29.08.2016 Йәшәй белмәгән парҙарҙан бәхетлерәк түгелме?
Быйыл ҡышын, һалҡын алдырып, дауаханала ятырға тура килде. Ҡайтырға бер-ике көн ҡалғас, палатаға йәш ҡатынды һалдылар. Карауатыбыҙ йәнәшә тура килде. Сәйер, йөҙөнә моңһоулыҡ һыҙаты сыҡҡан был һылыу, ауыҙына һыу уртлағандай, өндәшмәҫ булды. Бары тик кеҫә телефонынан ғына ҡыҙып-ҡыҙып кем менәндер һөйләште. Кистәрен башҡалар хәбәр һатып, көлөшә-көлөшә сәй эскәндә лә, үҙ урынында ҡалыуҙы хуп күрҙе. Бер көндө палатала икәү генә ҡалдыҡ. Мин үҙ эшем менән мәшғүл, ул телефон төймәләрен йыя. Уның матур ғына башланған әңгәмәһе, һөйләшеү аҙағына ҡуйыра барып, ҡыҙҙың күҙ йәштәре менән тамамланды.
– Уф, йөрәгемде бөтөрҙө инде, – тине лә һылыу, ярҙаммы, кәңәшме һорап, сөм-ҡара күҙҙәре менән миңә баҡты.
– Нимә булды? Кем менән шулай һөйләшәһең? Кем рәнйетте?
Һорауыма яуап бирергә ашыҡманы, ә уйға сумған ҡарашы менән миңә ҡарауын дауам итте.
– Аңлайым, эс сереңде бушатырға яҡын кешең түгелмен. Теләһәң, һөйлә. Йөрәгеңдә таш йөрөтмә, – тигәс кенә яңы танышымдың йөҙөнә бер аҙ йәнлелек йүгергәндәй булды.
– Ярай, улайһа, тыңла. Күңелеңдән йылылыҡ бөркөлгәне һиҙелә, йәлләй, хәлгә инә белә торған кешеһең, ахырыһы. Бәлки, миңә төплө кәңәш биреүсе табылыр, кемделер уйланырға мәжбүр итер, – тип асылып китте лә, әкрен генә хәбәрен теҙә башланы.
“Ирем менән ҡапыл танышып өйләнештек. Шуға хәҙер һаман үкенәм. Ни эшләп үҙен оҙағыраҡ һынаманым икән? Исмаһам, холҡон яҡшыраҡ белер инем. Бер-ике ай тыныс ҡына йәшәнек. Шулай булһа ла, сәйерлеге, ҡырыҫлығы ул ваҡытта уҡ һиҙелә ине. Тәүҙә төшөргөләргә яратты. Эскән ваҡытында хәлдәр бөтөнләй ҡатмарлашты, кем әйтмешләй, бер рюмка – әҙ, икәү – күп. Үҙенең ни ҡыланғанын белмәй. Рәхмәт, һуңынан, әйтеүемде тыңлап, насар ғәҙәтен ташланы. Ләкин эштәр бынан һуң да яҡшыға тәгәрәмәне. Киреһенсә, яһиллығы арта ғына барҙы. Бәлки, эскеһен көсләп ташлаттырғанға минән үс алалыр, тип уйланым. Табында кешеләрҙең хәмер һемергәненә күҙҙәрен майландырып ҡарай. Әҙәм рәүешле эсә белмәй бит. Юҡ-барҙан сәбәп эҙләп, тауыш сығара.
Ярты йыл тирәһе буйға уҙа алманым, бәлки, шуға ҡоторалыр тип, үҙемде тынысландырырға тырыштым. Күп тә үтмәне, ауырға ҡалдым. Туптай һау-сәләмәт малай алып ҡайтып бирҙем. Баланың тыуыуы ла эштәрҙе ыңғай яҡҡа үҙгәртмәне. Нисек бар, шулай дауам итте. Бәләкәй бала менән былай ҙа ауыр, илай, ауырый, көйһөҙләнә. Әммә мин, бер нәмәгә ҡарамай, уны баланан да былайыраҡ тәрбиәләүемде дауам иттем. Әллә бигерәк яман өйрәттемме икән? Эргәлә ултырған сәйнүктән сәй ҙә яһап эсмәй, мотлаҡ мин алдына килтереп ултыртырға тейешмен. Күп тә үтмәне, икенсегә йөрәгем аҫтында яралғы йөрөткәнемде һиҙҙем. Бер бала менән еңелерәк булыр ине лә бит, әммә сабыйымдың йәнен ҡыйырға намыҫым ҡушманы – ҡыҙым донъяға килде. Береһенән-береһе бәләкәй ике бала булғас, өйҙәге тауыш икеләтә артты. Балаһыҙ ғаилә генә ошо шат ауаздарҙың ни тиклем ҡәҙерле икәнен яҡшы аңлайҙыр. Ә беҙҙеке бар тип тә белмәй. Артыҡ иларға ярамай, уйынсыҡтар тегендә-бында ятмаһын. Балалы йорт – баҙарлы йорт, тигән бит боронғолар. Уйнаһын, бала саҡ бер генә була. Тик торған ерҙән миңә, балаларға бәйләнә. Балаларҙы бәләкәй сағында ла, әле лә ярата, әлбиттә. Тик ваҡытлыса, кәйефе килгәндә генә. Балалар үҫте, аң керҙе. Атайҙарының уҫал ҡарашын тойоп, ул өйгә килеп инеү менән «шым» булалар. Ниңә уның йылы тойғолары ҡапыл нәфрәткә әйләнде? Бөтөнләй насар кеше тип тә әйтә алмайым, ыңғай яҡтары ла етерлек. Әммә тик торғандан ҡыҙып китеүе йөрәгемде бөтөрә. Һүҙ әйтерлек түгел. Талашһаҡ, аҙна-ун көнгә һуҙыла. Ул да өндәшмәй, мин дә. Бер-ике көн үҙ алдына туҙына ла тына. Шулай ҙа үҙе тәүгеләрҙән һүҙ ҡуша. Мин дә ғорурмын, баш бирмәйем. Ни өсөн йортобоҙҙа тыныслыҡ етмәй? Һорауҙарға яуап эҙләп, төндәрен йоҡлай алмайым, мендәр күҙ йәштәренән лысма һыуға әйләнә. Холҡобоҙ ҙа икебеҙҙең ике төрлө. Мин аралашырға яратам, ә ул – ҡырыҫ. Яңғыҙҙарҙың ғүмерен йәлләп, уларҙы, яралы, тиҙәр, арҡа терәп йәшәп тә, арҡалы була алмаған мин бәхетлеме ни? Туғандарыма, атай-әсәйемә был турала өндәшмәйем. Осрашҡанда бәхетле йөҙ күрһәтергә тырышам. Ә бына ғәзиздәрем көнө-төнө ирешкәнде, талашҡанды күреп үҫә. Өйҙә ҡойон уйнағанда, ҡурҡыштарынан ағарынып, мөйөшкә һыйынып ултыралар».
Ҡатын тынып ҡалды ла, түҙә алмайынса, күҙ йәштәренә быуылды. Ауыр тынлыҡты боҙоп, һүҙ башланым.
– Кәйефе арыуыраҡ булғанда үҙе менән һөйләшеп ҡарағаның булдымы?
– Һиңә нимә әйткәнмен әле, башымды ҡатырма минең, ти ҙә, шуның менән эш бөтә. Яңғыҙлыҡтың йөгө еңел түгеллеген яҡшы аңлайым. Улар ҙа, тештәрен ҡыҫып, бар ауырлыҡты үҙҙәре күтәрә. Яҙмыштың әсе бүләген берәү ҙә теләп алмаған, үҙ парын ҡасан да булһа осратырға өмөттәрен өҙмәй көтәләрҙер. Икенсе яҡтан, улар йәшәй белмәгән парҙарҙан бәхетлерәк түгелме икән?
Ситтән ҡарап, парлыларҙы,
Бәхетлеләр, тиһегеҙҙер.
Һәр береһенең ниҙәр уйлап
Йәшәүен белмәйһегеҙҙер, – тигән йыр һүҙҙәрен ишеткән һайын, йөрәгем телгеләнә. Тап минең турала яҙылған һымаҡ.
Ирем, кәйефе булып, миңә аҙ ғына яҡты йөҙөн күрһәтһә, шатлығым эсемә һыймай. Дәртләнеп, йүгереп йөрөп донъя мәшәҡәттәрен башҡарам, ҡыуанысымдан йырлап та ебәрәм. Әммә был оҙаҡҡа түгел. Ғаилә тормошо ҡара болоттарҙан торорға, унда һирәк-һаяҡ ҡына ҡояш сығып алырға тейеш түгел, ә уның эсенән нур бөркөлөп торһон ул! Һүҙ юҡ, һауыт-һаба шалтырамай тормаҫ, әммә гел генә түгел инде. Ғәйеп миндәме икән әллә тип, үҙемә мең һорау бирәм, яуап табырға тырышам.
Төп маҡсатым – ғаиләне һаҡлап ҡалыу. Айырылыр инем, балаларҙы йәлләйем. Улар ике ярҙы тоташтырып тороусы күпер бит. Ҡайһы берҙә, ҡыҙып киткәнемдә, ғәзиздәремде алып, сығырға ла китергә, тип тә ҡуям. Тағы һыуынам. Үҙем генә булһам, бәлки, уйламаҫ та инем. Балаларҙың ни ғәйебе? Былай ҙа етемдәр һаны күп, атай-әсәйле була тороп та, сабыйҙарҙың ҡанатын һындырғым килмәй.
Әңгәмәләшем бер нөктәгә төбәлеп һөйләүен дауам итте. «Рәнйетеү ҡатыш тупаҫ һүҙҙәрҙән балаларҙы ҡурсаларға, тип тә ҡуям. Ҡыҫҡаһы, буталдым. Әрләһә, оноторҙар әле тип кенә булмай, улар бит хәҙер – аңлы, етди, мәктәп йәшендәге балалар. Талаш-тауыш ҡуптарып сығып киткәндән һуң, өсәү генә ҡалған ваҡыттарҙа минән: «Әсәй, беҙ уға ниндәй насарлыҡ эшләнек? Ниңә ул йыш ҡына ошолай әрләшә?» – тип һорайҙар. Шулай булһа ла, атайҙарын яраталар. Ул бит кеше алдында ла янъял ҡуптарыуҙан оялмай. Балаларын яңғыҙы ғына тәрбиәләгән таныштарым да етерлек. Шулай бер көн әхирәтем килеп ултырғайны. Тик торған ерҙән ене ҡупты ла китте. Дуҫым аптырап ҡарап ултырҙы ла: «Кит, ошо ла булдымы тормош. Ана, мин үҙемдекен, күп һөйләнә башлағайны, ҡыуҙым да сығарҙым. Башым да ауыртмай, ҡолағым да тыныс» – тип еңел генә әйтте лә ҡуйҙы. Холҡом менән нескә күңелле кешемен, тота килеп кенә ошондай аҙымға бара алмайым. Ни эше юҡ, декретҡа тиклем эшләгән ойошма ябылып ҡуйҙы. Көндө уйҙарымда буталып үткәрәм. Бәхетле булыуҙың сере ниҙә икән?» – тине лә, ҡатын тынып ҡалды.
– Һеҙ ниндәй кәңәш бирерһегеҙ? – тигән үҙемә тәғәйенләнгән һорауҙан тертләп киттем. Аныҡ ҡына нимә тип яуап бирәйем? Айырылып сыҡ та кит, тиһәң, ғаиләләр һанын кәметәсәкмен. Нисек булһа ла түҙергә тырыш тиһәм, һылыу йәл. Йәш кенә килеш, тормоштоң бар йәмен-тәмен татып йәшәр урынға, ниндәй күңел яралары алып көн итә ул?! Бөтөнләй өндәшмәһәм, килешмәҫ кеүек ине.
– Бындай шәхси мәсьәләләрҙе бары икәү бергә кәңәшләшеп хәл итергә кәрәктер, минеңсә. Аңлайым, бик ҡатмарлы хәлдәһең. Тормош көтөү – диңгеҙ кисеү, ә диңгеҙҙәр тормай тулҡынһыҙ, тиҙәр бит. Шулай ҙа, ғаиләгеҙҙә тыныслыҡ урынлаштырыуҙы һуҙырға ярамай. Балаларығыҙ быны күреп үҫеп, киләсәктә ғибрәт түгел, ә өлгө алып ҡуймағайы. Өйөңдә Ҡөрьән уҡыт, мәсеткә барып хәйер бир, доғалар ҡылдырт, Аллаһы Тәғәләнән ярҙам һора. Хоҙайҙы үҙеңә ауыр саҡта ғына түгел, ә гел генә иҫеңә төшөрөп, Уға мөрәжәғәт ит. Бәлки, икәүләшеп психологҡа ла барырға кәрәктер. Кем дә булһа тәүге аҙымды эшләргә тейеш. Үсегеп йөрөү һаулығыңа нығыраҡ зыян килтерер. Нисек кенә булмаһын, ҡатын-ҡыҙ, тәү сиратта, ғаилә усағын һаҡлаусы бит. Өндәшмә. Боронғолар ҙа, өндәшмәү – тәрән аҡыл, тигән бит. Хәйләкәрлек тураһында ла онотма. Тот та бына хәҙер шылтырат үҙенә, – тип әйткән булдым инде.
– Ысынлап та, күңелемде бушатҡас, еңел булып ҡалды. Хәлен беләйем әле, – тип, ҡабалана-өтәләнә телефон һандарын йыя башланы. Иртәгәһенә мине сығарҙылар. Яңы танышым оҙатып ҡалды. Арыу ғына ваҡыт үтте. Был ваҡиға тураһында онотоп та өлгөргәйнем инде. Көтмәгәндә телефоным экранында танышымдың исеме күренде. Тауышы көр генә сыға, кәйефе лә шәп, ахырыһы: «Рәхмәт инде һеҙгә, ҡайһы бер кәңәштәрегеҙгә ҡолаҡ һалдым. Әлегә бер аҙ тыныслыҡ урынлашҡандай булды. Артабан нисек булыр, белмәйем. Шылтыратырмын», – тине.
Бөйөк эштәр ҙә ҡылманым, әммә ғаилә усағының һүнмәгәненә, ә киреһенсә, ҡабыныуына ихлас күңелдән шатландым.
Динә ҒӘЛИЕВА.