмы ни, халыҡты уҡытҡан кеше ошо лайыҡлы сумманы алырға тейештер ҙә ул, ә уҡытыусылар­ҙы уҡытҡан кеше – унан да күберәк алырға дәғүә итә алалыр. Байтаҡ һыуҙар аҡты, ике тиҫтә йылдан һуң уныҫ вариҫы Владимир Путин үҙенең данлыҡлы май указдарында бюджет тармағында эшләгәндәрҙең эш хаҡын иҡтисадтағы кимәлгә еткереү, ә 2018 йылда унан ике тапҡырға арттырыу бурысын ҡуйҙы. Ельцин указы һайлауҙан алдараҡ ҡабул ителһә, Путин һайлауҙа еңгәндән һуң ҡул ҡуйҙы. Был сәйәси яҡтан бик мөһим сара булды: Ельциндыҡы популистик, йәғни үтәлмәҫлек булһа, әлеге башлыҡтыҡы төптән уйланып ҡабул ителгәйне. Уның мотлаҡ үтәлеренә халыҡта һис кенә лә шик булманы. Рәсәйҙең төрлө резерв фондында тупланған аҡса был указды бойомға ашырыу өсөн артығы менән етә ине.
Уҡытыусыларға бизнесҡа барыуҙы тәҡдим итеү Рәсәй дәүләте өсөн мәғарифтың кәрәге юҡ тигәнгә тиңдер. Уҡытыусы менән эшҡыуар – бер-береһенән алыҫ торған ике шөғөл. Бының нигеҙендә донъяға булған ҡапма-ҡаршы ҡараш ята. Эшҡыуар булырҙай уҡытыу­сылар юҡ кимәлендә. Һәр кем уҡытыусы була алмай. Унда башлыса үҙ эшенең фанаттары бара. Тимәк, дәүләттең төп бурысы – ошо кешеләргә лайыҡлы эш хаҡы түләү. Әгәр ҙә быға хөкүмәт ағзаларының ҡулынан килмәй икән, уларға ла ошо уҡ кәңәште бирергә була. Әйҙәгеҙ, барығыҙ ҙа бәләкәй эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнегеҙ. Нисә йыл инде был турала һөйләйһегеҙ, эшҡыуарлыҡ һаман да алға бара алмай.
Хөкүмәт башлығының “кәңәштәрен” ябай халыҡтан көлөү, уны мыҫҡыллау тип тә ҡабул итергә була. Сөнки ул белеп тора: халыҡтың хөкүмәткә ҡаршы сығырға теләге лә, хәле лә юҡ. Ә уҡытыусының бизнесҡа бара алмауын юғары түрә яҡшы белә. Бәлки, бизнесты ул икенсе төрлөрәк аңлайҙыр? Мәҫәлән, губернатор Хорошавин, Гайзер йәки полковник Захарченко һымаҡ, үҙ эш урынынан миллиардтар табып, әллә мәктәптәге бөтә нәмәне түләүлегә әйләндереп? Беҙ – ябай халыҡ – аңралығыбыҙ арҡаһында аңлап етмәйбеҙҙер?!
Таныштарымдың элекке фотоларын ҡарағанды йыш иғтибар итәм: уҡытыусылар араһында ир-ат өҫтөнлөк иткән (1970 йылғы фотола – Нуриман районының Иҫке Күл ауылы мәктәбе коллективы). ХХ быуаттың 70-се йылдарынан уҡытыусылар араһында әкренләп ҡатын-ҡыҙ арта башлай. Бөгөнгөләй хәтерләйем, мәктәптәрҙә уҡытыусылар етмәүе арҡаһында совет дәүләте пединституттарға егеттәрҙе конкурсһыҙ ала ине. Шулай уҡ рабфак системаһы аша уҡытыусылар әҙерләй башланылар. Нисек инде башлыса “өслө” билдәләренә генә өлгәшкән балалар уҡытыусы булып китәсәк икән, тип аптырай торғайным. Уларҙың ябай ғына мәсьәләләрҙе сисә белмәгәненә шаһит инем. Шул ваҡыттан алып ошо ҡыҙҙар, бер йыл һауынсы булып эшләп, рабфак аша педвуздарға күпләп инде.
Бөгөн совет осорондағы белем биреү системаһын һағынып иҫкә алғанда, быны оноторға ярамайҙыр. СССР-ҙағы мәғариф системаһы ошо 70-се йылдарға тиклем генә яҡшы булғандыр. Быны мин ошо ваҡытта мәктәптә уҡыған оло быуын кешеләре менән аралашҡанда йыш күҙәтәм: юғары белемдәре булмауға ҡарамаҫтан, улар хәҙерге йәштәрҙән күпкә өҫтөн тора. Улар араһында ҡабатлау таблицаһын белмәгән, ябай процентты таба алмаған кеше юҡ; география, астрономия, физика, тарих буйынса ла белем кимәлдәре бөгөнгө быуындан күпкә яҡшыраҡ. Беҙҙең быуынға ла ошо бәхеттең бер сите тейеп ҡалды. Үҙем төпкөл ауыл мәктәбен тамамлаһам да, һәр бер уҡытыусымды, мәктәбемде һағынып иҫкә алам, уларҙың бөтәһенә лә, хатта насар тип иҫәпләп йөрөгәндәремә лә, ҙур рәхмәтлемен. Улар булмаһа, ошо кимәлгә килеп етә алыр инемме ни? Математика, физика, химия, география фәндәрен яратып, тарих, йәмғиәтте өйрәнеү кеүек гуманитар фәндәргә битарафыраҡ булһам да, уларҙы ла талап иткәндәренсә өйрәнгәнемә ҡыуанып бөтә алмайым. Үҙемдең хәтеремдә һаҡланып ҡалған Рәсимә Сәмиғуллина, Зәйнәп Нәбиуллина, Талмаҫ Бикҡужин, Әсәд, Илгизәр ағайҙар, Әсҡәп, Зәйтүнә апайҙар (фамилияларын онотҡанмын), Сөләймән Кейекбаев, Ураҙбай Йомағужин, Тимерйән Зәйнуллин, Нәжип Хисмәтов, Булат Мөлөков, Разия Ғәлиуллина, Гөлнур Ишмырҙина, Йәүҙәт Килдейәров, Мәрйәм Шакирова, Камил Ниғмәтов, Абрар Ҡужин, Ишбулды Әхмәт­йәнов, Рәүсә Ғәбитова, Ләлә Ғүмәрова, Батыр Әбдрәхимов, Рафаил Кәрәматуллин, Камил Тайыпов, Тәнзилә Ҡунафиналарға һәр ваҡыт рәхмәт уҡыйым.
Ғөмүмән, ниндәй генә өлкәне алма, эш хаҡының кимәле бик ҙур роль уйнай. Миҫал итеп ул ваҡыттағы статистиканы алып ҡарайыҡ. 1970 йылда ил буйынса уртаса эш хаҡы айына 115 һум булһа, мәғариф өлкәһендә 108 һум тәшкил итте. 1980 йылда 155 һәм 136 һум булды. Был хәлдә ир-егеттәр өсөн уҡытыусы һөнәрен һайлау ахмаҡлыҡҡа тиң булыр ине. Улар башлыса ауыр физик көс талап иткән профессияға өҫтөнлөк бирҙе. Уҡытыусы һөнәре лә үҙ абруйын юғалта бирҙе: уны һайлаған егеттәргә көлөмһөрәп ҡарай башланылар. Күренекле педагогтарҙың (Сухом­линский, Макаренко, Песталоцци һ.б.) башлыса ир-ат араһынан сыҡҡанын иҫәпкә алғанда, был хәлдең кире тәьҫирен баһалап булалыр. Эш хаҡының түбән булыуы уҡытыусы һөнәрен һайлаған ҡатын-ҡыҙ өсөн дә кире һөҙөмтәгә килтерҙе: уларҙың иң көслөләре был аҡсаға риза булмай, икенсе һөнәр һайларға мәжбүр булды. Ошо йылдарҙа уҡытыусылар корпусының квалификация кимәле түбәнгә тәгәрәне. Хәҙер улар араһында наҙандарын да осратыуы сәйер түгел: балабыҙҙың класс етәксеһенең электрон көндәлектәге яҙмаларында хаталарҙы күреп аптырайбыҙ, ҡайһы берҙәренең мәғәнәһен аңлап та булмай.
Түбән эш хаҡының иҡтисад өсөн нисек тәьҫир иткәнен яҡшы беләбеҙ. Төҙөлөш, транспорт, торлаҡ-коммуналь хужалығын ғына алып ҡарайыҡ. Бында тиҙ арала беҙҙең ир-аттар урынын мигранттар баҫып алды. Былай дауам итһә, киләсәктә мәғариф менән медицинала ла ошо хәлде күҙаллап булыр ине. Ярай әле Владимир Путиндың башы етте: үҙенең данлыҡлы май указдарын ҡабул итте. Хөкүмәттең аҫтыртын саботажына ҡарамаҫтан, илебеҙҙә уҡытыусыларҙың эш хаҡы арта башланы. Башлыса ошо сара ғына беҙҙең мәғарифты көрсөктән сығарасағына шигем юҡ. Бындағы реформаларҙың башҡалары – БДИ-нан алып оптималләштереүгә тиклем – тик быға булышлыҡ итә алған нәмә генә. Әлбиттә, бында эш хаҡын арттырыуҙың “хәйләле” юлдарына – штаттарҙы ҡыҫҡартыу, уҡытыусыларҙы бер нисә предмет, факультатив, түңәрәк алып барырға мәжбүр итеү һ.б. – өҫтөнлөк бирмәҫкә ине. Кире осраҡта Виктор Черномырдиндың “Хотели как лучше, получилось как всегда”һы булыуы бик мөмкин.

Илдар ҒӘБИТОВ.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға