«Йәшлек» гәзите » Махсус биттәр » Йондоҙнамә (26 сентябрь-2 октябрь)



25.09.2016 Йондоҙнамә (26 сентябрь-2 октябрь)

Йондоҙнамә   (26 сентябрь-2 октябрь)
Ылаҡ (22.12 – 20.01)
Сит кеше йоғонтоһона эләгеүегеҙ ихтимал. Шуға күрә тик яҡындарығыҙҙан ғына кәңәш һәм ярҙам һорағыҙ. Йөрәк сирлеләргә осорҙо тыныслыҡта үткәрергә кәрәк. Был бигерәк тә шишәмбе һәм шаршамбыға ҡағыла. Үҙегеҙҙе йәлләргә өйрәнегеҙ.

һыуғояр (21.01 – 19.02)
Тәү ҡарашҡа, эштәрегеҙ күбәйеп киткән кеүек. Улар бер мәлдә өйөлмәһен тиһәгеҙ, бөгөндән үк сиратлап тотоноғоҙ. Һөҙөмтәлә әүҙемлегегеҙҙе арттырырға мәжбүр булыр­һығыҙ. Быны эш мәсьәләләрен хәл итеүгә лә йүнәлтегеҙ. Тырышлығығыҙ премия менән билдәләнер.

Балыҡ (20.02 – 20.03)
Һеҙгә һис тә өйҙә генә ултырырға ярамай. Төрлө сараға, театрға йөрөгөҙ, дуҫтарығыҙ менән осрашығыҙ. Яңғыҙҙарға йәр табыу ихтималлығы арта. Тик спорт менән әүҙем шөғөлләнмәгеҙ, йәрәхәтләнеү хәүефе һағалай.

Ҡуҙы (21.03 – 20.04)
Осор ниндәйҙер яңы эшкә тотоноу өсөн уңайлы. Тик быға эргәгеҙҙә фекерҙәштәр һәм ярҙамға килерлек кешеләр барлығына ышанғас ҡына тәүәккәлләгеҙ. Элекке дуҫтарығыҙҙы осратыуығыҙ ихтимал. Быға әҙер булмаһағыҙ ҙа, улар тормошоғоҙҙо үҙгәртер.

Буға (21.04 – 21.05)
Фекер айырымлығы һәм килешмәүсәнлек арҡаһында ғаиләгеҙҙә ыҙғыш сығыр. Һеҙгә яҡтарҙы яраштырыусы булырға тура килер. Юҡһа иреш-талаш оҙаҡҡа һуҙыласаҡ. Кеҫә яғы ла борсор. Көтмәгәндә аҡса кәрәгер. Банктан кредит алырға тура килмәгәйе.

Игеҙәктәр (22.05 – 21.06)
Сирләүселәрҙең хәле еңеләйер. Кемдең бурысы бар, ҙур суммала аҡса алыр. Мөхәббәттә уңмағандар үҙ бәхетен табыр. Был осор һеҙгә бик күп яҡшы хәбәр килтерер. Иң мөһиме – уларға ҡыуанырға онотмағыҙ.

ыҫала (22.06 – 23.07)
Етәкселек ҡуйған мәсьәләләрҙе хәл итеүгә ижади ҡарағыҙ. Уларға күп ваҡытығыҙҙы сарыф итергә әҙер булығыҙ. Мөһим ҡағыҙҙарға ҡул ҡуйғанда, яңылышыуҙан һаҡланығыҙ.

Арыҫлан (24.07 – 23.08)
Уңайһыҙ хәлгә тарыуығыҙ бик ихтимал. Теләһә ниндәй осраҡта ла, көсөргәнешлекте кәметеү өсөн, барыһын да көлкөгә һабыштырығыҙ. Кешеләр менән эшләүселәрҙе уңайһыҙ осор көтә. Кәйефегеҙ ҙә шәптән түгел. Шунлыҡтан әллә ни әҙәплелек менән айырылмаҫһығыҙ.

Ҡыҙ (24.08 – 23.09)
Көнкүреш мәсьәләләрен хәл итергә ваҡыт етте. Осор йәшәү урынын алмаштырыу, ремонт менән булышыу өсөн уңайлы. Быға аҡсағыҙҙы йәлләмәгеҙ. Һуңғараҡ бик шәп аҡса эшләү яйы сығыр.

Үлсәү (24.09 – 23.10)
Аҡса ҡулығыҙға күп инер. Тик уны бик тиҙ тотонорһоғоҙ ҙа. Быға әллә ни ҡайғырмағыҙ. Барыһы ла яҡшыға. Оптимизмығыҙ артыр. Уны ғаиләгеҙгә лә йоҡтороғоҙ. Ниндәйҙер яҡынығыҙ ярҙамға мохтаж. Уны иғтибарһыҙ ҡалдырмағыҙ.

Саян (24.10 – 22.11)
Яҡын кешегеҙ тарыған ваҡиға арҡаһында бик борсолорһоғоҙ. Тик уға ярҙам итеү өсөн һеҙгә һалҡын ҡанлы булырға кәрәк. Сентябрь һеҙҙең өсөн шәптән булманы. Шуға ай аҙағына тиклем ял итеп, көс йыйып ҡалырға тырышығыҙ.

Уҡсы (23.11 – 21.12)
Дошмандарығыҙ әүҙемләшер. Һеҙҙең турала ғәйбәт таратырҙар. Быға иң яҡшы яуап – бер нисек тә иғтибар итмәгеҙ. Ғашиҡтар донъяһын онотор. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, шул арҡала эш тә икенсе планға күсер. Һаҡ булығыҙ,







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға