18.08.2016 Кино төшөрөргә теләйһеңме? Әйҙә, Ейәнсураға!
Быйыл, Ейәнсура ерендә өсөнсө тапҡыр “Толпар” кинотелефестивале үтәсәк. Балалар араһында кино сәнғәтенә ҡыҙыҡһыныу уятҡан был сара йылдан-йыл популярлыҡ яулай. Фестиваль яңылыҡтары һәм кино сәнғәте хаҡында “Толпар” проекты етәксеһе Рәфис ҠОЙБАҒАРОВ менән әңгәмә ҡорҙоҡ.
– Фестивалде үткәреү идеяһы һиндә ҡасан барлыҡҡа килде?
– 2014 йылда, 10-сы класта уҡып йөрөгәндә, ғинуар айҙарында башыма килде. Урам буйлап уйлана-уйлана ҡайтып барыуым, беренсе булып Булат Йосоповҡа мөрәжәғәт итеүем һаман да хәтеремдә (ул миңә профессиональ кимәлдә үткәрергә өйрәтергә теләге бар ине лә, тик үҙем эшләргә булдым). Республикабыҙҙа ниндәй өлкәлә йәш көстәр етмәй? Ниндәй өлкәне “күтәреп” ебәрергә кәрәк? Ошо ике һорауға яуап эҙләп бик оҙаҡ уйландым. Беҙҙә кинофестивалдәр эшмәкәрлегендә һәм дөйөм милли кино сәнғәтенең үҫешендә алға китеш юҡлығын иҫәпкә алып, беренсе тапҡыр балалар һәм үҫмерҙәр кинофестивален ойоштороп ҡарарға булдым. Беренсе йыл – эксперименталь рәүештә. Кинематографистарҙан яҡшы фекерҙәр ишеткәс, был фестивалде йыл һайын үткәрергә ҡарар иттек. Сөнки киләсәк – балалар ҡулында. Шуға ла яҡшы режиссерҙар, продюсерҙар һәм операторҙар тәрбиәләү бала саҡтан башланырға тейеш. Ағастың тамыры ныҡ, ойошҡан булһа, ул ерҙә үҙен ышаныслы тота. Балалар ҙа әгәр кино менән бәләкәстән мауыҡһа, үҫә бара кимәле лә күпкә күтәреләсәк, сөнки “база”ны белгән бала кино серҙәренә тиҙерәк төшөнә, белемен дөрөҫ ҡуллана белә. Әгәр ҙә киләсәген кино йәки телевидение менән бәйләргә теләһә, үҙен иркен тотасаҡ – сөнки был мөхит уның өсөн таныш. Фестивалебеҙҙең файҙаһы хәҙер үк күҙгә салынмаһа ла, киләсәктә беҙҙең милли кино сәнғәтен үҫтереүгә, фильмдарыбыҙҙы донъя кимәленә сығарыуҙа ҙур өлөш индерер, тигән уй-теләктәмен.
– Тәүге фестиваль кино сәнғәтенә генә арналһа, үткән йыл уға телевидение эшмәкәрлеге лә ҡушылды...
– Ысынлап та, үткән йыл “Толпар” теле-кинофестиваль тип үҙгәртелде. Кинематография һәм телевидение буйынса ла һәләттәре булған үҫмерҙәрҙе бер урынға йыйып, уларға республикабыҙҙың иң шәп кино белгестәренең мастер-кластарын күрһәтеү, төшөрөлгән эштәренә (видеоматериалдарына) баһа биреү, телевидение эше менән таныштырыу матур күренеш. Киләсәктә, бәлки, фестивалдә ҡатнашыусылар буласаҡ һөнәрҙәрен ошо йүнәлеш буйынса һайлар.
– Фестивалдең үткән йылдарҙағы ҡатнашыусылары, еңеүселәре менән бәйләнеш тотаһыңмы?
– Әлбиттә, бәйләнеш өҙөлмәй, яҙмыштары менән ҡыҙыҡһынам. Мәҫәлән, Диана Ейәнғолова (Ейәнсура ҡыҙы, Таҙлар ауылынан), беренсе фестивалебеҙҙең еңеүсеһе, хәҙер Башҡорт дәүләт университетының Стәрлетамаҡ филиалында, филология факультетында белем ала. Өлгөр ҡыҙ икенсе фестивалдә “Иң яҡшы оператор” номинацияһында еңеүсе булһа, быйыл да ҡатнашыу өсөн фильм әҙерләй. Икенсе фестивалебеҙҙә гран-при яулаусы Илназ Мостафин (Баймаҡ районы егете), Өфө дәүләт иҡтисад һәм сервис университетын тамамлап, диплом алды. Ул быйыл яңы фильм төшөрҙө, тик йәше үтеү сәбәпле фестивалдә ҡатнаша алмай, ул конкурстан тыш күрһәтелә. Илназ үҙе ҡатнашыусыларға мастер-класс үткәрәсәк.
– Шәхсән үҙеңдең кино төшөрөү буйынса тәжрибәң бармы?
– Дүрт йыл элек телесюжеттар төшөрә башлағайным, яйлап ҡына кино менән дә мауығып киттем. Минең ике ҡыҫҡа метражлы фильмдарым донъя күрҙе, ә өсөнсөһө әле төшөрөлөп бөтмәгән. Быйыл йәй уны тамамлап, кинофестивалдә премьераһын эшләргә тигән уй менән йөрөйөм.
– Быйыл бәйгелә ниндәй номинациялар билдәләнәсәк һәм конкурс шарттары нисек?
– Фестивалдә 20 йәшкә тиклемге балалар, үҫмерҙәр һәм йәштәр төшөргән, ваҡыты 30 минуттан артмаған нәфис һәм документаль фильмдар, йәнһүрәттәр, телесюжеттар, клиптар ҡатнаша. Уларҙы жанр буйынса айырым билдәләп үтәсәкбеҙ. Шулай уҡ иң яҡшы режиссер, сценарий яҙыусы, оператор һәм актерҙар билдәләнәсәк. Иң күп балл йыйған эш гран-при яулаясаҡ.
Эштәр 3 авгусҡа тиклем, tulpar_rb@mail.ru электрон адресы буйынса ҡабул ителә.
– “Толпар” тамашасыларын һәм бәйгеселәрен ниндәй “йондоҙ”ҙар менән осрашыу көтә?
– Сараға “Ел аулаусы”, “Етегән” кеүек билдәле фильмдарҙың режиссеры Айсыуаҡ Йомағолов, Башҡортостандың тиңһеҙ операторы Рияз Исхаҡов, “Тамыр” балалар студияһы режиссеры Ләйсән Мәзитова, эстрада “йондоҙ”о Лиана Хәбибуллина, яҙыусы Фәрзәнә Аҡбулатова, “Туған тел” телеканалы режиссеры Марат Әбдүшев, жуналист, шағирә Гөлнур Ҡыуатова, тележурналист, драматург Сәрүәр Сурина, режиссер Дилә Мөхәмәтйәрова, “Аҡбуҙат” Бөтә Рәсәй студенттар кинофестивале етәксеһе Катрина Дүшәнбаева, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитетының Йәштәр советы ағзаһы Индира Арыҫланбаева саҡырылды. Уларҙың һәр береһе конкурсанттар менән оҫталыҡ дәрестәре үткәрәсәк.
Тамашасылар өсөн тағы ла бер яңылыҡ бар: “Дуҫлыҡ” паркында асыҡ һауала кино күрһәтеү ойошторола. Кино менән ҡыҙыҡһыныусыларҙы, буласаҡ кино оҫталарын “Толпар” фестивалендә көтөп ҡалабыҙ. 9 – 10 августа Ейәнсура районы үҙәгенә рәхим итегеҙ!
Нургөл ШӘРИПОВА.