«Йәшлек» гәзите » Махсус биттәр » Бүре түгел, "әсәй" ҡурҡыныс



01.09.2016 Бүре түгел, "әсәй" ҡурҡыныс

Бүре түгел, "әсәй" ҡурҡынысБашҡортостандың бер ҡалаһында яңыраҡ ҡына ҡот осҡос енәйәтте – бер баланың үлтерелеү фактын тикшерә башланылар. Мәрхүм булған ҡыҙыҡайҙы һәм унан бер йәшкә генә кесе һеңлеһен яҡын туғаны балалар йортонан үҙенә ҡарарға алған булған. “Хөкүмәт йорто”на эләккән балалар­ҙы алырға килгән ҡатынды әллә ни тикшереп тә тормағандар, моғайын. Сөнки ул – 10 һәм 11 йәшлек ҡыҙҙарҙың бик яҡын ғына ҡандаш туғаны. Бәлиғ булмағандарҙы ғаиләгә алыу процесы әле яңыраҡ ҡына теркәлгән, быйыл июль баштарында ғына. Тик балаҡай­ҙарға яңы ғаиләлә оҙаҡ йәшәргә тура килмәгән шул: ҡыҙҙарҙың береһе баҡый донъяға күскән, икенсеһе балалар йортона ҡайтарылды...

Енәйәттең башында ниндәй сәбәптәр торғандыр, аныҡ ҡына әйтеү мөмкин түгел. Сөнки әлегә суд булмаған, тикшереү бара. Сит баланы ҡарау ҙур йөрәкле һәм тыныс кешеләргә лә еңел түгел, ә был юлы изге эшкә әллә ни күңеле төшмәгән кеше тотонған: балаларҙы ҡарарға алған ҡатын тәүге көндән үк 11 йәшлек бала менән уртаҡ тел таба алмаған. Ҡыҙҙы бер нисек тә тыңлата алмаған ҡатын ҡурҡыныс тәрбиә ысулы уйлап тапҡан: 11 йәшлек ҡыҙҙың ауыҙын скотч менән ябып, памперс кейҙереп, карауатҡа бәйләп, өйҙән бер нисә көнгә сығып киткән. Ҡайҙалыр олағып йөрөп ҡайтып, ҡараһа, бала үлгән. Тағы ла нисек булыуы мөмкин һуң? Һүҙ бер сәғәткә юғалып тороу тураһында ғына бармай бит, һүҙ көндәр дауамында баланы бәйләп тотоу тураһында. Һәр хәлдә, әлегә баланың үлемен тап шундай фараз буйынса тикшерәләр. Үле ҡыҙҙы күргән ҡатындың ҡото осҡан, тәүҙә ул баланың кәүҙәһен бер ҡапҡа төрөп, баҡсаға сығарып ташлаған. Ләкин, уйлана торғас, был ҡурҡыныс хәлдең барыбер асыҡланасағын аңлап, полицияға үҙе килгән һәм барыһын да һөйләп биргән. Хәҙер ҡатынға ҡарата енәйәт эше асылған, ул әле һаҡ аҫтына алынмаған, тикшереү барышында өйөндә ҡаласаҡ. Сөнки уның үҙенең бәлиғ булмаған балалары ла бар. Бына шундай әсәләр бар ер йөҙөндә.
ХХI быуатта балаларға ҙур иғтибар бирелгән дәүләттә йәшәйбеҙ, бала илаған өсөн генә лә килеп етеп, әсәне хоҡуғынан мәхрүм итергә маташҡан опека хеҙмәткәрҙәре тураһында ла һөйләп аптырашҡандар бар. Йәғни, бер яҡтан ҡараһаң, балалар бөтә яҡлап та яҡлаулы кеүек. Ләкин ысынбарлыҡта бына ошондай хәлдәр булырға ғына тора. Бәләкәс кенә ҡыҙыҡайҙы бәйләп сығып киткән ҡатындың психикаһы ҡаҡшаған булыуында бер ниндәй ҙә шик юҡ. Ләкин уның хәлен ниңәлер күрмәйҙәр, балаларҙы туранан-тура ғазраилдарға тоттороп ебәрәләр.

Ҡайҙа ла шул бер хәл...

Шулай уҡ яңыраҡ ҡына Деннис Флинн исемле егеттең әсе яҙмышына әсенгәйнек. Уны туғыҙ йәшендә Американан бер ғаилә килеп, уллыҡҡа алған. Әлбиттә, барыһы ла закон буйынса. Етмәһә, тәүҙә малайҙарҙы дәртләндереү, ылыҡтырыр өсөн ошо ғаилә балалар йорто тәрбиәләнеүселәре өсөн экскурсия ойошторған, үҙ аҡсаһына океан аръяғына саҡырып, ҡунаҡ иткән. Хәҙер аңлашыла: был экскурсияның нигеҙендә бер ниндәй ҙә ил менән таныштырыу маҡсаты юҡ, американдар үҙҙәренә буласаҡ ҡорбандар ғына һайлаған. Деннис Флинн әйтеүенсә, яңы ғаиләлә ул матди яҡтан ауырлыҡтар күрмәгән, ләкин ҡоллоҡҡа эләккән – уны ир менән ҡатын даими рәүештә көсләгән. Малай был хәлде бер кемгә лә һөйләмәгән, ҡурҡҡан, әлбиттә. Сит ил, сит мөхит, кемгә барып баш терәйһең? Дөрөҫөн генә әйткәндә, енси характерҙағы енәйәттәр ҡорбандарҙың оялыуы һәм ҡурҡыуы арҡаһында асылмай ҡала ла инде. Сөнки бер кем дә бер нәмә лә һөйләмәй.
Деннис иң тәүҙә күргән ауырлыҡтары тураһында аноним рәүештә психологына ғына һөйләгән булған. Белгес күпме генә тырышһа ла, үҫмер полицияға барыуҙан баш тартҡан. Ләкин тора-бара психолог үҙенең эшен аҙағына тиклем еткергән: полицияға үҙе хәбәр иткән. Деннис күргәндәрен полиция саҡыртып алғас ҡына һөйләй алған. Хәҙер уны тәрбиәгә алған ата-әсәһенә ҡарата енәйәт эше асылған, ир менән ҡатынды тикшереү бара. Улар бай ғына ғаилә, шуға ла хәҙер инде 24 йәше тулған егеткә әхлаҡи зыян өсөн ҙур ғына суммала аҡса ла түләйәсәктәр, моғайын.
Былары – океан аръяғындағы вәхшилектәр. Ярай әле хәҙер Америка халҡына беҙҙең етем балаларҙы уллыҡҡа бирмәй башланылар. Сөнки унда хәлдәр ҡот осҡос ине. Беҙҙең сабыйҙарҙы үлтергән, ыҙалат­ҡан осраҡтар асыҡланған саҡта ла ата-әсәнең яуапҡа тарттырылмауы йыш күҙәтелде. Тик бына етемдәрҙе кәмһетеү буйынса үҙебеҙҙең халыҡ та ҡалышмай шул: шулай уҡ Башҡортостанға яҡын бер ҡалалағы мәктәптә уҡыусы 12 йәшлек ҡыҙҙың дәрес ваҡытында эсе ауырта. Уны шунда уҡ дауаханаға оҙаталар. Шул саҡ бәләкәй пациентты тикшереүсе табиптың күҙе дүрт була: 4-се синыфта ғына уҡыусы баланың ҡарынында бәпәй тибешә, уның алты айлыҡ ауыры бар. Әлбиттә, бында уҡытыусыларға ла, яҡын-тирәләге башҡа кешеләргә лә һорау бирергә мөмкин. 12 йәшлек кенә баланың әсә булырға йыйыныуын нисек күрмәҫкә мөмкин икән? Кеше балаһы кемгә кәрәк?.. Юлиә исемле был ҡыҙҙың биологик әсәһе әсәлек хоҡуғынан мәхрүм ителгән. Етмәһә, әлеге ваҡытта төрмәлә. Атаһының кем икәнлеге лә билдәһеҙ. Баланы опекунға шулай уҡ яҡын кешеләре алған. Тыуасаҡ бәпестең атаһы кем тип, алыҫтан эҙләргә түгел: яңы “атай”, ҡыҙҙы опекаға алған ир! Ошондай хәлдәр Башҡортостан ауылдарында ла күҙәтелгәне бар, ир кешенең төрмәгә лә ултыртылыу осраҡтары билдәле. Былай ҙа ауыр хәлгә ҡалған бәләкәс ҡыҙ һәм малайҙың күңелен уйлап, ундай хәл йәмғиәткә әллә ни сығарылмай, ҙур ғауға ҡупмай.

Йыртҡыс кешеләр

Рәсәйҙә Балаларҙы яҡлау көнө бар. Уларҙы кемдән яҡларға кәрәк тип уйлайһығыҙ? Бүре-айыуҙарҙан, тип әйтке килә, әлбиттә. Юҡ шул, балаларҙы йыртҡыс кешеләрҙән һаҡларға кәрәк. Бандит һәм маньяктар аңлашыла инде. Ләкин ҡайһы саҡ малай-ҡыҙҙарҙы ата-әсәһенән, опекундарҙан, тәрбиәселәрҙән, уҡытыусыларҙан, күршеләрҙән дә һаҡлау талап ителә. Әле биологик ата-әсә тарафынан ҡылынған енәйәттәрҙе миҫалға килтермәнек, улар араһында ла ҡанһыҙҙар осрай. Яҡын кешеләреңдең һине кәмһетеүе, туҡмауы, көсләүе – бөгөн иң ҡурҡыныс хәлдәрҙең береһе. Сөнки ул күренмәй, яҡшы итеп йәшерелә, ҡорбандар ҡурҡытыла. Көсләү арҡаһында ауырға ҡалған балаларҙы мәктәптә күреп ҡалған осраҡта ғына енәйәтсене эҙләй башлайҙар. Иң аптыратҡаны шул: ҡатын-ҡыҙ үҙ балаһына түгел, баланың үгәй атаһына, икенсе иренә нығыраҡ ышана. Бала үҙ проблемаһында үҙе генә ҡайнаясаҡ тип уйлап тынысланмағыҙ, сөнки ундай кәмһетелеүҙәрҙән һуң тере ҡалыусылар ҡаты, ҡанһыҙ булып үҫә. Уларҙың артабан һәйбәт кеше булып китеүе бик икеле. Ғаиләһендә туҡмалған, көсләнгән, ыҙа­лан­ған балалар – буласаҡ енәйәтселәр. Улар йәмғиәткә ҡурҡыныс тыуҙыра.
Рәсәйҙең Енәйәт кодексындағы “Бәлиғ булмағанды тәрбиәләү буйынса бурыстар­ҙы үтәмәү” тигән статья бар. Статья бар ул, эйе, ләкин ул ғына аҙ икән шул. Хоҡуҡ һаҡлау органдары өсөн енәйәттең систематик характерҙа булыуы мотлаҡ. Икенсе юл да бар: бала бер тапҡыр туҡмалыуҙан уҡ зәғиф ҡалырға йәки донъя менән хушлашырға тейеш булып сыға. Йәғни ата-әсәнең баланы бер генә тапҡыр туҡмағанын күрҙеләр икән, бер ниндәй ҙә эш асылмай, ике көн буйы ас тотоу ҙа енәйәткә һаналмай – бындай хәл систематик рәүештә түгел, имеш. Кеше өйөндә ниндәй хәл булғанын, кемдең күпме ашағанын башҡалар ҡайҙан белһен инде? Шуға ла күп кенә хоҡуҡ боҙоу осрағы асылмай, хатта телгә лә алынмай. Ҡыҙыҡ һәм ҡыҙғаныс килеп сыға: аҙ ғына урлашыу өсөн ике йылға төрмәгә ултырырға мөмкин. Машинаны урлап алып китһәң, биш йылға ла инеп китерһең. Ә бына балаңды йәберләүең асыҡланһа – профилактик һөйләшеү генә.
Яҡынса алғанда, Рәсәйҙә балаларға ҡаршы ҡылынған енәйәттәрҙең дүрт проценты – ата-әсәнең гонаһы, тип билдәләнә. Был – рәсми теркәлгән һан. Бер кемгә лә билдәле булмаған енәйәттәрҙең һаны тағы ла юғарыраҡ, әлбиттә. Нимә эшләргә һуң? Иғтибарлыраҡ булырға! Үҙ балаларыңа, күршеңдекенә, туғаныңдыҡына, урамдан үтеп барған сит балаға, уҡыусыларға, тәрбиәләнеүселәргә иғтибар менән ҡарап алыу ҙа күп бәләнән ҡотҡарыр ине.

Лилиә СИРАЕВА.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға