«Йәшлек» гәзите » Махсус биттәр » Йондоҙнамә (19 - 25 сентябрь)



20.09.2016 Йондоҙнамә (19 - 25 сентябрь)

Йондоҙнамә   (19 - 25 сентябрь)
Ылаҡ (22.12 – 20.01)
Үткән ваҡиғалар онотола барыр. Тормошоғоҙ яйлана һымаҡ. Ҡатмарлы саҡтарҙа тойғоларығыҙға ышанмағыҙ. Аҡылығыҙға таянып эш итегеҙ. Шаршамбыла дөрөҫ юлды һайлай белерһегеҙ кеүек. Йәмәғәт эштәре күп ваҡытығыҙҙы алыр.

һыуғояр (21.01 – 19.02)
Кешеләр менән аралашыуҙа бер аҙ көсөргәнешлек һиҙелер. Был хәл шишәмбелә күҙәтелер. Аҙна барышында яҡындарығыҙ хәстәрлек талап итер. Ғөмүмән, ваҡ мәшәҡәттәр күп буласаҡ, үҙегеҙгә ваҡытығыҙ ҙа ҡалмаясаҡ.

Балыҡ (20.02 – 20.03)
Үҙегеҙ тирәләй ваҡиғаларҙы яҡшыраҡ аңлай башларһығыҙ, ҡайһыларын алдан тойомларһығыҙ һымаҡ. Был арала туғандар һәм дуҫтарығыҙ менән аңлашыуы еңелләшер. Шуға уй-фекерҙәрегеҙ менән бер ҙә тартынмай бүлешергә тырышығыҙ. Ярҙам-терәк һәр саҡ булыр.

Ҡуҙы (21.03 – 20.04)
Һеҙҙең өсөн бер аҙ икеле осор көтөлә. Уны тыныс, артыҡ сәбәләнмәй генә үткәрегеҙ. Ашығыс, төптән уйланмаған ҡарарҙарығыҙ менән үҙегеҙгә зыян килтереүегеҙ ихтимал. Йомаға күҙаллаған маҡсатығыҙ бойомға ашмаҫ.

Буға (21.04 – 21.05)
Ҡайһы бер мөнәсәбәттәрегеҙ был арала һынау үтер. Бәғзеләр менән арағыҙ оҙаҡҡа боҙолоуы ла ихтимал. Был арала һатып алған әйберҙәр мотлаҡ бәрәкәтле буласаҡ.

Игеҙәктәр (22.05 – 21.06)
Матди хәлегеҙ күҙгә күренеп яҡшырыр. Күптәргә элегерәк башҡарған эштең емешен татырға тура килер. Шаршамбыла ниндәйҙер тәҡдим ишетеүегеҙ бар. Тик бәләкәй генә лә шик һиҙелһә лә, унан баш тартығыҙ.

Ҡыҫала (22.06 – 23.07)
Дөйөм хәлегеҙҙе ыңғай яҡҡа үҙгәртеү өсөн мөмкинлектәр булыр. Әгәр ҙә башлаған эштәрегеҙҙе дауам итеп, тырышлыҡ күрһәт­һәгеҙ, барыһы ла яйланыр. Дошман­дарығыҙҙың эшмәкәрлеге лә бер ниндәй ҙә зыян килтерә алмаҫ.

Арыҫлан (24.07 – 23.08)
Алға ынтылғанда һәр ваҡыт нимәлер ҡамасаулай кеүек. Был тәбиғи, сөнки һуңғы арала башҡаларҙан алғараҡ сығырға маташаһығыҙ, буғай. Кеше кәңәштәренә лә әллә ни ҡолаҡ һалмай башланығыҙ шикелле. Йондоҙҙар был турала етди уйланырға кәңәш итә.

Ҡыҙ (24.08 – 23.09)
Осор тормошоғоҙға ыңғай үҙгәрештәр индереү өсөн уңайлы. Күптәрҙең ижади һәләттәре асылып китер. Шаршамбыла ниндәй­ҙер килем йәки отош булыуы бик ихтимал.

Үлсәү (24.09 – 23.10)
Аҙна башы бер аҙ икеле килер. Шулай ҙа яҡын-тирәләге кире ваҡиғалар һеҙгә әллә ни ҡағылмаҫ һымаҡ. Буш, файҙаһыҙ һөйләшеүҙәр ҙә күбәйер. Шаршамбыла төп эшегеҙҙә төрлө ҡытыршылыҡтарға осрауығыҙ бар.

Саян (24.10 – 22.11)
Тормошоғоҙҙо үҙгәртеү теләге тыуыр. Был арала яңы өмөтлө танышлыҡтар ҙа булыуы мөмкин. Күптәр дуҫтары ярҙамында ниндәйҙер ҙур эште башлар. Етәкселәр менән арағыҙ бик яҡшы булмаҡсы.

Уҡсы (23.11 – 21.12)
Дөйөм хәлегеҙ сығымдарҙы бер аҙ кәметергә мәжбүр итер.
Хәйер, һеҙ быға өйрәнгәнһегеҙ инде. Шаршамбылағы ваҡиғалар түҙемлек талап итер. Йомала ярҙам һорағандарға иғтибарлыраҡ булығыҙ.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға