20.09.2016 Һуң булһа ла, бик уң ҡауышҡан ике уңған
Баныу һәм Жәүәт Миһрановтар, барыһына ла шөкөр итеп, Учалы районының Оҙонгүл ауылында бәхетле ҡартлыҡ кисерә
Көҙ – һары япраҡтар, һағышлы сонеттар һәм ололар миҙгеле. Көҙҙөң төрлө көнө булған кеүек, ололар ҙа ғүмер көҙөндә төрлө төҫкә инә: сабыр, тын саҡтары ла була уларҙың, илаҡ, көйһөҙ мәлдәре лә... Ә Учалы районының Оҙонгүл ауылында ғүмер итеүсе Баныу менән Жәүәт Миһрановтарҙың көҙө гелән сыуаҡ көндәрҙән торғандай. Бер-береһенән риза булып, сөкөрләшеп, тыныс ҡына йәшәп ятҡан матур парға ҡарап һоҡланмау мөмкин түгел. Яҙмыш ептәре уларҙы ҡуша бәйләгәнгә тиклем, ғүмер юлдарының айырым үткәненә ышаныуы ла ауыр: Жәүәт Мәхмүтдин улы Учалы районының төпкөл бер ауылында йәшәгән, Баныу Яңыбай ҡыҙы – Әбйәлил районы сигендә. Әллә нисә тапҡыр юлдары киҫешә яҙһа ла, танышырға форсат сыҡмаған.
– Рәхмәттән Мөслиха, Фәрит Мәҡсүтовтар менән дуҫ булдыҡ, байрамдарҙы йыш ҡына бергә үткәрә торғайныҡ, – тип һөйләй 85 йәшен туйлаған Жәүәт бабай, – ә Баныу – Мөслиханың, минең дуҫихамдың, яҡын ғына туғаны булып сыға. Беҙ дуҫтар, улар туғандар булғас, гел бер ерҙә, әммә аймылыш йөрөгәнбеҙ. Ә ҡатыным Месәүрә Баныуҙы белеп, унан камзул тектерергә лә ниәтләгәйне, тик өлгөрмәне, вафат булды. Уның вафатынан һуң ҡырҡын уҡытҡас, Баймөхәмәт мулланы ауылына алып барҙым да, юл ыңғайы Мөслихаларға һуғылдым. Ул, берәй әбейҙе индереп ҡуйма, Баныу исемле туғаным бар, шуны һиңә димләйем, тип, һеңлеһенең фотоһын күрһәтте. Фотолағы һөйкөмлө, асыҡ сырайлы ҡатын күңелгә тәү күреүҙән үк ятты. Мөслиха арлы-бирле иткәнсе, фотоны тиҙ генә йәшереп ҡуйынға тығып алдым. Фотоһүрәттәге ҡатынға ҡараған һайын нығыраҡ оҡшай, миңә сығырға ҡаршы килмәһә ярар ине, тип борсолам... Рәхмәттән ауылға ҡайтһам, Баныуҙың беҙҙең Оҙонгүлдә, Гөлнур ҡыҙында ҡунаҡ булып ятыуын белдем. Юҡ йомошто бар итеп Гөлнурға барһам, Баныу Тәслимә апаһында, йәғни Ишмөхәмәттәрҙә, тиҙәр. Юрамал магазин һатыусыһы тураһында һорашҡан булып, Ишмөхәмәттәргә юлландым. Шунда, ниһайәт, Баныу менән осраштыҡ. Уны Мөслиха: “Жәүәткә кейәүгә бараһың, баш тартһаң, миңә, апай, тип килеп тә йөрөмә”, – тип алдан нығытып иҫкәрткән икән. Шуға ла Баныу, иремдең өс йыллығын уҡытырмын да, килермен, тине. Нисәһе һуң, тим. Егерменсе апрелдә, тип яуапланы. Мин егерме беренсе апрелдә үк уны, никах уҡытып, үҙемә алып ҡайттым. Өйләнешеүебеҙгә ун етенсе йыл китте, татыу ғына йәшәп ятабыҙ. Элек Месәүрә менән ун йыл ураҙа тотҡайныҡ, Баныу менән дә ураҙаны ҡалдырғаныбыҙ юҡ. “Йәшлек”те, “Киске Өфө”нө алдырып уҡыйым. Әүәлерәк “Башҡортостан”, “ЗОЖ” гәзиттәрен, “За рулем” журналын да алдырғайным, хаҡтары “тешләшкәс”, уларҙан айырылырға тура килде. Мин бит йәш саҡтан китаптан өҙөлмәнем (ғөмүмән, телевизор булмағанғалыр, ахыры, беҙҙең заманда халыҡ китапҡа ябырылғайны). Джек Лондондың әҫәрҙәрен ныҡ яратып, әҫәрләнеп уҡыным. Жюль Верндың латин хәрефтәре менән башҡортса яҙылған “Серле утрау”ын да бер тында уҡыным әле ул. Кеше һәр саҡ уҡырға, камиллашырға, үҙ өҫтөндә эшләргә тейештер, тип уйлайым...
Аҙ һүҙле Жәүәт бабай нисектер асылып китеп, бала сағына, йәшлек йылдарына әйләнеп ҡайтты, әллә күпме тарихи ваҡиғаны хәтерендә тергеҙҙе, исем-шәрифтәрҙе атаны – яҙып ҡына өлгөр:
– Ошо нигеҙҙә олатай менән өләсәй торҙо, мин дә ошонда тыуғанмын. Бәләкәй саҡта, атай менән инәй күмәк хужалыҡ эшенән бушамағандыр инде, гел дә Хәҙисә өләсәйгә тағылып йөрөгәнем хәтерҙә. Атайым балыҡсы ине, 1941 йылда уны һуғышҡа саҡырҙылар ҙа, ярты юлдан кире борҙолар. 1942 йылдың яҙында фронтҡа китте, яуҙан әйләнеп ҡайтманы... Атайҙар урынына инәйҙәр ҡалды. Балыҡ менән Белорет һәм Миндәк ОРС-ы (отдел рабочего снабжения) шөғөлләнде, инәйемдәр Миндәк өсөн балыҡ тотто. Бүлектең ярҙамсы хужалығы бар ине, беҙ, үҫмерҙәр, инәйҙәргә ярҙам итеп, иген утаныҡ. Ҡоръятмаҫ тигән ерҙә ике үгеҙ, бер ат менән бесән дә саптыҡ. Мин сапҡыста һыбай йөрөнөм. Тамаҡ туймай, ашарға бик аҙ булды. Балтырған, бетлекәй, йыуа, бәшмәк йыйып, ОРС-ҡа тапшырҙыҡ. Уларҙы тоҙлай торғайнылар. Бәшмәк-йыуаға аҙ ғына булһа ла икмәк, ярма бирҙеләр. Ауылда дүртенсене бөткәс, Ҡаҙаҡҡолда уҡыуымды дауам иттем. Атайым бит фронтҡа киткәндә инәйемдәргә, Жәүәтте мотлаҡ уҡытығыҙ, тип әйтеп киткән, нисек уҡымайһың? Унан һуң колхозда эштә йөрөлдө, ҡайҙа ҡушалар – шунда. Байрамғол юлын да күтәрҙек хатта. Үҫеп еткәс, Исрафил Иҙрисов менән металлургия комбинатына уҡырға барырға дәртләнешкәйнек тә, аҡса түләргә кәрәк, тигәстәре, күңелебеҙ һүрелде. Ауыҙын асһа – үпкәһе күренеп торған, һалым, заем менән ергәсә баҫылған ауыл кешеһендә аҡса ҡайҙан булһын?! Шулай ҙа атайҙың аманатына хыянат итмәй, Сәлих Рамазанов менән Вознесенкаға механизаторҙар курсына уҡырға барҙым. Ул – алты айлыҡ, мин өс айлыҡ курста уҡып, имтихандарҙы уңышлы биреп, 1950 йылда ауылға ҡайтып төштөм. Колхоз етәкселеге мине Ишкен ауылынан Талиповҡа алмашсы итеп тәғәйенләне. Ҡаҙаҡҡол ауыл советына ҡараған ауылдарҙы Ленин колхозы итеп берләштергәстәре, Батталдан Әнүәр Таһиров менән трактор ремонтларға ҡуштылар. Инде йүнәтеп тә бөттөк, мине Ҡобағошҡа ла ебәрҙеләр. Вәрис Хәйбуллинды миңә алмашсы итеп ҡуйҙылар ҙа, иген һуғыу башланғас, ҡатмарлы молотилканы һөйрәтеп йөрөүҙе йөкмәттеләр. Ҡобағош, Ҡаҙаҡҡол, Ҡарағужала ноябргәсә икешәр смена эшләп, иген һуҡтыҡ. Шул мәлдә ҡулыма повестка килтереп тотторҙолар. Хәмитулла Саяров менән мине ун туғыҙынсы ноябрҙә армияға оҙаттылар. Беҙ, утыҙ алты егет, Мейәскә тиклем (йөҙ саҡрым!) асыҡ кузовта баҫып барҙыҡ. Ул саҡта юлдар юлмы һуң? Тығылышып баҫып, машина һелкеткән һайын ҡайҙа, нимәгә тотонорға белмәй йонсоп, ноябрь еленә елеккәсә туңып саҡ барып еттек тимер юлы вокзалына... Өфөлә бер көн ҡунғас, тағы тимер юлына алып киттеләр. Вагонға инде тейәлдек тигәндә, Хәмитулланы нишләптер саҡырып алдылар. Һуңынан хат аша уны кире ҡайтарғандарын белдем. Тотҡандар ҙа, аҡсаһыҙ-ниһеҙ йәш егетте Өфөнән Оҙонгүлгә йәйәү ҡайтарып ебәргәндәр! Ул ауылғаса йәйәү ҡайтҡансы, мин поезда Брестҡа барып еткәйнем.
Армияла бер взводта Башҡортостандан дүрт егет хеҙмәт иттек: мин һәм Шәйхул Ханов, Жәүҙәт Вәлиев, Нәзғәт Йосопов (береһе – Борайҙан, икеһе Яңауылдан ине). Хеҙмәт итеп бөткәс, беҙҙе “Шахтастрой”ға эшкә барырға өгөтләп күндерҙеләр. Эше үтә ауыр булғас, кеше йүнләп бармаған, шуға ла беҙҙе, иҫәрҙәрҙе, ебәргәндәр. Йәһәт-йәһәт кенә проходсыға уҡыттылар. Шахтаны ошо елкә менән төҙөнөк: стеналарҙы нығытыр өсөн елле бүрәнәләрҙе елкәгә һалып ташыныҡ. 1957 йылда өсөбөҙ ҡайттыҡ, Ханов ҡына, өйләнеп, тороп ҡалды. Мин армияға киткәндә ауыл хәйерсе хәлендә ине, кешенең ни ашарына, ни кейеренә юҡ, ә ҡайтыуыма, иген уңып, бар халыҡ икмәккә туйып ҡалғайны. Батталда механик булып эшләгән Нуретдин Суфьянов, беҙгә кил, яңы трактор бирәм, тип ныҡ саҡырҙы, әммә мин, инәйемдең иҫкергән өйөн һапларға уңай булыр тип, үҙебеҙҙәге балта оҫталары бригадаһына эшкә төштөм дә ҡуйҙым. Күп тә үтмәне, мине бригадир итеп үрләттеләр. Ҡул аҫтындағы ун ете кеше менән эшселәргә барактар, өй, клуб төҙөнөк. Клубты төҙөп бөтөр саҡта, бүлексәгә токарь станогы бирәләр, унда һин эшләрһең, тип, мине “Байрамғол” совхозының токары Александр Фоминға өйрәнсек итеп беркеттеләр. Машина-трактор оҫтаханаһына барһам, уның мөдире Николай Тимеев, кем булып эшләнең, тип ҡаршы алды. Балта оҫтаһымын, тинем. “Тапҡандар бит кеше!” – тип енләнеп, ергә сартлата төкөрөп китеп барҙы. Ә ике көндән минең белдекле генә станокта эшләп тороуымды күреп, ғәжәпләнде. “Балта оҫтаһы булып эшләһәм дә, механизаторға уҡығанмын бит”, – тигәйнем, эй, ҡыуанды! Аҙаҡ токарь станогын Озерныйға алып ҡайтып, тимерлектә үҙ аллы эш башланым. Эш араһында иретеп йәбештереүсегә уҡып сыҡтым. Пенсияға сыҡҡансы тимерлектә сүкешсе булып эшләнем, әммә ул турала хеҙмәт кенәгәһендә яҙыу яҙмаған булғандар. Ярай ҙа кадрҙар бүлегенә эшкә килгән Салауат Әхтәмов, документтарымды ҡарап, мине саҡырып алды ла, һинең хеҙмәт кенәгәһендә “балта оҫтаһы” тип кенә яҙылған, йәһәт кенә сүкешсе булып эшләүең тураһында белешмә килтер, тине. Ҡаңғырыҡ булып, саҡ осона сығып, сүкешсе булып эшләүемде кенәгәгә яҙҙылар. Һуңынан Әлмира Юлдашева юллап, минең эҫе цехта эшләүемде раҫлатты һәм икенсе исемлек буйынса илле ете йәштә хаҡлы ялға сыҡтым...
Юлында осраған яҡшы кешеләрҙең күплегенә ҡыуанып, замандаштарының тырышлығын, алсаҡлығын маҡтай-маҡтай һөйләгән Жәүәт Мәхмүтдин улы Миһранов, һәр эште яратып, бар күңелемде һалып эшләнем, шуға эшем алға барҙы, эшемде кеше яратты, ти. Урындағы профсоюз комитеты (местком) рәйесе вазифаһын да абруйлы эшсе оҙаҡ йылдар лайыҡлы етәкләне. Күкрәген миҙалдар биҙәгән, байрам һайын ҡиммәтле бүләктәр, грамоталар алған алдынғы сүкешсегә “Алтын ҡуллы оҫта” тигән айырым билдә лә тапшырғандар.
“Ҡулдары – алтын, үҙе – тотош хазина”, – тип бабайына һоҡланып ҡарап йылмайған Баныу әбей үҙе лә ятып ҡалғандарҙан түгел. Йәш сағынан егәрлелеге, һөйкөмлөлөгө, ҡул эштәренә оҫталығы менән билдәле ул. Әле лә төҫ ташламаған Баныу Яңыбай ҡыҙы, уңғанлығы ла үҙе менән.
– Егетемде армияға оҙатып, ике йыл да һигеҙ ай көтөп, уның ҡайтырына дүрт ай ҡалды тигәндә, мине комбайнер Нәғимйән ҡаратып алды бит, – тип йылмая хужабикә. – Уларҙың ғаиләһе етеш йәшәне. Юҡсыллыҡ заманы булғас, шуға ҡыҙыҡҡанмындыр. Мин бит атай-әсәйемдең берҙән-бер балаһы. Миңәсә ете балалары үлгән. Кендекте ҡырҡҡас та, кендек инәйе мине тәҙрә аша Сәйфулла муллаға биргән. Атайым унан мине бер танаға һатып алған. Атайым һуғышҡа киткәндә, ике генә йәшлек булып ҡалғанмын, шуға уны хәтерләмәйем дә... Атайымдың үлем хәбәре килгәс, әсәйемдең иҫтән ауып йығылғанын яҙа-йоҙа иҫләйем. Атайымдың аты, хужаһыҙ ҡалғас, һуғыштан ҡасып ҡайтты. Шуға бар ауыл халҡы шаҡ ҡатты. Нисек ул малҡай аҙашмай, ҡош-ҡорт тешенә, кешеләргә эләкмәй, тыуған еренә юлды эҙләп тапҡандыр... Етмешенсе йылдарҙа Барнаул ҡалаһы пионерҙары яҙған хаттан, атайымдың, Яңыбай Фәррәховтың, биленән ҡаты яраланғанын, байтаҡ ваҡыт үткәс кенә уны табып, окоптан ҡаҙып алыуҙарын, Барнаулда госпиталдә ятыуын, 1945 йылдың 9 февралендә ауыр яранан төҙәлә алмай һәләк булыуын белдек....
Миңә ете йәш саҡта әсәйем Өскүлгә, Мөхәммәт исемле һуғыш инвалидына кейәүгә сыҡты. Һәйбәт ине ул, мине йәберләмәне. Ун һигеҙ йәшемдә Шакировтар ғаиләһенә килен булып төшкәс, бер йылдан әсәй булдым. Ҡайны-ҡәйнә ҡулында матур йәшәнек. Ҡәйнәм мине бөтә нәмәгә өйрәтте: икмәк һалырға, бишбармаҡ бешерергә... Ә тегенергә әсәйемдән өйрәндем: ул башаҡта йөрөгәндә, ике күлдәкте бесеп әҙерләп ҡуям, ул ҡайта ла, төндә тегә. Уҡырға һәләтем булһа ла (айырыуса арифметиканан шәп инем), Ҡаҙаҡҡолға йөрөп уҡыуы ҡыйын булғас, уҡыуҙы туҡтатып, эшкә индем – таналар ҡарарға. Һуңынан һауынсы булып киттем. Йәшмен бит, кисен клубҡа сығам. Йоҡо ҡайҙан туйһын? Һауып ултырған ерҙән йоҡлайым да китәм... Элек һыйырҙарҙы көнөнә өсәр-дүртәр тапҡыр һауҙыҡ. Һауылған һөттө сепарат аша үткәрәбеҙ, май бешәбеҙ, ҡатыҡ ойотабыҙ... Сепаратҡа буй ҙа, көс тә етмәй. Минең өсөн махсус рәүештә бүкән ҡуйҙылар, шуның өҫтөнә баҫып, икешәрләп әйләндерҙек. Егерме ике йыл һауынсы булып эшләгәс, магазин ҡаҙанлығына кочегар булып эшкә индем. Эше еңел түгел – һәр дүрт сәғәт һайын тәүлек әйләнәһенә мейескә ташкүмер яғырға кәрәк, иҙәнен дә йыуаһың... Ун өс йылдан пенсияға сыҡтым. Ҡыҫҡаса ғүмер юлым шул инде... Балаларыбыҙ күптән башлы-күҙле булып, айырым донъя көтә, йөҙөбөҙгә ҡыҙыллыҡ килтермәйҙәр. Улар тормоштарынан ҡәнәғәт булһа – беҙҙең өсөн шул ҡыуаныс. Барыһына ла шөкөр итеп, ризалыҡ менән, Хоҙайыбыҙға рәхмәттәр уҡып йәшәйбеҙ.
Һуң булһа ла, бик уң ҡауышҡан ике уңғандың күркәм тормошта йәшәүе – шундай оло һөйөнөс. Уларға ҡарап, һәр кемдең һәр осорҙа ла бәхетле була алыуын аңлайһың, йөрәгеңде генә асыҡ тоторға кәрәк, бикләнмәҫкә. Һәм шул асыш көҙҙөң һәр көнөн сағыу буяуҙарға буяғандай, ҡыштың зәһәр һалҡындарын алыҫлыштырғандай түгелме?..
Баныу ҠАҺАРМАНОВА.