«Йәшлек» гәзите » Махсус биттәр » “Үҙ тиңеңә кейәүгә сыҡ” йәки Балаларға ярамай, тип әйтергә яраймы?



10.08.2016 “Үҙ тиңеңә кейәүгә сыҡ” йәки Балаларға ярамай, тип әйтергә яраймы?

“Үҙ тиңеңә кейәүгә сыҡ”   йәки Балаларға ярамай, тип әйтергә яраймы? Йәмғиәттә ниңәлер бала тәрбиәләүҙә төп ролде әсәй кеше уйнарға тейеш, тигән фекер йәшәй. Был айырыуса һуңғы йылдарҙа ныҡ һиҙелә. Баланың шәхес булараҡ формалашыуы, психик һәм физик яҡтан теүәл булып үҫеүе, киләсәккә дөрөҫ маҡсаттар билдәләү өсөн атай тәрбиәһе мөһим роль уйнай. Ғаиләлә ир һүҙенең, атай һабағының әһәмиәте, ғөмүмән, тәрбиә хаҡында “Тамыр” балалар телеканалы директоры Гөлназ Фәрит ҡыҙы ҠОЛҺАРИНА менән әңгәмә ҡорҙоҡ. Ул тормош иптәше Башҡортостандың Суд приставтары хеҙмәте етәксеһе Зариф Закир улы БАЙҒУСҠАРОВ менән матур өлгөлө ғаиләлә ике бала тәрбиәләй.

– Өйөгөҙҙә атай тәрбиәһе ҡасан башлана? Декрет ялы менән әсәйҙәр өйҙә ултыр­ғас, тәрбиә улар өҫтөндә бит...
– Зариф бала йәнле, үтә яуаплы кеше, уның тәрбиәһе Гәлсәр менән Уралдың тыуған минутынан уҡ башланды. Беҙҙең йәмғиәттә һирәк күренеш: ул балалар тыуған мәлдә дауаханала, минең янымда булды. Яҡты донъяға әле генә ауаз һалған улы менән ҡыҙын тәүге тапҡыр ҡулына алыу бәхетен ғүмеренең иң яҡты хәтирәһе итеп күңелендә һаҡлай. Ул турала һүҙ сыҡһа, йөҙө яҡтырып китә, һәр мәлен иҫенә төшөрөп, матур итеп һүрәтләй.
– Ғаиләгеҙҙә һуңғы һүҙҙе кем әйтә?
– Атай. Беҙҙә атай – баш, мин дә, балалар ҙа шулай булырға тейеш тип ҡабул итәбеҙ. Һәр кем үҙенең һүҙен өҫтөн ҡуйырға тип тырыша башлаһа, татыулыҡ юғала, күп осраҡта ғаилә тарҡала. Ир-аттың һүҙе өҫтөн булырға тейеш. Һуңғы һүҙҙе Зариф әйтә, әммә ул, һәр мәсьәләне минең менән кәңәшләшеп, балаларҙың фекерен тыңлап хәл итә белә. Мин балаларға һәр ваҡыт: “Атайығыҙ менән хатта Марсҡа эләкһәк тә юғалып ҡалмаясаҡбыҙ”, – тип шаяртам. Зариф янда булғанда мин тыныс, сөнки ниндәй генә сетерекле хәлдәр килеп сыҡһа ла, ул хәл итеү юлын таба. Хәстәр­лекле, ышаныслы, маҡсатлы кеше. Шул холҡо менән минең дә, балаларҙың да ихтирамын яуланы. Зариф бала саҡтан атаһына яҡын булған. Бергә көтөү көтөп, урманға йөрөп, тығыҙ аралашып үҫкән. Уның ысын ир-егет холоҡло булыуына шул атай тәрбиәһе ҙур йоғонто яһағандыр, тип уйлайым. Уралды ла ул гел үҙе менән йөрөтә. Һунарға ла, балыҡҡа ла бергә баралар, баҡсала бергә эшләй­ҙәр, бергә миндек бәйләй­ҙәр, мунса инәләр.
– Балаларығыҙ кемгә нығыраҡ оҡшаған?
– Төҫкә күберәк аталарына тартым. Ә холоҡтарына килгәндә, улар икеһе лә үҙенсәлекле, кемгәлер оҡшаған тип айырып әйтә алмайым. Гәлсәр тыуғанда уҡ һаулығы яғынан бер аҙ мәшәҡәт сығып, бала табыу йорто табиптарын эргәһендә бейетеп алды. Әле лә ул ҡыҙыуыраҡ, үпкәселерәк, фекерен яҡлап бәхәсләшеп тә китә. Шул уҡ ваҡытта мәктәптә йәки концерт-конкурс­тарҙа ҡатнашҡанда ҡыҙым үҙен тыныс һәм күркәм итеп тота белә. Ә Урал бик теүәллек ярата, тыумыштан шулай булды. Ҡатын-ҡыҙҙар консультацияһы билдәләгән көн еткәс кенә, кискә табан артыҡ мәшәҡәт сығармай ғына донъяға килде. Һәм ул һаман да шулай тыныс ҡына, һәүетемсә йәшәй. Дипломат, тибеҙ уны яратып. Кеше менән тиҙ аралашып китә, мөнәсәбәттәр төҙөй белә, тәнҡитте лә дөрөҫ ҡабул итә. Гәлсәр йырларға ярата, “Тамыр” студияһында шөғөлләнде, музыка мәктәбен тамамланы. Киләсәктә йырсы булырға теләй. Ә улыбыҙ конструкторҙар ярата, төрлө һындар, инсталляциялар менән мауыға. Архитектор-конструктор булырға хыяллана. Ҡурай буйынса шәхси дәрестәргә йөрөй башланы. Һаулыҡ өсөн дә файҙалы, атаһына ла оҡшай. Башкөллө музыка донъяһына суммаһын өсөн музыка мәктәбенә бирмәнек.
– Балаларығыҙҙың исемдәре матур. Кем һайланы?
– Йәш саҡ, тәүге бәпәй тыуғас, исем ҡушыу өсөн Зариф менән бәхәсләшеп бөттөк. Мин Гәлсәр тим, ул: “Ундай исем юҡ, үҫкәс оҡшатмаһа, ни эшләрбеҙ?”– тип ҡаршы төшә. Мин үпкәләп бөттөм. Хәҙер аңланым, ул шул саҡта уҡ ҡыҙының күңелен уйлаған, ҡыҙының фекерен һанлаған бит. Һүҙемде йыҡманы, рәхмәт. Гәлсәребеҙгә хәҙер 15 йәш инде. Улыбыҙ тыуғас, атаһы менән Гәлсәр бәхәсләште. “Урал батыр булһын туғаным!” – ти ҙә ҡуя биш йәшлек еңмеш ҡыҙыбыҙ. Атаһы Сура, Рәми йә Шәйехзада, ти. Ай буйы һүҙ көрәштерҙеләр. Мин аптырағас, улымды Бурһыҡ тип йөрөтөп торҙом. Зариф тағы ҡыҙының күңелен һаҡланы, таныҡлыҡҡа “Урал” тип яҙҙырып алып ҡайтты. Гәлсәр ул көндө атаһының ҡайтҡанын ишек төбөндә көттө. Урал тигәс, ҡыуаныуы ҡыҙымдың! Ба­лаларыбыҙҙың исемдәре беҙгә лә, үҙҙәренә лә ныҡ оҡшай.
– Ял көндәре нисек үтә?
– Шәмбе – Зариф өсөн тулы эш көнө, уның аҙнаһына бер генә ял. Уның ҡарауы ул йәкшәмбене тулыһынса беҙҙең менән үткәрә. Баҡсабыҙҙа ағастар тәрбиәләйбеҙ, балыҡ-ит ҡурып ашайбыҙ, мунса инергә яратабыҙ, йә Асылыкүлгә, Ҡандракүлгә, Нөгөшкә, Торатауға, Шүлгәнташҡа сығып китәбеҙ, ауылға өләсәйҙәр янына ҡайтып киләбеҙ. Зариф тарихты күп белә, балаларҙы төрлө риүәйәттәр һөйләп шаҡ ҡатыра. Улым менән ҡыҙымдың берәй һорауы булһа тип, бараһы ерҙе алдан өйрәнә. Бер нисә тапҡыр сит илдә булдыҡ, әммә үҙебеҙҙә нығыраҡ оҡшай. Атайҙың һәр көн эштән һуң ҡайтыуын ошондай ял көндәре тулыһынса ҡаплай. Балалар үҙҙәрен атай иғтибарынан мәхрүм итеп тоймай. Йәйгелеккә балаларҙы ауылда ҡалдырып, икәүләп кенә ҡайҙалыр ял итергә китеү юҡ беҙҙең ғаиләлә.
– Ә һеҙ йортта ниндәй хужа һәм хужабикә?
– Ең һыҙғанып донъя көтәбеҙ, тип әйтә алмайым. Зариф башкөллө дәүләт эшендә, минең дә эштә мәшәҡәтле саҡтар йыш була. Балаларға үҫергә, уҡырға, үҙебеҙгә йәшәргә уңайлы булырлыҡ йылы, яҡты мөхит булдырғанбыҙ, шуның менән шөкөр итәбеҙ. Аш-һыуға килгәндә, ярымфабрикат­тар­ҙы яратмайым. Көн һайын итле һурпа, бутҡа, ял көндәрендә ҡамыр аштары әҙерләйем. Төрлө бәлеш­тәр­ҙе балалар менән бергәләп, хәбәр уртаҡлашып, көлөшөп әүәләйбеҙ. Һуңғы ваҡытта буҙа эшләй башланым. Гәлсәр торт бешерергә әүәҫләнеп китте, тәмле килеп сыға. Нимә бешерһәк тә, Зариф яратып, маҡтап ашай. Беҙ бергәләп оҙаҡ итеп һөйләшә-көлөшә, тәмләп сәй эсергә яратабыҙ.
– Һеҙ икегеҙ ҙә билдәле кешеләр, һин ваҡытында республиканың “Һылыуҡай” матурлыҡ конкурсында еңеүсе булдың. Һәр ваҡыт иғтибар үҙәгендә, һоҡланыу белдергән кешеләр була. Көнләшеү холҡо һеҙгә хасмы?
– Йәшерәк саҡта, яңы йәшәй башлағанда була торғайны. Хәҙер инде бер-беребеҙгә тулыһынса ышанып, көнләшергә сәбәп бирмәй генә йәшәргә өйрәндек. Икәү аралағы мөнәсәбәтте ҡәҙерләй белергә кәрәк. Атай менән әсәй араһындағы бәләкәй генә низағ та балаларҙың күңелен һүрә. Ихтирам, наҙ, һөйөү күреп үҫкән балалар үҙҙәрен бәхетле тойоп үҫә. Ә бәхетле баланың күңеле бөтөн, офоғо иркен була. Шуға күрә беҙ балалар менән бергә үҙебеҙҙе лә тәрбиәләйбеҙ. Әрләшеү-бәхәстәргә юл ҡуймаҫҡа тырышабыҙ.
– Балаларығыҙҙың баш­ҡортса матур һөйләшеүе һоҡландыра...
– Өйҙә тик башҡортса ғына аралашабыҙ. Әммә был ғына балаларға туған телен яратыуға, хөрмәт итеүгә ныҡлы этәргес була алмай. Балаларға туған телдә аралашҡан, уға һөйөү тәрбиәләгән ҙур мөхит булдырырға кәрәк. Башҡортса фильм­дар, спектаклдәр, концерттар ҡарарға, күргәҙмәләргә беҙ һәр ваҡыт балалар менән бергә йөрөйбөҙ. Башҡортса китаптар, гәзит-журналдар уҡыйбыҙ, “Та­мыр” каналын ҡарайбыҙ.
– Эштәге кәйеф өйгә эйәреп ҡайтамы?
– Беҙҙең өйҙә һәр ваҡыт кәйеф күтәренке. Эштә ниндәйҙер ваҡиғанан кәйеф ҡырылып ҡайтып инһәм, Уралдың өлкәндәрсә: “Әсәй, эштә нисек булды?”– тигән һорауынан йылмайып ебәрәм, күңелле булып китә. Атайыбыҙ эштән ныҡ һуң ҡайта, уны һәр ваҡыт бергәләп ишек төбөндә ҡаршы алабыҙ. Атайҙы ҡаршы алыу – беҙҙә үҙе бер йола. Зарифтың эше мәшәҡәтле, төрлө саҡтар була, әммә ул да ҡараңғы сырай менән ҡайтмай. Балаларҙы күтәреп ярата, һағыныуын әйтә.
– Матур, бәхетле ғаилә ҡороуҙың серҙәре бармы?
– Борон-борондан халҡыбыҙ “Үҙ тиңеңә сыҡ” тигән. Матур тормош ҡороу өсөн үҙеңә тиң кешегә сығырға кәрәк. Иң мөһиме, донъяға ҡараштар тап килергә тейеш. Барлыҡ сер шунда, тип уйлайым. Ә тормош ҡороп ебәргәс, балаларҙың атайлы-әсәйле итеп үҫергә тейеш икәнен оноторға ярамай. Баланы бәхетле итергә теләү – бәхетле ғаиләнең нигеҙе. Ғаилә үҙе айырым эш урыны кеүек. Эштә бит беҙ теләһә нисек кейенеп, тупаҫ-тоҙһоҙ һөйләшеп йөрөмәйбеҙ. Биҙәнеп, матур кейенеп киләбеҙ, үҙебеҙҙе итәғәтле, мөләйем тотабыҙ, аҡыллы булып күренергә тырышабыҙ. Шуның кеүек ғаиләлә лә үҙеңде матур тоторға тырышырға кәрәк, сөнки иң яҡын, иң ҡәҙерле кешеләрең өйөңдә. Ҡатын-ҡыҙға егәрле булыу зарур. Тормош иптәшеңде матур итеп эшкә оҙатыу, ҡаршы алыу, балаларға иғтибар, лайыҡлы тәрбиә биреү көс, аҡыл һәм сабырлыҡ талап итә.
– Һеҙҙең икегеҙҙең дә эшегеҙ мәшәҡәтле, ул балаларҙы тәрбиәләргә ҡамасауламаймы? Уларға ваҡыт әҙ ҡала тип уйламайһығыҙмы?
– Минең уйымса, балаларың менән аралашыу ҡиммәте сәғәттәрҙә баһаланмай. Бар күңелеңде биреп, матур итеп 15 минут һөйләшкәндә лә, балаға аңларлыҡ итеп фекереңде еткерергә, аҡты ҡаранан айырырға өйрәтергә була. Шул уҡ ваҡытта 24 сәғәт дауамында эргәһендә булып, “Аяғыңды һөрт! Ҡулыңды йыу!”– тип бәйләнеп кенә ултырырға ла була. Быны тәрбиә тип атап булмай. Балаға матур тәрбиә биреү өсөн әсәйҙәргә мотлаҡ өйҙә ултырырға кәрәк тигән ҡараш менән килешмәйем. Киреһенсә, балалар­ға ата-әсәһенең күңел биреп эшләүе, талпынып өйгә ҡайтыуы – ҙур тәрбиә. Аллаға шөкөр, балалар беҙҙең менән һөйләшергә тартынмай, һорауҙары булһа һорай­ҙар, серҙәрен дә һөйләйҙәр. Зариф та, мин дә улар менән тиң күреп, ихтирам менән аралашабыҙ.
– Европа илдәре психологтары бала тәрбиәләгәндә “ярамай” тигән һүҙҙе ҡулланмаҫҡа тәҡдим итә. Ә халҡыбыҙҙа әҙәпле бала үҫтереү өсөн тыйыу кәрәк, тигән әйтем йәшәй.
– Бала нимә яраған, нимә ярамағанын бәләкәйҙән һеңдереп үҫергә тейеш. Шуның өсөн “Ярамай” булыр­ға тейеш. Беҙҙә ҡыҙ баланы ҡырҡ урындан тый, тиҙәр. Нисек, күпме тыйыр­ға, һәр атай-әсәй үҙе хәл итә. Ярамайҙы дөрөҫ итеп әйтә белергә лә кәрәк бит. Кәмһетерлек, күңел ҡалдырырлыҡ булмаһын. Мин үҙем дә, Зариф та дөрөҫ булмаған осраҡта, балаларҙан ғәфү үтенергә оялмайбыҙ.
– Тимәк, һеҙ балаларығыҙҙы үҙегеҙҙең күрһәткестә тәрбиәләйһегеҙ?
– Шулай булып сыға. Һүҙҙең ҡөҙрәте сикһеҙ, тик балаға ата-әсә өлгөһө – ҡылыҡтары, эше, тотошо яҡыныраҡ, аңлашыла ла. Тәрбиә сетерекле нәмә инде ул. Студент саҡтан уҡ “Тамыр” студияһында эшләй башланым. Мин балаларҙы, балалар мине үлеп ярата. Сыңғыҙ, Шәүрә, Ильяс менән ғаилә ағзалары кеүек аралаша торғайныҡ. Ул саҡта мин йәшлек менән, үтә ябай итеп, баланы һәйбәт итеп тәрбиәләйһең дә, ул шулай тәрбиәле генә булып үҫә, тип уйлай торғайным. Үҙем әсәй булғас ҡына тәрбиәнең шау сырмалсыҡ икәнен аңланым. Һәр сабыйҙы Аллаһы Тәғәлә үҙ холҡо, үҙ асылы, мин-минлеге менән донъяға яралта. Баланы тәрбиәләп кенә үҙгәртеп булмай, бары йүнәлеш кенә бирәһең. Баланы тыңларға, ишетергә, аңларға тырышабыҙ беҙ Зариф менән. Шуға күрә, “Һеҙ балаларығыҙҙы нисек шулай матур итеп тәрбиәләйһегеҙ?”– тип һораһалар, “Әллә инде, ҡулыбыҙҙан килгәнсә”,– тип яуап бирәм.
Гөлнур ЮЛДАШЕВА.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға